Мәктәп юбилейына арналған сара
методическая разработка

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

"Мәктәп юбилейы" сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon stsenariy_yubileya_shkoly.doc136.5 КБ

Предварительный просмотр:

          Тирәкле урта мәктәбенең 10 йыллыҡ юбилейы өсөн сценарий

Музыка. “Баласаҡ” бейеүе.

1 а. б. Хәйерле көн теләйем,

           Аяҙ күктәр - еремә.

           Хәйерле көн -  бар кешегә

            Һәм именлек -илемә.

- Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙе Тирәкле мәктәбендә тәбрикләүебеҙгә бик шатбыҙ.

2 а. б. Добрый день, уважаемые гости! Мы рады приветствовать вас в нашей Тереклинской школе.

1 а. б. Беҙ бөгөн  ҙур байрамға -  Тирәкле урта мәктәбенең 10 йыллык юбилей тантанаһына йыйылдыҡ. Бөгөнгө байрам көнө менән барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.  Йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгәнегеҙ өсөн беҙ һеҙгә сикһеҙ рәхмәтле. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ-именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләрегеҙҙә муллыҡ, бәхет теләйбеҙ.

2 а. б. Учителя, ученики и гости дорогие!

          Сегодня у нашей школы юбилей.

          И нелегко слова найти такие,

          Чтоб чувства светлые здесь выразить о ней.

 

          Три слова: новой  школе – 10!

           Мы как один с  восторгом говорим.

           Три слова, но попробуй взвесить

           Умом, душой и сердцем цену им!

         Нет мер таких, чтоб оценить по праву

         Все то, что вложено людьми за 10 лет.

         Мы делим общую о нашей школе славу

         И множим общее число побед!

1 а. б. 10 йәш урта мәктәбемә.

           Юбилей! Уҙған шул ғүмер.

           Нисә быуын һиндә белем алған,

           Һәм таҙарып ағарған күңел.

           Еҙ ҡыңғырау моңо йыйҙы бөгөн,

           Таныш һыны һаман ҡолаҡта.

           Бер миҙгелгә, ваҡыт, туҡтап торсо,

           Бер ҡайтайыҡ тағын йәш саҡҡа.

2 а.б. Сегодня ее Величество судьба предоставила нам удивительную возможность еще раз заглянуть в детство. Сегодня мы снова окажемся в той особенной стране, из которой, будучи маленькими, нам так хочется улететь, и снова вернуться в нее, став уже взрослыми. Сегодня вы в гостях в Стране детства, и мы очень рады видеть и наших выпускников, и наших учителей, и наших гостей.

1а.б. Ә нисек башланды һуң, хәтерегеҙҙәме? Әйҙәгеҙ, бергәләп үткән юлдарыбыҙҙы хәтергә төшөрәйек, тарихҡа ҡайтып урайыҡ.

2 а. б. А начиналось с малого: сначала идея, а потом ее воплощение.

                                       (интермедия, төҙөүселәр бейеүе)

                                                (видео, презентация)

1 а. б. Архангел районында бар бер ауыл – Тирәкле тиҙәр,

          Ауыл ситендә шәп бер мәктәп бар, тиҙәр.

          Ул мәктәптең, һис онотмам, ғәжәйеп дәрестәрен,

          Ашханаһын, байрамдарын һәм дә тәнәфестәрен.

 

2 а. б. Ҙурмы? – тиһәң, ҙур түгелдер, мәктәп бәләкәй генә,

           Әммә белем сығанағы бәләкәй түгелдер һис кенә.

           Бында һәр йыл белем ала бик һәләтле балалар,

           Белемдәрен арттырып алға үрләп баралар.

 

1 а. б. Мәктәп бик һалҡын да бик эҫе лә түгел, рәхәт унда,

          Мәғрифәт ҡояшы балҡый һәр көн һайын бында.

 

2 а. б. Бер ваҡыт сыңлай ҡыңғырау дәрестәргә саҡырып,

           Коридорҙар бушап ҡала, мәктәп тә ҡала тынып.

1 а. б. Бик күңелле йәшәйҙәр, байрамдар яраталар.

           Барлыҡ күңелһеҙ уйҙарҙы йыр йырлап тараталар.

                                                 (йыр Хальфеева Р.)

1 а. б. Шулай итеп, ауылыбыҙҙа 2004 йылда барлыҡ уңайлыҡтары булған, заманса хәҙерге урта мәктәп бинаһы төҙөлдө. Ошондай мәктәп төҙөткән район етәкселәренә ауыл халҡы ҙур рәхмәтле. Ошо уңайҙан был эштә иң ҙур хеҙмәт күрһәткән Шәрәфетдинова Венера Таһир ҡыҙын,  ул саҡтағы район башлығы Кинйәғолов Вәсил Хәлимйән улын иҫкә алып киткебеҙ килә. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

2 а. б. И в суматохе дел, и в дни праздников, мы часто вспоминаем  наших дорогих основателей, вдохновителей, не побоявшихся начать все с нуля. Бессонные ночи, терзание души, постоянное преодоление всевозможных препятствий и трудностей, возникающих на их тернистом, но таком важном и нужном пути, как создание новой школы. Мы все прекрасно понимаем,  насколько это сложно. Спасибо Вам за это!  

      Сейчас слово для поздравления предоставляется нашему гостю _____________________________________________________________________

2 а. б. Уважаемые Шарафутдинова В.Т. и Кинзягулов В.Х.!  Для вас музыкальный подарок – ”Татарский танец”.

1 а.б. Мәктәп директоры   Баһауетдинова Әлфирә Вәкил ҡыҙының коллективтың ойошҡан,татыу булыуында роле бик ҙур. Районыбыҙҙа иң эшлекле, ижади эҙләнә торған директорҙарҙың береһе ул. Оҫта етәксенең арымай-талмай тырышыуы, үҙ вазифаһына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә мәктәбебеҙ йыл һайын районда төрлө сараларҙа ҡатнаша, бәйгеләрҙә еңеп сыға.

         Хәҙер залда ултырыусыларҙы тәбрикләү өсөн һүҙҙе Әлфирә Вәкил ҡыҙының үҙенә бирәйек. Рәхим итегеҙ!

                                             (мәктәп директоры сығышы)

2 а.б. Хөрмәтле Әлфирә Вәкил ҡыҙына барыһы өсөн рәхмәт әйтеп, ҡурайсылар сығышын бүләк итәбеҙ.

 

1а.б. Мәктәп коллективы яңы мәктәптә дәртләнеп эш башлай. Яҡшы йыһазландырылған информатика кабинеты, спорт залы, бик матур ашхана, спорт майҙансығы, хеҙмәт кабинеты, крайҙы өйрәнеү музейы, китапхана – былар барыһы ла белем биреү сифатын арттырыуға, уҡыусыларға өҫтәлмә белем биреүҙе ойоштороуға булышлыҡ итә.

 2 а.б. Тереклинский педагогический коллектив сделал школу одной из лучших в  районе. Уже через 4 года, в 2008 году, школа стала победителем Всероссийского конкурса образовательных учреждений, внедряющих инновационные образовательные программы в рамках приоритетного национального проекта “Образование” и была награждена Дипломом Министерства образования и науки Российской Федерации.

1 а.б. Уҡытыусылар хеҙмәте лә лайыҡлы баһалана. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиәкбәрова Анфира Ғилмазетдин ҡыҙы “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында еңеүсе тип табыла һәм 100 меңлек грантҡа лайыҡ була. 2005 й. башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәп директоры Баһауетдинова Әлфирә Вәкил ҡыҙы һәм  2006 й. башланғыс кластар уҡытыусыһы Фазылова Венера Сәйфетдин ҡыҙы тырыш хеҙмәттәре өсөн “РФ маҡтаулы дөйөм мәғариф хеҙмәткәре” исемен ала. 2012 йылда тарих уҡытыусыһы Хәсәнова Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы «Рәсәй патриоты» миҙалы менән бүләкләнә. 

 

1 а.б. 2007 йылда мәктәп базаһында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө асыла. Кескәйҙәрҙең тәрбиәсеһе итеп  йәш уҡытыусы Ғәниева Рәфинә Аҡман ҡыҙы тәғәйенләнә. Тәүге йылда  уҡытыусы 12 кескәй  баланы 1 класҡа әҙерләй. Бөгөнгө көндә был төркөмдә 12 бала шөғөлләнә.

2 а.б. 2007 йылда мәктәптә ике эксперименталь майҙансыҡ эш башлай. Мәктәп программаһына  башланғыс кластар өсөн инглиз теле һәм юғары кластар өсөн “Ҡортсолоҡ нигеҙҙәре” дәресе индерелә. Был эштәр инглиз теле уҡытыусыһы Мозафарова Нәфисә Вәкил ҡыҙына һәм технология уҡытыусыһы Багаутдинов Фаяз Иҡсан улына йөкмәтелә. Мәктәп базаһында “Ҡортсолоҡ нигеҙҙәре”н өйрәнеү буйынса республика семинары уҙа.

1 а.б. Тирәкле мәктәбендә район  кимәлендәге семинарҙар, спорт ярыштары ла  үткәрелеп тора.

     Уҡытыусыларыбыҙ йыш ҡына төрлө һөнәри конкурстарҙа үҙҙәрен күрһәтеп торалар. “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеһендә 2008 й. - Ғәниева Г.Х., 20...      йылда - Фазылова В.С., 20...  - Ғәлиәкбәрова А.Ғ., 2010 й. - Мозафарова Н.В., 2012 й. - Баһауетдинова А.Р., 2013 й. - Ғилманова А.Х., Фәйрүзова Г.М., Тажетдинова Г.Я., 2014 й. - Фазылова Г.Г. ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө уҡытыусыһы Юлыбаева О.Ш. «Эшсе ҡатын-ҡыҙ” – 2010»,    «Йыл вожатыйы – 2012» район конкурстарында  лауреат, ә  «Йыл тәрбиәсеһе -2014» район конкурсында еңеүсе тип таныла.

2 а.б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2012” төбәк-ара конкурсында  ҡатнашып, “Һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһында еңеүсе була.

      Хәҙер барлыҡ уҡытыусылар хөрмәтенә үҙҙәренең бейеүен бүләк итә 6 класс уҡыусылары – “Батмустар менән бейеү”. Рәхим итеп ҡабул итегеҙ!

1 а. б. Беҙҙең әлеге уңыштарыбыҙҙа район мәғариф бүлеге белгестәренең дә өлөшө ҙур. Улар беҙҙең эшебеҙҙе күрә белделәр, тейешенсә баһаланылар.

           Бөгөнгө байрамыбыҙҙа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнаша.

1. Архангел районы хакимиәте башлығы Комзалов Александр Анатольевич,

2.  Архангел район Советы депутаты Мостафин Рәфис Ғүмәр улы,

3. Архангел  районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Мулюков Вәсих Вәсил улы,

4. Архангел район советы секретары  Юртумбаев Фәиз Фәтих улы,

 5. Яҡташыбыҙ Шәрәфетдинова Венера Таһир ҡыҙы,

 6. Архангел район мәғариф бүлеге начальнигы Бочкарева Алевтина Викторовна,

7. Архангел район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гвоздик Татьяна Анатольевна,

8. Архангел район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лукманова Мөнирә Әғзәм ҡыҙы,

9. Архангел район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәсәнов Фәрзәнә Фәсхетдин ҡыҙы,

10. “Инйәр” район гәзите мөхәррире Закирова Гөлшат Зөлфәр ҡыҙы,

11. “Архангельский вестник” район гәзите  мөхәррире Мостафина Дамира Йәғәфәр ҡыҙы,

 12. Архангел район мәғариф бүлеге вәкиле Сәйфуллина Мөнирә Барый ҡыҙы,

 13. Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы Шәһиев Урал Сәйфетдин улы.

         Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, һеҙҙе сәхнәгә саҡырабыҙ, рәхим итегеҙ!

(Ҡунаҡтарға һүҙ бирелә.)

2 а.б. Дорогие гости! Для вас поет Ганеев Загир. _________________________

1 а. б. Мәктәп тураһындағы хәтирәләребеҙҙең иң түрендә , әлбиттә инде, - уҡытыусылар!

2 а.б. Учителя - самоотверженные, преданные своему делу и увлеченные люди.

1 а.б. Мәктәбебеҙ коллективы бөгөн дә балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә ҙур көс түгеп  эшләй. Төп коллективта 18 уҡытыусы, барыһы ла тәжрибәле, стажлы уҡытыусылар. Беҙҙең төп маҡсат –заман шарттарына яраҡлашҡан шәхес тәрбиәләү.

2 а. б. Маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн беҙ бер нисә йүнәлештә эш алып барабыҙ:

1 а. б.·Үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртыусы, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыусы бала тәрбиәләүгә ынтылабыҙ; 

2 а. б. Зыялы, ижади фекерләү һәләтенә эйә, тапҡыр, ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусы ҡыйыу шәхес үҫтерергә тырышабыҙ;

1 а. б.Үҙ илен, үҙ ерен яратыусы, уның менән ғорурланыусы, милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыусы кеше тәрбиәләү өҫтөндә эшләйбеҙ;

 2 а. б. Рухи-әхлаҡи сифаттарға эйә булған, гуманлы, зауыҡлы, культуралы шәхес тәрбиәләргә ынтылабыҙ.

1 а. б.Хәҙер мәктәптә эшләгән барлыҡ залда ултырыусы уҡытыусыларҙы сәхнәгә саҡырабыҙ: 

2 а. б. Баһауетдинова Әлфирә  Вәкил ҡыҙы – юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы, РФ маҡтаулы дөйөм мәғариф хеҙмәткәре, «Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары» республика конкурсы еңеүсеһе (БР хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ була)

 1 а. б. Сагитдинова Вәлиә Сабирйән ҡыҙы –юғары категориялы математика һәм физика уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы, РФ маҡтаулы дөйөм мәғариф хеҙмәткәре.

2 а. б. Сәйфуллина Венера Барый ҡыҙы- юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы.

1 а. б. Хәсәнова Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы- уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары, юғары категориялы тарих уҡытыусыһы, «Рәсәй патриоты» миҙалы менән бүләкләнгән.

2 а. б. Баһауетдинов Фаяз Иксан улы - беренсе  категориялы хеҙмәт һәм физкультура уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы.

1 а. б. Ганеева Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы- юғары категориялы биология һәм химия уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы – 2008» район конкурсы лауреаты, БР мәғариф алдынғыһы.

2а.б. Мозафарова Нәфисә Вәкил ҡыҙы- юғары категориялы  инглиз теле уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы -2010» район конкурсы ҡатнашыусыһы.

1 а. б. Тажетдинова Гөлфиә Яһанур ҡыҙы- беренсе категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы –2013» район конкурсы ҡатнашыусыһы.

 2 а. б. Фазылова Гөлсинә Ғәлләметдин ҡыҙы - беренсе категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы –2014» район конкурсы ҡатнашыусыһы.

 1 а. б. Хәсәнова Римма Борис ҡыҙы- юғары категориялы тарих уҡытыусыһы, талантлы педагог.

2а.б.Фәйрүзова Гөлнара Фәрит ҡыҙы – беренсе категориялы хеҙмәт һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, мәктәп психологы, “Парктар маршы”, “Ҡурсаулыҡлы утрауҙар дуҫтары” республика конкурстарында актив ҡатнашыусы,  ижади эшләүсе уҡытыусы.

1 а.б. Сираева Римма Ғәлинур ҡыҙы – математика һәм информатика уҡытыусыһы, республика конкурстарында актив  ҡатнашыусы талантлы, киң эрудициялы педагог.

2 а. б.Гильманова Алина Харис ҡыҙы – беренсе категориялы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы –2013» район конкурсы ҡатнашыусыһы.

 1 а. б. Ғәниев Наил Ғәбделхәй улы – музыка уҡытыусыһы, үҙ эшенең оҫтаһы, район, зона, республика йыр-моң бәйгеләрендә актив ҡатнашыусы уҡытыусы.

2 а. б. Баһауетдинов Фәнзил Фаяз улы - беренсе категориялы физкультура уҡытыусыһы.

1 а. б. Гәниева Рәфинә Аҡман ҡыҙы- мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө уҡытыусыһы.

2 а.б. Баһаутдинова Альмира Рафаил ҡыҙы – тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2012» төбәк-ара конкурсында «Һөнәргә тоғролоҡ» номинацияһында еңеүсе.

 1а.б.Юлыбаева Олеся Шамил ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы, өлкән  вожатый, «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2010»,  «Йыл вожатыйы – 2012» район конкурстары лауреаты, «Архангел районы йыл тәрбиәсеһе -2014» район конкурсы еңеүсеһе.  

1 а. б. Хөрмәтле уҡытыусылар!

          Ғүмер буйы яҡты нур өләшеп,

          Белем биреп, биреп тәрбиә,

          Һеҙ йәшәйһегеҙ. Шуға күрә ҙурлап

          Күпме кеше һеҙгә баш эйә.

          Һоҡланырлыҡ ғүмер кисерәһегеҙ,

          Балалар тип янып йәшәйһегеҙ.

          Оло йәнле, киң күңелле, яҡты

          Фәрештәгә тиңләр кеше һеҙ!

2 а. б. Наш путь по жизни только-только начат,

          Спасибо Вам - он начат так, как нужно

          Желаем Вам здоровья и удачи,

          Учеников - хороших и послушных!                                      

          Поклон за все вам низкий, педагоги!

          Пусть будут годы прошлые близки,

          Пусть в нашей школе, на пороге,

          Встречают вас тепло ученики.

1 а. б. Хөрмәтле уҡытыусылар, үҙ урындарығыҙҙы алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Хәҙер һеҙҙең өсөн халыҡ көйҙәрен башаҡара  Ғәниев Таһир. Рәхим итеп ҡабул итегеҙ!

1 а. б. Кем генә үҙенең сабый сагын, бала сағының бәхетле миҙгелдәрен һағынып иҫкә алмай икән?! Кем генә үҙенең тәүге уҡытыусыһы менән осрашыуҙар көтөп йәшәмәй икән?! Хәҙер һүҙҙе бик күптәрҙең тәүге уҡытыусыһы булған, үҙ ғүмерендә күпме малай һәм ҡыҙҙарга хәреф танырға, дәфтәр битенә беренсе һыҙыҡтарҙы һыҙырға өйрәткән башланғыс класс уҡытыусыһы, БР мәғариф отличнигы Сәйфуллина В.Б. ҡыҙына бирәбеҙ, рәхим итегеҙ!

2 а. б. У нашей школы славное прошлое, но мы надеемся, что и будущее откроется для неё в своих ярких, светлых красках. А пока, в нашей школе подрастает новое поколение звёзд и звёздочек, которые уже достигли определённых высот и прославят школу не только на районном, но и на республиканском  уровне.

1 а. б. Кемдәр һуң улар?

Ғәниев Загир - “Яҙғы тамсылар”, “Иртәнге йондоҙ”, “Салауат йыйыны”,  «На крыльях таланта», «Радуга», «Ирендык мондары», “Озон кюй” һ.б. бик күп республика һәм зона йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы. 2009 й.  йылда “Сулпылар” телевизион конкурсында дипломант исеменә лайыҡ булды.

2 а. б.  Хәйретдинов Алмаз – республика олимпиадаларында ҡатнашыусы, “Йәш умартасы” республика бәйгеһендә  3 урын.

1 а. б. Хөсәйенов Ринат, Йосопова Алина -  “Тыуған илем юлдары буйлап” республика конкурсында ҡатнашыусылар.

2 а. б. Шәрәфетдинов Азамат  - “Яҙғы тамсылар”, “Иртәнге йондоҙ” район йыр конкурстары лауреаты.

1 а. б. Хальфеева Руфина - “Яҙғы тамсылар”, “Иртәнге йондоҙ”, “Күңелле йәйғор” район йыр конкурстары лауреаты.

2 а. б.  Ғафарова Зөлфиә - “Одаренные дети: в мире красок и мелодий” Бөтә Рәсәй  фестиваль-конкурсында ҡатнашыусы.

1 а. б. Шәрәфетдинова Гүзәл - “Яҙғы тамсылар”, “Иртәнге йондоҙ” район йыр конкурстары лауреаты.

2 а. б.  Хәсәнова Әлиә - “Олимпус” Бөтә Рәсәй олимпиадаһы лауреаты.

1 а. б. Һәләтле балаларҙы алдан асыҡлау, уларҙы артабан үҫтереү - мәғариф системаһының иң төп йүнәлештәренең береһе. Был эш дәрестән һуң да дауам итә: мәктәптә Балалар ижад йортонан бейеү, оҫта ҡулдар, крайҙы өйрәнеү, экология, ҡыҙыҡлы география  түңәрәктәре бар.

2 а. б.  Мәктәп коллективының эш һөҙөмтәләре  лә ҡыуаныслы. 2014 йылдың тәүге яртыһында ғына:

- “Парктар маршы” район конкурсында 1 урын;

-“Орленок” хәрби-спорт уйынында “Тәбиғәт белгестәре” номинацияһында 1 урын;

- физкультура уҡытыусыһы Рәис Фәйзуллин иҫтәлегенә уҙғарылған саңғы

   ярышында 1 урын;

- район мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында үткән “Һаулыҡ” спартакиадаһында

   шахмат буйынса 3 урын;

- “Башҡортостан ынйылары” район конкурсында 3 урын;

- “Еҙ үксә” район бейеү конкурсында 1 урын;

- “Ҡурсаулыҡлы утрауҙар дуҫтары” республика конкурсында 3 урын яуланды.

 1 а. б. Хәҙер мәктәптең 10-11 класс егеттәре  башҡарыуында халҡыбыҙҙың матур йырын яңғыратабыҙхалыҡ йыры “Порт-Артур”.

1а. б. Беҙ бөгөнгө байрамыбыҙға 10 йыл эсендә Тирәкле урта мәктәбендә белем алған, хәҙерге ваҡытта төрлө уҡыу йорттарында белем алған, төрлө ерҙә эшләп йөрөүсе уҡыусыларыбыҙҙы ла саҡырҙыҡ. Беҙ уларҙы, бер миҙгелгә генә булһа ла, тормош мәшәҡәтләренән арынып, мәктәп һуҡмағы аша үтергә саҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп үткән юлдарыбыҙҙы иҫкә төшөрәйек, класташтарыбыҙ менән күрешәйек, бер-беребеҙгә, туған мәктәбебеҙгә изге теләктәребеҙҙе еткерәйек!

 2 а. б. Подводя 10- летний итог, сегодня мы можем с гордостью  сказать, что из стен  новой школы вышел на большую  жизненную дорогу   61  выпускник.  Из них - 3 золотых медалиста, 3  серебряных. 20 выпускников поступили в высшие учебные заведения.  Многие из них победители  районных, межрегиональных  олимпиад, соревнований, конкурсов. Всех их помнит школа, для всех в огромном сердце школы есть место. Они многие возвращаются сюда, потому что именно здесь они оставили частичку своего сердца.

1 а.б. Хәҙер сығарылыш уҡыусыларын сәхнәгә саҡырабыҙ:

тәүге ҡарлуғастар, ҡурайсы егеттәр класы - 2005 йылғы сығарылыш уҡыусылары - Гәйнетдинов Гәзиз, Гәниева Ләйсән, Мозафаров Нурзил, Фәйзуллин Ильяс, Фазылов Илгизәр, Юсупова Лира. 

2 а. б. 2006 й.- Гәлиәкбәрова Альбина, Моратова Алина, Бикбулатова Альбина, Хисаметдинова Ләйсән, Хисаметдинова Лилиә. Бик тырыш класс. 1 уҡыусы – Ғәлиәкбәрова Альбина - юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт педагогия мнститутын тамамлай.

1 а.б. 2007 й.- Гәйнетдинов Юлдаш, Гәлиакбәрова Рәмзиә, Гәниев Илһам, Гилманов Хәлил, Мозафаров Ильсур, Моратов Айнур, Моратова Әлфиә, Нажметдинов Радик, Сәйфуллина Илина, Фәйзуллина Гөлназ, Фазылов Рәсим. Бик дуҫ класс, мәктәптә һәм районда үткәрелгән бөтә мәҙәни, интеллектуаль, спорт сараларында актив ҡатнашыусылар. Класта 11 уҡыусы, 2 уҡыусы: Сәйфуллина Илина һәм Ғәниев Илһам - мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай. 5 уҡыусы юғары уҡыу йорттарында белем ала – БДУ, Башҡорт дәүләт авиация университеты, Өфө экономика һәм сервис университеты студенттары.

2 а. б. 2008 й.- Асадуллина Зульфия, Ахтарьянов Вильдан, Гайнетдинова Әлиә, Давлетшин Эдик, Сайфуллин Флорид,  Сафиуллин Салават, Низамутдинов Айнур, Галиакберов Алик, Гафаров Фидан, Таумбаев Рамис. 9  уҡыусынан торған иң шаян сығарылыш класы. 1 уҡыусы -Асадуллина Зөлфиә -юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай.

1 а.б. 2009 й.- Абкадырова Венера, Ганеев Айдар, Мавлютов Айгиз, Музафаров Радиф, Муратов Фаниль, Нажмутдинова Ляйсан, Сайфуллин Ильмир, Яганшина Алина. Бик дуҫ, татыу класс. Мәктәпте 8 уҡыусы тамамлай. Шуларҙан Яганшина Алина – алтын, Нажмутдинова Ляйсан – көмөш миҙалға лайыҡ була. 5 уҡыусы: Абкадырова Венера, Мавлютов Айгиз, Музафаров Радиф, Нажмутдинова Ляйсан, Яганшина Алина  юғары уҡыу йорттары студенттары – Башҡорт дәүләт аграр университеты, БДУ, Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алалар.

2 а. б. 2010 й. –Вахитов Денис, Вахитов Ленар, Сафиуллин Ильнур, Хасанов Айдар. 4 уҡыусы тамамлай. Мәктәп спортсылары. Мәктәп һәм район кимәлендәге бөтә спорт сараларында актив ҡатнашыусылар. 1 уҡыусы – Хасанов Айдар – Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты.

1 а.б. 2011 й.- Абкадыров Азат, Галиахметова Зарина. Икәү генә булһалар ҙа, татыу булдылар. Икеһе лә  мәктәп спортсылары.

 

2 а. б. 2012й. - Галиакберов Рәфис, Сафиуллин Данил, Хайретдинова Лилиә, Сәйфуллин Ильдар, Моратова Юлиә, Косова Алена.  2 уҡыусы:  Косова Алена һәм Хәйретдинова Лилиә - Башҡорт дәүләт аграр университетында һәм Башҡорт дәүләт университетында  юғары белем алалар.

1 а.б.  2013 й.–Музафарова Зилия, Мурзагильдина Ляйсан, Файрузова Дания.

Иң сағыу сығарылыш!  2 уҡыусы мәктәпте алтын миҙалға тамамлай: Фәйрузова Дания  һәм Мозафарова Зилиә.  Бөгөнгө көндә икеһе лә Башҡорт дәүләт университеты студенттары.

2 а. б. 2014 й.– Шагимарданова Карина, Сираев Заһир, Хасанова Айһылу, Хажеева Айһылу, Шамсутдинова Гөлзиә, Юсупова Лиана. 6 уҡыусының 2 –һе бөгөнгө көндә юғары уҡыу йорттарында – Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Башҡорт дәүләт университетында белем ала: Сираев Заһир һәм Шагимарданова Карина. 

2 а.б. 10 лет – это только начало,

           10  - это для школы не срок,

           Но ведь, сколько уже сверстала

           В жизнь удачных, счастливых дорог.

           Как хранят нас молитвы мамы,

           Направляют советы отца,

           Так и школа для многих стала

          Путеводной звездой до конца!

         И может кто-то вспомнит с теплотой,

          Кто был когда-то здесь в одном строю,

          Свой первый путь со школою родною,

          Учительницу первую свою.

 - Слово вам, дорогие наши выпускники!

 2 а.б. А теперь мы просим всех присутствующих в зале выпускников принести клятву на верность школе.
Я, выпускник МОБУ СОШ д.Тереклы, торжественно клянусь:

- пронести память о тех, кто меня учил и с кем я учился, через всю жизнь; КЛЯНУСЬ!
- быть всегда честным и принципиальным, гуманным и справедливым, как учили меня в школе; КЛЯНУСЬ!
- высоко нести знамя родной школы, беречь ее честь; КЛЯНУСЬ!
- никогда не останавливаться на достигнутом, постоянно пополнять свои знания, помнить о мудрых заветах наших наставников. КЛЯНУСЬ!

1 а.б. Бөгөн туған мәктәбендә ҡунаҡҡа килгән бөтә сығарылыш уҡыусыларына Ғәниев Заһир  башҡарыуында музыкаль бүләк.

                                           (музыкаль номер)

1 а.б. Хөрмәтле ауылдаштар, байрамыбыҙ ҡунаҡтары! Тирәкле урта мәктәбенең 10 йыллығына  бағышланған кисәбеҙ ахырына яҡынлашып килә. Беҙҙе хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Тормош юлығыҙ ҡыуаныслы, шатлыҡлы миҙгелдәргә бай булһын. Ғаиләләрегеҙгә именлек, балаларға күңелле баласаҡ теләйбеҙ. Бөгөнгө осрашыу һуңғыһы булмаһын, күрешеп торайыҡ.

2 а.б. Проходят юбилеи, словно сны,

          Как запятые в жизненном писании.

          И вновь вперёд, к дыханию весны,

         К вершинам творческих стремлений и познаний.

         Что ж, пусть нелёгок путь и где-то каменист,

         Но,  подводя итог прошедших буден,

         Мы, словно, начинаем новый лист,

         Как новый день, который, завтра будет.

1 а. б. Бөгөнгө байрамыбыҙға килгән барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бәлки киләсәктә лә мәктәбебеҙҙең яҙмышына битараф булмаған оло йөрәкле кешеләр тағын да булып торор әле тигән теләктә ҡалабыҙ. Һәр кемгә билдәле: мәктәп- ауылдын йөҙө, мәктәп бөтһә, ауыл да бөтә. Мәктәп йәшәһен ине.

1 а.б. Бик бәхетле булһағыҙ ҙа,

          Тәхеттәргә ҡунһағыҙ ҙа,

          Һарайҙарҙа торһағыҙ ҙа –

          Китмәгеҙ һеҙ бала саҡтан,

          Өмөт, хыял яныр саҡтан.

2 а. б.Кайғы-хәсрәт бәйләнһә лә,

          Хыял көлгә әйләнһә лә,

          Көнөң төнгә әйләнһә лә –

          Китмәгеҙ һеҙ бала саҡтан,

          Өмөт, хыял яныр саҡтан.

 

1 а.б.Бәхет ҡулын һуҙғанда ла,

         Ҡырын ҡарап уҙғанда ла,

          Сәләм бирмәй һыҙғанда ла –

           Китмәгеҙ һеҙ бала саҡтан,

          Өмөт, хыял яныр саҡтан.

“Дәртле йәшлек” бейеүе.

2 а. б. Мы желаем вам, дорогие друзья,
          Успехов в труде.
          Мы желаем вам чистого неба,
          Яркого солнца, хорошего настроения!

Хор «Башкортостан»

1 а.б. Хөрмәтле ҡунаҡтар! Ошоноң менән  Тирәкле урта мәктәбенең 10 йыллыҡ юбилейына арналған байрамыбыҙ тамам.

Яҡын дуҫтар булып айырылышайыҡ

Һаубуллашҡан саҡтарҙа.

Был изге йорт, тыуған нигеҙ кеүек,

Осраштырыр беҙҙе тағы ла.

2 а. б. Мы верим, что школа по-прежнему останется для вас родным домом. До свидания! До следующей встречи, до следующего юбилея!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған әҙәби – музыкаль композиция.

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған әҙәби – музыкаль композиция....

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған әҙәби – музыкаль композиция.

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған  әҙәби – музыкаль композиция....

Г. Юнысованын 65 йәшлек юбилейына арналған әҙәби – музыкаль композиция.

Балалар шағирәһе Г. Юнысованын тормош юлы һәм  ижады менән танышыу.                   Уҡыусыларҙын танып ...

Ололар көнөнә арналған байрам сараһы

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы...

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

Шәйехзада Бабич тормошона арналған сара ( Башкортостан ынйылыры)

Уҡыусыларҙы Шәйехзада Бабичтың уҡыу йылдары,уның ҙур шәхес булыуын  балаларға еткереү һәм уға ҡарата яҡшы ҡараш тәрбиәләү....