Эш программаһы
рабочая программа

Шагалиева Сания Бахтияровна

Эш программаһы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Башҡорт теленән эш программаһы52.82 КБ

Предварительный просмотр:

Республика Башкортостан  г. Белорецк

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа № 13

Рассмотрено

на заседании ГМО

протокол № _____

от «__»___________2019 г.

Методист по родным языкам Ахметшина Л.Х.

______________________

Согласовано

Зам.директора по УВР

Симакова Л.А.

____________________

«___»___________2019 г.

«Утверждаю»

Директор школы

____________Панов В.М.

Приказ №______

«___»____________2019 г.

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА

по предмету «Башкирский язык как государственный язык РБ»

Ступень обучения (класс) – 5-9 классы

Количество часов – I полугодие –  ,  II полугодие – 16. Итого – 35 часа

Уровень - базовый

Составитель – Шагалиева С.Б.

Учитель – Шагалиева С.Б.

г. Белорецк

2019 г.

Башҡортостан республикаһы Белорет ҡалаһы

13--сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

МБ ултырышында

ҡаралған

протокол № ____

«___»___________2019 г.

МБ етәксеһе

Әхмәтши Л.Х.

___________________

Килешелгән

Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары

____________________

Симакова Л.А.

«___»____________2019 г.

«Раҫлайым»

Мәктәп директоры

____________Панов В.М.

Приказ №______

«___»____________2019 г.

“БР дәүләт теле булараҡ башҡорт теле” предметынан

ЭШ ПРОГРАММАҺЫ

Уҡытыу баҫҡысы (класс) – 5-9-сы кластар

Сәғәттәр һаны -  I ярты йыллыҡ – 16 сәғәт,   II ярты йыллыҡ  – 18 сәғәт. Бөтәһе – 35 сәғәт.

Кимәле – төп

Төҙөүселәр – Шәғәлиева С.Б.

Уҡытыусы – Шәғәлиева С.Б.

 

Белорет ҡалаһы                                                                                                                                   2019 йыл

Аңлатма яҙыу.

Эш программаһы түбәндәге өлгө программаларға нигеҙләнеп төҙөлдө:

Ғәбитова З.М. “Башҡорт теле” (5-9-сы класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу рус телендә алып барылған төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) – Өфө: Китап, 2015.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

1. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө : Китап, 2015.

2. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө : Китап, 2015.

3. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). – Өфө : Китап, 2015.

4. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 8-се класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн  уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2017.– 132 б.

5. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн  уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2017.– 132 б.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған  "Башҡорт теле" (5-9-сы класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу рус телендә алып барылған төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн)/ төҙ. З.М.Ғәбитова. - Өфө: Китап, 2015. нигеҙендә төҙөлдө. Башҡортостан  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 13-cө муниципаль  бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының  “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: 

  1. Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” 2012 йылдың 29 декабрендәге 273-ФЗ һанлы Федераль Законы.
  2. РФ мәғариф һәм фән министрлығының 2010 йылдың 17 декабрендәге 1897-се(үҙгәртелгән) һанлы приказы менән раҫланған төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттары.
  3. РФ мәғариф һәм фән министрлығының 2015 йылдың 31 декабрендәге 1577-се (үҙгәртелгән) һанлы приказы менән раҫланған төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттары.
  4. “Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында” БР-һы 2013 йылдың 1 июлендәге 696-3 һанлы Законы.
  5. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы  25.10.1991 № 1807-1

 (. үҙг. 12.03.2014)

  1. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” 1999 йылдың 15 февралендәге 216-3 һанлы БР-һы Законы.
  2. Рәсәй Федерацияһының Юстиция министрлығында теркәлгән “Дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡытыуҙы ойоштороу шарттарына санитария-эпидемиология талаптары” 03.03.2011 № 19993 Санитария-эпидемиология ҡағиҙәләре һәм нормативтары СанПиН 2.4.2.2821-10
  3. РФ мәғариф һәм фән министрлығы прикзы менән раҫлаҫан “Дөйөм белем биреү программалары - башланғыс, урта, дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡытыу эшмәкәрлеген ойоштороу һәм ғәмәлгә ашырыу тәртибе” 30.08.2013 № 1015.
  4. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән "Башҡорт теле" (5-9-сы, 10-11-се класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу рус телендә алып барылған төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн)/ төҙ. З.М.Ғәбитова. - Өфө: Китап, 2015.
  5. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты Үҫтереү институты тарафынан тәҡдим ителгән "Эш программаһы эшкәртеү буйынса методик кәңәштәр. Башҡорт теле.” Яңы быуын стандарттары. – Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2014.
  6. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәренең «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 2003.
  7. 2019-2020 уҡыу йылына 13-cө муниципаль  бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының  “Уҡыу планы”

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телдең системаһын  (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.                                                                                                                                                                                                                                           2. 5-9-сы кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).  

3.  Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).                                                                                                                                                                                                                                

Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение).
  4. Аралашыуҙа була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (элементарное письмо).
  5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

        Коммуникатив компетенция  телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана белеүҙе талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртергә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

      Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

          Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының ьәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли – мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ –ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

          Башҡорт теле курсының коммуникатив – эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

          Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы – предмет – ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; һөйләү һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири өйтеп биреү, аралашыу процесында телдән һәм яҙма телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы асыҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан дөрөҫ фекер йөрөтөү, иҫбатлау, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау мәғлүмәти – компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте ситемаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар меән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге  (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә – эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциалау һ. б. тормошҡа ашырыу.) Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

        Функциональ грамоталылыҡты  формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлетәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Башҡорт (дәүләт) теле предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Шәхсән һөҙөмтәләр (мәктәп уҡыусыларының башҡорт теленән төп программаны үҙләштереүе):

  • Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын аңлау: башҡорт телен өйрәнеүҙең эшмәкәрлек һәм профессиональ эшмәкәрлектә кәрәк булыуын аңлау
  • башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыуға әҙерлек: үҙ-ара аралашыуҙа толерантлыҡ
  • башҡорт теленең башҡорт мәҙәниәте менән танышыу сараһы булыуын аңлау.

Метапредмет һөҙөмтәләр (рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү):

  • телдән һәм яҙма хәбәр ителгән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү
  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты төрлө уҡыу төрҙәрендә ҡабул итеү
  • тыңланған һәм уҡылған тексты бирелгән эш төрҙәре (план, йөкмәткеһен һөйләү, конспект) менән яңынан һөйләү белеү
  • аралашыу сфераһы һәм шартына ҡарап, телмәреңде һәм яҙма телмәреңде төҙөй белеү, әңгәмә, фекер алышыу, дискуссияла ҡатнаша алыу
  • үҙ аллы белем ала белеү, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары, интернет

ресурстары, ваҡытлы матбуғат баҫмалары менән эшләй белеү, белешмә әҙәбиәт менән ҡуллана алыу

  • тәғәйен темаға материалды һайлап ала һәм системаға килтереү ысулдарын үҙләштереү, үҙ ҡарашыңды анализлай, сағыштыра, күрһәтә, һығымта яһай, йомғаҡлай, нигеҙләй белеү
  • башҡорт телен башҡа сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыу сараһы булараҡ ҡуллана алыу һәләтен үҫтереү
  • үҙ телмәреңде баһалау күнекмәләрен үҙләштереү
  • предмет-ара кимәлдә (туған тел, сит тел, әҙәбиәт) тел күренештәрен анализлай белеү.

Предмет һөҙөмтәләре (сығарылыш класс уҡыусыларының төп мәктәп программаһын үҙләштереүе):

  • төп аңлатмаларҙы үҙләштереү: тел һәм телмәр, телдән һәм яҙма телмәр, диалог һәм монолог, телмәр ситуацияһы, телмәрҙең фукциональ стилдәре һәм типтары, текст; телдең системаһы: фонетика, орфоэпия, лексика һәм фразеология, һүҙ составы һәм һүҙьяһалыш, морфология, синтаксис,

орфография һәм пунктуация

  • башҡорт теленең телмәр берәмектәрен белеү, уларҙың билдәләре, һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, уларҙың үҙенсәлектәре
  • телмәр практикаһында ситуация һәм аралашыу стилендә тел берәмеген урынлы ҡулланыу
  • фонетик һәм лексик системаның төп үҙенсәлектәрен һәм рус теле менән сағыштырмаса башҡорт теленең грамматик төҙөлөшөн белеү
  • башҡорт әҙәби тел нормаларын һәм телмәр этикетын белеү, уларҙы әйтергә теләгән фекереңде төҙөгәндә, йәғнителдән һәм яҙма телмәр практикаһында ҡулланыу
  • төрлө төрҙәге лингвистик, ике телле һүҙлектәр менән ҡуллана белеү
  • төрлө фукнциональ стиль һәм жанрҙағы текст йөкмәткеһен уҡыу һәм аңлау: әҙәби (шиғыр, йыр, хикәйә, повесть һәм романдарҙан өҙөктәр), ғилми һәм популяр (ғилми һәм популяр журналдарҙан мәҡәләләр), публицистик (хроника,информацион хәбәрҙәр, комментарий), эшлекле (анкета, белдереү,ышаныс ҡағыҙы һ.б.)
  • ғәҙәти темпта тәҡдим ителгән мәғлүмәтте (уҡытыусы телмәре, радио һәм телевидение дикторы телмәре һ.б.) аңлау
  • аралашыу сфераһын һәм ситуацияны иҫәпкә алып, төрлө жанрҙа һәм стилдә текст төҙөү; көнкүреш, уҡыу, социаль мәҙәни темаға телмәр этикет нормаларын һаҡлап, үҙ инициативаһы менән диалог ҡороу
  • текст менән мәғлүмәт сығанағы булараҡ эш итә белеү, тексҡа төрлө аспектта анализ, тексты планға, тезисҡа, конспектҡа әйләндереүҙең төрлө информацион төрҙәрен үҙләштереү
  • текст фрагменттарын рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү.

Башҡорт дәүләт теле булараҡ предметының базислы уҡыу  планында  урыны

Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

Башҡорт дәүләт теле предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет,

предмет, һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

Регулятив УУЭ: дәрестә уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, дәрестә эш тәртибен билдәләү, күмәкләп төҙөлгән план буйынса эшләү,  үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыра белеү, ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү; уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү; дәрестә уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, дәрестә эш тәртибен билдәләү, күмәкләп төҙөлгән план буйынса эшләү, эш алымдарының дөрөҫлөгөн баһалау, үҙеңдең эш алымдарыңды маҡсатҡа ярашлы итеп планлаштырыу.

Шәхси УУЭ –.Танып-белеү УУЭ – бүлектәге мәғлүмәттең бөтә төрҙәрен дә иҫәпкә алыу; һүҙлектәр, белешмә материалдар менән файҙалана белеү; текстан   кәрәкле мәғлүмәт таба алыу оҫталығы. бүлектәге мәғлүмәттең бөтә төрҙәрен дә иҫәпкә алыу; мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү); һүҙлектәр, белешмә материалдар менән файҙалана белеү; телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица)

Коммуникатив УУЭ – телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү; телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү; һорауҙар бирә белеү. үҙең тураһында һөйләй белеү телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү; телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү; һорауҙар бирә белеү. -  темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ – Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт, төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, толерантлыҡ. урта класс уҡыусыларының рухи киммәттәрен билдәләү, уларҙың уратып алған мөхиттең төрлө өлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен тәбиғәт байлығына һаҡсыл ҡараш, үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү.формалаштырыу. ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары.

Уҡыу-уҡытыу программаһында

 планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең йыл уртаһы йәки йыл аҙағында контроль эштәр,  ҙур темаларҙан һуң проект эштәре үткәрелә, инша, изложение яҙҙырыла. Йыл уртаһы аҙағында контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

- проект эштәре.

Телдән биргән яуаптарҙы баһалау критерийҙары

    Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусылар6ан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен  һәм  күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның  менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының  яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;
  3. Яуаптың  телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

      Уҡыусының  телдән биргән яуабы үтелгән материалдың  уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логикә эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә  алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

     Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел  төшөнсәләренә  дөрөҫ  билдәләмә бирһә;
  2. үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;
  3. Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

    Әгәр  уҡыусы  «5»  билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин  һирәк  яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы  иҫкәртеүенән  һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

  Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең  һәм ҡағиҙәлҙрҙең  билдәләмәһендә  хаталар ебәрһә;
  2.  әйткән фекерҙәрен тулы  һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ  миҫалдарын килтерә алмаһа;
  3. Яуабында эҙмә-эҙлелек  һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

   Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә  уларҙың  төп фекерен боҙоуға килтерә  торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Уҡыу предметының, курсының йөкмәткеһе.

        V класс        

Һаумы, мәктәп! (4 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

Үҙем тураһында (5 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары.

Йыл миҙгелдәре (4 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының  килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? (3 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (2 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы  менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

Яңы йыл менән. (4 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

 Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (3 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (2 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним. 

Яҙ етте. ( 4 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. (3 сәғәт)

Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

VI класс

Беҙҙең мәктәп – 6 сәғәт

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан ере буйлап- 7 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.Рәүеш.Рәүеш дәрәжәләре.

Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөйкәлеше.Хәҙерге заман.

Дуҫ ҡәҙерен бел– 4 сәғәт

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Ҡыш дауам итә– 8  сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.

Яҙ килә, яҙ ! -6 сәғәт

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май  байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы  класта  үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ҡылымдың теләк һөйкәлеше. Башҡортостандың тәбиғәтен һаҡлау.  Экология мәсьәләһе.Көн режимы. Аҙыҡ-түлек магазины.Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.Һан.Һан төркөмсәләре.Ябай һәм ҡушма һандар.

Йәмле йәй килә- 4 сәғәт

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

VII класс

Яңынан мәктәпкә (3 сәғәт)

5-6- сы кластарҙа алған белемдәрен тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итеү. Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Ауыл тормошо (3 сәғәт)

Ауыл тормошо, уыл кешеләренең кҡнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәр менән танышыу.

Башҡортостан ере буйлап (5 сәғәт)

Был тема буйынса яңы мәғлүмәттәр биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, башҡортостан тураҙында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экпедициялар мәғлүмәттәре менән танышып китеү. Яңғыҙлыҡ исемдәр менән таныштырыу.

Спорт. Спорт кәрәк – яраҡтары. (6 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был тәрала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле –радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Мин һәм беҙҙең ғаилә. (7 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан – йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәрҙе уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттарыу. Ҡатын – ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын – ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Сәнғәт оҫталары (4 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҙталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле – радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә – ил тарихы (2 сәғәт )

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары менән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше менән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ – фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

Борон – борон заманда… (2 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора.Күберәк иғтибарҙы тексты аңла ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ ( 2 сәғәт)

Иң төп темаларҙың береһе – берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындвғы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ – ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү.

Йәмле йәй (4 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәренең билдәләү. Уғыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү.

VIII класс

Алтын көҙ етте ( 6 сәғәт)

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында  мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

 Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 5 сәғәт )

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары      тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек  эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше..

Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 4 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

 Ап-аҡ ҡыш етте ( 5 сәғәт )

 Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ..

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! (  4 сәғәт )

 Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ ( 5 сәғәт )

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.  Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

 Ай Уралым, Уралым...(  5 сәғәт )    

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

IX класс

  Һаумы, мәктәп!  3 сәғәт

        Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

        Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

 Башҡортостан тәбиғәте  3 сәғәт. 

        Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй?  3 сәғәт.

        Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

        Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Башҡортостан мәҙәниәте 3 сәғәт.

        Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

        Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы 3 сәғәт.

        Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. 

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.  5 сәғәт.

        Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Менгән атым – уң ҡанатым 4 сәғәт. 

        Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Тәбиәғәт йәшеллеккә төрөнә 5 сәғәт.

         Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре.  Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

Йәмле йәй айҙары 4 сәғәт.

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәренең билдәләү. Уғыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу.                         

Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар

  1. "Башҡорт теле" (5-9-сы, 10-11-се класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу рус телендә алып барылған төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн)/ төҙ. З.М.Ғәбитова. - Өфө: Китап, 2015.
  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-8-се кластары  өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.
  4. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.
  5. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  6. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
  7. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.
  8. Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.
  9. Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. – Өфө, Китап, 2006.
  10. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, Китап, 2006.
  11. Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  12. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит
  13. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

Материаль-техник ҡулланмалар

  • компьютер;  принтер; ноутбук; проектор

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6s синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. – Өфө: Китап, 2008
  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
  3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  4. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  5. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  6. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.
  7. Мостай Кәрим ижадында милли тәрбиә нигеҙҙәре. Вәлиев И.И. – Өфө, Китап, 2005.

Интернет- ресурстар

1. .Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

  1. www.edu.ru     Федеральный портал "Российское образование"
  2. www.apkpro.ru  Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по русскому языку для 5 класса по программе Р.Н.Бунеева (Образовательная программа "Школа-2100"

Рабочая программа составлена на основе федерального компонента государственного стандарта основного общего образования, программы для 5 класса Р.Н.Бунеева, Е.В.Бунеевой, Л.Ю.Комиссаровой, И.В.Текучево...

Рабочая программа по литературе для 6 класса (по программе В. Коровиной) Рабочая программа по литературе для 10 класса (по программе ]В. Коровиной)

Рабочая программа содержит пояснительную записку, тематическое планирование., описание планируемых результатов, форм и методов, которые использую на уроках. Даётся необходимый список литературы...

рабочие программы по физической культуре на основе Примерной программы и авторской программы «Комплексная программа физического воспитания учащихся 1–11 классов» В. И. Ляха, А. А. Зданевича. (М.: Просвещение, 2011).

Рабочие программы по физической культуре на основе Примерной программы и авторской программы «Комплексная программа физического воспитания учащихся 1–11 классов» В. И. Ляха, А. А. Зданевича. (М.: Прос...

Рабочая программа по литературе для 11 класса разработана на основе Примерной программы основного общего образования по литературе, соответствующей Федеральному компоненту государственного образовательного стандарта и авторской программы. Программа по лит

Рабочая программа по литературе для 11 класса разработана на основе Примерной программы основного общего образования по литературе, соответствующей Федеральному компоненту государственного образовател...

Рабочая учебная программа по химии 8 – 9 класс третья ступень образования срок реализации программы: 2 года Составлена на основе примерной программы для общеобразовательных учреждений Министерства образования. Издательство Дрофа,М.2001г. программы под р

Рабочая учебная программапо химии 8 – 9 класстретья ступень образованиясрок реализации программы: 2 года  Составлена на основе примерной программы для общеобразовательных учреждений Министер...

Программа «Увлекательное рукоделие для малышей» - это дополнительная образовательная программа социально – педагогической направленности. Программа является структурной частью комплексной образовательной программы Школы раннего общего и технического разв

Актуальность программы обуПедагогическая целесообразность. Программа «Увлекательное рукоделие для малышей» позволяет расширить опыт трудовой деятельности, т.к. знакомит детей с новым...