Дәрес өлгөһө
план-конспект урока (5 класс)
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле, 5-се класс
Тема:Ижек. Уларҙың төрҙәре
Дәрес тибы:ҡатнаш дәрес.
Маҡсат:
-белем биреү маҡсаты – уҡыусыларҙың ижек хаҡында белемдәрен нығытыу; ҡурайҙы үҫемлек һәм музыка ҡоралы булараҡ танып белергә өйрәтеү;
-үҫтереүсе маҡсат – уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү;
-тәрбиәүи маҡсат – мәшһүр ҡурайсылар менән таныштырыу, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Бурыстар:
- “Ижек” темаһын нығытыу, ижек төрҙәре тураһында мәғлүмәт биреү;
башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – ҡурай тураһында, мәшһүр ҡурайсылар, йырсылар тураһында белемдәрен арттырыу;
- башҡорт телендә һүҙҙе ижектәргә дөрөҫ бүлеү, юлдан-юлға дөрөҫ сығыу күнекмәләрен үҫтереү;
- уҡылған текстар, әңгәмәләр, өҫтәлмә материалдар ярҙамында ҡурайға, башҡортса йырҙарға - һөйөү, ҡурайсыларға, йырсыларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр:
хазина, рухландырыу, ҡайнар тойғо, ирәбе, үңәҙләнеү.
Планлаштырылған һөҙөмтә:
һүҙҙәрҙе ижектәргә дөрөҫ бүлеүҙе үҙләштереү, юлдан-юлға дөрөҫ сығыу күнекмәләрен нығытыу; ҡурайҙы үҫемлек һәм милли музыка ҡоралы булараҡ таныу;тасуири уҡыу күнекмәләрен һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү; уҡытыусы менән берлектә эшләй һәм эште дөрөҫ баһалай белеү.
Предмет-ара бәйләнеш:
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, йыр.
Йыһазландырыу: компьютер, ҡурай, ҡурай үҫемлеге, һүҙлектәр, энциклопедия.
Дәрес барышы:
1.Психологик инеш. (2 мин) Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу:уҡытыусы менән хеҙмәттәшлек итеү.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, дәресте үҙебеҙ яратҡан шиғыр менән башлап ебәрәйек.
(Хор менән шиғыр һөйләү)
2.Артикуляцион күнегеү. (3 мин). Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу: элек үтелгән материал ярҙамында дәрескә мотивация тыуҙырыу.
-Числоны, һауа торошон билдәләү (Егермалтынсы ноябрь, кесАҙна) – орфоэпия ҡағиҙәләренә иғтибар ителә.
БӨгӨнгӨ дәрес, дәрес аҙаҒы - ниндәй ҡағиҙә?
(аяғывар /ҡулы юҡ// арҡаһывар/түше юҡ - дөрөҫ уҡы.
3.Булған белемде актуалләштереү. Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу.
2. Инеш күнегеү.
Тексты уҡып, ҡалын хәрефле һүҙҙәрҙе ижектәргә бүл:
ТӨР-ЛӨ, у-ҫаҡ-тар, ур-ма-ны-ның, шылт.
-У- --бер генә һуҙ.өндән тороусы,
-УР- һуҙ. һәм тарт. өндән тороусы,
-МА- тарт.һәм һуҙ.
-БАР-, -ҠАТ-, -СЫҠ-, ВАЛ-СЫҠ - тарт.+һуҙ.+тарт.,
-АҪТ, ӨҪТ, ИЛТ ---- һуҙ+тарт+тарт.,
-ШЫЛТ, ҠОРТ, САЛТ, ҠЫЛТ ----- тарт.+һуҙ.+тарт.+тарт.
4.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу (5 мин)
Үҙегеҙҙең исемдәрегеҙҙе ижектәргә бүлеп, ижек төрҙәрен әйтегеҙ.
146-сы күнегеү
Ш.Бабич тураһында!
“Ҡурайҡайға” шиғырын тасуири уҡыу. –
-Ҡурай ҡасан үрҙә һанап үтелгәнсә мөғжизәле көскә эйә була ала?
(Яуаптар)
-Ҡайҙан алалар?
-Ҡайҙа үҫә? (Һүрәтен күрһәтеү). Ғ.Хөсәйеновтан өҙөк.
-Кемдәр уйнай?
-Ҡурайсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? (....өҫтәп әйтеү)
-Ғ.Хөсәйеновтан өҙөк. (Нимәләр күҙ алдына килә)
- Ҡурай моңо тыңлау.
Ҡурай т-да тағы ла күберәк мәғлүмәт тупларға.
147-се күнегеү. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар, таҡмаҡтар т-да мәғлүмәт биреү. Миҫалдар.
Текстарын уҡып, уларҙың һәр юлындағы ижектәрҙе сағыштырыу.
“Урал” йырын тыңлау.
Тәүге ике юлына СИНТАКСИК анализ яһау:
Саңҡып та ғына саңҡып, ай, ҡысҡыра
Урал тауҙарының шоңҡары.
5.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
Шиғыр юлдарындағы ижектәр, шиғырҙың ритмы т-да!
Нуралия менән Алһыу үҙҙәре яҙған шиғыр юлдарындағы ижектәр һанын тикшерә.
148-се күнегеү
--ЙЫР! тексы өҫтөндә эш.
Тексҡа – исем.
Һүҙлек эше. + Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү +тәртибен үҙләштереү.
Нимә ул йыр?
Һеҙҙең тормошоғоҙҙа йырҙың роле.
З.Биишева йыр яратҡанмы? Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар т-да.
Йыр нисек барлыҡҡа килә?
Ял минуты
Үҙегеҙ яратҡан йырҙы йырлау.
--Танып-белеү эшмәкәрлеге:проблема ҡуйыу.
-Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө көндә башҡорт йырын барлыҡ балалар ҙа яратып тыңлаймы? Ошо һорауҙарға яуап бирер өсөн, М.Бураҡаеваның китабынан өҙөк уҡыу.
-Проблеманы хәл итеү. Уҡыусылар төркөмдәрҙә эшләй:
”Мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ”.
“Башҡорт йыры бөгөн” темаһы буйынса сығыш әҙерләйҙәр.
Грамматик материалды ҡабатлау.
Һәр төркөм үҙ тексынан
-эйәләрҙе,
- хәбәрҙәрҙе табып, ижектәргә бүлергә, төрөн әйтергә. (2 уҡыусы таҡтала)
6.Рефлексия. ( 5 мин)
Регулятив унив.уҡыу эшмәкәрлеге:уҡыу маҡсатын нығытыу, үҙбаһа.
-Бөгөн дәрестә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?
-Дәрес оҡшанымы?
7.Өйгә эш биреү. Шәхси унив. уҡыу эшмәкәрлеге:эшмәкәрлектең һөҙөмтәләрен нығытыу.
-149-сы күн.
-Ҡурай т-да сығыш әҙерләргә.
-Ололарҙан һорап йыр яҙып килергә йәки йырлап өйрәнергә.