Рәшит Назаров "Офоҡтағы ҡояш"
план-конспект
Дәрес конспекты: Рәшит Назаров «Офоҡтағы ҡояш», 6- сы класс
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
rshit_nazarov.ofoktagy_koyash.docx | 25.57 КБ |
Предварительный просмотр:
Дәрес конспекты: Рәшит Назаров «Офоҡтағы ҡояш», 6- сы класс
Дәрес тибы: яңы материал менән танышыу дәресе.
Дәрестең маҡсаты: 1.Рәшит Назаровтың тормош юлы һәм ижады менән танышыу.2.«Офоҡтағы ҡояш» шиғырының идея – тематик йөкмәткеһен билдәләү.3.Рәшит Назаровтың поэтик оҫталығы менән таныштырыу.4.Уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, бәйләнешле телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.5.Кеше ғүмерендә бала саҡтың ҡабатланмаҫ бер осоро булыуын асыҡлау, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, тәбиғәткә, тыуған ергә һөйөү уятыу.
Көтөлгән һөҙөмтәләр.
Предмет: шағир Рәшит Назаровтың тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәт биреү;шиғырҙың темаһын, идеяһын асыҡлау; уҡыу техникаһын камиллаштырыу.
Метапредмет: дөйөм һәм мөһим билдәләрҙе айыра белеү, һығымта сығарыу, анализлай белеү, сәбәп – эҙемтә бәйләнеше булдырыу, логик фекерләү, тикшеренеү эшмәкәрлегенә ынтылыш яһау.
Коммуникатив: монологик һәм диалогик телмәрҙе үҫтереү, һөйләү һәм яҙма телмәрҙе урынлы ҡулланыу, башҡаларҙы тыңлай белеү, ҡуйылған бурыстарға ярашлы, үҙ фекереңде аныҡ һәм тулы еткерә белеү.
Регулятив: ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен дөрөҫ үтәү, уны башҡарғанда үҙ мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһалау, төҙәтмәләр индереү.
Шәхси: донъяны танып белеү төшөнсәләрен формалаштырыу, төркөмдәрҙә һәм парҙарҙа эшләгәндә үҙ эшмәкәрлегеңде ойоштороу һәм анализлау, сағыштырыу, һығымта сығарыу күнекмәләрен үҫтереү, ижади һәләтте камиллаштырыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек формалары:индивидуаль, парлы, төркөмдә эш.
Йыһазландырыу:Рәшит Назаровтың портреты, интерактив таҡта, китаптарынан күргәҙмә, презентация, Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.- Өфө:Китап, 2017.
Дәрес барышы
I.Ойоштороу мәле- уҡыусыларҙы дәрес эшмәкәрлегенә йәлеп итеү.
Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
- Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
Яңы тыуған көндө, бер – беребеҙҙе сәләмләп, йылмайыу бүләк итәйек!
II. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү.
- Уҡыусылар, мин һеҙгә бер һүрәт тәҡдим итәм, иғтибар менән ҡарағыҙ.Ул һеҙҙә ниндәй хис – тойғолар уятты? (офоҡ, ҡояш, малайҙар һүрәте; уҡыусылар үҙ фекерҙәре менән бүлешәләр).
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн мин тап ошо һүрәтте алғанмын икән?
(дәрестә тәбиғәт, балалар тураһында һөйләшербеҙ)
- Эйе, бөгөн беҙ «Тәбиғәт донъяһында» исемле бүлекте артабан өйрәнәбеҙ.Күренекле шағир, Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың «Офоҡтағы ҡояш» шиғыры менән танышырбыҙ.Дәфтәрегеҙгә бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
III. Яңы материалды өйрәнеү.Уҡыу проблемаһын хәл итеү.
1.Тормошо һәм ижады менән танышыу.
- Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡортостандың Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында игенсе ғаиләһендә тыуған.Төрөмбәт урта мәктәбен тамамлай, колхозда эшләй.
- 1963 йылдың аҙағынан алып 1966 йылдың башына саҡлы армияла һалдат хеҙмәтендә була.Ауырып китеү сәбәпле, хеҙмәтен тамамлай алмай.
- Рәшит Назаров әҙәби ижадын бик иртә башлай.Ун- ун бер йәштәрҙә тәүге шиғырҙарын яҙа.Ләкин матбуғатта улар бары 60 - сы йылдар башында донъя күрә.
- 1965 йылда Башҡортостан китап нәшриәте йәш шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара.1970 йылда Рәшит Назаровтың «Ҡояш юлы буйлап» тигән икенсе китабы нәшер ителә.
- Мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев һуңғы йыйынтыҡҡа ингән «Әсә һүҙҙәре» шәлкеменә романстар ижад итә.
- Шағирҙың «Йөрәгемде һеҙгә илтәм» исемле өсөнсө китабы, икенсеһенән һуң 21 йыл үткәс,1991 йылда ғына донъя күрә.1994 йылда «Йәшен» тип аталған яңы йыйынтығы баҫылып сыға.1993 йылда Башҡортостан Яҙыусылап союзына ҡабул ителә.1996 йылда Ғ.Ибраһимов исемендәге район премияһының беренсе лауреаты.
- Рәшит Назаров 2006 йылдың 14 октябрендә вафат була
- Бөгөн дәрестә Рәшит Назаровтың «Офоҡтағы ҡояш» тигән шиғыры өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ (уҡыусылар тексты эстән, һуңынан тасуири итеп бер уҡыусы уҡый)
2.Һүҙлек эше: ҡырлас –тауҙың ҡырланып ятҡан һырты;
ҡолас- йәйелгән ике ҡул осоноң араһы һәм шул аралыҡҡа тиң үлсәү берәмеге, ҡолас йәйеү;
шаршауҙы һирпеп – шаршау – 1.Ниҙелер ышыҡлап элә торған ҡорма.2.Күҙ алдын томалаған нәмә (ҡараңғылыҡ,томан), һирпеп – асып.
3.Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү
Һорауҙар:
- Шиғырҙа кем, нимә тураһында һүҙ бара? (малайҙар ҡояшты тотабыҙ тип йүгерәләр).
- Йәйге ҡояш яңы ғына әле
Ҡалҡып килә ине ул саҡта.
Был юлдар ниңә ике тапҡыр ҡабатлана? Мәғәнәһен аңлатығыҙ. (бик күптән булған хәл, бәлки, авторҙың бала сағылыр).
- Малайҙарҙың ҡояш артынан ҡыуып йүгереүен һүрәтләп, шағир был күренеште кинәйәле итеп әйтергә теләгән.Ниндәй мәғәнә һалған ул?
- Шиғырҙа балаларҙың ниндәй уй – хыялдары сағыла? (иң беренсе барып етеү, уның нур – ялын һыйпау).
- Шиғырҙың һуңғы юлдарын нисек аңлайһығыҙ? (бала сағы кире ҡайтыр кеүек).
- Тимәк, шиғырҙың идеяһы нимәлә? (ғүмер уҙа, бала саҡ – бер мәл генә, бала ваҡытта тиҙерәк ҙурайғы килә, үткән саҡты ҡыуып етеп булмай,ҡәҙерләргә кәрәк).
- Берәй ваҡыт ҡояшҡа ҡарап, һеҙҙең дә ниндәйҙер хыялға, уйға сумғанығыҙ булдымы?
- Шиғырҙа ҡояш һәм малай образдары бирелгән.Малайҙарҙы ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ? (ялан аяҡлы, ғәмһеҙ, ышаныусан)
4.«Офоҡтағы ҡояш» шиғырының тел – һүрәтләү сараларын билдәләү (парлап эшләү)
Эпитет – метафоралар: серле таң, нур – ялы.
Йәнләндереүҙәр:тау башында ятҡан ҡояш, нур – ялын һыйпай иң элек, күккә ырғып өлгөрҙө, ал шаршауҙы һирпеп ебәргән, бала сағым ҡояшты эҙләп йөрөй.
Стилистик фигуралар:ҡабатлауҙар - кем – кем, йыраҡта – йыраҡта, малай – малай, көлә – көлә.
Инверсия: ҡалҡып килә ине ул саҡта, баҫып торҙоҡ оҙаҡ.
Жанр үҙенсәлектәре: юл аша рифма- ҡырласлы – ҡояшты, ебәреп – күтәреп.
Интонацион биҙәктәр: шиғырҙы ниндәй кәйеф менән уҡырға кәрәк? (тәүҙә шатланып, үкенес, һағыш тойғоһо менән).
- Уҡыусылар, шиғыр буйынса һүрәт төшөрөр булһағыҙ, ниндәй төҫтәрҙе ҡулланыр инегеҙ? (асыҡ, йылы төҫтәрҙе)
IV.Белемде нығытыу.Яңы белемде ҡулланыу.
Төркөмдәрҙә эш:
1.Шиғыр йөкмәткеһенә тура килгән мәҡәлдәр, һөйләмдәр уйлай (Бала саҡ – баллы саҡ.Бала саҡ – ғәмһеҙ саҡ.Баласаҡ утрауында булдым.Баласаҡ илендә күңелле һ.б.)
2.Синквейн төҙөй
Бала саҡ
Күңелле, ғәмһеҙ,
Һағындыра, шатланам, онотмайым.
Бала саҡҡа ҡайтып булмай,
Ғүмер.
V.Йомғаҡлау.Рефлексия.
- Бөгөнгө дәресте нисек үҙләштергәнегеҙҙе белер өсөн, мин һеҙгә Блум ромашкаһын тултырырға тәҡдим итәм.
Блум ромашкаһы
1.Ябай һорау:Кем ул Рәшит Назаров?
2.Асыҡлаусы һорау: «Офоҡтағы ҡояш» шиғырының идея – тематикаһы ниндәй?
3.Интерпретацион һорау: Ни өсөн шиғыр «Офоҡтағы ҡояш» тип атала ?
4.Ижади һорау:Һеҙҙең фекерегеҙсә, Рәшит Назаров ҡояш образына башҡа шиғырҙарында мөрәжәғәт иткәнме икән?
5.Баһалаусы һорау:Шағир Рәшит Назаровтың поэтик оҫталығын һеҙ нисек баһалайһығыҙ?
6.Ғәмәли һорау:Бөгөн дәрестә һөйләгәндәрҙән иҫегеҙҙә нимәләр нығыраҡ ҡалды?
Йомғаҡлау.
- Рәшит Назаров – башҡорт әҙәбиәте тарихына исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған шағирҙарҙың береһе.Уның ижадына юғары баһа биреп, замандашы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: «Ун һигеҙ йәшендә уның ижады уникаль ваҡиға, әҙәбиәттең артабанғы үҫеше күҙлегенән ҡарағанда тарихи күренеш булды»,- тип яҙған.
Рәшит Назаров нимә тураһында ғына яҙмаһын, йөрәгенең һутын һалып, талантының көсөн түгеп яҙған.Уның шиғриәте яңылығы, фекер тәрәнлеге, юғары художестволылығы менән айырылып тора.Ул башҡорт шиғриәтен яңы, үҙенсәлекле образдар, поэтик һүрәтләүҙәр менән байытҡан.Бының шулай булыуын беҙ бөгөнгө дәрестә күрҙек.
VI.Өйгә эш: 1. «Офоҡтағы ҡояш» шиғырын тасуири уҡырға.
2.Йөкмәткегә ҡарата һүрәт эшләргә.
3.Үҙегеҙҙең бала сағығыҙ тураһында шиғыр йә хикәйә яҙып ҡарарға.