"Был минең балам" бәйгеһе
методическая разработка

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

"Был минең балам" бәйгеһе сценарийы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon byl_minen_balam_eto_moy_rebenok.doc90 КБ

Предварительный просмотр:

 «Был МИНЕҢ  балам» бәйгеһе.

 Фанфарҙар.  Алып барыусы сыға.

А.б.Кем донъяға кеше бүләк итә,
      Ә кешегә-якты доньяны.
      Тойғолары кояш кеүек кайнар,
      Эретерлек гранит –каяны?!
       Кем кулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,
       Изгелеге үлсәү тапҡыһыҙ?
       Ул,әлбиттә-йәшәү сығанағы,
      Тормош йәме, әсәй -ҡатын-ҡыҙ.

      - Хәйерле көн, байрам менән, ҡәҙерле килгән ҡунаҡтар! Һеҙҙе мәктәптә тәбрикләүебеҙгә бик шатбыҙ. Йәмғиәтебеҙҙә әсәйҙәрҙең ижтимағи әһәмиәтен күтәреү максатынан Рәсәй Президентының 1998 йылдын 30 ғинуарында сыккан карары нигеҙендә Рәсәйҙә ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе йыл һайын “Әсәйҙәр көнө” булып билдәләп үтелә.  Быйыл ул 29 ноябрь көнөнә тура килде. Ҡәҙерле,ғәзиз әсәйҙәребеҙ! Һеҙҙе байрам менән ысын йөрәктән  котлайбыҙ. Һеҙгә ныклы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Балаларығыҙға терәк булып,  ғүмер буйы улар йәнәшеһендә, ҡәҙер – хөрмәттә йәшәргә яҙһын.   Балағыҙҙың берәүе һеҙ, ғаиләнең йөрәге һеҙ, именлектең терәге һеҙ, һәр кемдең кәрәге һеҙ. Һеҙ саялар, һеҙ батырҙар, һеҙ доньяла иң матурҙар. Һеҙ булғанға тормош йәмле, һеҙ булғанға йәшәү ғәмле.

А.б. Байрам менән ҡотлау өсөн һүҙ мәктәп директоры  _______________бирелә.

А.б. Әсә. Был бөйөк исем, сөнки әсә лә Алла кеүек тыуҙырыусы, Ер кеүек туйындырыусы, Ҡояш кеүек йылытыусы, йондоҙ кеүек юл күрһәтеүсе. Әсә һәм бала – ғүмерҙең ике яры, улар араһы ике тотам ғына. Әсә өсөн иң наҙлы, яғымлы һүҙ – бала, ә бала өсөн - әсә. Шуға ла бөгөнгө кисәне балаларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Хәҙер байрам менән ҡотлау өсөн һүҙҙе балаларға бирәбеҙ.

Йыр  _____________________________________

А.б. Бөгөнгө байрамды беҙ бәйге-уйын рәүешендә үткәрербеҙ. Бәйгелә әсәләр һәм балаларҙан торған командалар ҡатнашасак.  Балалар тип өҙөлөп, эштән тәм табып йәшәй белеүсе әсәйҙәребеҙҙе һәм балаларҙы, һеҙҙең алҡыштарығыҙ менән сәхнәгә саҡырайыҡ.(музыка)

1. Шайхина Алина Айбулат ҡыҙы һәм ҡыҙы, 3 класс уҡыусыһы Элина.

2. Шагеева Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы һәм ҡыҙы, 3 класс уҡыусыһы  Айгизә.

3. Хәйретдинова Нурзилә Сәйфулла ҡыҙы һәм ҡыҙы, 4 класс уҡыусыһы Гөлнәзирә.

4. Фәйзуллина Лилиә Миңлеғәле ҡыҙы һәм ҡыҙы, 2 класс уҡыусыһы Наргис.

5. Мырҙагилдина Илүзә Рәхимйән ҡыҙы һәм ҡыҙы, 2 класс уҡыусыһы Ләйлә.

6. Хаметова Индира Яхъя ҡыҙы һәм ҡыҙы, 5 класс уҡыусыһы  Лилиә.

7. Тажетдинова Гөлнара  Шәмсетдин ҡыҙы  һәм ҡыҙы, 5 класс уҡыусыһы Фидәлиә.

А.б.  Шулай итеп, беҙ һеҙҙе “Был МИНЕҢ балам” бәйге-тамашаһында сәләмләйбеҙ. Һеҙҙең тапҡырлыҡты, етеҙлекте, белемегеҙҙе һынап ҡарарға йыйылдыҡ.

 А.б. Бөгөнгө бәйге әсәйҙәр һәм балалар өсөн ҙур һынау. Шуға күрә ярышты ғәҙел,теүәл итеп алып барыу өсөн жюри составы һайланып куйылды.Һеҙҙе хөрмәтле жюри  менән таныштырып китәм.

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

   - Жюриҙың ғәҙел булыуын, ә тамашасыларҙың әсәйҙәрҙе яратып, алҡыштарын йәлләмәүҙәрен теләйбеҙ.

А.б. Бәйгенең шарттары менән таныштырып китәм.  Командаға 9 төр эш тәҡдим ителә. Һәр дөрөҫ яуап өсөн  команда 10 балл ала. Кем уйын аҙағынды иң күп балл йыя, шул еңеүсе тип иғлан ителә.

1.Конкурс «Таныш булайыҡ».

А.б. Шулай итеп, бәйгенең беренсе турын башлайбыҙ. Ул «Таныш булайыҡ!» тип атала. Хәҙер үҙҙәренең ғаиләләре менән яҡынданыраҡ таныштырып китер өсөн һүҙ балаларға. Шулай итеп, бөтә иғтибар экранға.

                                                 (презентация, таныштырыу)

- Үҙҙәренең ғаиләләре менән матур итеп таныштырып киткәндәре өсөн уҡыусыларға ҙур рәхмәт. Хөрмәтле жюри ағзаларының тәүге конкурсты – ғаилә менән таныштырыуҙы  баһалауын һорайбыҙ. Максималь балл – 10. Ә беҙ дауам итәбеҙ.

2. Конкурс «Үҙеңде таны».

А.б. 2-се конкурс “Үҙеңде таны” тип атала. Хәҙер һеҙгә балаларығыҙ  биргән характеристиканы уҡып ишеттерәм. Һеҙ  үҙегеҙҙе танырға тейеш булаһығыҙ. Кем үҙен таный ала – 10 балл.

1.Был әсәй һарғылт сәсле, һүрәт төшөрөргә, тәмле аш-һыу әҙерләргә ярата, мәктәптә һәм класта үткәрелгән сараларҙа актив ҡатнаша, ул изге йөрәкле, ялҡаулыҡты, алдашыуҙы яратмай. (Шайхина Алина)

2.Был әсәй һары сәсле, яратҡан шөғөлө - гөл үҫтереү, тәртипһеҙлекте, ялҡаулыҡты яратмай, ғаиләлә берҙән күберәк  бала тәрбиәләй, төрлө тәмле аштар бешерә. (Шагеева Айгөл)

3.Был әсәй ҡыҫҡа ҡара сәсле, түңәрәк йөҙлө, ул ҡыйыу ҙа, яғымлы ла, көслө лә, ғәҙел дә. Күп бала тәрбиәләй. Ул башҡорт көй-моңдарын тыңларға ярата. Яратмағаны – поезда йөрөү. Ул машина йөрөтә белә. (Сиргажина Рәсилә)

4.Был әсәй ҡыҫҡа һоро сәсле, сәсе буялған,  һоро күҙле, матур итеп кейенә, күк төҫ ярата, ҡамыр аштары бешерергә, бәйләргә  ярата, күп бала үҫтерә. Ҡысҡырышҡанды яратмай. Мәктәп сараларында актив ҡатнаша. (Хәйретдинова Нурзилә)

5. Был әсәй уртаса оҙонлоҡтағы ҡыҙғылт- ҡара сәсле, һоро күҙле, бәйләй, бешерә, тегенә. Ҡыҙыл, һары төҫ ярата, үҙенә килешле кейемдәр кейә. Ҡамыр аштары ярата, яратмаған аҙығы - чипсы. Күп бала әсәһе.    (Мырҙагилдина Илүзә)

6.Был әсәй һоро күҙле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, йомшаҡ ҡуллы, матур йөҙлө, оҙон буйлы. Ул яғымлы, эшһөйәр әсәй.Ҡыйын хәлдә һәр ваҡыт ҡотҡара. Өйҙә спорт кейемендә йөрөргә ярата. Төрлө йырҙар тыңлай, бар төҫтәр ҙә уға оҡшай.  (Тажетдинова Гөлнара)

7.Был әсәй бик матур, уртаса оҙонлоҡтағы сәсе ҡараға буялған. Күҙҙәре һоро. Бешерергә, кино ҡарарға ярата, мода буйынса кейенергә тырыша, йәшел төҫ ярата, күп балалы әсәй.  (Фәйзуллина Лилиә)

 А.б. Жюри баһалай, ә беҙ музыкаль пауза иғлан итәбеҙ.

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә                        

Уларғалыр бөтөн ауырлыҡ

Әсәйҙәргә я3ты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

  • Хөрмәтле әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлай ____  уҡыусылары.

Йыр _____________________________________


3. Конкурс «Экскурсия». Артабанғы конкурс “Экскурсия” тип атала. Хәҙер балаларығыҙ һеҙҙе ҙур булмаған экскурсияға саҡыра. Экскурсия һуңында һеҙгә, хөрмәтле әсәйҙәр, балаларығыҙ һорау ҡуясаҡ, һеҙ шул һорауға яуап бирергә тейеш булаһығыҙ. Һеҙгә ярҙамға 4 вариантта яуап тәҡдим ителәсәк. Дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, 10 балл алаһығыҙ. Шулай итеп, бөтә иғтибар экранға.


                                              1. «Был предмет нисек атала?» (Шагеева Айгөл)
1. Йөн сиратыу өсөн станок.
2. Йөн тетеү өсөн ҡоролма.
3.
Йөн иләй торған ҡоролма. 
4. Йөн уратыу өсөн ҡоролма.

2. «Ни өсөн директор кабинетына инергә ярамай?» (Мурзагилдина Илүзә)

1.  Унда ҡурҡыныс.
2. Унда ололар ғына инә.
3. Унда журналдар күп.
4
. Унда директор эшләй.

3. «Ни өсөн  һикерергә ҡушмайҙар?» (Шайхина Алина)

1.Ватырға мөмкин.
2.Баш ярырға була.
3.
Йығылырға, берәй ереңде ауырттырырға  була.

4. Бысратырға була.

4. “Ашханала минең яратҡан аш-һыуым ниндәй?” (Фәйзуллина Лилиә)

1. Картуф иҙмәһе (пюре).
2.
Борсаҡлы аш.
3.  Былау (плов).
4. Тары бутҡаһы.  

           5 .“Мин китапханаға ни өсөн йөрөйөм?” (Хәйретдинова Нурзилә)  

1. Китаптар уҡырға.
2. Гәзит-журнал ҡарарға.
3. Башҡалар ингән өсөн.
4. Уҡытыусы ҡушҡанға.
                               

                      6.   «Мин спортзалда  нимә эшләргә яратам?» (Хаметова Индира)
1.
Футбол уйнарға.  
2.  Йүгерергә.
3. Үрмәләргә.
4. Тәкмәс атырға.

                                 7. «Мин информатика кабинетына ни өсөн инергә яратам?»

                                                                 (Тажетдинова Гөлнара)
1.
Компьютерҙан, интернеттан күп мәғлүмәт алырға яратам. 
2. Унда ҡыҙыҡлы булған өсөн.
3. Бында дәрес әҙерләргә яратам.
4. Төрлө эштәр башҡарырға була.

4. Конкурс  «Әйтемде дауам ит». 

А.б. Киләһе конкурс “Әйтемде дауам ит” тип атала. Шарҙар эсенә башҡорт халыҡ мәҡәлдәре йәшерелгән. Һеҙгә бер шарҙан мәҡәлдәрҙең беренсе яртыһын алырға, икенсе шар эсенән мәҡәлдәрҙең дауамын эҙләп табырға  һәм унда төшөп ҡалған һүҙҙе әйтергә кәрәк. Дөрөҫ яуап бирә алһағыҙ - 10 балл. Ҡайһы ғаилә күберәк өлгөрөр?

1.Әсә күңеле балала –бала күңеле… (далала)

2. Аҙ һөйләһәң, күп…  (ишетерһең).

3.Ата – беләк, әсә - …(йөрәк)

4. Иртә уңмаған кис уңмаҫ, (кис)  … уңмаған һис уңмаҫ.    

   

5. Ата-әсәһен тыңлаған әҙәм булған – тыңламаған …(әрәм булған)

6. Тырыштан тир китмәҫ, ялҡауҙан … (сир) китмәҫ.

7. Ир бала ил терәге,  ҡыҙ бала … (өй биҙәге)

8. Әсә асыуы – яҙғы ҡар: күп булһа ла … (тиҙ эрей)

9. Ялҡаулыҡтан ауырырһың, тырышлыҡтан … (һауығырһың).

10. Йорт тотҡан – ир, (өй тотҡан)… – ҡатын.

11. Дуҫ үпкәләһә, дошман … (кинәнер).

12. Аҙ һөйлә, … (күп тыңла).

13. Атаны күреп ул үҫер –… (инәне күреп) ҡыҙ үҫер.

14. Үҙеңде ҙурлама, … (кешене) хурлама.

15. Ил һаҡлау – ҙурлыҡ, (ил баҫыу)…  – хурлыҡ.

16. Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, (ялҡаулыҡ)… – хурлыҡ.

17. Ит изгелек, … (көт яуызлыҡ).

18. Дуҫ илатып әйтер, дошман … (йыуатып әйтер).

А.б. Шулай итеп, был конкурс та тамам. Әсәйҙәр ял итеп алһын, беҙ музыкаль пауза иғлан итәбеҙ.

           Һеҙ  килгәнһегеҙ  уттар-һыуҙар  аша 

            Күтәрергә беҙҙең  ҡәүемде.

             Был  донъяла һеҙ  булғанға  

            Йәшәү  матур,  йәшәү  күңелле. 

  • Һеҙҙе байрам менән ҡотлай ____ класс уҡыусылары.

Йыр ___________________________________________                                                                  

5. Конкурс «Атай викторинаһы».

А.б.Жюри яуаптарҙы баһалай, ә беҙ  Конкурсты дауам итәбеҙ. Артабанғы конкурс “Атай викторинаһы” тип атала. Хәҙер һеҙҙең иғтибарға атайҙарға бәйле йомаҡтар тәҡдим ителә. Аңлатманан һуң кем беренсе булып дөрөҫ яуапты әйтә – 10 балл.

1- се йомаҡ.

1. Улар киоскыла ла һатыла. Улар магазиндағы кәнфиттәр кеүек күп төрлө, ләкин атай тик бер төрлөнө генә, бер төрлө исемлеһен генә ала.

2. Һәр көндө атай уның менән ярты сәғәт ваҡыт ултыра, күберәк тә ултыра ала, һәм был ваҡытта үҙенә ҡамасауламауҙарын үтенә.

3. Ә әсәйгә улар ҡыҙыҡ түгел, әсәй уларҙы ҡайһы бер ваҡытта тәҙрә һөртөү  йәки берәй әйбер төрөү өсөн генә ала. (Гәзит)

 2- се йомаҡ.

1. Улар атайҙа күп: ҡара ла, һоро ла, буйлы ла була.

2. Атай джинсы йәки спорт кейемен кейгәндә, уларға теймәй.

3. Уларҙы бәйләй белергә кәрәк, балалар, хатта ҡайһы бер ололар ҙа уны бәйләй белмәй.   (Галстук)

 3-сө йомаҡ.

1. Атай уны эшкә йәки байрамға барыр алдынан, йәки әсәйгә оҡшарға теләгәндә генә ала.

 2. Ул үткер һәм хәүефһеҙ була.

3. Олатайҙа ул иҫке, электр менән эшләй, һағыҙаҡ кеүек геүләй. (Ҡырынғыс)

 4- се йомаҡ.

1. Минең ул уйынсыҡ, ә һунарсыла һәм һаҡсыларҙа — ысын.

2. Элек ул армияла һалдаттарҙа булған, хәҙер юҡ.

3. Ул хатта  Простоквашинола йәшәүсе Шарикта ла бар, тик махсус, фотоһунар өсөн.  (Мылтыҡ)

5-се йомаҡ.

1. Һәр атай ҙа уны һатып алырға хыяллана.

2. Миндә ул икәү, тик уйынсыҡ, әлбиттә.

3. Уның менән ҡулланыр өсөн, миңә тәүҙә үҫергә кәрәк, һуңынан уҡырға кәрәк, ауыр имтихан бирергә кәрәк, һуңынан ғына миңә минең фотоһүрәтем менән махсус  кенәгә  бирәсәктәр.   (Автомобиль)

6. Конкурс «Үҙеңдең портретыңды тап».

А.б. Хөрмәтле әсәйҙәр өсөн яңы конкурс. Иғтибар менән стендҡа ҡарағыҙ, унда балалар әсәйҙәренең портреттарын ҡуйҙы. Хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙгә ошо портреттар араһынан үҙегеҙҙе танып табырға һәм беҙгә күрһәтергә кәрәк. Дөрөҫ таба алһағыҙ – 10 балл.                      

А.б.     Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
          Күргән әсәй ғүмер эсендә.
          Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
          Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

- тип байрам менән йыр бүләк итә ____ класс уҡыусылары.

Йыр ____________________________________                                            

7. Конкурс  «Балағыҙҙы яҡшы беләһегеҙме?»

А.б. Хөрмәтле әсәйҙәр, нисек уйлайһығыҙ: балағыҙҙы яҡшы беләһегеҙме? Хәҙер тикшереп ҡарайыҡ.Уйын алдынан беҙ һеҙҙең балаларығыҙға һорауҙар биреп, яуаптар алдыҡ. Шул уҡ һорауҙарҙы хәҙер һеҙгә бирәбеҙ. Әгәр яуаптарығыҙ тап килһә, 10 балл, бер яуап тап килһә - 5 балл, тап килмәһә - 0 балл. Шулай итеп, киләһе һорауҙарға балаларығыҙ нимә тип яуап бирҙе икән?

Фәйзуллина Лилиә. 1.  Балағыҙ кем булырға теләй? (рәссам)          

                                   2.  Балағыҙ нимәлә шыуырға, йөрөргә теләй? (вездеходта)

Мурзагилдина Илүзә. 1. Балағыҙ ниндәй байрам ярата? (тыуған көн, Яңы йыл)      

                                      2. Балағыҙ нимә менән шөғөлләнергә ярата? (йырларға,

                                         спорт)

Тажетдинова Гөлнара. 1. Кемде балағыҙ ғаиләлә күберәк эшләй тип һанай?  (әсәй)

                                       2. Кемде ғаиләлә күберәк йоҡлай тип һанай? (атай)

Шайхина Алина.          1. Һеҙҙең балағыҙ менән кем уйнай? (атай)

                                       2. Ғаиләлә кем баш? (атай)

Хаметова Индира .      1. Балағыҙҙың дуҫы кем? ()

                                       2.Балағыҙҙың яратҡан предметы? (математика)

Шагеева Айгөл.            1. Һеҙ бешергән ҡайһы  ризыҡты бигерәк тә яратып ашай?

                                         (билмән)

                                        2. Атаһының яратҡан шөғөлө ниндәй? (буш ваҡытында    

                                         телевизор  ҡарау һәм төҙөү эштәре)

Хайретдинова Нурзилә. 1. Балағыҙҙың яратҡан китабы ниндәй? (әкиәттәр,

                                          “Зимняя сказка” китабы)

                                         2. Балағыҙ дәресен әҙерләмәһә, нимә эшләй?

                                           (тулҡынлана, 2-ле алырмын тип ҡурҡа)

8. Конкурс «Балалар теле менән».

А.б. Артабанғы конкурс “Балалар теле менән” тип атала. Уйын ҡағиҙәһе: алдан балаларға  билдәле бер объект тураһында атамаһын әйтмәй генә  һөйләргә тәҡдим ителде. Әсәйҙәргә мөмкин тиклем тиҙерәк нимә тураһында һүҙ барғанлығын билдәләргә кәрәк. Кем белә, шул ҡул күтәрә. Әгәр ғаилә яңылыша икән, икенсе ғаилә әйтә ала. Дөрөҫ яуапҡа – 10 балл.

№1. Уны кер йыуыу машинаһына һалалар. Ашҡа һалһаң нимә була – белмәйем, сөнки һалып ҡарағаным юҡ. (Кер йыуыу порошогы).

№2.  Балаларҙа ул яртылаш була. Сөнки әсәй йә әрләй, йә туңдырма алып бирә. (Бәхет)

№3. Ул бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшай, сөнки ул оҙаҡ бара һәм унда иҫ китмәле ваҡиғалар була. Мәҫәлән, бер нисә кешене бер юлы үлтерәләр. (Телесериал)

№4. Ул бигерәк тә өләсәйҙең яҡшы сыға, әсәйҙең дә яҡшы була. Атай икмәкте матур киҫә! (Аш-һыу)

№5. Ир кешеләргә төшкө аш әҙерләгән ҡыҙ, кер йыуа, уның балаһын ҡарай. (Ҡатын)

№6. Ул әйберҙе походҡа барғанда алмайҙар, сөнки урманда розетка юҡ. Уның менән  һыу ҡайнаталар. (Кипятильник)

№7. Ул кешенең бик кәрәкле урыны. Унда макарондар, компот, борщ урынлашҡан. Шулар янында ҡайҙалыр йөрәк тә урынлашҡан. (Кешенең эсе)

9. Конкурс «Предметты таны»

А.б. Артабанғы конкурс “Предметты таны” тип атала. Уйын ҡағиҙәһе: әсәй кеше мимика, ҡулдар, хәрәкәттәр менән балаһына ҡағыҙҙарға яҙылған предметты, эште күрһәтергә, аңлатырға тейеш. Ә балаһы нисә предметты танып әйтә алыр? Һәр дөрөҫ әйткән һүҙ өсөн 10 балл бирелә.

А.б. Хөрмәтле әсәйҙәр! Бөгөн һеҙгә әҙерләгән эштәр тәмамланды. Һеҙ ошо бәйге ваҡытында үҙегеҙҙең балағыҙҙы тағы ла яҡынданыраҡ белә алдығыҙ. Еңеүсе команданы билдәләп, уларҙы бүләкләргә ваҡыт етте. Шулай ҙа  беҙҙең бар әсәй ҙә иң – иң яҡшыһы, иң тапҡыры. Бөгөнгө  байрамға килгәнегеҙ өсөн, күңелле итеп ҡатнашып ултырғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.

    Хөрмәтле әсәйҙәр! Һеҙҙе тағы ла Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ! Бала өсөн ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡты, әсәйҙән дә рәхимле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юҡтыр. Балаларығыҙға донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларга өйрәткән өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙ булмаһағыҙ, улар ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек булыр инеләр. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелегеҙҙәге йән йылыһының нурын һүндермәйсә балаларығыҙға киләсәктә лә яҡшы тәрбиә биреп йәшәгеҙ. Сабырлыҡ ташламаһын һеҙҙе!

Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,
Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.
Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,
Тик ырыҫтан торор тыуған ер.

Йыр _______________________________________                                                                  

 А.б. Хәҙер  бөгөнгө бәйгелә ҡатнашыусы командаларҙы бүләкләү өсөн һүҙ хөрмәтле жюриға бирелә.

(Жюри сығышы. Бүләкләү)

 А.б. Һәр  әсәгә  үҙ  балаһы

         Түрҙәге  түрә  кеүек.

         Тик  ул   ғына  бар донъяны

         Яҡтыға   төрә  кеүек.

         Ябай  таштар    араһында

         Балаһы аҡыҡ  кеүек.

          Балаһына  тейер булһа,

          Хаҡ һүҙ ҙә нахаҡ  кеүек.

     Ер йөҙөндә  берҙән-бер  булған  әсәйҙәрегеҙҙе рәнйетмәгеҙ. Нурлы  күҙҙәренән  ҡайғы йәштәре таммаһын, ауыр  һүҙҙәр  әйтеп  күңелдәрен яраламағыҙ. Йылы, яғымлы һүҙҙәрегеҙ  улар  өсөн бүләк булһын. Был минең балам, тип әсәйҙәрегеҙ һеҙҙең менән һәр ваҡыт ғорурланырлыҡ булһын. Тормошта  әсәйҙәргә - бары  тик  бәхетле   яҡты   көндәр, Ғаилә   усағына -   йылылыҡ  һәм  муллыҡ! Һау булығыҙ,   осрашҡанға  тиклем  тағы ла!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

СФП в годовом цикле занятиями мини-футболом (из опыта работы в секции «Мини-футбол»)

Представляю примерные комплексы по СФП в секции "Мини-футбол",делюсь положительным опытом и результатами в своей работе....

Минем гаиләм- минем шәҗәрәм. Тәрбия сәгате.Моя семья-мое родословное.Классный час.

Тема : Минем гаиләм- минем шаҗәрәмМаксат: укучыларда гореф- гадәтләргә, гаилә традицияләренә,ядкарьләренә кысыксыну уяту, буыннар бәйләнеше, исем, фамилияләр, аларның килеп чыгышы, әһәмияте туры...

Минем гаиләм -минем төп терәгем

Гаилә - ул җылы учак. Учак янына аның әгъзалары җыела. Гаилә никадәр нык булса, аннан килгән җылылык та шулкадәр көчле була. Гаиләнең нигезе нык булырга тиеш. Гаилә ул – йорт кебек, ә нигезе нык ...

«Творческие работы малой формы (мини – изложения, мини – сочинения, этюды, эссе) как средства развития креативных способностей учащихся»

Педагогическая наука переживает переходный этап, связанный с обновлением как содержания, так и форм образовательного процесса....

Класс сәғәте “Минең ғаиләм-минең байлығым”.

Уҡыусыларҙы ғаилә,генеология ,нәсел ағасы һүҙҙәренең мәғәнәләренә төшөндөрөү, балаларҙы үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөргә өйрәтеү....

Мастер-класс.Презентация на тему "Мой край, моя школа, моя профессиональная деятельность-минем туган ягым,мәктәбем,минем һөнәри эшчәнлегем"

Аксубаем-ак төбәгем!Туган якның гүзәл була —Гади генә бер гөле дә…Ямьле була, кыек булмыйТуган якның бер җире дә...!...