Ете ҡыҙ фонтанына сәйәхәт
план-конспект урока (5 класс)

  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәҙелшина Аида Урал ҡыҙының сайты

Ете ҡыҙ фонтанына сәйәхәт

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ete_kyz_fontanyna_syht.docx23.29 КБ

Предварительный просмотр:

Класс: 8 Б

Тема: Ете ҡыҙ фонтанына сәйәхәт.

Маҡсаттар: 1. Ете ҡыҙ легендаһы менән таныштырыу, фонтан тураһында мәғлүмәт биреү.

2. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләүҙе, хәтерҙе үҫтереү; коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү;

3. Халыҡ ижадына һөйөү уятыу,башҡорт халҡының йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу. 

Йыһазландырыу:  ноутбук, интерактив таҡта, таратма материалдар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.
  • Һаумыһығыҙ балалар! Ултырығыҙ! Бөгөнгө беҙҙең дәрес ябай түгел, беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән. Шуның өсөн оялмай ғына үҙ белемдәрегеҙҙе күрһәтеп ҡалығыҙ.
  • Үткән дәрестә ниндәй тема үттек? Әйҙәгеҙ өй эшен тикшереп алайыҡ.
  • Афарин, яҡшы.

  • II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу(белемдәрҙеактуалләштереү)
  • Дәрестең темаһын асыҡлар өсөн бер йырҙы тыңлап китәйек. Иғтибар менән тыңлағыҙ.  ( Йырҙан өҙөк яңғырай)

Таҡтала йырҙың һүҙҙәре:

Илгә сығып киткәнемдә,

Бергә ҡалды ете ҡыҙ,

Йән hөйгәнен көтөргә тип,

Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ.

Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ,
Ҡайтып килһәм, бере юҡ.
Намыҫ һаҡлап, күлгә батҡан,
Ғәйеп итер ере юҡ.

( Бер уҡыусы йырҙың һүҙҙәрен уҡып сыға)

  • Рәхмәт, шиғырҙы уҡып сыҡтыҡ. Уҡыусылар, йырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Ниндәй һүҙҙәр йыш  осрай?
  • Эйе, дөрөҫ, ете ҡыҙ тураһында һүҙ бара.
  • III.Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу.
  •  Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән теманы асыҡланыҡ. Нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә өйрәнәсәкбеҙ? (Уҡыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйтәләр). Ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?
  • ‒ Ә хәҙер таҡтаға иғтибар итегеҙ, һеҙ әйткән маҡсаттар бында бармы? ( Слайдта маҡсаттар бирелә).

IV. Төп өлөш.

  • Бөгөн беҙ дәрестә «Ете ҡыҙ» тураһында һөйләшәсәкбеҙ һәм Өфөләге Ете ҡыҙ фонтанына сәйәхәт ҡылырбыҙ.
  • Бөгөнгө числоны һәм теманы дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйҙыҡ.

Һүҙлек эше:

Ете ҡыҙ – семь девушек

Бейеү – танец

Ил – 1) родина 2) страна

Намыҫ – честь

Ғәйеп – вина; проступок

  • Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыр өсөн, улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөйөк. Миҫалдар таҡтала күрәһәтелгән. ( бөйөк ил – великая страна, күңелле бейеү – веселый танец)
  • Миҫалдарығыҙҙы дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
  • Кем  һөйләм төҙөп ҡарай? ( Уның  намыҫы таҙа ине – Его совесть была чиста)

– Ете ҡыҙ менән бәйле нимәләр беләһегеҙ?

  • Ниндәй бейеү ул? Ни өсөн бейеү шулай атала?
  • Бейеүҙең нигеҙендә легенда ята. Кем легенданы һөйләр?

( Уҡыусыларҙың яуаптары)

  • Был легенданың бер нисә варианты бар. Әйҙәгеҙ беренсеһен уҡып китәйек. Сылбырлап уҡыйбыҙ һәм тәржемә итәбеҙ.

Етегән йондоҙ - ете ҡыҙ.

Элек бер кешенең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Улар гел бергә йөрөгәндәр. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше булмаған, ти.

Бер саҡ ҡыҙҙар тауға сыҡҡан. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан баҫтыра башлаған. Ҡыҙҙар етәкләшеп тау башына менеп киткән. Дейеү арттарынан баҫтырып килгән. Инде тотам тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп, күккә осҡан. Етеһе ете урынға боҫҡан. Айырылмаҫ өсөн бер-береһенә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Һуңынан уларҙы Етегән йондоҙ тип йөрөткәндәр.

Был легенданың икенсе варианты ла бар. Әйҙәгеҙ уҡып сығайыҡ.

Есть в Башкирском Зауралье озеро Культубан, с названием которого связана красивая легенда. Когда-то в давние времена тут жили кочевые племена башкир. И вот напали на них казахи, перебили мужчин, взяли в плен самых красивых женщин, в том числе семь сестер, силой увезли с собой. А чтобы не убежали плененные женщины, они, надрезав им ступни ног, вставили туда конский волос. Однако не смогли гордые сестры вынести плен, и решили они убежать. Глубокой ночью, когда все уснули, они убежали в башкирские степи. Казахские воины, обнаружив побег, погнались за ними. Девушки босиком, их ноги колет и режет конский волос, бежать больно…. А казахские воины на конях, и они вот-вот догонят беглянок. Впереди было озеро, и отчаянные девушки, взявшись за руки, вошли в озеро... И утонули свободолюбивые башкирские девушки в озере. В память о семи сестрах озеро назвали Культубан, что в переводе с башкирского – «Конский волос». У башкир есть танец с названием «Семь девушек».

  • Һеҙҙең иғтибарғыҙға легенданы ҡарап китергә тәҡдим итәм. ( Видео ҡарау)

  • Һеҙҙең белеүегеҙсә Өфөлә 2015 йылдың июнь айында «Ете ҡыҙ» фонтаны асылды. Был фонтан ошо беҙ уҡыған легендаға арналған. Был композицияның скульпторы  Башҡортостандың атҡаҙанған рәсамы – Хәниф  Хәбибрахманов.  Модель булып Фәйзи Ғасҡаров ансамбленең бейеүселәре булды.

( Асыу тантаһынан өҙөк ҡарап китеү)

2-се эш

- «Ете ҡыҙ  фонтанына сәйәхәт» тигән темаға диалог төҙөп ҡарайыҡ.

Ял итеп алайыҡ. Физкультминутка.

V. Яңы теманы нығытыу этабы.

3-cө эш.Төркөмдәрҙә эш. 

  • Беҙҙең кластың ҡыҙҙары бик матур бейеү бейене.
  • Бөгөн беҙ Ете ҡыҙ фонтанына экскурсияға барабыҙ.
  • Беҙҙең иртәгә каникулдар башлана.
  • Тикшерәйек. Ни өсөн хәбәр (сказуемое) һөйләм аҙағында тора?

VI. Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккәрефлексия.

‒ Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән нимә үттек?

‒ Ниндәй яңы һүҙҙәр үҙләштерҙегеҙ?

‒Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрес башында билдәләгән маҡсаттарға беҙ ирештекме?

Дәрестә үҙегеҙҙе нисек эшләнем, тип уйлайһығыҙ икән?

  • Әгәр бөтә эш тә еңел бирелһә, дәрес оҡшаһа – йылмайып торған йылмайлик күрһәтегеҙ.
  • Дәрес бик ауыр булһа, нимәлер аңлашылмаһа – кәйефе төшкән йылмайликтар күрһәтегеҙ.
  1. Баһалау.

 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? Ни өсөн?

Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар)

 Дәрестә барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Афарин! Гел шулай актив булып ҡалығыҙ.

  1. Өйгә эш биреү.

- Легенда буйынса һүрәт төшөрөү

- 109-сы күнегеү (һөйләмдәрҙе дөрөҫ яҙырға)

- 108-се  күнегеү (тәржемә)

  • Дәрес тамам. Һау булығыҙ!