Тема: Яҙмыштарҙа – ил тарихы (Ғәлим Хисамовтың “Өн һәм һан” романынан “Алдар менән Тәфтиләү” бүлеге буйынса инеш дәрес)
методическая разработка (9 класс)

Исламова Тансулпан Муллахметовна

 Дәрес өлгөһө 9-сы класс уҡыусылары өсөн тәҡдим ителә.Маҡсат: Тарих менән ҡыҙыҡһыныу,илһөйәрлек,арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу,уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү , ә иленә,халҡына хыянат иткәндәрҙән ғибрәт алыу кәрәклеге тураһында уйландырыу.   Ғ.Хисамовтың “Өн һәм һан” романынан “Алдар менән Тәфтиләү” бүлегенең йөкмәткеһен үҙләштереү аша унда һүрәтләнгән Алдар һәм Тәфтиләүҙең яҙмыштарын сағыштырыу юлы менән проблемаларҙы асыҡлау,анализлау.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл дәрес өлгөһө43.55 КБ

Предварительный просмотр:

                                               

Тема:  Яҙмыштарҙа – ил тарихы

(Ғәлим Хисамовтың “Өн һәм һан” романынан “Алдар менән Тәфтиләү” бүлеге буйынса инеш дәрес)

Уҡыу-методик комплект:  Ғ. Хисамовтың “Өн һәм һан” романы; 9-сы кластар өсөн “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” уҡыу ҡулланмаһы;

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға өйрәтеү; тарих менән ҡыҙыҡһыныу,илһөйәрлек,арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу,уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү , ә иленә,халҡына хыянат иткәндәрҙән ғибрәт алыу кәрәклеге тураһында уйландырыу.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: уҡыу процесында күҙәтергә,сағыштырырға,анализларға һәм һығымта яһарға өйрәтеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: Ғ.Хисамовтың “Өн һәм һан” романынан “Алдар менән Тәфтиләү” бүлегенең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда һүрәтләнгән Алдар һәм Тәфтиләүҙең яҙмыштарын сағыштырыу юлы аша проблемаларҙы асыҡлау,анализлау.

Йыһазландырыу: слайдтар,китаптар күргәҙмәһе,ноутбуктар,проектор,экран.

                                              Дәрес барышы

          Уҡытыусы эшмәкәрлеге

           Уҡыусы эшмәкәрлеге

                                I.Психологик комфорт булдырыу

1.Дәресте Г.Салә көйөнә, Р.Аҡъярова һүҙҙәренә яҙылған “Әссәләмәғәлейкүм! “ йырын тыңлау,ҡушылып йырлау менән башлау:

Таң ата ла ҡояш сыға,

Ҡояшты сәләмләй көн.

Һаумы, ҡояш !Һүнмәҫ усаҡ!

Әссәләмәғәлейкүм!

Тел асҡысы. иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм

Әссәләмәғәләйкүм!

2.- Хәйерле иртә,уҡыусылар!

 - Бөгөн беҙгә Һамар өлкәһенән ҡунаҡтар килгән.Әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшәйек!

-Ултырығыҙ!

-Уҡыусылар! Һамар өлкөһендә тыуған арҙаҡлы шәхестәрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ?

-Афарин! Һамарҙан килгән ҡунаҡтарыбыҙ дәресебеҙҙә ҡатнашһа,Рәшит Ниғмәтиҙең,Һәҙиә Дәүләтшинаның, Ғөбәй Дәүләтшиндың, Фатима Мостафинаның яҡты рухтары бөгөн беҙгә яҡты маяҡ булып, барыбыҙ өсөн дә шатланып,дәрес барышын ситтән күҙәтерҙәр.

-Уҡыусылар, алдығыҙҙа ятҡан төҫлө карточкалар ярҙамында кәйефтәрегеҙҙе сағылдырығыҙ әле!

-Күреүемсә,яҡты,сағыу,матур төҫтөр һайлағанһығыҙ,тимәк кәйефтәрегеҙ яҡшы!

-Ә ҡунаҡтарға ниндәй теләктәр теләрһегеҙ? Төҫлө карточкаларығыҙҙы күрһәтегеҙ һәм шул төҫтөр сағылыш тапҡан һүҙҙәрегеҙҙе еткерегеҙ!

  • Төрлө сағыу төҫтөр ярҙамында ҡунаҡтар менән беҙҙең араға дуҫлыҡ күпере һалдығыҙ! Рәхмәт!

-Шулай уҡ һәр берегеҙ күршегеҙгә уңыштар теләп,күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ!

Экрандағы йыр һүҙҙәренә таянып йырлау.

 

  • Һаумыһығыҙ!

  • Хәйерле иртә!

  • Башҡортостандың халыҡ шағиры –Рәшит Ниғмәти, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Һәҙиә Дәүләтшина, яҙыусы, сәйәсмән Ғөбәй Дәүләтшин, Фатима Мостафина...

(Уҡыусылар төҫлө карточкалар күрһәтәләр)

(Уҡыусылар төҫлө карточкалар күрһәтәләр)

  • Зәңгәр аяҙ күк!
  • Ап-аҡ яҡты тормош!
  • Йәшел, тимәк, муллыҡ!
  • Һары, тимәк, ҡояш нурҙары!...

Уҡыусылар парта артындағы күршеһенең усына һуғып, уңыш теләй ала.

                               

-Дәрес барышында төркөмдәрҙә эшләйәсәкбеҙ.

 -Дәрестең дөйөм темаһын бергәләп уйларға кәрәк буласаҡ.

Экранға иғтибар! Тексты уҡып, асҡыс һүҙҙе табығыҙ!

-Тимәк, ниндәй темаға һөйләшеү алып барасаҡбыҙ?

Эпиграф һайлау өсөн Ғ.Хөсәйеновтың парсалар китабын тәҡдим итәм.

«Тарих” бүлеген асып, эпиграф һайлағыҙ!

 

Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ?

-Уҡыусылар! Халҡыбыҙҙың үткән тарихын һеҙ ниндәй төҫтәр менән сағылдырыр инегеҙ?

Ни өсөн?

 

 -Төҫтәр араһында ике ҡапма-ҡаршы төҫтө күрһәтегеҙ!

-Экранға иғтибар итегеҙ!

Унда һүҙҙәр аҙашҡан. Уларҙы аҡ һәм ҡара төҫтәр ҡаршыһына урынлаштырығыҙ!

-Рәхмәт! Тормошта ҡайһылары күберәк?

-Дөрөҫ фекерләйһегеҙ!

-Бөгөн беҙ дәрестә ҡапма-ҡаршы яҙмышлы ике образ тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

-Иғтибар экранға!

- Фильмдан өҙөк ҡарап, шиғыр тыңлап, кемдәр тураһында һүҙ барғанын әйтегеҙ!

 1.Руслан Хайсаров һөйләүендә  Лариса Абдуллинаның “Алдар Батыр” шиғырынан өҙөк. (0,52 секундҡа тиклем)

-  Әммә береһе.......? тигәс туҡтатып, кем тураһында һүҙ барғанын һорау.

2.Фильм “Суянтус” (смотрим отрывок)

-Яуаптарығыҙ дөрөҫ! Тимәк артабан кемдәр тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ?

-Эйе,Алдар батыр менән Тәфтиләү.

-Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып,бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйығыҙ!

  • Романдың авторы Ғәлим Хисамов тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү өсөн һүҙҙе.......бирәбеҙ!

  • Рәхмәт!

  • Уҡыусылар! Ғәлим Хисамов тарихи темаға романдар яҙа.

  • Яҙыусы тарихи факттарҙы боҙоп күрһәтә аламы?

      -Дөрөҫ! Әлбиттә,юҡ!

  • Әҫәрҙең йәкмәткеһен аңлы ҡабул итеү өсөн википедия материалдарына мөрәжәғәт итәйек.

  • I төркөм – Алдар батыр.

  • II төркөм-Тәфтиләү.

   -Уҡыусылар, уҡыу ҡулланмаһының 64-се битен асығыҙ! Унда бирелгән “Алдар менән Тәфтиләү” өҙөгөнөң башын бергәләп сылбырлы уҡыу юлы менән уҡыйыҡ. Уҡыу барышында унда күтәрелгән проблемаға иғтибар итегеҙ.

(Аудиояҙма ла тыңларға була)

 

-Ниндәй проблема күтәрелде?

 -Төркөмдәргә эш: “перекрестная дискуссия”

Проблемалы һорау:

Тәфтиләү суҡынып ,динен,исемен алмаштырып дөрөҫ эшләгәнме?

Ял минуты.

Иғтибар экранға! Ҡараған өҙөктә нимә тураһында һүҙ бара,иғтибар менән ҡарайбыҙ!

Төркөмдәрҙән дебатҡа ике уҡыусыны саҡырам.

Бәхәс өсөн һорау:

Алдар Иҫәнгилдин халыҡты ихтилалға күтәреп дөрөҫ эшләгәнме?

-Төркөмдән ике уҡыусыны таҡтаға кластер төҙөргө саҡырам.

 

Ул арала ике төркөм һүҙлектән, йә википедиянан ҡарап, “шәхес” һүҙенең аңлатмаһы менән таныша һәм түбәндәге һорауға яуап бирергә әҙерләнә:

-Алдар батыр менән Тәфтиләүҙе беҙ шәхес тип әйтә алабыҙмы?

-Алдар батырҙы данлап йырҙар,шиғырҙар, әҫәрҙәр ижад ителһә, Тәфтиләүгә халыҡ ҡарғыш йырлауын да онотмағыҙ!

-Алдарҙың яҙмышын ниндәй төҫ менән күрһәтерһегеҙ?

-Тәфтиләүҙең яҙмышын ниндәй төҫтә күрҙегеҙ?

Йомғаҡлау:

Бөгөнгө дәресебеҙ аҙағына яҡынлашты. Дәрестә алған мәғлүмәттәр артабан әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлап уҡыу өсөн ярҙам итер тип уйлайым.

Бергәләп синквейн төҙөйөк .

1.Тарих

2.Ике сифат.

3.Өс ҡылым.

4.4 һүҙҙән торған тос фекер.

5.Синоним һүҙ.

(Йә Алдар батырға,йә Тәфтиләүгә синквейн)

Уҡыусылар,алдығыҙҙа ятҡан төҫлө карточкалар ярҙамында тарихты сағылдырығыҙ!

Тәфтиләүҙәр заманында...

Бөгөнгө көндә...

Киләсәктә...

 

Рефлексия:

1.Нимә белә инем...

2.Ниндәй яңылыҡ белдем...

3.Нимә белергә теләйем...

4.Дәрестә алған белемем киләсәктә кәрәк буласаҡмы?

 Өйгә эш:

1.”Алдар менән Тәфтиләү” өҙөгөн уҡырға.

2.Төп образдар тураһында презентация эшләргә.

3. Текстың йөкмәткеһе буйынса 10 проблемалы һорау төҙөп яҙырға.

Баһалар ҡуйыу.

-Уҡыусылар, ысынлап та беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған,беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған! Бөгөнгө булған һөйләшеүҙәр һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә уйылып ҡалыр.тигән өмөттә мен.Башҡортмон тип күкрәк киреп,үҙ ерҙәребеҙгә хужа булып,милләтебеҙҙе алға әйҙәп йәшәйек! Шуны онотмағыҙ: тарихты дауам итеүселәр,яҙыусылар – ул һеҙ!

Дәресебеҙҙе Альбина Шәмсетдинова һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған “Башҡорт улына” йыры менән тамамлайыҡ

-

Тарих –беҙҙең баштарҙа,тигән әҙип,

Тарих – беҙҙең таштарҙа, тигән тарихсы,

Тарих – беҙҙең яҙмаларҙа,тигән ғалим,

Тарих – беҙҙең моң-йырҙарҙа, тигән сәсән.

                                     Ғ.Хөсәйенов

-Тарих!

“Халыҡ тарихы – ул уның автобиографияһы.Кеше үҙенең автобиографияһын нисек белгән шикелле,туған халҡының автобиографияһын да белергә тейеш.”

                                        Ғ.Хөсәйенов

1.Халҡыбыҙҙың тарихы менән танышыуҙы дауам итеү.

2.Һөйләү телмәрен үҫтереү.

3.Тарихи ваҡиғаларҙың үҙәгендә булған арҙаҡлы шәхестәр тураһында һөйләшеү.

-Ҡыҙыл,сөнки беҙҙең тарих ҡан менән яҙылған!

-Ҡара,сөнки башҡорт халҡы бик күп юғалтыуҙар кисергән!

-Аҡ –ҡара төҫтәр.

-саф күңелле, ҡара эсле, эскерһеҙ,ярҙамсыл, хыянатсы, ике йөҙлө,рухлы, илһөйәр,ялағай, ҡурҡаҡ, батыр, маңҡорт...

-Төрлөһө бар...

 

Фильмдан әҙөк ҡарау.

Шиғыр тыңлау.

-Алдар батыр тураһында. Беҙ 7-се класта Ғайса Хөсәйеновтың “Алдар батыр” ҡиссаһын уҡыныҡ.Унда шул ваҡиғалар тураһында һүҙ барҙы.

-Был фильм 1736 йылда Тәфтиләү етәкселегендә каратель отрядтары тарафынан яндырылған Һөйәнтөҙ ауылы фажиғәһе тураһында.Унда меңдән артыҡ кеше үлтерелә,шуларҙан

105 кеше һарайға бикләп тереләй яндырыла.Иң аяныслыһышунда – араларында балалар ҙа,ҡарт-ҡоролар ҙа була...

-1735-1740 йылдарҙа барған тарихи ваҡиғалар менән бәйле.

-Алдар батыр,Тәфтиләү!

 

Теманы яҙып алыу.

Экранда:

 “Алдар менән Тәфтиләү”

(Ғәлим Хисамовтың “Өн менән һан” романынан өҙөк)

(Алдан әҙерләнгән уҡыусының сығышы –презентация)

-Минең уйлауымса,тарихи факттарҙы үҙенсә борғоларға яҙыусының хаҡыҡы юҡ!..

     

Уҡыусылар википедияны асып, Алдар Иҫәнгилдин һәм Ҡотләхмәт   ...... тураһында белешмә бирәләр.  

Сылбыр юлы менән уҡыу. 64-65-се биттәр:

...Тәфтиләү,йүгерә-атлай килеп.................Атайҙы рустар элек тә Иван ти торғайны.    

Нәҫелдән оялыу. Исемен алмаштырыу.Икенсе дингә күсеү.  

I төркөм яҡлай.

II төркөм ҡаршы сыға.

“Алдар Исекеев.Герой и шаһид” фильмынан өҙөк ҡарау.

( минуты: ....)

  Бер уҡыусы яҡлай,икенсеһе инҡар итә.      

Таҡтала кластер төҙөү.

Алдар: ихтилал башлығы, батыр,төрөк батырын еңә, тархан,яугир,дан ҡаҙанған...Мәҡәл:

“Данлы егет ил өсөн үлер”

Тәфтиләү: Ҡотломөхәммәт, Алексей, татар нәҫеленән,ҡарғыш алған, хыянатсы,башҡорттарҙы ҡырған. Мәҡәл: “Халыҡҡа хыянат-Ватанға хыянат”

Шәхес –ул ...........      

Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.

Яуаптар тыңлау.

1.Тарих.

2.Аҡ,ҡара.

3.Һиҫкәндерә,уйландыра,тетрәндерә.

4.Беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған.

5.Автобиография.    

-Аҡ! Сафлыҡ,яҡтылыҡ, тыныслыҡ!    

Йөҙөңә бысраҡ ташлап,йөрәгең ярылһа.

Онотма,тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға

Көслө рухлы халыҡтың уланы һин,онотма!

Милләтеңде алға әйҙә,саҡыр һин көрәшкә,

Онотма үҙ тарихыңды,юғалтмаһин һаҡла

Заман афәттәренә ,башҡортом,бирешмә!

Көс-ғәйрәт,түҙемлек бир аллам!

Башҡортмон тип,күкрәгемде ҡағам!

Үткәнеңә күҙ ташла – ярһыймы йөрәгең?

Күпме ҡырылды һинең аҡыллы йөҙҙәрең.

Тартып алдылар күпме һорамай ерҙәрең.

Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла!

Һынып ҡалма бер ниҙән,башҡорт илен данла!

Көслө рухлы халыҡтың уланы һин,онотма!

Көс-ғәйрәт,түҙемлек бир аллам,

Башҡортмон тип,күкрәгемде ҡағам!...

   

                                  V.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

 

1.Төп проблема: көсләп суҡындырыу.

2.Туйгилденең тормошон ике өлөшкә бүлеп ҡарайыҡ:суҡындырылғанға тиклемге һәм унан һуңғы.

Суҡындырылғанға тиклемге маҡсаты: ил-йорт проблемаларынан ситтә ҡалып,боҫоп йәшәү,...

Суҡындырылғандан һуңғы маҡсаты: ни күрһә лә халыҡ,ил-йорт менән бергә күреү,йән тыныслығын кире ҡайтарыу...

3.Беренсе осраҡта маҡсатына ирешеү өсөн тегеләйтеп-былайтып яу-ялҡындан ситтә ҡала...

Икенсе осраҡта – үҙ диненә кире ҡайта...

2.Киҫәкбикәнең маҡсаты:

Суҡындырылғанға тиклемге маҡсаты:

(әҫәрҙә яҙылмаған), моғайын,балаларын үҫтереп,ирекле тормошта йәшәргә,бәхетле ғаиләлә ғүмер кисерергә теләгәндер...

Суҡындырылғандан һуң маҡсаты:

Кесе улының яҙмышын,унан аша башҡаларының яҙмышын белеү...

3.Беренсе осраҡта маҡсатҡа ирешеү өсөн Байрасовтар нәҫеле Ҡараһаҡал етәкселегендәге азатлыҡ өсөн яуға ҡушыла...

Икенсе осраҡта-ҡоллоҡтан өс тапҡыр ҡаса...

2.Туйгилде:

- үҙ хатаһын аңлай;

 -кире үҙ диненә ҡайта;

-ҡасырға ынтылыш яһай;

--                            

Киҫәкбикә:

-ҡасып ҡайта;

-ҡыйыу

-улын йәшерә;

Мәҫәлән, 1-се аргумент:Туйгилде үҙ хатаһын аңлай.

Кире ҡағыу:үҙ хатаһын аңлағанға тиклем, ни өсөн ҡурҡып,икенсе дингә күсергә тиҙ генә ризалаша...

Аргумент:Киҫәкбикә ҡасып ҡайта.

Кире ҡағыу:ул ҡасып ҡайтып,иҫән ҡалған улының яҙмышын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя...

Позитив фекер: ике геройҙы ла аңларға була: улар нимә генә эшләһәләр ҙә – барыһы ла балалар хаҡына..

Дәреслектән өҙөк:”Нитмәк кәрәк,фани донъя үҙ рәхимһеҙ ҡанундары менән йәшәй шул.Тәғәйене,Рәсәйҙә мәрхәмәтһеҙ батша закондары менән.”. -                        

                                                 VI. Ял минут

Уҡыусыларҙың күҙҙәре өсөн гимнастика эшләтергә мөмкин.

Ике әҫәр ҙә быуаттар төпкөлөндә булған хәл- ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә ҡарамаҫтан,бөгөнгө көн өсөн актуаль булған проблемаларҙы күтәрә.

Уҡыусылар,һәр төркөмдә әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып,бөгөнгө көн өсөн актуаль булған проблемалы һорау әҙерләгеҙ.

Һорауҙарға яуаптарҙы тыңлау,фекер алышыу.

Ул арала һәр төркөмдән берәр уҡыусы таҡтаға сығып,кластер төҙөй.

Эш: әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килгән асҡыс һүҙҙәрҙе һайлап,кластер төҙөргә.

I төркөм:”Туйгилдене яндырыу”

II төркөм:”Киҫәкбикә”

Төркөмдәрҙә эшләйҙәр.

1.Бөгөнгө көндә үҙҙәре теләп,икенсе дингә күскән кешеләргә нисек ҡарайһығыҙ?

2.Бөгөн ерҙәребеҙҙең ситтәр ҡулына күсеүен нисек туҡтатырға була?

Кластер төҙөү,аудитория алдында аңлатыу.Хаталар булһа төҙәтеү.

Һайлап алыу өсөн асҡыс һүҙҙәр:

Трофим Юркиньев сын, Катерина,Яҡшығол,Биксәтәй,”Йән-тән тартһа ла,ир тип кем иманын һатһын инде”,”Ир һөймәгәнде ил һөймәҫ; мир ҡаҡҡанды, ил ҡағыр”,”Инә ҡорт ниндәй – күсе лә шундай”,”Ғаиләң өсөн ҡалҡан бул,балаларыңды ишәйт”,”Әгәр бурыслымын тиһәң,улың алдында ғына”,Ир-ат икән,эйәр өҫтөндә булырға тейеш”,”Йәнегеҙҙе,иманығыҙҙы һатмағыҙ”,,Ни күрһәге ҙә халыҡ,ил-йорт менән бергә күрегеҙ”,Уны улы,туғандары,ауылдаштары ғына борсоно”,”кешенеке итәктә,үҙеңдеке үҙәктә”,Уның ҡарашында ҡара көйгән ер һыҙланыуын күрҙе".

                               VIII.Рефлексив анализ.

Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты.

Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ

Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ?

Тарих һүҙен ҡулланып,бергәләп синквейн төҙөйөк..

Уҡыусылар,алдығыҙҙа ятҡан төҫлө карточкалар ярҙамында тарихты сағылдырығыҙ һәм аңлатығыҙ:

Батыршалар заманында...

Бөгөнгө көндә...

Киләсәктә...

Рефлексия:

1.Нимә белә инем...

2.Ниндәй яңылыҡ белдем...

3.Нимә белергә теләйем...

4.Дәрестә алған белемем киләсәктә кәрәк буласаҡмы?

Бер уҡыусы эпиграфты уҡый.

Тарих менән бәйле...

Синквейн:

Тарих

Шанлы,һабаҡлы

Һиҫкәндерә,уйландыра,ғорурландыра

Тарих ташҡа уйып яҙылған

Ҡомартҡы

                                            IX.Өйгә эш биреү

Өс кимәлдәге өйгә эш буйынса аңлатма биреү:

1.Тарихи шәхес Исмәғил Тасимов тураһында презентация эшләргә.

2.Инша “Беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған,беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған”.

3.Йыл дауамында үткән тарихи әҫәрҙәргә нигеҙләнеп,” Тарихи шәхестәр” темаһына проект эшләргә.

Уҡытыусының аңлатҡанын иғтибар менән тыңлау,яҙып алыу.

                               X.Дәрестәге эшмәкәрлекте баһалау

Баланы үҙ эшен баһалауҙы ойоштороу.

Уҡытыусы дәрестә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға баһаны ни өсөн ҡуйғанын аңлата.

Эш дәфтәренә шкала,диаграмма.смайлдар һ. б. ҡулланып, эшеңә баһа ҡуйыуҙы ойоштороп була.

                                               XI.Йомғаҡлау

Уҡыусылар, ысынлап та беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған,беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған! Бөгөнгө булған һөйләшеүҙәр һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә уйылып ҡалыр.тигән өмөттә мен.Башҡортмон тип күкрәк киреп,үҙ ерҙәребеҙгә хужа булып,милләтебеҙҙе алға әйҙәп йәшәйек! Шуны онотмағыҙ: тарихты дауам итеүселәр,яҙыусылар – ул һеҙ!

Дәресебеҙҙе Альбина Шәмсетдинова һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған “Башҡорт улына” йыры менән тамамлайыҡ.

Йөҙөңә бысраҡ ташлап,йөрәгең ярылһа.

Онотма,тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға

Көслө рухлы халыҡтың уланы һин,онотма!

Милләтеңде алға әйҙә,саҡыр һин көрәшкә,

Онотма үҙ тарихыңды,юғалтмаһин һаҡла

Заман афәттәренә ,башҡортом,бирешмә!

Көс-ғәйрәт,түҙемлек бир аллам!

Башҡортмон тип,күкрәгемде ҡағам!

Үткәнеңә күҙ ташла – ярһыймы йөрәгең?

Күпме ҡырылды һинең аҡыллы йөҙҙәрең.

Тартып алдылар күпме һорамай ерҙәрең.

Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла!

Һынып ҡалма бер ниҙән,башҡорт илен данла!

Көслө рухлы халыҡтың уланы һин,онотма!

Көс-ғәйрәт,түҙемлек бир аллам,

Башҡортмон тип,күкрәгемде ҡағам!...


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка классного часа "Огненная вахта Алдара"

Светлой памяти героя России Алдара Цыденжапова посвящается....

Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.

Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....

Беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған, Беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған. (Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” романынан “Туйгилдене яндырыу” бүлеге һәм Мәрйәм Бураҡаеваның “Киҫәкбикә” хикәйәһе буйынса).

ldquo;Халыҡ тарихы –ул уның автобиографияһы. Кеше үҙенең автобиографияһын нисек белгән шикелле,туған халҡының автобиографияһын да белергә тейеш” –тип яҙа Ғайса Хөсәйенов “Торм...