Башҡортостан иленә сәйәхәт.
классный час
Башҡортостандың әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихын өйрәнеү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan_buylap_syht.docx | 20.9 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының
Юлыҡ ауылы муниципаль
төп белем биреү бюджет учреждениеһы
Башҡортостан иленә сәйәхәт.
IV класта үткәрелгән класс сәғәте
Үткәрҙе:
Беренсе категориялы уҡытыусы
Зәйнуллина Рәзилә Тимерхан ҡыҙы.
Тема: Башҡортостан иленә сәйәхәт. 4 класс
Дәрестең формаһы: ситтән сәйәхәт итеү
Маҡсаттар:
1.Башҡортостандың әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихын өйрәнеү.
2. Башҡортостан темаһы буйынса белемдәрен, тыуған яҡты өйрәнеү эштәрен үҫтереү
3.Башҡортостандың тәбиғәтенә һоҡланыу уятыу, уның тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, ноутбук, башҡорт милли аш-һыуҙары, кейемдәре, дәүләт символдары иллюстрациялары
1.Ойоштороу өлөшө.
2. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау (ҡурай моңо)
Ниндәй көй тыңланыҡ?(балаларҙың яуабы)
Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?(яуаптар)
Әйҙәгеҙ, бергәләп бер нисә һорауға яуаптар биреп үтәйек.
а) Башҡорттарҙың милли музыка ҡоралы (ҡурай)
б) Бейә һөтөнән эшләнгән шифалы эсемлек( ҡымыҙ)
в) Башҡортостандағы иң ҙур йылға ( Ағиҙел)
г) ҡәбиләнең иң хөрмәтле оло кешеләре( аҡһаҡал)
д) Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшендәге көмөш тәңкәләрҙән эшләнгән биҙәүесе (түшелдерек)
е) Башҡорт үҙенең шәжәрәһен нисә быуынға тиклем белергә тейеш?(ете)
ж) Нимә ул ҡобайыр?
З) Үҙҙәре йыр сығарып йырлаған кешеләрҙе кем тип әйткәндәр?(сәсән)
и) Башҡортостандың тауҙарын һанап үтегеҙ( Ирәмәл, Янғантау, Ямантау, Ирәндек, Ҡоншаҡ, Шихан тауҙары
к) Элек башҡорттар нисек йәшәгәндәр?( яртылаш күсмә халыҡ)
Балалар, башҡорт халыҡ әкиәттәрендә ҡанатлы атты нимә тип атағандар? Кем белә? ( Һүрәт)
Бөгөнгө беҙҙең бурысыбыҙ-ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мең йыллыҡ юлды үтергә тейешбеҙ. Ә үткән ваҡытҡа ҡайтырға беҙгә Аҡбуҙат- ҡанатлы ат ярҙам итер.
4.Иллюстрациялар менән эш:
« Минең тыуған илем- Башҡортостан»
Беҙ ҡайҙа килеп эләктек? (Башҡорттарҙың борондан йәшәгән ерҙәренә). Беҙҙең йәшәгән еребеҙ шундай матур һәм бай. Сәсәндәр, шағирҙар тыуған еребеҙҙең матурлығын данлап ҡобайырҙар, йырҙар сығарғандар. Башҡортостан- башҡорт һүҙенән килеп сыҡҡан.
Кем белә, башҡорт һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?
-баш( голова, главный), ҡорт( волк)
-баш(главный), ҡорт( пчела)
-баш(главный), ҡорт(круг, сообщество людей)
5. Башҡорт һүҙенең килеп сығышы тураһында легенда
Боронғо ваҡытта башҡорт ырыуҙары бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәгәндәр. Улар күп итеп йылҡы (ат) көткәндәр, шунан тыш һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Йылҡыларына тағы ла яҡшыраҡ ерҙәр эҙләп улар бик ҡырға киткәндәр. Оҙаҡ барғандар, әллә нисә мең км юл үткәндәр һәм бер бүре өйөрөнә тап булғандар. Бүре өйөрөнөң башлығы үҙ өйөрөнән айырылып ошо кешеләрҙе алып киткән. Оҙаҡ барғандар, бүре уларҙы йәшел яланлы, хайуан, кейектәре мыжғып торған урманлы, тауҙары болоттарға тейеп торған ергә алып килгән. Үҙ-ара кәңәшләшкәс, аҡһаҡалдар ошо урында йәшәргә булғандар.Шунан алып, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ башҡорттар тип атала башлағандар. Бүре һүҙе икенсе төрлө ҡорт булған. Ул баш булып килгәс, башҡорт һүҙе килеп сыҡҡан.
Башҡорт халҡы бик ҡунаҡсыл булған. Ҡунаҡ борондан башҡорт өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә булған. Элек башҡорттар иҙәнгә кейеҙ түшәп, ашъяулыҡ йәйеп, түңәрәкләп ултырып ашағандар. Иң яҡшы урынға ҡунаҡты ултыртҡандар, уға хөрмәт күрһәткәндәр. Ҡунаҡтар ҡайтһа, уларға күстәнәс биреп ҡайтарғандар.
Был йола әле лә башҡорттарҙа бар, ул юғалмаған. Әйҙәгеҙ, башҡорттарҙың аш-һыуҙарын ҡарап үтәйек. Башҡорттар элек йылҡысылыҡ, һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Башҡорт аты үҙенсәлекле тоҡом. Улар үҙҙәренең сыҙамлығы менән айырылып торғандар. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла, йәйге эҫеләрҙә лә ат башҡорттоң тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы булған. Тағы ла башҡорттар урманда бал ҡорттарын тотоп, бал һыҡҡандар. Әлеге ваҡытта ла башҡорт балы бөтә донъяға билдәле, ул ныҡ файҙалы аҙыҡ.
Башҡорттар ҡунаҡсыл ғына булмағандар, улар эшсән, егәрле лә булғандар. Ауыр эштәрҙән һуң улар ял иткәндәр, төрлө байрамдар үткәргәндәр, йырлағандар, бейегәндәр, тәмле аш-һыу әҙерләгәндәр, бүләктәр бирешкәндәр, байрам ваҡытында милли кейемдәрен кейгәндәр.
6. « Башҡорт аш-һыуҙары, кейемдәре»
7. Бейеү ( видео)
Балалар, беҙ башҡорт иленең элек ниндәй булыуын ҡарап үттек. Әйҙәгеҙ, хәҙерге Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәйек. Хәҙерге ваҡытта бөтә илдәрҙең дәүләт символдары бар. Башҡортостандың да дәүләт символдары бар,танышып үтәйек.
8. «Башҡортостан- тыуған илем” иллюстрацияһы
9.Алған белемдәрен тикшереү.(тест эшләү).
10. Дәрескә рефлексив анализ.
Дәрестә башҡарылған эштәрҙе иҫкә төшөрөү.
Был эштәрҙе үтәгәндә осраған ауырлыҡтарҙы асыҡлау.
Еңел башҡарылған эштәрҙе билдәләү.
Нимәгә өйрәндем тигән һорауға яуап биреү:
-Тыуған төйәгем тураһында белемем артты
Шулай итеп, балалар беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың үткәненә, хәҙергеһенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Сәйәхәт иткәндә һеҙгә нимәләр оҡшаны, нимәләр оҡшаманы?
Ярай, дәрес тамам.
Тест һорауҙары:
а) Башҡортостан флагы ниндәй төҫтәрҙән тора?
1. Күк, аҡ, йәшел
2. Күк, йәшел, ҡыҙыл
б) Башҡортостан территорияһының дөйөм майҙаны
1.143,6 кв км
2.167,8 кв км
в) Дәүләт символдары
1. Гимн, флаг
2. Флаг, гимн, герб
г) Башҡорт милли аш-һыуҙары
1. Шешлек
2. Өсбошмаҡ
3. Билмән
4. Бишбармаҡ
5. Боронғо башҡорттарҙың төп шөғөлө
1. Ҡошсолоҡ
2. Умартасылыҡ
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ачык дәрес "Ньютон иленә сәяхәт"
9 класста "Әйләнә-тирәбездә физика" электив курсының йомгаклау занятиесе...
Әдәплелек иленә сәяхәт
Укучылар, бүген без әдәплелек турында сүз алып барачакбыз.Халкыбыз элек-электән “чисталык”, “пөхтәлек”, “кыюлык”,”батырлык” төшенчәләрен еш кулланган, шул сыйфатларны тупларга тырышкан. “Батырлы...
Рәвешләр иленә сәяхәт.
Урок-презентация по татарскому языку в 6 классе...
Фонетика һәм орфоэпия иленә сәяхәт
Фонетика темасын узганда файдалана торган материал....
"Юл билгеләре иленә мавыктыргыч сәяхәт"
Юл йөрү кагыйдәләрен кабатлау өчен кызыклы уен - сәяхәт....
Рус мәктәпләренең 5 нче сыйныф рус төркемнәрендә "Сүз төркемнәре иленә сәяхәт" темасына үткәрелгән ачык дәрес эшкәртмәсе
Өйрәнелгән грамматик материалны кабатлау, белемнәрен системага салу максатыннан үткәрелгән дәрес эшкәртелмәсе....
Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.
Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....