Ҡоролтайға әйтер һүҙем
творческая работа учащихся

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Уҡыусымдың ижади эше

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koroltay.docx16.71 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡоролтайға әйтер һүҙем

 

Ете ырыу башлыҡтары

Ҡор йыйып кәңәш ҡорған.

Илдә тыуған мәсьәләне

Оло йыйында сисеп торған.

Ҡәлғә төҙөү булһынмы ул,

Яһаҡ йыйыумы әллә...

Илгә дошман ябырылып,

Тар-мар килтергән мәлдә...

Башҡорттар әҙер булған.

Башҡорттар берҙәм булған.

Күп мәсьәлә заманында

Ҡор - йыйында сиселгән.

Кәңәш-төңәш ителгән.

“Заман башҡа – заң башҡа,” – тип

Әйткән булалар хәҙер.

Ни тиһәк тә, беҙ ҙә - башҡорт,

Ил, тел, ер тип ҡан ҡойорға

Беҙ ҙә бит һәр саҡ әҙер.

 

Ни тиһәк тә, ығы-зығы

Әле лә булып тора.

Хәл ителмәгән һорауҙар

Көндән-көн тыуып тора.

IV Бөтә донъя башҡорттары

ҡоролтайы эшен башлар, ниһайәт

Шул форсаттан файҙаланып,

Яҙыр булдым шиғри хат...

Ҡарағайҙар, аҡ ҡайындар иле,

Ожмах иле – Нуриман.

Оло шәхестәр сығарған

Райондың ҡыҙы булам.

“Йәштәр – башҡорт халҡының

Стратегик ресурсы” – тип

Оран һалалар хәҙер.

Мин дә йәш шәхес булараҡ

Фиҙа ҡылырға әҙер.

“Һау тәндә – сәләмәт рух”

Һәм “Һаулыҡ - байлыҡ” икәнен

Беҙ бик яҡшы беләбеҙ.

Шул ыңғайҙан һәр ауылда

Дауаханалар булыр тип,

Өмөттәрҙе өҙмәйбеҙ.

 

Балалар баҡсаһы, мәктәп,

Китапханалар кәрәк.

Түңәрәк ойошмалары,мәҙәниәт йорттары,

Бик кәрәк, тик бик һирәк.

Башҡорт телен үҫтереүгә

Сараһын күп күрәйек.

Мәктәптәрҙә дәрестәрҙе

Киҫмәйек, киреһенсә,

Күберәк һәм йышыраҡ үткәрәйек.

Мәктәп – белем усағы ул,

Уҡырға һәр кем тейеш.

Тик уҡып бөтөү менән беҙгә

Булһа ине бик шәп эш.

Эшһеҙлек йылдан-йыл арта.

Шул рәттән тәртипһеҙлек.

Ауыл, ҡала ерҙәрендә

Үлтереш тә эскелек.

Эш кәрәк,эш, иң элек.

Эш эҙләп Себер юлын

Тапайҙар бит күбеһе.

Ә сабый ғына балалар

Һирәк күрә ата-әсәһен.

Ауыл, ерҙәрендә

Тергеҙелһен колхоздар.

Баҫыу, ялан, аҡландарҙа

Геүләһендәр тракторҙар.

Иген игеп, уңыш йыйып

Үтһен яҙ, йәй һәм көҙө.

Йәш-елкенсәк ауылдарҙа

Матур-матур йорт төҙөр.

Ауылдар шул саҡ юғалмаҫ

Ҡытай-город төҙөлмәҫ.

Шәжәрә ағасы ҡоромаҫ,

Юғиһә, бер-нисә йылдан

Ағай-эне бер-береһен

Һанға һуҡмаҫ, танымаҫ!!!

Илебеҙҙе һаҡлайыҡ,

Еребеҙҙе һаҡлайыҡ,

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ,

Кеше булып ҡалайыҡ!

Үрҙә әйткән теләктәрем

Ҡоролтайҙа ҡаралһын.

Ил ағалары кәңәш ҡороп,

Ярҙам ҡулдарын һуҙһын!

Ҡоролтайға әйтер һүҙем

Ошоноң менән тамам.

Именлек һәм һаулыҡ теләп,

Хушлашам, һаубуллашам.

    (Автор. Галимова Г.Ф.)

   

 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Әйтер һүҙем бар..."

Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес-бәйге...

Балаларыбызның әти-әниләргә әйтер сүзләре

Әлеге текс үзенә ирек яуларга һәм үз хокукларын яуларга теләгән баланың үзенчәлекле монологы гына түгел,ә өлкәннәрне үзара аңлашуга,әңгәмәгә чакыру да....

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»Маҡсат:1.     Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;2.     М...