Уртаҡ һөйләм
план-конспект урока
Маҡсат: 1. Үтелгән теманы нығытыу;
2. Уҡыусыларға урын һөйләм хаҡында аңлатма һәм белем биреү;
3.Урын һәм аныҡлаусы һөйләм араһындағы айырмаларҙы күрһәтеү, күнегеүҙәр ярҙамында нығытыу;
4. Үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтереү, тел белемен практикала ҡуллана белергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, слайдтар, дәреслек.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 41.81 КБ |
Предварительный просмотр:
План-конспект
Тема: Урын һөйләм.
Маҡсат: 1. Үтелгән теманы нығытыу;
2. Уҡыусыларға урын һөйләм хаҡында аңлатма һәм белем биреү;
3.Урын һәм аныҡлаусы һөйләм араһындағы айырмаларҙы күрһәтеү, күнегеүҙәр ярҙамында нығытыу;
4. Үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтереү, тел белемен практикала ҡуллана белергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, слайдтар, дәреслек.
Дәрес барышы.
- Ойоштороу мәле.
–Һаумыһыгыҙ уҡыусылар! Бөгөнгө дәресте беҙ үткәрәбеҙ. Мин Гөлсара Марат ҡыҙы, ә мин Әлфиә Сулпан ҡыҙы.
–Ә хәҙер һеҙҙе менән танышып үтәйек. (исемлекте уҡып кемдәрҙең дәрестә юҡлығын билдәләйбеҙ) (2 мин)
- Үткән теманы иҫкә төшөрөү.
–Теге дәрестә һеҙгә өйгә эш итеп 151-се күнегеү бирелгәйне. Әйҙәгеҙ өй эшегеҙҙе тикшереп үтәйек. Уҡыусылр дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырығыҙ, дәрес аҙағында кемдең нисек ҡатнашып ултырыуына ҡарап баһа ҡуйабыҙ. (Өйгә эштәрен тикшереп сығабыҙ һәр уҡыусы сират буйынса һөйләмдәрҙе уҡыйҙар)
- Ә хәҙер инде уҡыусылар теге дәрестә ниндәй тема менән танышҡайныҡ шуны иҫкә төшөрөп китәйек. (Уҡыусыларҙың яуаптары)
- Ваҡыт һөйләмдең ниндәй хәл ҡылым ялғауҙарын беләһегеҙ? (-ғас/-гәс, -ҡас/-кәс, -кансы/-кәнсе, -ғансы/-гәнсе)
- Ваҡыт һөйләм ниндәй килеш ялғауҙары ярҙамында килә? (төб.к. – ға, гә, ҡа, кә, а, ә, на, нә.) урын в.к. – да, дә, та, тә, нда, ндә) Мәҫәлән: Гөлйөҙөмдөң хаты яҙылып бөтөүгә,(төб. к.) Хәмдиә килеп инде.
- Һәм шулай уҡ ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә бәйләүестәр ярҙамында ла эйәрә. Ә ниндәй бәйләүестәр ярҙамында бәйләнә? (аҙаҡ, бирле, һуң, тиклем, хәтлем, менән)
- Теманы иҫкә төшөрөп һәм нығытып китер өсөн күнегеү эшләп алайыҡ. Ә хәҙер дәфтәрегеҙгә бөгөнгө числоны яҙығыҙ.(Таҡтаға число яҙырға!)
– Уҡыусылар слайдҡа күҙ һалайыҡ, слайдта күнегеү бирелгән, һеҙгә баш һөйләмдән сығып эйәрсән һөйләмгә һорау бирер кәрәк һәм хәл ҡылым ялғауҙарын, бәйләүестәрҙе шулай уҡ килеш ялғауҙарын табып аҫтарына һыҙырға.
- Бер кеше таҡтала, ә ҡалғандар дәфтәрҙәренә яҙып барығыҙ.
- Томан таралғас, көн асылды.(ҡасан?)
- Май айы етеү менән, күлдең-тирә яғында кешеләр ҡайнаша башлай.
- Беҙ ауылға (Төб.к.) яҡынлашҡанда(Ур.в.к.), эре ябалаҡлы ҡар тын ғына яуа ине.
- Улар әйләнеп ҡайтҡансы, ҡарағайҙың йәшел энәләре көмөшләнгәйне инде.
- Шулай итеп уҡыусылар ваҡыт һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең ваҡытын белдерә. Ул ҡасан? ҡасандан бирле? ҡасанға тиклем? һорауҙарына яуап бирә. Һәм ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә хәл ҡылым ялғауҙары, төбәү, урын ваҡыт килеш ялғауҙары һәм бәйләүестәр ярҙамында эйәрә.
- Яңы теманы аңлатыу.
–Уҡыусылар, ә хәҙер ошо слайдта бирелгән һөйләмгә күҙ һалайыҡ.(бер уҡыусы уҡый)
Балалар ҡайҙа барһа, тәрбиәсе шунда була. (ҡайҙа – шунда алмаштары) Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был һөйләм эйәрсән һөйләмдәрҙең ниндәй төрөнә ҡарай? Быны асыҡлап китер өсөн әйҙәгеҙ һөйләмде тикшерәйек. Бының өсөн һеҙгә баш һөйләмдән сығып эйәрсән һөйләмгә һорау биргә кәрәк. (Уҡыусыларҙың яуаптары)Тимәк был һөйләм ҡайҙа һорауына яуап бирә һәм был һөйләм ҡайҙа, шунда алмаштары менән килә.
–Тимәк уҡыусылар был ниндәй һөйләм тип уйлайһығыҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары. Урын һөйләм)
–Шулай итеп бөгөнгө дәрестең темаһы “Урын һөйләм”. Дәфтәрегеҙгә теманы яҙып ҡуйығыҙ.
Урын һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең урынын белдерә. Ул ҡайҙа? ҡайҙан? ҡайҙа тиклем? һорауҙарына яуап бирә. Мәҫәлән: Халыҡ бар ерҙә батыр бар.(баш һөйләмде табып эйәрсән һөйләмгә һорау бирергә, батыр бар ҡайҙа? Халыҡ бар ерҙә). (таҡтала яҙам) (теге дәрестә тултыра башлаған таблицағыҙға яҙып ҡуйығыҙ урын һөйләм һәм уның һорауҙарын яҙып ҡуйығыҙ.)
- Һәм шулай уҡ урын һөйләм баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр, хәл ҡылым ялғауҙары, ерҙә, урында, яҡта кеүек һүҙҙәр ярҙамында эйәреп килә. Шул уҡ һөйләмде ҡарап китәйек. (Халыҡ бар ерҙә батыр бар). Был һөйләмдә ерҙә һүҙе ҡулланыла шуға өтөр ҡуйылмай.
- Яңы тема өҫтөндә эш.
Ә хәҙер инде китаптың 97-се битен асып иҫкәрмәне уҡып үтәйек. (бер уҡыусы уҡый).
Шулай уҡ уҡыусылар урын һөйләмдең тағы бер ҡәғиҙәһе бар ерҙә, урында, яҡта һүҙҙәре менән килһә был осраҡта өтөр ҡуйылмай. Дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
–Әйҙәгеҙ ял минуты үткәреп алайыҡ, дәфтәрҙәрегеҙҙе ситкә һалып торогоҙ бына һеҙгә слайдта хәрефтәр яҙылған уларҙың ниндәйҙер сере бар шул серҙе табырға һәм алтынсы, етенсе хәрефтәрҙе дауам итергә кәрәк. (Таҡтала Д,Ш,Ш,К,...; Б,И,Ө,Д,...)
–Әйҙәгеҙ ҡыҙыҡлы эш эшләп алайыҡ. “Өйрәктәрҙе һана” тип атала. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Күлгә өйрәктәр төшкән. Фәрит уларҙы күҙәтә. Бер өйрәк – ике өйрәк алдынан, ә икенсе өйрәк – икәү араһында, тағы ла бер өйрәк икәүһенең артынан йөҙөп бара. Күлгә нисә өйрәк йөҙөргә төшкән?
–Ял итеп алдыҡ, ә хәҙер инде эшкә тотонайыҡ. Яңы тема өҫтөндә эшләп алайыҡ.
Ә хәҙер китаптың 98-се битен асығыҙ унда 157-се күнегеү бирелгән. Нимә эшләргә ҡушылғанын уҡып ишеттерегеҙ.(бер уҡыусы уҡый).
- Эйе был күнегеүҙә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйырға, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең грамматик нигеҙҙәре аҫтына һыҙырға һәм эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләргә кәрәк. (Таҡтала эш).
Шулай итеп ерҙә, урында, яҡта һүҙҙәре менән килһә был осраҡта өтөр ҡуйылмай, ә бүтән осраҡтарҙа өтөр ҡуйыла.
- Артабан 159-сы күнегеү. Бында һеҙгә урын һәм аныҡлаусы һөйләмдәр бирелгән, шуларҙы һеҙгә айырып яҙырға кәрәк. Был күнегеүҙе эшләр алдынан аныҡлаусы һәм урын һөйләмдең һорауҙарын иҫкә төшөрөп үтәйек. (урын һ. ҡайҙа? ҡайҙан? ҡайҙа тиклем?, аныҡлаусы һ. ниндәй? кемдең? ҡайһы?) Был күнегеүҙе лә шулай уҡ таҡтала эшләйек. (Таҡтала эш)
- Шулай итеп аныҡлаусы һөйләм ниндәй? кемдең? ҡайһы?, ә урын һ. ҡайҙа? ҡайҙан? ҡайҙа тиклем? һорауҙарына яуап бирә.
- Йомғаҡлау. Рефлексия.
–Шулай итеп беҙҙең дәрес аҙағына ла яҡынлашты. Уҡыусылар бөгөнгө дәрестә һеҙ нимәләр белдегеҙ? (Урын һөйләм) Ул ниндәй һорауҙарға яуап бирә? (Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡайҙа тиклем?) ҡайһы осраҡта өтөр ҡуйыла, ә ҡайһы осраҡта ҡуйылмай?( ерҙә, урында, яҡта һүҙҙәре менән килһә был осраҡта өтөр ҡуйылмай, ә бүтән осраҡтарҙа өтөр ҡуйыла.)
- Баһалау. Ә хәҙер дәрестә нисек ҡатнашып ултырыуығыҙға ҡарап баһа ҡуям. (Дәрестә ҡатнашып ултырыуҙарына ҡарап баһа ҡуйыла)
- Өйгә эш. 158-се күнегеү. Ҡалын хәрефле һүҙҙәргә синоним табырға, урын һәм аныҡлаусы һөйләмдәрҙе күсереп алырға (дәрестә эшләгән 159-сы күнегеүгә ҡарап эшләргә)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Гасырлар кайтавазы". Урта гасыр әдәбиятын өйрәнүне йомгаклау уңаеннан, ачык фикерләр дәресе.
Урта гасыр әдәбиятын өйрәнүне йомгаклау уңаеннан, ачык фикерләр дәресе....
![](/sites/default/files/pictures/2011/11/19/picture-34934.jpg)
Хлебодаровка урта мәктәбенең Тукай елына багышланган эшләрнең анализы.
Тукай елына багышланган эшләрнең отчеты...
арифметик урта 5 класс
Арифметик урта 5 класс...
"Урта гасырлар тарихы" курсын кабатлау буенча үткәрелгән "Бәхетле очрак" уены.
Мәктәптә тарих атналыгында үткәрелгән кызыклы һәм мавыктыргыч чара.Ул балаларның тарих белән кызыксынунын көчәйтү максатыннан "Бәхетле очрак" телеуенына нигезләнеп төзелде. Өйрә...
Рус телендә урта гомуми белем бирүче мәктәпнең 8 нче сыйныфы (рус балалары өчен) эш программасы
Рус телендә урта гомуми белем бирүче мәктәпнең 8 нче сыйныфы (рус балалары өчен)Эш программасы...
рус телендә урта гомуми белем бирүче мәктәпнең 10нчы сыйныфы өчен тематик план
Дәреслек: Татар теле: рус телендә урта гомуми белем бирүче мәктәпнең 10нчы сыйныфы өчен дәреслек ( рус телендә сөйләшүче балалар өчен)/Р.З.Хәйдәрова, Р.Л.Малафеева. – Казан: Мәгариф, 2009.Соңгы ...