Ҡышҡы биҙәктәр
план-конспект урока (8 класс)

Ишемьярова Гулия Гирфановна

дәрес конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kyshky_bizaktar.doc35 КБ
Файл М. Ғафури146.44 КБ
Файл Һөнәр29.86 КБ
Microsoft Office document icon Салауат Юлаев53 КБ

Предварительный просмотр:

  Тема: Ҡышҡы биҙәктәр.

   Маҡсат: Йыл миҙгелдәре буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, башҡорт өндәренең дөрөҫ әйелеше өҫтәндә эшләү, логик фекерләү һәләтен үҫтереү, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

    Йыһазландырыу: ҡыш һүрәттәре, сюжетлы картиналар, карточкалар, магнитофон.

                                            Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Хәйерле көн! Әйҙәгеҙ, дәресте йылмайыу менән башлайыҡ. Бер-беребеҙгә ҡарайыҡ һәм йылмаяйыҡ.

Уҡыусылар: Рәхмәт һиңә матур иртә, беҙҙең күңелебеҙ көр, кәйефебеҙ кәтәренке.

Уҡытыусы: Ултырығыҙ! Афарин!

II. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  1. Һүҙҙәрҙең парын тап:

Ай          ҡар

Ҡыш     эҫе

Йәй       ай

Йыл       көн

Көҙ         ҡоштар ҡайта

Яҙ            ямғыр яуа

     

  1. Һөйләмдәр төҙөү (уҡыусылар руссанан башҡортсаға тәржемә итә).

Бөгөн көн ямғырлы.

Бөгөн көн елле.

Бөгөн көн болотло.

Бөгөн көн болотһоҙ.

Бөгөн көн һалҡын.

III. Яңы тема.

  1. Шиғыр уҡыу.

Оса күктә, оса күктә

Күбәләкме, ҡармы?

Йәй ҙә үтте, көҙҙә үтте,

Шундай ваҡыт бармы?

Бар икән, бар икән,

Яуғаны аҡ ҡар икән,

Ҡар икән, ҡар икән,

Шундай ваҡыт бар икән.

  1. Лексик күнегеү.
  • Ниндәй таныш һүҙҙәр бар был шиғырҙа?
  • Был шиғыр нимә тураһында?
  • Дөрөҫ, беҙҙең бөгөгө дәресебеҙҙең темаһы “Ҡыш”.
  1. Һүҙлек эше:

ҡыш көнө - зимой

ҡар яуа – снег идет

саф һауа – свежий воздух

сана, саңғы шыуам – кааюсь на санках, лыжах

Яңы йыл – Новый год

  1. Текст өҫтөндә эш.
  • уҡытыусы уҡый;
  • үҙ аллы уҡыу;
  • сылбырлы уҡыу;
  1. Һорауҙарға яуап биреү.
  • Һинең яратҡан миҙгелең ниндәй?
  • Ҡыш көнө һин нимәләр эшләйһең?
  • Коньки шыуырға яратаһыңмы?
  • Хоккей уйнарға яратаһыңмы?
  • Ҡыш көнө һауа торошо ниндәй була?

Уҡыусылар үҙҙәренең һөйләмдәрен әйтә һәм дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар.

IV. Нығытыу.

Диалог уҡыу:

  • уҡытыусы уҡый
  • үҙ аллы уҡыу
  • бер нисә уҡыусынан уҡытыу һәм йөкмәткеһен һөйләтеү.

     V. Өй эше.

      Диалогты тасуири уҡыу, 1-се күнегеү, 48-се бит (һорауҙарға яуап әҙерләү).

     VI. Баһалау. Дәресте йомғаҡлау.

                           



Предварительный просмотр:

Тема: Мәжит Ғафури “Гөлдәр баҡсаһында”.

Маҡсат :

  1. М.Ғафуриҙың биографияһы менән танышыу, шиғырын уҡыу.
  2. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу.
  3. Хеҙмәт кешеһенә ихтирам тәрбиәләү, тәбиғәткә һөйөү хистәрен уятыу.

Йыһаҙландырыу: экран, мультимедия проекторы, компьютер, дәреслек, М.Ғафуриҙың күргәҙмәһе, магнитофон, фонояҙма.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

Уҡытыусы:  Һаумыһығыҙ! Балалар, хәйерле иртә! 

2.Инеш һүҙ.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙҙең алда ябай ғына төрлө-төрлө сәскәләр. Кемдәр генә һоҡланмай ҙа, кемдәр генә данламай донъялағы матурлыҡты.

Композиторҙар йырҙар ижад иткән, рәссамдар һүрәттәр төшөргән, ә шағирҙар үҙҙәренең шиғырҙарында күрһәткән.

Бөгөн беҙ дәрестә М.Ғафуриҙың “Гөлдәр баҡсаһында” тигән шиғырын өйрәнербеҙ. Гөлдәр, хеҙмәт кешеһе тураһында һөйләшербеҙ.

Уҡыусылар, бөгөн дәрестә ҡуйған маҡсатыбыҙға ирешәйек! Барыбыҙ ҙа бергәләп тырышып эшләйек, яҡшы баһалар алайыҡ. Балалар, әйҙәгеҙ әле экранға иғтибар итәйек.

Һәр таң һайын килеп заводтарға,

Боролоп сыҡҡан төтөн аҫтында

Һин йырланың маҡтап  хеҙмәтхалҡын,

Күкрәгеңдән гөлдәр аҫтың да.

    Дауыт Юлтый .

 

 

 

Уҡытыусы уҡыуы. Хор менән уҡыу.

Уҡытыусы: Был шиғырҙа һеҙгә үҙләштереү өсөн ниндәй һүҙҙәр ауыр? (Һәр, һайын, аҫтың да, маҡтап, хеҙмәт, халҡын). Ошо һүҙҙәрҙе уҡып китәйек.Был шиғыр юлдарын Д.Юлтый М.Ғафуриға бағышлаған.

М.Ғафури исеме һеҙгә танышмы? Кем ул М.Ғафури?

Уҡытыусы:Эште шағирҙың тыуған яҡтарына сәйәхәттән башлап китәйек. М.Ғафури 1880 йылдың 2 авгусында хәҙерге Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылы хәлфә ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тәүҙә атаһынан, аҙаҡ ҙур Үтәш мәҙрәсәһендә ала.1896 йылда ул Өфөләге “Ғосманиә” мәҙрәсәһенә уҡырға килә, ләкин ярлы үҫмерҙе унда ҡабул итмәйҙәр. Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә оҙаҡ уҡый алмай, ауыр тормош шарттары уны кире үҙ ауылына ҡайтара.1898 йылда Троицк ҡалаһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. Йәйен ҡаҙак далаларында балалар уҡыта. Белемен артабан Ҡазанда “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһендә дауам итә.1906 йылдың аҙаҡтарында Өфөгә ҡайта һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белемен камиллаштыра.

Эшмәкәрлеге:

1912 йылда “Шәреҡ” типографияһында корректор булып эшләй.1919 йылда матбуғат органдарына эшкә күсә. 1919-1928 йылдарҙа “Ҡыҙыл юл”, “Шәреҡ ярлылары”, “Урал, “Башҡортостан”, “Яңы ауыл” газеталары редакцияларында эшләй.1923 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә.1934 йылдың 28 октябрендә М.Ғафури үпкә ауырыуынан вафат була. Шағирҙың ҡәбере Өфөлә урынлашҡан.

Ижады:

М.Ғафури шиғырҙар, повестар, мәҫәлдәр, пьесалар яҙған.

Ҡәләм ҡәрҙәштәре:

Т.Йәнәби, Ғ.Туҡай, Д.Юлтый, С.Ҡудаш, С.Мифтахов, М.Горький һ.б. менән дуҫ булған.

Иҫтәлекле урындар:

Йорт-музейҙары, Башҡорт академия драма театры, ял паркы, урам, совхоз, колхоз, район исеме, кинотеатр һ.б. урындар уның исемен йөрөтә.Ағиҙелдә М.Ғафури исемендәге параход йөҙә.

3.Шиғыр өҫтөндә эш.

Уҡытыусы:Ә хәҙер беҙ шағирҙың “Гөлдәр баҡсаһында” исемле шиғыры менән танышырбыҙ.

Уҡытыусының уҡыуы.Әңғәмә.

Уҡытыусы: Шиғыр һеҙгә оҡшанымы? Ул нимә тураһында? Шиғырҙа һеҙгә аңлашылмаған һүҙҙәр бармы?

4.Һүҙлек эше (экранда сыға).

Хайран ҡалып – удивляться

Гүйә – будто бы

Ҡара эсле – злой

Ҡылдым тамаша – наблюдал

Күҙҙәр ҡамаша – глаза разбегаются

Уҡытыусының уҡыуы. Хор менән уҡыу.

Һәр бер баланан бер һүҙ уҡытыла.

Уҡытыусы: Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ. Бөгөнгө числоны, дәрестең темаһын яҙығыҙ. Ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйығыҙ.

5.Үҙ аллы уҡыу.

Уҡытыусы: Шиғырҙы үҙегеҙ уҡып сығығыҙҙ аллы уҡыу.

Уҡытыусы: Ошо шиғырҙы берәмләп уҡып сығайыҡ.Берешәр куплет уҡытыу.

Уҡытыусы: Ҡайһы юлдары нығыраҡ оҡшаны, уҡып күрһәтегеҙ. (Аҙаҡҡы күплетты бер бала уҡып күрһәтә). Ни өсөн ошо юлдарҙы һайлап уҡының? (Эшсән егет, эшсән ҡыҙҙар, күңелле эш тураһында яҙылған).

6.Шиғырға анализ.

Уҡытыусы: Сәскәләргә шағирҙың мөнәсәбәте нисек? Сәскәләргә нисек итеп өндәшә? (Йылы, яғымлы, уларға һөйөп өндәшә, сәскәләр менән һөйләшә, уларҙы ярата). Шағир үҙенең шиғырында ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған? (Йәнләндереү)

                              Экранда һүрәтләү саралары сыға.

http://usaeva.ucoz.com/bezymjannyj2.jpg

Уҡытыусы:Йәнләндереү – йәнһеҙ әйберҙәрҙе, тәбиғәт күренештәрен йәнле затҡа хас сифаттар менән һүрәтләү. Шиғырҙан йәнләндереүҙе табайыҡ. (Бер бала табып уҡып күрһәтә).

Уҡытыусы: Шағир сәскәләргә өндәшә. Сәскәләр нисек яуап бирәләр?

7.Таҡтала эш.

Уҡытыусы: Сәскәләрҙең дуҫтарын белдергән һүҙҙәрҙе һайлап алырға. Кемдәр дуҫтары, кемдәр дошманы.

Ике уҡыусы таҡтаға сыға, бер уҡыусы дошмандарын, икенсеһе дуҫтарын һайлап алып таҡтаға магнит менән йәбештерә.

Дуҫтар

Дошмандар

саф күңелле

ҡара эсле

эшсән

тар күңелле

уңған

эшһеҙ

хеҙмәт кешеһе

эшһеҙ кешеләр

Уҡытыусы: Иптәштәрегеҙ дөрөҫ эшләнеме?

8.Ял минуты.

Уҡытыусы: Ә хәҙер уҡыусылар бер генә минутҡа күҙҙәрегеҙҙе йомоп йәйге сәскәле баҡсала йөрөгән кеүек хис итегеҙ.(Тыныс ҡоштар һайраған музыка яңғырай.)

Уҡытыусы: Аҡ, ҡыҙыл, ҙәнгәр сәскәләр тирә- яҡҡа хуш еҫтәрен бөркәләр. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, табиғәт кешене һөйөндөрә.

Уҡытыусы: Ә һеҙ үҙегеҙ сәскәләр үҫтерәһегеҙме? Ниндәй гөлдәрегеҙ бар?Ошо матур сәскәләрҙе үҫтереү өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Уҡыусылар:Яҙ көнө сәсәбеҙ. Сүптәрен утайбыҙ. Йәйен көн һайын һыу һибәбеҙ. Уларҙы яратып үҫтерәбеҙ. Көҙөн орлоҡтарын йыябыҙ.

Уҡытыусы: Эйе, уҡыусылар. Былар бөтәһе лә хеҙмәт талап итә.Ә хәҙер экранға ҡарап сәскәләр донъяһына инәйек. Ниндәй сәскәләр күрәһегеҙ? Был сәскәләрҙе күргәнегеҙ бармы? Ә исемдәрен беләһегеҙме? Кемдәр белә?

http://usaeva.ucoz.com/bezymjannyj4jpg.jpg

 

Уҡытыусы: Беҙ әле уҡыған шиғырҙың төп темаһы ниндәй? Ниндәй кешеләр тураһында. Шағир һүҙе менән әйткәндә эшһеҙ кешеләрҙең сәскәләргә үрелергә хаҡы юҡ.

9.Тест.

Уҡытыусы: Дәресте йомғаҡлар алдынан бәләкәй генә тест эшләп алайыҡ. Ошо тест һорауҙарына дөрөҫ яуаптар табып яҙығыҙ.

  1. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры кем?

а) М.Кәрим                  б) М.Ғафури                 в) Р.Ниғмәти

  1. М.Ғафури нисәнсе йылда тыуған?

а) 1895 й.                     б) 1880 й.                     в) 1831 й.

  1. М.Ғафури иң аҙаҡтан ҡайһы мәҙрәсәне тамамлай?

а) “Ғәлиә”                    б) “Рәсүлиә”                в) “Ғосманиә”

  1. М.Ғафури “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырында ниндәй темаға мөрәжәғәт итә?

                     а) хеҙмәт темаһына

б) революцияға тиклем ауыл темаһына

в) азатлыҡ өсөн көрәш темаһына

  1. М.Ғафуриҙың ҡәбере ҡайҙа урынлашҡан?

а) Троицк            б) Еҙем-Ҡаран              в) Өфө

Уҡытыусы: Ә хәҙер яуаптарығыҙҙы экранға ҡарап тикшерегеҙ. Кемдең бер хатаһы ла юҡ, үҙегеҙгә бишле билдәһе ҡуйығыҙ, ике хатаға – дүртле билдәһе ҡуйығыҙ. Афарин!



Предварительный просмотр:

            Тема:  Һөнәрҙәр. сы, - се, яғауҙары.

Маҡсат:

  1. Уҡыусыларҙы төрлө һөнәр исемдәре менән таныштырыу;
  2. Һөнәр исемдәрен һөйләмдә активлаштыру. Милли – төбәк компоненттар        ҡулланып,  балаларҙың белем дәрәжәһен, ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын үҫтереү;
  3. Хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын билдәләп үтеү.
  • Йыһазландырыу: дәреслек, һөнәрҙәр һүрәттәре, карточкалар, компьютер, проектор.
  • Актив һүҙҙәр: һөнәр, табип, төҙөүсе, китапханасы, шәфҡәт туташы, тегенсе.
  • Пассив һүҙҙәр: эшләй, булып эшләй, ҡайҙа? булырға теләйем, булам.

Дәрес барышы:

I Ойоштороу моменты:

  • Синыфта кем дежур?
  • Синыфта кем юҡ?
  • Бөгөн ниндәй көн?
  • Бөгөн ниндәй число?

- хорошо, в конце урока я у вас тетради соберу и проверю домашн задание. Давайте, прежде чем начать работу над новой темой, мы сделаем фонетическое упражнение.  Сначала читаю я, потом хором.

1. Фонетик күнегеү   (слайд №1)

Һаумыһығыҙ!

Хәйерле иртә, ағастар!

Хәйерле иртә,ҡоштар!

Хәйерле иртә, тәбиғәт!

Хәйерле иртә, дуҫтар!

- Молодцы.

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-Ребята, тема сегодняшнего урока нам неизвестна. Чтоб узнать тему, давайте отгадаем ребус. (мед-бал, месяц-ай, шар-шар) Слайд №2

-Балалар, нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ? Ребята, как вы думаете, о чем мы сегодня будем разговаривать на уроке? (һөнәрҙәр тураһында, профессии) Правильно. Открываем тетради, пишем число и тему. Слайд № 3 (профессия – һөнәр)

-Какие профессии вы знаете, давайте перечислим. (повар, летчик, портной, доктор, учительница)

- Нимә ул һөнәр? Ребята, а что такое профессия? (Профессия – основное занятие человека, его трудовая деятельность) Слайд 4

Һөнәрҙәр ни өсөн кәрәк? Зачем нам нужны профессии?

Беҙ ни өсөн һөнәрҙәрҙе өйрәнәбеҙ тип уйлайһығыҙ?

  • Как вы думаете, почему мы изучаем тему профессии? Ниндәй һөнәрҙәр беләһегеҙ? Какие профессии знаете?  ( Яуаптар; төҙөүсе, һатыусы, тәрбиәсе, эшсе һ.б.)

- Ә хәҙер ошо һөнәр исемдәрен башҡортса әйтеп ҡарайыҡ. На доске напишу слова.

Слайд № 5

Повар- ашнаҡсы

Летчик-осоусы

Портной-тегенсе

Доктор-табип,

Учительница- уҡытыусы

Продавец - һатыусы

Төҙөүсе – строитель  

  (хор менән, берәмләп уҡытыу, өҫтәлмә рәүештә уҡыусыларға һөнәр исемдәре менән карточкалар таратып бирелә)

- Открываем словарики и записываем новые слова.

- Посмотрите еще раз на экран. Здесь профессии написаны в два столбика. Давайте, прочитаем. Слайд № 6

осоусы          адвокат

нефтсе           инженер

спортсы        модельер

ашнаҡсы       менеджер

уҡытыусы     артист

- Теперь скажите мне, чем похожи слова в первом столбике? И чем отличаются со вторым столбиком?

Слайд №7      а, о, у, ы – сы, ә, ө, ү, и, е, э – се.

- Дөрөҫ, уларҙың ялғауҙары бер төрлө. У них окончания похожи.

- Слова, обозначающие профессии образованы при помощи окончаний –сы, -се. Если в слове есть твердые гласные (а, о, у, ы), то употребляется окончание –сы. Пример: һатыусы – продавец. Если же в слове мягкие гласные (и, е, э, ә,ө,ү), то окончание –се.

Пример: тәрбиәсе – воспитатель.

Окончание не употребляются в заимствованных словах.

Пример: инженер, агроном, банкир, экономист, архитектор.

-Сейчас работаем в тетрадях, к данным словам добавляем окончания, чтобы получились профессии. (желающие выходят к доске) Слайд №8

Эш (работа)

Бакса (сад)

Трактор

Иген (хлеб, зерно)

Балыҡ (рыба)

Футбол

  • Если закончили, сейчас отвечаем на вопрос. Һин үҫкәс кем булырға теләйһең? Кем ты хочешь стать? Отвечаем на башкирском языке.

Слайд 9  Үҫкәс мин … булам.

(Балалар яуап бирә)

Үҫкәс мин эколог булам. (Мәрйәм яуап бирә)

  • А кто такой эколог? (Эколог – это специалист, который наблюдает и анализирует состояние природы).

- А почему ты хочешь стать экологом? (потому что я люблю природу) !
Меня очень увлекает окружающий мир и природа. Это очень интересно.

- как вы думаете, почему мы должны заботиться о природе? И как?

- 2017 год в Российской Федерации объявлен годом Экологии. Слайд № 10 (экология тураһында һүрәт)

- Работа в тетрадях. На экране написаны слова в два столбика. 1 столбик отвечает на вопрос кто?, 2 столбик на вопрос что делает? Вы должны соединить их.

Слайд № 10

Кем?           Ни эшләй?

Уҡытыусы     төҙөй (строит)

Тегеүсе        һата  (продает)

Врач    тегә  (шьет)

Һатыусы    уҡыта  (учит)

Төҙөүсе     дауалай (лечит)

- на экране правильный ответ. Поменяйтесь тетрадями и проверьте друг у друга.

Слайд № 11

Кем?           Ни эшләй?

Уҡытыусы     төҙөй (строит)

Тегеүсе        һата  (продает)

Врач    тегә  (шьет)

Һатыусы    уҡыта  (учит)

Төҙөүсе     дауалай (лечит)

- Молодцы, ребята. Предлагаю вам следующее задание. Желающие выходят сюда, даю  карточки с указанной там профессией (столяр, повар, швея, доярка, дворник). Необходимо изобразить профессию, указанную в карточке при помощи жестов и мимики, без слов. Остальные угадывают, какую профессию им демонстрируют.

(Дети получают карточки с указанной профессией. Изображают профессию, указанную в карточке при помощи жестов и мимики. Остальные угадывают, какую профессию им демонстрируют.)

-Сейчас перед вами на экране будут представлены атрибуты различных профессий. Ваша задача отгадать какие профессии они представляют. (У доски. Остальные пишут в тетрадях)

 Слайд №12  Кому принадлежат эти вещи?

  1. Шприц, бинт, дарыу.
  2. Аш, ит, бәлеш, картуф.
  3. Ручка, журнал, ҡәләм, дәреслек.
  4. Алма, туңдырма, шоколад, аҡса.

- Открываем учебники стр. 88, диалог. Читаем по ролям.

- Сейчас раздам вам карточки, вы читаете предложения, если правильно написано ставите плюсик, если нет, минус.

Һөйләмдәр

Дөрөҫ

Ялған

  1. Уҡытыусы  мәктәптә     уҡыта.

  1. Эшсе  фабрикала  кейем  тегә.

  1. Ашнаҡсы  ауылда  мал ҡарай.

  1. Врачтар  больницала эшләй.

  1. Игенсе  иген  үҫтерә.

Слайд №12 

Правильные ответы. Меняемся листочками, проверяем и ставим оценку.

 

VIII.Баһалау. ( Ребята около вас лежат звездочки разного цвета, с помощью этих звездочек вам нужно будет самим себе поставить оценки.)

- Запишите дом задание. Даю 2 задания на выбор. 1) стр.88, упр. 4 (закончить предложения) 2) Упр. 3 (перевести предложения).

Йомғаҡлау. Мы сегодня о чем говорили? ( о разных профессиях)

Можно ли назвать самую главную профессию? (нет, потому что все профессии нужны и важны. А какой труд сейчас важен вам? (учиться)

Когда вы подрастёте и станете взрослыми, придет время выбирать профессию. Очень важно, чтобы каждый человек выбрал себе дело по душе. Счастлив тот человек, который занимается любимым делом, кто правильно выбрал себе профессию. Какую бы профессию ты не выбрал – все профессии нужны, все профессии важны.

     

2. Һөйләмдәрҙе тултырып яҙ:

Миңә ... һөнәре оҡшай.

(Кем?) магазинда һата.

(Бирелгән таблица буйынса һөнәрҙәрҙе табыу, ниндәй төркөм күберәк һөнәр таба.)

  1. Минең әсәйем мәктәптә эшләй. Ул- уҡытыусы. Әсәйем балалар уҡыта. Мин әсәйемде яратам.
  2. Минең апайым фабрикала эшләй. Ул- тегеүсе. Апайым матур күлдәктәр тегә. Мин апайымды яратам.
  3. Минең ағайым больницала эшләй. Ул- табип. Ағайым балалрҙы дауалай. Мин ағайымды яратам.
  4. Минең өләсәйем магазинда эшләй. Ул- һатыусы. Магазинда алма, икмәк, туңдырма һатыла. Мин өләсәйемде яратам.

4 конкурс.   «Самая- самая…» называем профессию.

  1.  самая зелёная профессия (садовник, лесник)
  2. самая сладкая (пчеловод, кондитер, дегустатор, повар)
  3. самая волосатая (парикмахер)
  4. самая денежная (банкир, профессиональные спортсмены, модель)
  5. самая детская (воспитатель, помощник воспитателя)
  6. самая ответственная (судья, прокурор, хирург)
  7. самая смешная (клоун)  
  8. самая умная (учёный, профессор)
  9. самая белая (врач)
  10. самая зубастая (стоматолог)
  11. самая начитанная (библиотекарь)  
  12. Самая общительная (журналист, экскурсовод, тренер, учитель)
  13. самая серьезная ( сапер, хирург, разведчик, милиционер, политик)

-Отгадайте, о ком пословица?

  • Куй железо, пока горячо. ( Кузнец.)
  • Чтобы рыбку съесть, надо в воду лезть. ( Рыбак.)
  • Не игла шьёт, а руки. ( Швея.)
  • Не бравшись за топор, избы не срубишь. ( Плотник.)
  • Корова черна, да молоко у неё бело. ( Доярка.)
  • Кто пахать не ленится, у того и хлеб родится. ( Хлебороб.)
  • На охоту ехать – собак кормить. ( Охотник.)
  • Цыплят по осени считают. ( Птичница.)



Предварительный просмотр:

 

Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры. Сағыштырыуҙар.

(8 – се класс)

        

Маҡсат:

1)  Белем биреү:  халҡыбыҙҙың батыры Салауат Юлаевтың тормошо уның ижад юлы менән танышыу, сағыштырыуҙарҙы таба белеү;

2) Үҫтереү: уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереү, хикәйәләү-тасуирлау кеүек коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү;

3) Тәрбиәүи: милли батырыбыҙға ихтирам, һоҡланыу тойғоһон тәрбиәләү;

Йыһазлау: компьютер, проектор, дәреслек, һәйкәл, бюст, һүрәттәр.

Дәрес барышы

I. Ойоштороу  мәле.

 Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Һаумыһығыҙ!

Ултырығыҙ!

Дәрестә бөгөн кем дежур?

Уҡыусылар кәйефебеҙ яҡшы, хәлдәребеҙ һәйбәт. Дәресте башлап ебәрәйек.

Лексик тема. Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.

Артикуляцион күнегеү.

Бөтәбеҙ ҙә экранға ҡараныҡ, шиғыр юлдарын уҡыйбыҙ.

1-се слайд

      Салауат – Урал балаһы,

       Салауат – йөрәк ҡәғбәһе,

       Салауат – мәңге сәләмәт,

                                        Ҡаныбыҙға аманат,

       Килтерәбеҙ яманат!

–  Уҡыусылар был шиғыр юлдарында ниндәй һүҙ һәр юлда ҡабатлана?

Салауат.

II. Төп өлөш 1. Маҡсатҡа сығыу. Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.

  • Шулай итеп уҡыусылар шиғырҙа кем тураһында һүҙ бара?

(Салауат Юлаев тураһында)

Салауат Юлаев тураһында йыр тыңлап китеү.

2-cе слайд

(Салауат Юлаевтың портреты сыға)

Уҡыусылар, беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй? Кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Салауат Юлаев тураһында.

  • Ә кем ул Салауат Юлаев? Һеҙ түбән кластарҙа уның тураһында нимәләр

белдегеҙ?

 Батыр, герой, йырсы, сәсән.

–  Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән уҡыусылар, өйгә эште тикшереп китәйек, өйгә эшкә нимә бирелгән ине? (Салауат  Юлаевтың тормош юлы, презентациялар әҙерләү)

–  Бөгөн тик бер иптәшегеҙҙекен генә тикшереп китәбеҙ, ҡалғандарығыҙ икенсе дәрескә күрһәтер.

–  Ә хәҙер түбән  кластарҙа алған белемдәрегеҙҙе тикшереп үтәбеҙ.

  • Салауат Юлаев ҡасан тыуған?

Уның тыуған ере?

Уның атаһы кем?

Салауаттың данлы исемен нимәләр йөрөтә?

3, 4, 5-се слайдтарҙы күрһәтеп китеү

 (ҡала, район, хоккей клубы, хужалыҡтар, магазиндар, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бар)

Ул ниндәй ихтилалда ҡатнашҡан? (17731775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан)

6-сы слайд

Ул 1718 йәшендә үк яҡшы етәксе булған, бөгөнгө көн менән сағыштырып әйткәндә генерал  чинына тура килә, Пугачевтың иң яҡын ярҙамсыһы була.

7-cе слайд

(даталар ярҙамында ғына биографияһы сыға)

1754й. – Салауат районы Тәкәй ауылында тыуа

1773 – 1775й.  –  Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша

1775й. – Мәңгелек каторгаға оҙатыла

1800й. – Вафат була

1-се эш

Дәфтәргә яҙыла.

2-се эш

– Бөтәбеҙ ҙә таҡтаға ҡараныҡ, ошо бирелгән һөйләмдән һүҙҙәрҙе айырып, тыныш билдәләрен ҡуйып яҙырға кәрәк.

СалауатЮлаевбашҡортхалҡыныңмиллибатыры.

– Дәфтәрҙәрҙе алышабыҙ, бер-беребеҙҙең эшен тикшерәбеҙ. (Таҡтала дөрөҫ яуап сыға)

Үҙбаһа

3-сө эш

–  Уҡыусылар, китаптарыбыҙҙың 103-сө битен асабыҙ.  Бөгөн Салауат Юлаевтың  “Тыуған илем” тигән шиғыры менән танышып китәбеҙ.

– Һеҙ “Тыуған” тигән һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ?

  • Тыуған ил була, тыуған көн, тыуған ер була. (Родной край)

Уҡытыусы:  Бына тип атала.

– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Салауат Юлаевтың “Тыуған илем” шиғыры нимә

тураһында  икән?

– Үҙенең тыуған иле тураһында.

  • Тик был шиғырҙы аңлар өсөн, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итеп китергә кәрәк.

Һүҙлек эше:

                                    ҡыр, ялан – поле

                                    татлы – сладкий

                                    бал – мед

                                    күккә ашҡан – возвышающий до небес

                                    төйәк – край

                                    һөйә – любит

                                    дан – слава

  1. уҡытыусының уҡыуы;
  2. хор менән уҡыу;
  3. һайланма уҡыу;
  4. рәтләп уҡыу;

Шиғырҙы уҡыу

4-се эш

Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш

  • Уҡыусылар һеҙгә шиғыр оҡшанымы?
  • Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
  • Автор нимәне данлай?

                         8,  9, 10-сы слайдтар (Урал тауҙары, тәбиғәтте күрһәтеү)

– Уҡыусылар, Салауат Юлаев Уралдың матурлығын ниндәй һүҙҙәр менән данлай? Шул юлдарҙы шиғырҙан табып уҡыйыҡ әле.

– Тыуған илдең һыуҙары ниндәй? (Балдай таталы)

– Ә ни өсөн балдай татлы ул? (Ул һыуҙы бал менән сағыштыра)

– Был беҙҙең әҙәби телдә нимә тип атала? (Сағыштырыу)

– Ә урыҫ телендә нисек атала ул? (Сравнение)

– Ә ниндәй һүҙҙәр йыш ҡабатлана? (Мәңге, инем мин)

– Ундай һүҙҙәрҙе ҡулланыу ни өсөн кәрәк, тип уйлайһығыҙ? (Шиғырҙың телен матурлау өсөн)

– Был шиғырҙы ниндәй интонация менән уҡырға кәрәк? (Ғорурлыҡ менән, күтәренке тауыш менән)

III. Йомғаҡлау. Баһалау.

  • Хәҙер уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән тест эшләп китәбеҙ.

Тест

  1. Салауат Юлаев нисәнсе йылда тыуған?

а) 1775 йыл;

б) 1754 йыл;

в) 1790 йыл.

  1. Салауат Юлаевтың тыуған ауылы?

а) Тәкәй;

          б) Салауат;

          в) Танып.

  1. Салауат Юлаев ниндәй һуғышта ҡатнашҡан?

а) Бөйөк Ватан һуғышында;

б) Крәҫтиәндәр һуғышында.

 

  1. Салауаттың атаһы кем?

а) Айҙар;

б) Юлай;

в) Пугачев.

   

  1. Ҡайһы шиғырҙы Салауат Юлаев яҙған?

а) “Тыуған илем”;

б) “Сәләм”;

в) “Ҡыш”.

  1. Ҡайһы юлда сағыштырыу бар?

а) Сылтырап аҡҡан шишмәләй;

          б) Матур-матур яландар;

          в) Икһеҙ-сикһеҙ урмандар.