Республиканың туған көнө
план-конспект урока

Ғиндуллина Гөлназ Ғәзнәүи ҡыҙы
ТЕМА: “Республикамдың тыуған көнө” (дәрес конспекты)

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon resp.tyug_.kono_.doc36.5 КБ

Предварительный просмотр:

              Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министрлығы

Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғәриф бүлеге муниципаль учрежденияһы

    Нефтекама ҡалаһының 12– се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

                   ТЕМА: “Республикамдың тыуған көнө”

                                          (дәрес конспекты)

Маҡсат: Башҡортостан республикаһының символдары, музыка         ҡоралдары менән танышыу, дөрөҫ һөйләү телмәрен  байлығын үҫтереү, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, патриот тойғолары, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: 3 класс дәреслеге, БР картаһы, герб, флаг, ҡурай, ҡурай көйлө таҫма, Башҡортостан тәбиғәте һүрәттәре.

Ғиндуллина Г.Ғ.

                                Нефтекама – 2009 й.

  1. Ойоштороу мәле.

Дәрес темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.

II. Артикуляцион күнегеү:

Шиғыр өҫтөндә эш: уҡытыусының тасуири уҡыуы, башҡорт теленең үҙенсәлекле өн – хәрефтәрен табыу һәм дөрөҫ әйтеү, миҫалдар уйлау,үҙ алға уҡыу, хор менән уҡыу, сылбырлап уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

Башҡортостан тыуған ерем,

Бала саҡ гөрләп үтә!

Тыуған илем – бәхет иле,

Шундай илгә ни етә!

Һорауҙар:

  • Уҡыусылар, был шиғырҙа нимә тураһында яҙылған?
  • Нимә ул Башҡортостан?
  • Башҡортостан беҙҙең тыуған республика. Беҙ ошо  республикала тыуғанбыҙ, йәшәйбеҙ, белем алабыҙ.

III. Өйгә бирелгән эште тикшереү.  48б.,68 сы күнегеү.

IV. Яңы тема:

  • Уҡысылар, беҙҙең ниндәй байрам үтеп китте?
  • Нисәһе булды ул?
  • 11  октябрь – Башҡортостан республикаһы көнө.  Башҡортостан республикаһы суверенитеты диклорацияһын ҡабул итеү көнө. Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән Башҡортостан тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил – үҙенең тауҙары, икенсеһе – далалары, өсөнсөһө - һыуҙары, дүртенсеһе – урмандары менән дан тота.Урал… Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге- сиге булмаған урмандар, таштан – ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле болондар, киң баҫыуҙар, таҫма – таҫма юлдар, береһенән – береһе матурыраҡ ҡалалар килеп баҫа.Урал… Ниндәй генә хазина юҡ уның йөрәгендә! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер…

  • Ошо бөтә матурлыҡ, байлыҡ беҙҙең бәләкәй генә Башҡортостанда. Бына Башҡортостан республикаһы картаһы, һеҙ уны нимәгә оҡшатаһығыҙ?
  • Бына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уны ҡайын япрағына оҡшатҡан һәм уға бағышлап шиғыр яҙған, тыңлап ҡарағыҙ әле.

Башҡортостан картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан был картала

Бер япраҡ саҡлым ғына.

Эйе, аҡ ҡайындың,

Бер япрағы ни бары,

Ә ҡайыны бөйөк Рәсәй,

Ниндәй батыр, юғары.

  • Картаға ҡарағыҙ әле, ҡайын япрағына оҡшағанмы
  • Рәсәй ҡайын ағасы булһа, Башҡортостан уның япрағы. Улар гел бергә. Элек кешеләр тормошо ауыр булған. Халыҡҡа хөжүм иткәндәр, ерҙәрен тартып алырға иткәндәр. Үҙ иркен, ерен һаҡлап башҡорт халҡы бик йыш яуға күтәрелгән. Рус дәүләтенә башҡорттар ярҙам һорап барғандар. 1557 йылда Башҡортостан республикаһы үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушыла. Быйыл ошо ҡушылыуға 452 йыл.
  • Мин һеҙгә сығыштар әҙерләргә ҡушҡайным, Башҡортостан тураһында кем һөйләй?

УҠЫУСЫ СЫҒЫШ. БАШҠОРТОСТАН. Баһалау.

  • Башҡортостандың майҙаны күпме?
  • Унда күпме кеше йәшәй?
  • Башҡортостанда нисә район бар?
  • Башҡортостанда нисә ҡала бар?
  • Ниндәй йылға, күлдәр беләһегеҙ?
  • Иң оҙон йылға?
  • Иң тәрән күл?
  • Иң ҙур күл?
  • Ниндәй тауҙар?
  • Иң бейек тау?
  • Башҡортостанда төп халыҡ ниндәй халыҡ?
  • Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы нимә?

УҠЫУСЫ СЫҒЫШЫ. ҠУРАЙ. Баһалау.

  • Ҡурай нимәнән эшләнә?

Ҡурай моңон тыңлау.

  • Башҡортостан үҙ аллы республика булараҡ уның үҙ гимны, флагы, гербы бар. Гимды тантаналы мәжлестәрҙә баҫып ҡына тыңлайҙар. Уның авторы ………………

 СЫҒЫШ. ФЛАГ.

  • Флаг нисә төҫлө? Ниндәй?
  • Һәр төҫө нимәне аңлата?
  • Флаг уртаһында нимә төшөрөлгән?

СЫҒЫШ. ГЕРБ. Баһалау.

  • Герб ниндәй орнамент менән уратылған?
  • Гербта нимәләр төшөрөлгән?
  • Башҡортостан республикаһы беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Беҙ уны һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ. Уның киләсәге беҙҙең ҡулда. Шуның өсөн тырышып уҡырға, тәбиғи байлыҡтарҙы, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡларға кәрәк. Тарих менән ҡыҙыҡһынырға, киләсәкте уйларға кәрәк.

V. Йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә һеҙ нимәләр белдегеҙ?

- Башҡорт халҡының милли геройы?

- Милли музыка ҡоралы?

- Башҡортостан республикаһының үҙ аллылығы нимәлә билдәләнә?

- Флаг тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

- Герб тураһында нимәләр белдегеҙ?

- Ҡасан башҡортостандың тыуған көнө була?

- Башҡортостан республикаһының президенты кем?

 - РФ президенты?

Өйгә эш: үҙ ғаиләңдең гербын эшләп алып килергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Пою мою Республику" - внеклассное мероприятие посвященное Дню Республики Башкортостан

«Пою мою Республику»Сценарий, посвященный Дню РеспубликиВступление:Родина.… Как вы представляете её? Это место, где вы родились, впервые увидели мир и начали познавать его. Сначала это был ваш дом, по...

Участие в проекте "Моя Республика: я иду в депутаты и сделаю республику лучше"

Материалы участия в республиканской деловой игре «Моя Республика: я иду в депутаты и сделаю республику лучше!» среди учащихся старших классов средних общеобразовательных школ Республики Мордовия...

Участие в проекте "Моя Республика: я иду в депутаты и сделаю республику лучше" Агитационный плакат.

Агитационный плакат, подготовленный командой старшекласников. Тема плаката -  "Стремимся будущее Мордовии определять, Республику процветающую создавать".Для создания плаката использовалаась прогр...

Воспитательное занятие Моя родина – Республика Саха (Якутия) Воспитательное занятие Моя родина – Республика Саха (Якутия)

1) формировать понятие о любви к родине как одной из главных нравственных ценностей;2) развивать мышление, коммуникативные качества личности;3) воспитывать патриотические чувства к родному краю....

КЛАССНЫЙ ЧАС «Мой край- Республика Марий Эл» посвященный ко Дню Республики Марий Эл

Обобщить знания детей о нашем крае, познакомить с бытом, культурой народа мари, формировать чувство ответственности за все живое, развивать логическое мышление...

"Моя Республика" - внеклассное мероприятие посвященное Дню Республики Адыгея

Родина.… Как вы представляете её? Это место, где вы родились, впервые увидели мир и начали познавать его. Сначала это был ваш дом, потом улица, поле, лес. Вы становитесь взрослее, и ваши знания о Роди...