Презентация. М.Акмулла
презентация к уроку (7 класс)
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк. Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Ысын исеме : Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы
Күренекле башҡорт һәм татар шағиры , мәғрифәтсе . Башҡорт шиғриәтенә топ өлөш индергән , милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала .
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы, Туҡһанбай ауылы
Тормош юлы. Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була. Артабан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай. Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә, Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына.
1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.
1892 йылда шағир үҙе иҫән сағында нәшер ителгән берҙән-бер « Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе » китабы донъя күрә . Бында уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаларын үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡараштарҙы сағылдыра
Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
М.Акмулла иҗаты буенча дәрес эшкәртмәсе
М.Акмулланың иҗатын үстерелешле укыту технологиясе нигезендә өйрәнү дәресе. М.Әгъләмовның "Акмулла арбасы" дигән поэмасы булуы турында әйтеп китү дәрескә өстәмә мәгълүматлылык бирә...
Презентация АКМУЛЛА
Презентация АКМУЛЛА...
Буклет к уроку "Акмулла"
Буклет к уроку "Акмулла"...
XIX гасыр татар әдәбиятына кыскача күзәтү.XIX гасыр татар әдәбиятына кыскача күзәтү. Поэзиягә күзәтү. А.Каргалый,Х.Салихов, Г.Кандалый, Г.Чокрый, Акмулла, Г.Сәмитова шигырьләреннән афоризмнар уку (презентация)
Максат һәм бурычлар: Укучыларны XIX гасыр татар әдәбияты тарихы, XIX гасыр поэзиясе, аның күренекле вәкилләре, иҗат үзенчәлекләре белән таныштыру....
Презентация на тему "Акмулла"
Презентация к уроку на тему "Акмулла"...
Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла» Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»
Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла»Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»...
Разработка внеклассного мероприятия "Аҡмулла -яҡтылыҡ йырсыһы" "Акмулла -поэт,просветитель"
Аҡмулла -яҡтылыҡ йырсыһы. Кластан тыш сара.9-11 кластар өсөн. М.Аҡмулла уҡыуҙарын уткәреү сараһы....