Шәжәрә байрамы
материал на тему

Маҡсат: уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырыу, халыҡ традицияларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам уятыу; халыҡ йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың тормошсанлығы хаҡында уйландырыу. Шәжәрә төшөнсәһен уятыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Шәжәрә байрамы55 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТЕРСТВОҺЫ

МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ

ШӘЖӘРӘ

байрамы

Яңы Мишәр мәктәбе

2006

Шәжәрә байрамы

    Маҡсат: уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырыу, халыҡ традицияларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам уятыу; халыҡ йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың тормошсанлығы хаҡында уйландырыу. Шәжәрә төшөнсәһен уятыу.

    Йыһазландырыу: Магнитофон таҫмаһында яҙылған халыҡ йырҙары, тирмәләрҙе биҙәү өсөн сигелгән таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар, ултырғыс ябыуҙары, аҫалы балаҫтар, сәңгелдәк эленгән, усаҡ макеты эшләнгән, плакаттарҙа шәжәрәләр яҙылған, биҙрәләр, көйәнтә, йомшаҡ уйынсыҡ ҡаҙ.

   Әҙерлек: Ике аҙна элек һәр синыфҡа эштәр ҡушылғайны:

а) тирмә биҙәү;

б) Йола сәхнәләштереү

в) шәжәрә төҙөү;

г) милли ризыҡтар бешереп килтереү;

План.

  1. Бата- теләк ҡобайырҙары АхметшинаЭ.Р.,(10 синыф), Шафикова А.В. (11 синыф) уҡыусылары
  2. Шәжәрәләрҙең килеп сығыуы. Ханнанова З.М., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  3. Төп өлөш Гарипова Г.С.

а) Йолаларҙы сәхнәләштереү.

б) Тирмәләрҙең биҙәлеше

в) Үҙ шәжәрәңде аңлат.

Шәжәрәнең килеп сығыуы.

   Шәжәрә ғәрәп телендә “ағас”тигән һүҙ. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу – ҡәбиләне, нәҫел – нәсәтте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошонда сағылдырған. Тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, тармаҡ – ботаҡтары – киләсәгебеҙ.Һәр ағас, әлбиттә фәҡәт үҙ тамыры аша ғына һут ала. Ағас ни тиклем нығыраҡ һәм тәрәнерәк тамырлана – шул тиклем мулыраҡ һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була,

ҡуйыраҡ тармаҡлана бара. Шәжәрәләрҙе һәр ырыу төҙөгән. Ырыу тарҡалған осраҡта туғандаш бер нисә ауыл кешеләре төҙөй башлаған. Бындай шәжәрәләргә ауылдың барлыҡ ир енесенән булған кешеләре теркәлә барған.

     Беҙҙең Әйле башҡорттары ете ырыуҙан торған: Әй, Күҙәй, Һыҙғы, Мырҙалар, Дыуан, Ҡошсо һәм Өпәй.

     Ырыуыбыҙ Әйле

    Аймағыбыҙ Дыуанлы

    Тамғабыҙ  Ярым ай

    Ағасыбыҙ Тирәк

    Ҡошобоҙ Аҡҡош

    Ораныбыҙ Салауат.

     Төп өлөш : Ә хәҙер һәр бер синыфтан бер уҡыусы үҙенең ғаилә шәжәрәһе менән таныштырып үтер.Һүҙ 11 синыфҡа бирелә һәм 5 синыф тамалап ҡуя.

    Залда тирмәләр ҡоролған. Улар боронғо башҡорт йолалары буйынса биҙәлгән: сәңгелдәк эленгән, аҫалы балаҫтар( күҙҙең яуын алып тора), сигелгән таҫмалар, аш яулыҡтар.

     Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, ҡунаҡтар! Башҡорт халҡы ҡунаҡсыл, йомарт һәм киң күңелле халыҡ.

       Борон- борондан ул үҙенең йолаларын, ғөрөф ғәҙәттәрен ауыҙ-тел ижады аша быуындан- быуынға тапшырырға тырышҡан.

      Шуларҙың бер- нисәһен хәҙер бергәләп ҡарап китербеҙ.

      5 синыф- «Ҡаҙ өмәһе»

       6 синыф- «Исем ҡуштырыу»

      7 синыф-«Ҡот ҡойоу»

      8 синыф-«Бәпәйҙе мунса индереү йолаһы»

      9 синыф-«Һыу башлатыу»

      10 синыф-«Ҡыҙ оҙатыу»

      11 синыф-«Килен төшөрөү»

     

      Уҡыусыларҙың үҙәре бешергән башҡорт халҡының милли аҙыҡтары менән ашханала һыйланыу.

Бата-теләк ҡобайыры

        Байрамдарҙың бөгөн байрамы

Теләк әйтеү-йола талабы.

Изге теләк-һүҙҙең ағаһы,

  Бата теләк-һүҙҙең бабаһы.

   Ай илгенәм, ғәзиз илгенәм,

 Иҫән генә бул һин,илгенәм,

 Тере генә булһын телкәйең,

  Талғын ғына иҫһен елкәйең.

Ауылдарға сәләм әйтегеҙ,

  Илдәр имен икән, тиһендәр.

                 Башҡорт шундай йырҙар йырлағас,

 Халыҡ иҫән икән, тиһендәр,

 Думбыраның даны терелгәс,

   Данлы халыҡ икән, тиһендәр!

Ҡан эсенән яңынан яралғас,

   Халыҡ үлмәй икән, тиһендәр.

                                          Салауат оранын тотоғоҙ,

                                          Зәки ағай оранын отоғоҙ,

       Күңел бошоп киткән мәл булһа-

                                          Аҡмуллала ғәм ағартығыҙ!

    Тарих тағы һынап торған мәл,

   Тарих тағы ҡарап торған мәл,

                                           Рәнйемәһен изге әреуахтар-

       Һынатмайыҡ инде, башҡорттар!

         Аҡҡоштай һылыу булың, ҡыҙҙар,

        Толпарҙай ҡыйыу булың, ирҙәр!

Кем балаһы икән, тиһендәр,

                                          Илтерәге , тиеп әйтһендәр.

  Ҡурҡыу тигән нәмә йәп түгел!

 Атаң-бабаң белгән хәл түгел!

                                          Яза-яфаларҙы иҫләһәң-

    Ҡотоңдо ҡасыр һин-һуң түгел!

Һай, илгенәм,ғәзиз илгенәм,

     Илгенәм, һин, нәҙекәй билгенәм.

                                        Тере генә булһын телекәйең,

Көслө булһын һәр кешекәйең!

  Себер китмәҫ борон улдарың,

   Бығауланмаҫ борон ҡулдарың,

 Кәртәләнмәҫ борон юлдарың,

                                         Эшлә илем, эштең уңдарын!

  Бирмә, халҡым, алған үрҙәрҙе,

                                         Быуаттар һаҡлаған ерҙәрҙе,

                                        Батшаларға бирмә ерҙәрҙе,

                                        Ә үлемгә батыр ирҙәрҙе!

                                        Игендәрең ишелеп уңһындар,

                                        Балаларың күпләп тыуһындар,

                                      Илдең тулғаҡ тотҡан мәлдәре,

                                      Ҡурайсылар көйгә һалһындар!

                                     Аҡһаҡалдың һүҙе хаҡ булһын,

                                     Сәсәндәрҙең һүҙе бер булһын!

                                     Батырҙарың, илем, күп булһын,

                                    Барыр юлың, илем,уң булһын!

                                      Көй башы-илем ҡурайстан,

                                Һомай заты-һин һылыустан!

                               Йырыңда тирбәлһен ерстан,

                               Теймәһен үлем һис бер ҡасан!

                               Теләктә тора һәр бер инсан,

                              Ҡойолғандар бит бер ҡоростан!

                              Ирекле бул һин, батырстан,

                              Мең йәшә, илем-Башҡортостан!

                             Һай!

                           Һай, илгенәм, ғәзиз илгенәм,

    Һинән башҡа юҡ,тим, йәнгенәм!

Илгенәм һин, минең бергенәм,

   Бөгөлмә һин, нәҙекәй билгенәм!

                          Мин киткәндә ысын донъяға,

  Көйҙәр һалып ҡалың, илгенәм,

                          Ай, илгенәм, минең бергенәм!

                          Ай, илгенәм, ғәзиз илгенәм!

Башҡортостан тигән илең бар,

Ерең, һыуың, телең, динең бар,

                          Ҡоромаҫ милләт ағасың бар,

 Батырҙарың, матурҙарың бар,

                          Илем тиһәң-яңарыр антың ,

Ерем тиҙәң-ҡайтырҙур ҡотоң.

Оран һалам һиңә башҡортом,

                          Ай, илгенәм,ғәзиз илгенәм!

Игенәм һин, нәҙекәй билгенәм!

Ҡаҙ өмәһе байрамы

      Ҡаҙ өмәһе - башҡорт һәм татар халыҡтарының иң изге йолаларының береһе. Тәүге ҡар, матур тормош, яҡты көн байрамы ул. «Ҡаҙ өмәһе» ауылдарҙа үткәрелгән: ауыл халҡы, күрше- күлән, туған-тыумаса бер-береһенә ярҙамға ,өмәгә килгәндәр, ҡаҙ йолҡҡандар, уларҙы йылғаға төшөрөп йыуғандар. Төрлө йырҙар йырланған, бейеүҙәр башҡарылған. Һуңынан өмәлә ҡатнашҡандарҙы хужа йортона ҡунаҡҡа саҡырғандар.

Ҡунаҡ өҫтәленең түрендә ҡаҙ бәлеше ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ торған.

      Ҡатнашыусылар:

       Алып барыусы-М.Ильнур

       Инәй-А.Гөлшат

       Малайҙар-Х.Хәйҙәрйән, Х.Юлай, Г.Иршат, Х.Сыңғыҙ.

       Ҡыҙҙар-А.Наҙгөл, И. Зилә, Х.Зарина.

 

  Алып барыусы: Инәйҙәр, апайҙар эшләп буламы?

   Инәй: Булды, булмаған ҡайҙа ул, ҡыҙҙарым бигерәк уңған, етеҙәр ҡаҙҙарҙы йолҡоп та бөтөрҙөләр инде.

    Ҡунаҡтар килә.

     1-се малай: (Күрешә) Әссәләмәғәләйкүм, хужалар, апайҙар, һаумыһығыҙ ҡыҙҙар.

     Хужабикә: Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ ҡунаҡтар, һау ғына килеп еттегеҙме?

     2-се малай: Һеҙҙе ҡаҙ өмәһе байрамы менән ҡотлайбыҙ. Йортоғоҙға бәрәкәт, үҙегеҙгә хәрәкәк теләйбеҙ.

    3-сө малай: Эштәрегеҙ уң булһын

                       Ҡаҙҙарығыҙ күп булһын!

     Хужабикә: Рәхмәт, балалар, изге теләгегеҙгә, яҡты йөҙөгөҙгә. Амин, балалар, әйткәнегеҙ килһен, байрамға рәхим итегеҙ. Ҡаҙҙарҙы ла йолҡоп, таҙартып ҡуйҙыҡ, йыуаһы ғына ҡалды.

     4-се малай: Йолҡонған ҡаҙ йыуылырға тейеш, киттек йылға буйына. (Йорттан, көйәнтәгә ҡаҙҙар аҫҡан ҡыҙҙар сыға. Улар «Ҡаҙ ҡанаты» көйөнә йыр йырлайҙар.)

              Ҡаҙ ҡанаты, ҡаҙ өмәһе,

               Йылдарына бер генә.

               Ғүмер буйы онотолмай,

               Тыуып үҫкән ил генә.

              Ҡаҙ ҡанаты, ҡаҙ өмәһе-

              Борондан ҡалған йола.              

              Һеҙҙә була, беҙҙә була,

              Күңел шатлыҡтан тула.

             Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый, ҡаурый,

             Ҡоймаҡ майлйрға була

             Уйнамағас та көлмәгәс,

              Был донъя ниңә ярай.

    -Ана, ҡайтып та еттеләр ҡаҙ йыуыусылар.

   - Рәхмәт, балаҡайҙарым, ниндәй матур, таҙа йыуғандар, юҡҡа ғына “Ағас емеше менән, әҙәм эше менән матур”тимәйҙәрҙер…

     Алып барыусы: «Эш бөткәс уйнарға ярай» тигәндәр боронғолар. Уйнап- көлөп, йырлап- бейеп алайыҡ

            Бейеүселәр баҫығыҙ,

              Әйләнмәһен башығыҙ.

            Уйнап- көлөп, йырлап- бейеп,

              Күмәк күңел асығыҙ.

Баланы йыуындырыу йолаһы.

Ҡатнашалар:

Әсә -Ахмәҙиева Алиса

Кендек әбей-Солтанова Гөлбикә

Йәш ҡыҙ-Һөйәрғолова Рузанна

Тирмә ҡуйылған. Тирмә эсе боронғоса йыһазландырылған. Әсә баланы мунсаға йыуындырырға әҙерләй. Кендек әбей йәш ҡыҙ киләләр. Баланы мунсаға алып китәләр. Балаға теләктәр әйтелә:

Әсә: Балам, балам, бал ғына

        Үҫер әле яй ғына

         Ризыҡтары менән тыуҙы,

        Ашаһын гел май ғына.

Кендек әбейе:

         Балда майҙа йөҙөп йәшә,

         Бал ҡап, май ҡап.

        Һүҙең, тормошоң яҡшы булһын.

         Бал ҡап, май ҡап.

         Ҡылған эшең яҡшы булһын,

         Бал ҡап, май ҡап.

         Ата-әсәңә алмашсы бул,

          Бал ҡап, май ҡап.

        Баланы сапҡанда әйтелә торған теләк.

Кендек әбейе:

 Сап-сап, мунса ташы, бүрәнә башы

Айыу балаһы, бүре балаһы.

Атаңды атаә тигән,

Әсәңде әсәй тигән

Һутлы телле бул,

Баллы һүҙле бул.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Твое шежере” с.Большеустьикинское, 1997год, Б.С. Дәүләтбаев

  1. История башкирских сел пермской и свердловской областей

Книга девятая, Асфандияров А.З., Асфандиярова К.М.

  1. “Башҡорт халыҡ ижады” төҙөүселәре Мөхтәр

    Сәғитов, Ниғмәт Шоңҡаров.

  1. “Мин тәбиғәт балаһы” төҙөүсеһе Р. Солтангәрәева

  1. Башҡорт мәҙәниәте тормош һабаҡтары төҙөүселәре И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаева, М.Б. Юлмөхәмәтов.

  1. “Жемчужины народного творчества Урала” Риф Сулейманов

  1. “Балалар фольклоры” төҙөүселәре Ғәләүетдинов И.Ғ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Сөмбөлә байрамы!

Праздник урожая...

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

"Шәжәрә байрамы"

quot;Шәжәрә байрамы" сценарийы...

Әлифба байрамы

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...

Әсәйҙәр байрамы

Өлкән төркөмдәр өсөн байрам иртәлеге...

Дуҫлыҡ байрамы.

Дуҫлыҡ байрамы....