Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр
план-конспект урока (6 класс)

Ғиндуллина Гөлназ Ғәзнәүи ҡыҙы
Дәрес конспекты "Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon konspekt_uroka.doc34.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр

Маҡсаттар:

1)Тиң киҫәктәр эргәһендә

дөйөмләштереүсе һүҙҙәр тураһында

уҡыусыларҙың белемен

системалаштырыу

2)уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен

үҫтереү, һүҙ байлығын тикшереү

3)тыуған ергә һөйөү, тыуған ер

тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:карточкалар биремдәр менән, текст “Башҡортостан”, тәбиғәт һүрәтләнгән картиналарҙың репродукциялары.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты
  2. Фонетик күнегеү
  3. Өй эшен тикшереү
  4. Төп өлөш
  5. Карточкалар менән эш
  6. Төркөм менән эш
  7. Йомғаҡлау, баһалау
  8. Өй эше.

  1. Ойоштороу моменты

  1. Фонетик күнегеүҙәр.

Дөрөҫ әйт: ҡаң – ҡан, мин – миң, ҡыҙыл, беҙ, аҙ, мөҙәрис.

Аҙашҡан хәрефтәр: яр буйында балалар

                                      Һыуға бармаҡ һалалар.(ҡармаҡ)

                                      Таҙа күлдәген кейеп

                                       Баҡа мәктәпкә киткән. (бала)

  1. Өй эшен тикшереү.
  • Ниндәй һүҙҙәр дөйөмләштереүсе булып килә ала?

Миҫалдар . (бөтәһе лә, барыһы ла...)

  • Ниндәй тыныш билдәләре тиң киҫәктәр янында ҡуйыла? (о: о,о,о), (о лә о), (о, ләкин о)

  • Тиң киҫәктәрҙең һөйләмдәге ролен аңлатып китегеҙ.

  1. Төп өлөш.

Текст өҫтөндә эш:

1.Уҡытыусы уҡый

2. Үҙ аллы уҡыу

3.Һорауҙарға яуаптар.

4. Сылбыр буйынса уҡытыу

5.Эш.Тиң киҫәктәрҙе табырға

Башҡортостан – йырҙар иле. Уға бары шундай ғына исем бирергә мөмкин. Башҡорт ерҙәренең шиғри исемдәре ниндәй генә йырға кермәгән дә, ҡайһы ғына яҡҡа барып етмәгән! Күкһелләнеп ятҡан Урал тауҙары, Ағиҙел, Ашҡаҙар, Дим, Һаҡмар йылғалары йөҙәрсә башҡорт, татар йырҙарында йырланалар. Хатта ғүмерендә Өфөнө, Ағиҙелде, Димде, Һаҡмарҙы, Уралды күрмәгән татар кешеһе лә шул исемдәр менән йырҙар ижад итә.

             Татарҙар башлыса Иҙел, Ҡама, Вятка, Ыҡ, Зәй, Ширемшән буйҙарында йәшәгәндәр. Әммә был йылғаларҙың исеменә арналған йырҙар беҙҙә бик аҙ.

              Башҡортостан – ул ысын мәғәнәһендә йырҙар бишеге, көйҙәр ватаны, музыка шишмәһе, шиғырҙар баҡсаһы.(Ш.Мөҙәрис, Л.Ихсанова)

Һорауҙар:

  • Уҡыусылар һеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр белдегеҙ?
  • Беҙҙең республикала ниндәй йылғалар бар?
  • Беҙҙең тыуған илебеҙ нимә менән дан тота?

  1. Карточкалар менән эш.

Парлы эш. Тиң кисәктәрҙе табырға, синтаксис ролен билдәләргә.

  1. Урал тауы – ҡаҙылмаларға бай. Унда нефть, газ, алтын, көмөш, баҡыр, тимер сыға.
  2. Нефть менән газ Өфөлә, Ишембайҙа, Салауатта, Октябрьскиҙа, Нефтекамала, Туймаҙыла эшкәртелә.
  3. Аҡ, ҡыҙыл, ал, һап-һары, ҙәңгәр һәм йәшел сәскәләр – һәммәһе лә бар Башҡортостанда.
  4. Борон башҡорт атҡа бик йәштән атланған, ярты ғүмерен ат өҫтөндә үткәргән.
  5. Киң яландар, уйһыу болондар, ҙур ҡалын урмандар – һәммәһе лә йәшәреп ултыралар.
  6. Ерҙе ҡаплаған үләндәр һәм сәскәләр, күккә һуҙылған төҙ ҡарағайҙар, сибәр аҡ ҡайындар, бал еҫле йүкәләр, муйылдар – бөтәһе лә ирәйеп ултыралар.

6.Төркөм менән эш.

  • Уҡыусылар хәҙер 2 төркөмгә бүленәбеҙ. Тиң киҫәктәр индереп, шиғыр яҙырға кәрәк.

Мәҫәлән: “Гөлдәр баҡсаһында”

Кемдәр ҡара әле, тар күңелле

Кемдәр ысын эшкә ҡул бирмәйҙәр,

Кемдәр килеп беҙҙе хаҡһыҙ өҙә -

Шулар беҙгә дошман! – тинеләр

(М.Ғафури)

1-се төркөмгә “Яҙ” темаһына

2-се төркөмгә “Әсәй” темаһына

  1. Йомғаҡлау.
  2. Өй эше. Тиң киҫәктәр ҡулланып “Тыуған ил” темаһына инша яҙырға.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Көньяк Америка" темасын гомумиләштерү

"Көньяк Америка" темасын өйрәнеп бетергәннән соң үткәрелә торган дәрес эшкәртмәсе...

"Көньяк Америка" темасын гомумиләштерү

"Көньяк Америка" темасын өйрәнеп бетергәннән соң үткәрелә торган дәрес эшкәртмәсе...

Исем темасын кабатлау-гомумиләштерү.

рус мәктәпләренең татар төркемендә 3нче сыйныфта татар теле дәресенең эшкәртмәсе...

Ачык дәрес "Белемнәр парады"-"Күзәнәк төзелеше" темасын гомумиләштерү

Мин үзем теге яки бу теманы үтеп бетергәч уздырыла торган йомгаклау дәресләренә зур игьтибар бирәм. Бу очракта укучыларның иҗади эшчәнлеген, логик фикерләү сәләтен үстерү максатыннан чыгып балаларга ш...

"Көчсез буын" уены-"Тереклекнең килеп чыгышы" темасын гомумиләштерү

1. Укучыларның “Тереклекнең килеп чыгышы”темасы буенча ...

"Квадрат һәм рациональ тигезләмәләр чишүне гомумиләштерү" темасына 8 класста КВН-дәрес

" Квадрат тигезләмәләр чишү"темасы 8 класс өчен генә түгел,гомумән, алгебра  курсында  иң әһәмиятле тема. Чөнки гомуми  урта белем бирү мәктәп  базасында алгебрада тигезләмәл...

Күпбуыннар тапкырчыгышы темасын гомүмиләштерү.

Күпбуыннар тапкырчыгышы темасын гомүмиләштерү....