Фонетика
план-конспект урока (10 класс)
Предварительный просмотр:
Фонетика. Башҡорт теленең хәрефтәре һәм өндәре
Маҡсат: 1. Үтелгән темаларҙы йомғаҡлау. Башҡорт теленең хәрефтәре һәм өндәре темаһын үҙләштереү.
2. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен нығытыу.
3. Дәреслектә бирелгән күнегеүҙәр аша тәрбиәүи эштәр алып барыу.
Йыһазландырыу: дәреслек (Башҡорт теле. 10-11-се кластар өсөн дәреслек. Авторҙары – Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В.) , компьтер, проектор.
Дәрес барышы.
Инеш. (1-се СЛАЙД) Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар. Һаумыһығыҙ, уҡыусыларым. Бөгөн беҙҙә Нуриман районы мәғариф бүлеге ҡунаҡтары. Дәрес ғәҙәттәгесә форматта үтә. Һеҙҙән һәр ваҡыттағыса әүҙем булыуығыҙ талап ителә. Белгәндәрҙе һөйләгеҙ, белмәгәнде өйрәнеп ҡалығыҙ. “Уҡы. Эшлә. Аҡыл йый” тигән юлдар дәрес девизы булһын.
Төп өлөш.
1. (2-се слайд) Дәресте түбәндәге һорауҙан башларға рөхсәт итегеҙ? Башҡорт теле алфавиты башҡа алфавиттарҙан нимәһе менән айырыла? (Башҡорт алфавитының үҙенсәлекле өндәре бар)
2. (3-сө слайд) Башҡорт хәрефтәрен белеү һәм дөрөҫ әйтеү ниндәй телде үҙләштереүҙә ярҙам итә? Миҫалдар килтерегеҙ. (Инглиз).
4 (4-се слайд) Шулай итеп, беҙҙең бөгөнгө дәрестең дөйөм темаһы нисек аталасаҡ? (Фонетика.) Нимәне өйрәнә фонетика бүлеге? (өндәрҙең яһалышы, үҙгәреше, ижек, баҫым).
Хәреф – яҙабыҙ, күрәбеҙ
Өн – Әйтәбеҙ, ишетәбеҙ .
Нимә ул хәреф – өндәрҙе яҙып һүрәтләү өсөн ҡабул ителгән шартлы билдә
Алфавит – хәрефтәр теҙеме
5. (5-се слайд) Башҡорт өндәрен әйтеүҙә ниндәй телмәр ағзалары (органы) ҡатнаша? (тын алыу ағзалары йәки тын юлы - бронхи, үпкә – легкие, тамаҡ төбө – гортань, ауыҙ – рот, танау ҡыуышлығы – носовая полость, тел, ирендәр, тештәр). Былар барыһы бергә телмәр аппараты тип атала.
6. (6-сы слайд) Башҡорт алфавитының һуҙынҡыһы рус алфавитының һуҙынҡыһынан нимәһе менән айырыла (әйтелеше менән)
Он – он
Бал – бал
Ток – тоҡ
Май – май
Эпос – эт
7. (7-се слайд) Шулай итеп, һуҙынҡылар бүленеше түбәндәгесә: ҡалын – нәҙек һуҙынҡы (а, о, у, ы / ә, э, ө, ү, и)
Киң һуҙынҡы (һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә тел менән аңҡау (небо) араһында аралыҡ киң булһа, киң һуҙынҡы барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, а, о, ө, ә)
Тел менән аңҡау араһы тар булһа, тар һуҙынҡы була. У,ү, ы, и, э
Алғы рәт һуҙынҡылар – әгәр һуҙынҡылар телдең алғы өлөшөндә яһалһа: ә, э, и, ө, ү
Артҡы рәт һуҙынҡылар - әгәр һуҙынҡылар телдең артҡы өлөшөндә яһалһа: а, о, у, ы
Иренләшкән: о, ө, у, ү
Иренләшмәгән – а, ә, э, ы, и
8. Күнегеүҙәр
1. Түбәндәге һүҙҙәргә фонетик анализ яһағыҙ:
Р, л, м, н, ң, й – яңғырау талғын өндәр
Элек (э л э к)
Э нәҙек һуҙынҡы, тар һуҙынҡы, алғы рәт һуҙынҡы, иренләшмәгән
Л яңғырау тартынҡы, талғын
Э нәҙек һуҙынҡы, тар һуҙынҡы, алғы рәт һуҙынҡы, иренләшмәгән
К һаңғырау тартынҡы, парлы
еләк, көрт , бала
2. 10 ҡалын һуҙынҡылы, 10 нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәр уйлап яҙығыҙ.
Йомғаҡлау һәм баһалау
Тест
1. Башҡорт алфавиты нисә хәрефтән тора?
А) 42
Б) 38
В) 40
2. Ҡайһы рәттә һуҙынҡы өндәр генә бирелгән?
А) а,о,у,ы,ө,ә,э,ү,и.
Б) б,о,я,и.
3.Һуҙынҡы өндән башланған һүҙҙе күрһәтегеҙ.
А) әкиәт
Б) ваҡыт
В) йылы
4. Ҡайһы рәттә хәрефтәр икешәр өндө белдерә?
А) е,ю,я,а,и.
Б) е,ё, ю,я.
В) ә,э,о,ө.
Асыҡ ижектәрҙән генә торған һүҙҙе күрһәтегеҙ.
А) Ҡа – йын
Б) Бүл – мә
В) Ба –ла
6. Ябыҡ ижектәрҙән генә торған һүҙҙе күрһәтегеҙ.
А) Бо – лот
Б) Ҡар –ға
В) Ур – ман
Өйгә эш: параграф 25, 66-сы бит. Редукция. Протеза. Эпентеза. Элизия
Миҫалдар:
Редукция : йомшаҡ йо-мо-шаҡ. Баҫымһыҙ ижектәрҙәге һуҙынҡыларҙың көсһөҙләнеүе һәм юғалыуы
Протеза: шляпа – эшләпә. Һүҙҙе еңелләштереү өсөн һуҙынҡы өн һүҙ алдынан ҡуйыла. Ғәҙәттә рус теленән ингән һүҙҙәргә әйтәбеҙ
Эпентеза – һүҙ башындағы ике тартынҡы өндөң араһына ҡуйыла: книга – кенәгә
Элизия – ике һүҙ бер интонация менән әйтелгәндә, ике һүҙҙең араһындағы бер һуҙынғы юғала: бара алмайым – баралмайым.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Фонетика 5 класс
Обобщающий тест в 5 классе по теме "Фонетика"...
К/Р по теме "Фонетика"
Контрольная работа по теме "Фонетика"Варианты 1, 2, 3...
Диагностический тест по разделу "Фонетика" для 5 класса
Тест рассчитан на проверку знаний учащихся по разделу "Фонетика".Форма данной контрольной работы по своей форме приближает детей к ГИА и ЕГЭ.Даны задания А1-А15.Задания охватывают весь раздел, составл...
Тест. Фонетика.
Рус мәктәбенең 5 сыйныфның татар төркеменә тест....
Фонетика как учение о звуковой стороне речи Разработка конспекта урока русского языка «открытия» нового знания по теме «Фонетика как учение о звуковой стороне речи. Гласные и согласные звуки. Их классификация»
Урок по теме: "Фонетика как учение о звуковой стороне речи. Гласные и согласные" способствует расширению и углублению знания студентов по теме: “Фонетика, графика, орфоэпия, орфография”...
Обобщающий урок "Фонетико - орфографическая характеристика слова" по теме: "Фонетика" в 5 классе.
Обобщающий урок по теме: "Фонетика" в 5 классе....