Мәҙәни һәм рухи мираҫ – мәңгелек ҡиммәттәр
творческая работа учащихся

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Уҡыусымдың ижады

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл sh_kamilla_nuriman_rayony.docx26.63 КБ

Предварительный просмотр:

Нуриман районы

Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

 10-сы класс уҡыусыһы

 Шәмсетдинова Камилла ижады

Етәксеһе:  

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Мәҙәни һәм рухи мираҫ – мәңгелек ҡиммәттәр

Башҡортостан – алтын бишегебеҙ!

Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.

И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхетте

Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!

Башҡортостан – изге Ватан,

Башҡортостан – яҡты Ватан,

тип әйтеп ҡалдырған үҙенең шиғырында әҙәбиәтебеҙҙең өс тағаны, башҡорт халыҡ шағиры, республикабыҙҙың хөрмәтле һәм арҙаҡлы шәхесе – Мостай Кәрим.

Мин үҙенең бай тәбиғәте, күренекле шәхестәре менән дан тотҡан Башҡортостандың ҡыҙымын. Беҙҙең республикабыҙ үҙенең мөғжизәһе менән киң билдәле. Үҫеш кисергән ҡала-райондары менән дан тота. Ғөмүмән, республикабыҙҙың сәскә атыуы, әлбиттә, күп милләтле халҡының берҙәм һәм дуҫ йәшәүҙәрендә асыҡ сағыла. Башҡортостан, шулай уҡ, иҫтәлекле урындары менән үҙ халҡын ғына түгел, ә ҡунаҡтарын да хайран ҡалдыра, сөнки бында туризм өлкәһе юғары үҫешкән. Ә уның үҫешенең  мөһим факторы булып, тәүге сиратта, тәбиғәттең хозурлығында, әлбиттә...

Был иҫ киткес матур төбәктә тәбиғи һәм боронғо мәҙәниәт ҡомартҡылары ҙур урын алып тора, ошо ҡомартҡыларҙы күрергә тип, ҡай тарафтарҙан ғына килмәйҙәр. Рус классик яҙыусыһы Л.Н. Толстой заманында Башҡортостанда булып ҡайткандан һуң, шулай тип әйтеп ҡалдырған : «Был төбәк иҫ киткес бай һәм матур. Тәбиғәттең таң ҡалдырыр гүзәллеге сабый бала сафлығына тиң. Бигерәк тә бындағы халыҡ ябайлығы, керһеҙ күңелле булыуы менән һоҡландыра».
           Эйе, Башҡортостанға килгән һәр кеше республиканың  иң популяр һәм иҫтәлекле урындарында булып, рухи аҙыҡ, бөтмәҫ көс, дәрт һәм дарман туплап ҡайтыр юлға сығыусан.  Ошо иҫтәлекле урындар хаҡында булыр киләһе һүҙем.              

Республиканың мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе - Шүлгәнташ мәмерйәһе. Ул Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралдағы бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәнең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә. Мәмерйә палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеһенең петроглифтар, икенсе төрлө әйткәндә, таштағы һүрәттәр аша билдәле. Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған, шулай уҡ солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ музейы бар. 1965 йылда Шүлгәнташ тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителә. 2009 йылдан Шүлгәнташ мәмерйәһе Башҡортостандағы ете мөғжизәнең береһе тигән статус ала.

           ... Зәңгәр күл хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә булған Зәңгәр күл — Өфөнән 45 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Муса ауылы янында урынлашҡан күл.  Күл һаҡлауға алынған тәбиғәт объекты. Уның майҙаны — 400 кв.м. Карст убылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән. Ярҙары бейек булмаһа ла текә. Күлдең эргәһенән Үҙән йылғаһы аға. Зәңгәр күлгә бер ниндәй ҙә йылға ҡоймай, ә күлдән ағып сыҡҡан һыу 90 м тирәһе аҡҡандан һуң Үҙән йылғаһына ҡоя. Күлдең исеме һыуының зәңгәрлегенә ҡарап бирелгән. Ләкин был күктең зәңгәрлеге сағылыуҙан түгел, һыу аҫтындағы зәңгәр балсыҡ булғанға шулай тип атағандар. Ә яр буйындағы балсыҡты алһаң, ул ҡара төҫтә була. Зәңгәр балсыҡ та, ҡараһы ла шифалы. Күлдең һыуы саф, үтә күренмәле, сөнки унда тормош юҡ тиерлек. Күл төбөнә иғтибарлап ҡараһаң, һыуҙың бер нисә урында тулҡынланып ятҡаны күренә. Был ер аҫты шишмәләре бәреп сыҡҡан урындар. Ләкин күл һыуы эсергә яраҡһыҙ. Күлдең тәрәнлеге 6 метрға тиклем етә. Белгестәр әйтеүенсә, күл төбөнән карст мәмерйәһенә инеп китеп була. Күл янындағы тәбиғәт тә үҙенсәлекле. Бер яғына тау, тау башында урман, ҡаялар, мәмерйәләр килеп баҫһа, икенсе яғына йылға ағып килгән һәм ялан-баҫыуҙар түшәлгән.

Башҡортостан, һинең ҡуйыныңда

Көн күрәләр күпме халыҡтар.

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар,

Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар.

Ф. Д. Нефедов яҙмаларынан шуларҙы белергә була: «Башҡортостан – донъяның ғәжәп бер мөйөшө! Янына барһаң, балыҡтары үҙҙәре килеп ҡабырға торған ҙур һәм ваҡ, әммә һәр береһе үҙенсә йәмле күлдәр һәм йылғалар илен, береһе икенсеһенән мөһабәтерәк булып бейеккә күтәрелгән тауҙар һәм кейектәр донъяһына тулы ирек, хәүефһеҙлек биргән ҡуйы урмандар илен күргәнегеҙ бармы?». Ошо матур фекерҙе ишетеп, хисләнеп, мин үҙемде әлеге мәлдә Асылыкүл буйында хис иттем.

Ниндәй күл һуң ул – Асылыкүл? Барыбыҙға ла мәғлүм, Асылыкүл — Башҡортостандың  иң ҙур күле. Дәүләкән ҡалаһының көнбайыш — төньяҡ-көнбайышында, ҡаланан 27 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтөнөң майҙаны 23,5 квадрат километрға етә, тәрәнлеге  — 5,1 метр. Уның буйы — 8, киңлеге — 5-6 км. Тәрәнлеге бик ҙур түгел, барлығы 5,5-8 метр ғына.  Күл урыны бурташгипс кеүек тау тоҡомдарының уйылыуынан Бәләбәй ҡалҡыулығының киң уйпатлығында хасил булған.  Ошо иҫ китерлек ерҙәрҙә булыуы –үҙе бер ғүмер. Килеп күргән кешенең хәтерендә уйылып ҡалған тәбиғи ҡомартҡылар бер ҡасан да онотолмаҫ! Әйтергә кәрәк,  Асылыкүлгә барған кеше Шарламаны ла күреп китергә тейеш. Шарлама шарлауығының
бейеклеге-12 метр. Бында теләге булған кешеләр, һалҡын душ ҡабул итә ала. Шарлаша шарлауығы Буранғол ауылынан Пыжьяновка ауылына тиклем барған юл ҡырында урынлашҡан. Шарлауыҡ тәбиғәт паркы территорияһында урынлашҡан.
            Мораҙым тарлауығы ла, шулай уҡ, республикабыҙҙың мөғжизәгә тиң ҡомартҡыларҙың береһе. Мораҙым тарлауығы - Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы тәбиғәт паркы. Тарлауыҡтың матур күренешле ҡаяларындағы Кесе Эйек йылғаһына тиклем һәм артабан төньяҡҡа табан аҫҡы, урта һәм үрге девондың рифоген эзбизташтары асыҡ күренә. Киңлек йүнәлештә йылғалар бысып үткән урындарҙа текә, аҫылынып торған, 100 метрҙан да бейегерәк, ярлауҙар барлыҡҡа килгән, улар асыҡ күренә һәм геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн бик уңайлы. Республиканың көньяҡ-көнсығышынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән, парк территорияһына Магнитогорск — Сибай — Баймаҡ — Йылайыр — Мораҡ — Тәбиғәт паркы автоюлы менән барып етеп була. Мораҡтан Мораҙым ауылына тиклем төп юлдың оҙонлоғо 22 саҡрым.

«Башҡортостанда үҙе хаҡында легенда һәм йыр булмаған тау ҙа юҡ, йылға ла юҡ», тип әйтә үҙенең яҙмаларында М.Л. Михайлов. Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, мин уйҙарым менән тау-таштар, бейек ҡаялар иленә юлландым. Шулай итеп, киләһе һүҙем Ямантау хаҡында булыр. Төньяҡта, башҡорт ҡалаһында - Белоретта бер тау бар, серҙәр менән сырмалған - Ямантау тауы. Был Көньяҡ Уралдың иң бейек тауы. Бейеклеге-1640 метр. Уның тураһында күп ҡыҙыҡлы тарихтар бар. Ямантау — Башҡортостанда тау массивы. Төньяҡ-көнбатышҡа һуҙылған, киңлеге — 3 саҡрым, оҙонлоғо — 5 саҡрым. Тау түбәләре — Оло Ямантау һәм Кесе Ямантау. «Оло Ямантау» Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе. Башҡортостандың Белорет районы Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.

Ә хәҙер мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә һыйҙырған районым менән дә таныштырмаҡсымын. Ҡарағайҙар, аҡ ҡайындар иле, ожмах иле булған нурлы һәм иманлы Нуриман районы ла, башҡа райондар кеүек, үҙенең мәҙәни һәм рухи ҡомартҡылары менән дан ҡаҙанған райондарҙан һанала. Районымдың һәр ауылы ниндәйҙер тәбиғи ҡомартҡыһы менән билдәле. Мәҫәлән, һыу  миҡдары буйынса донъяла, Францияның Воклюз шишмәһенән генә ҡалышып, икенсе урында торған Ҡыҙыл шишмә тураһында әйтеп китергә теләйем. Мәғлүм булыуынса, Ҡыҙыл шишмә — Рәсәйҙәге иң эре эсәр һыу сығанағы. Өфө яйлаһының көньяҡ-көнбайышында, Ҡариҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан. 1965 йылдан алып — төбәк әһәмиәтендәге «Ҡыҙыл шишмә сығанағы» айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы составында. Ҡыҙыл шишмә  — барлыҡҡа килеүе һәм йәшәү режимы йәһәтенән уникаль тәбиғәт күренеше. Карст буранкалары тиҫтәләрсә мең йылдар элек хасил булған. Ҡыҙыл шишмә — Яманйылға йылғаһы бассейнындағы тәрән карст йырындарында һәм каналдарында урғылып ятҡан ҡеүәтле һыу ағымдарының ер өҫтөнә бәреп сыҡҡан урыны ул. Яманйылға Ҡаратау һырты битләүенән баш ала. Башланған урынынан 8 саҡрым алыҫлыҡта йылға ер аҫты йырҙаһына күсә. Артабан 40 саҡрым арауыҡты ул борма-борма карст юлдар буйлап үтә. Сыҡҡан урынынан 16 саҡрым ҡабат ер өҫтөндә пәйҙә була. Ҡыҙыл шишмә аҫтан аҡҡан Яманйылғаның ер өҫтөнә бәреп сыҡҡан иң ҙур бушаныуы булып тора. Бында йыл һайын осар ҡоштар — өйрәктәр ҡышлай.

XIX быуат башында шишмәлә һыу тирмәне төҙөлә, XIX быуат аҙағында бәләкәй электр станцияһы барлыҡҡа килә, уның энергияһын Ҡыҙыл шишмә ҡасабаһындағы ҡағыҙ фабрикаһы тотона. Фабрика 1970 йылдар уртаһына тиклем эшләй. 1990 йылдар аҙағынан шишмә һыуы шешәләргә тултырып һатыуға сығарыла. 2000 йылдар башында Ҡыҙыл шишмәнең Ҡариҙелгә йүнәлгән ағымында плотина һәм 200 киловатлы Ҡыҙыл Шишмә бәләкәй ГЭС-ы төҙөлә...

Әйтергә хаҡлымын: Башҡортостан Республикаһының  иҫтәлекле урындары ошоноң менән генә сикләнмәй. Башҡортостан  - ул бөйөк ил. Башҡортостан – мәҙәни һәм рухи мираҫты туплаған мәңгелек ҡиммәттәр иле...

Йомғаҡлап Р. Хисаметдинованың шиғри юлдарын иҫкә төшөрөү урынлы булыр, сөнки шағирәнең түбәндәге шиғри юлдары республикабыҙҙың мөғжизәләргә бай икәнлеген йәнә бер иҫбатлай:  

Башҡортостан – аҫыл ерем – хазиналар хазинаһы!

Иңдәрендә – асылғаны, ҡуйынында – асылаһы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Туган як- мәңгелек моңым (Сибгат Хәкимнең тууына 100 ел тулу уңаеннан үткәрелгән класс сәгате)

Әлеге тәрбия сәгате эшкәртмәсе  сыйныф җитәкчеләренә, татар теле һәм әдәбияты укытучыларына Сибгат Хәким иҗатын өйрәнгәндә ярдәм буларак тәкъдим ителә....

Матурлык- бер көнлек, Игелек- мәңгелек.

Классный час для 9 класса...

Алар даны мәңгелек!!!

Вечер встречи с ветеранами ВОВ в школе...

Калсын җирдә безнең сөю мәңгелек бер җыр булып...

Ф.Яруллинның тормыш юлына багышланган әдәби-музыкаль композиция...

«Җил тамырын кисәр кылыч юк!» “Вакыт кына мәңгелек тантанада”.

(Равил Фәйзуллин иҗатында символлар чыгыш )...

Хәтер кыясы мәңгелек!

Әфганчыларны искә алуга багышланган кичә-очрашу....