Традиции башкирского народа
материал (5, 6, 7 класс) на тему

Ширгазина Алия Фанзиловна

Описываетця обряды башкирского народа. Описовается обряд Нардуган   

Скачать:


Предварительный просмотр:

“Йолалар”

Маҡсат: Йолаларҙы иҫкә алау, йәштәрҙе йолалар менән таныштырыу,тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компютер, көйәнтә, биҙрәләр, таҫмалар,

Ҡурай моңо ағыла. Яйлап көй шәбәйә бара. Байрам көйөнә халыҡ сыға. Улар бөгөн шат.

“Эх - хе -хе - ей !... Башҡорттарым ! Бар халыҡҡа иғлан итәм : Бөгөн, ҙур байрам !...”- тип, хужа, байрам иғлан итә.

Шандау “Ҡараҡаш" йырына ҡушылып китә. Йыр йырлана. Сәхнәнең һул яғында тирмә; уң яғында ишек алды, урам яғы, ҡыҙҙар керәләр.

Ҡыҙҙар:         -           Бөгөн еңгәгә мин һыу килтерәм !

  • Юҡ, мин !
  • Беҙ өсөбөҙ ҙә уның бикәсе,һәр беребеҙ уға һыу алып ҡайтырға уйлай. Нисек хәл итергә ?
  • Әһә, кемебеҙ бар яҡтан килешле - шул булыр.
  • Миңә ҡалһа, буй-һыным да, Аллаға шөкөр,тфү-тфү, күҙ теймәһен ! Йыр - бейеүгә минән дә маһирҙар юҡтыр.
  • Мин дә шулай !
  • Улайһа, уйын уйнайбыҙ. Кем көлә - уйындан сыға. Еңеүсе һыу башлай.

Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ өс шаян ҡыҙ инек.

Баҙға төштөк май ашаныҡ;,

Таң атҡансы юҡ булдыҡ.

Бер бикәс, күҙҙәрен төрлөсә ҡыландырып, ауыҙын ҡыйшайтып, икеһен дә көлдөрә.

  • Әй, хәйләкәр, улай көлдөргәс, һаналмай.
  • Ә мин һеҙгә... Ә мин һеҙгәме...
  • Нимә беҙгә ?..

Еңгәйҙе нисек һыу юлына алып барғанды бейеп күрһәтәм әле.

«һыу юлы бейеүе».

  • Күрҙегеҙме инде, бына ошолай билдәремде һығылдырып, матур аҙымдар менән еңгәйемә һыу башлайым, үәт !
  • Юҡ инде, ҡыҙҙар туғанҡайҙарым.
  •  Бир көйәнтәләреңде. Кемдең устары көйәнтә осона сыға, матур итеп йырлай - шул бара.

(Шыбаға тотошалар.)

  • Миңә сыҡты (йырлай).

Йыр бөтөү менән еңгә килеп инә.

Еңгә: һа - а - ай !...Ҡара әле, бынау ҡыҙҙарҙы!

Иртә таңдан бер- уҙарҙан гәпләшеп тә торалар.

Ҡыҙҙар:         Э-э-й-й...,      еңгәкәй!

Әллә, сак торҙоңмо йоҡонан?.. (көлөп).

 Нар, нар, нардуған, йоҡоңдан уян ,туған!!!..

— Эйе шул, еңгәкәй. Бөгөн ҙур байрам бит. Кем һыуға барғанын билдәләп торабыҙ .

Еңгә: Ярай, ярай...Өсөгөҙҙә барырһығыҙ, йәме.

Йәгеҙ, кем тирмәһендә йыйын була ?..

Кем  Өлфәт бабай?..

Ҡыҙҙар:

- Ауылда иң ҙур тирмә - һеҙҙеке, шулай булғас, йыйын да башлап һеҙҙә булырга тейеш. Етмәһә, хужаһы - торганы менән , Өлфәт бабай !!!

-  Эйе шул , үҙебеҙҙең ағайыбыҙҙан да якшырағы булмаҫ !..

-  Шулай , шулай.

Килен:  Улай   булғас , кыҙҙар,  вакытты        күпкә һуҙмай  эш башлайык!  Мин балаларҙы халыҡты байрамға саҡырырға ебәрәйем, ҡәйнәм, ағайығыҙҙы әҙерләрмен, аш һалырмын...

Ә һеҙ, кыҙҙар, хәҙер үк шишмәгә барып таң һыуын алып килегеҙ ! (күнәк бирә)

-Ҡарағыҙ уны, бер генә бөртөгөн дә , бер тамсыһын да түкмәй алып кайтығыҙ!

«Юкһа, бәхетегеҙ кәмер» -тигәндәр боронғолар.

«Сылтыр-сылтыр һыу аға ,

Матур кыҙҙар һыу ала.

Матур кыҙҙар бар сағында Йүнһеҙҙәрен кем ала ?» (Һамаклай)

Ҡыҙҙар:

- Ҡарасы ,нисек кенә алып кайтырбыҙ икән ?!.

- Ә мин беләм, беҙ тултырмай, яртылаш ҡына алырбыҙ ҙа, һыуҙың бер тамсыһын да төшөрмәҫбеҙ!..

(көлөшә-көлөшә, йырлап сығып китәләр)

(Балалар керәләр).

Ҡара ҡаш

  1. Һайҙай ғынам, вайҙай ғынам,
  2. Һайҙай ғынам, вайҙай ғынам.

 Һары һандуғас ҡынам да,

Ҡара ҡарлуғас ҡынам.

Пр .: Ҡәләм телең әсе икән,

Баҙыяның сөсө икән.

Сәйең, балың татлы икән,

Бигерәк уңған ҡыҙ икән.

Биғерәк уңған ҡыҙ икән дә,

Ҡыйғас ҡара ҡаш икән.

2.Һайҙай ғынам, вайҙай ғынам,

Һайҙай ғынам, вайҙай ғынам.

Ҡыйғас ҡара ҡаш икән дә,

Аҫыл аты таш ҡынам.

Пр.: Ҡәләм телең әсе икән,

Баҙыяның сөсө икән.

Сәйең, балың татлы икән,

Үҙе булған зат икән.

Үҙе булған зат икән дә,

Ҡыйғас ҡара ҡаш икән.

Балалар :     - Ҡыҙҙар , малайҙар !...

Бөгөнгө көн шундай матур,эйеме?

- Эйе шул !

Килен: -Эй ,балалар ! Торҙоғоҙҙамы?

Беләһегеҙме, бөгөн, Нардуған байрамы , һәм беҙҙең тирмәлә йыйын буласак!

Хәҙер һеҙ,балаҡайҙарым, өйҙән-өйгә йөрөп, барыһына ла теләк теләп, йыйынға саҡырып сығығыҙ !

 Ҡунак сакырғанда былай тигәндәр:

«Нар, Нардуған , Нардуғанға бар туған»!

Йәгеҙ әле, ҡабатлап ҡарағыҙ.

Балалар ҡабатлайҙар, һәм ҡабатлай - ҡабатлай сығып китәләр. Хужабикә балаларҙы оҙата, һәм өй йыйыштырыга ҡатышып китә.Күптә үтмәй күнәктәрен тултырып кыҙҙар керәләр .

Ҡыҙҙар:

- Бына, еңгә, килтерҙек тә «Таң һыуын».

- Бер бөртөгө лә түгелмәне, ҡарап барҙым.

(Шаярып)

- Эйе,хоҙайым эштәре!..

Килен: -Э-э-й, рәхмәт яуғыры! Былай булғас уҙғарабыҙ икән байрамдың олоһон.

Ҡыҙҙар:

-Эйе шул...

-Шулай, шулай...

-Үткәрәбеҙ еңгәкәй !...

Килен: -Ана бит, балаҡайҙар ҙа килә.

( Тыштан балаларҙың Һамаҡлаған тауыштары ишетелә, керәләр). Балалар: - Нар,нар,нарына,бәхет бирһен барына.

- Ҡунаҡтарҙың барыһында саҡырҙыҡ; әсәй.

Килен: - Эй-й-й...уңғандарым!.. Улай булғас, ҡунаҡтар килә лә башларҙар инде.Ҡыҙҙар, һеҙ һыуҙы ошонда ҡуйығыҙҙа, һуңғараҡ килерһегеҙ йәме,ә мин, аш һала торайым.

Ҡыҙҙар шая(рышып сығалар. Килен күнәкте күтәреп кереп китә. Балалар

уйнап ҡала)

Хужа (сығып): -Балаларым ,ни эшләйҙәр?

Балалар: - Атай, атай!

Бына, Нардуған да нардуған тиҙәр.

Ә нимәне аңлата һуң ул?

Айрат: - Нар — һүҙе ,манғул телендә «Ҡояш» тигәнде аңлата. Ата-бабаларыбыҙҙың бер тамыры мангул ерҙәренән булған бит.Төндәрҙең иң оҙон, көндәрҙең иң ҡыҫка мәлендә былай тигән:

«Нардуған! Ҡояш тыуған ! Әйлән беҙгә йөҙөң менән»

-тип ҡояшҡа табынған. Унан байлыҡ, муллыҡ , һаулыҡ  һораған. Байрам бер аҙна дауам иткән.

(Ҡәйнә керә, ҡулында ҡомартҡы)

-Балаҡайҙар, һеҙ сығып йөрөп килегеҙ,йәме.

(Балалар сыға ).

Ҡәйнә : - Бына улым,атайыңдан ҡалған ҡомартҡы был.

Ул, ҡулдан - ҡулға ғына, атанан улға күсерелеп килгән булған. Атайың ,улым үҫеп еткәс, улыма тапшырырһың тигән ине. Бурысыңды яҡшы итеп башҡар,йәме !

(Артҡы планда килен урынлыҡты рәтләп йөрөй)

Айрат: - Үҙемә тигән бурысты үтәрмен!..

Килен: -Айрат, ҡәйнәм, ҡунаҡтарҙың килгән тауышы ишетелә , әйҙәгеҙ ҡаршы алайыҡ.

(Ололар, йәштәр бер-бер артлы ризыҡтар, үләндәр тотоп килеп керәләр).

- Нар,нар,нарына,

Бәхет бирһен барына.

Мал-тыуарың түл йәйһен,

Бала-сағаң ит эйһен.

- Малың ашһын ҡуралып,

Ашың ашһын буралып,

Илең,йортоң һил булһын,

Күңелегеҙ киң булһын!

-Эйе, шулай булһын! Амин! Амин!

(Үтәләр, ризыҡтарын ҡуйып түргә уҙалар.Йәштәр, килен, һ.б. ярҙам

итәләр.Хужа уртала.)

-Ағай-эне, әйҙәгеҙ әле аш алдынан доға ҡылып алайыҡ.

(Дога уҡый башлай)

-Бер ғәзиз аллаҡайым!

Тәндәребеҙгә таҙалыҡ бирһен,

Ағзаларыбыҙға сәләмәтлек бирһен, хоҙайым!

Аллаҡайым, бәлә-ҡазаларҙан,

Ҡ айғы -хәсрәттәрҙән,

һаҡлаһын хоҙайым!

Илдәргә, йәндәргә Тыныслыҡ бирһен, хоҙайым!

Амин!!!.. (барыһы ла «Амин»-ти.)

-Хоҙай ярҙамы менән иҫке йылды матур итеп оҙатып ағай-эне, ауылдаштар, Яңы йылды ҡаршылайыҡ.Нардуған барыбыҙға ла бәхет, һаулыҡ, именлек, муллыҡ килтерһен!!!

Барыһы ла: -Эйе, шулай булһын !!!

Айрат: - Ә хәҙер, ағай-эне,йырлап, бейеп алһаҡта була. Әйҙәгеҙ әле ҡобайыр әйтешеп алайыҡ!

-Булдырабыҙ беҙ уны !

Ағай - эне, әйҙәгеҙ әле хәҙер   ҡурай моңдарына бейеп алайыҡ . (Аҙагы).

Бөтәһелә: -Әйҙәгеҙ,әйҙәгеҙ! (Сыгалар).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

1000-летие единения мордовского народа с народами Российского государства

Материалы для оформления стенда в кабинете истории...

Культура татарского народа. Материалы к КТД "Дружба народов"

Материалы о  традициях и быте татарского народа....

Тематическое планирование курса «Основы духовно-нравственной культуры народов России. Основы религиозных культур народов России»

Тематическое планирование курса «Основы духовно-нравственной культуры народов России. Основы религиозных культур народов России»...

Конспект открытого урока по основам духовно - нравственной культуры народов России "Христианские и мусульманские праздники в культуре народов России"

Конспект урока по теме "Христианские и мусульманские праздники в культуре народов России" поможет учителю ОРКСЭ провести урок интересно с использованием игровых, проблемно - поисковых,  творчески...

Презентация "Между музыкой моего народа и музыкой разных народов мира нет непреодолимых границ"

Презентация к уроку музыки в 4 классе. (программа В.О. Усачев, Л.В. Школяр)...