Инша "Минең тыуған ауылым"
творческая работа учащихся (6 класс)

Ауылымдың эргәһенән
Юшатыр йылғаһы аға.
Талғын ғына ел иҫкәндә
Тулҡынын ярға ҡаға..

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon auylymdyn_erghenn.doc33 КБ

Предварительный просмотр:

Ауылымдың эргәһенән
Юшатыр йылғаһы аға.
Талғын ғына ел иҫкәндә
Тулҡынын ярға ҡаға..

Минең тыуған ауылым гүзәл Ырымбур далаларының иң матур ерендә урынлашҡан. Ошо гүзәл ауылыбыҙ үҙенең һоҡландырғыс тәбигәте, болоттарға уҡ тоташҡан тауҙары һәм тәнгә сихәт, күңелдәргә рәхәт бирә торған саф һауаһы менән үҙенә тартып тора. Аллабирҙе тәбигәте менән генә түгел, ә уҙенең тырыш, рухи донъяһы матур, бай булған бөйөк улдары, ҡыҙҙары менән дан ҡаҙана. Ниндәй генә куренекле шағирҙар, йырсылар тыуып үҫмәгән бында! Улар барыһы ла ғәзиз еребеҙ ғорурлығы.

Тыуған еребеҙ! Сабый саҡтан уҡ уның матурлығы минең куңелемә һеңгән. Йомартлығы йөрәгемә күскән. Аунап- тәгәрәп уйнаһам, һин миңә йәйен хәтфә менән еҫле сәскәләргә төрөнгән болон булдың, күккә ҡараһам – төрлө-төрлө һүрәттәргә кергән аҡ мамыҡтай болоттарың менән мауыҡтырҙың, хыялым ҡанаттарында шул зәңгәр бейеклектәргә күтәрҙең... Мин – тик һинеке. Минең йөрәк тамырҙарым да һинең тупрағыңа тоташҡан. Алтын көмөштәргә ҡарағанда ла һин миңә ҡәҙерле һәм яҡын...

Тыуған яғым, минең Аллабирҙем,

Киң далалар, туғайҙар иле.

Ҡайҙа йөрөһәм, ҡайҙа барһам да мин,

Гел һағынып ҡайтам шул һине.

Үҙенең башҡорт балы, икмәге менән донъя күләмендә билгеле ул минең ерем.

Тыуған ауылым ҡош-ҡортҡа, еләк-емешкә, төрлө йәнлектәргә бик бай.

Йәй көнө урман кешеләрҙе уҙенә тарта. Йәй уртаһында урман яландарында салғы тауыштары ишетелә. Ауылда ҡайын, нарат урмандары шаҡтый. Тик урмандарға кергәс, киҫелгән ағас төптәрен, ташлаған сүптәрҙе күреп йөрәк әрней. Тәбигәтте бысратыу, уға һаҡһыҙ ҡарау иманлы кешеләрҙә борсолоу уята. Ауыл бөтһә, тәбигәт тә ярлылана. Әйҙәгеҙ  әле, тәбигәткә ҡарата бер аҙ мәрхәмәтлерәк булайыҡ. Уны һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөбөҙҙө ҡыҙғанмайыҡ. Тәбигәт һәм бөтөн ғәләм киңлеген һаҡлап ҡалыу-беҙҙең бурыс.

Ауылыбыҙҙың кешеләре лә бик уңған, татыу, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙарға әҙер тора.

Ырымбурҙа булған ҡайғыларҙы, яуҙарҙы кескәй генә ауылыбыҙ бөтөн башҡорт халҡы менән бергә кисерә.

Тыуған ауыл – бик ҡәҙерле һүҙ ул. Һәр бер кеше үҙенең ауылын, тыуған йортон ярата.

Тыуған ил тыуып-үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ҡәҙерле ғәзиз әсә, тыуған тупраҡ, иң татлыһы-эскән һыу, иң йылыһы – һине йылытҡан өй, иң күркәме – тыуған өй, тыуған тәбигәт.

Мин тыуған яғым менән сикһеҙ ғорурланам. Уның үткәне, өмөттәр тулы бөгөнгөһө, яҡты киләсәге хаҡында йыш ҡына уйлайым. Үҙ илеңдә, ғәзиз тыуған яғыңда йәшәү үҙе бер бәхет икән.

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән райрны Аллабиҙе ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет мәғәриф учреждениеһы



Минең тыуған ауылым

6-сы класс уҡыусыһы Ильзида Кәзбәкованың ижади эше




октябрь – 2019 й.





По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ғәлиәкбәр ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары тарихы

Ғәлиәкбәр ауылы ҡағылышлы ер-һыу атамаларында дөйөм башҡорт хал-ҡының тарихы ла сағылған.Ҡаҙаҡтар борондан борондан беренә баш-ҡорт еренә барымта менән килгән. Улар араһында һәр ваҡыт һуғыш булып торғ...

Презентация. Ғәлиәкбәр ауылы буйлап виртуаль сәйәхәт

Ғәлиәкбәр ауылы буйлап виртуаль сәйәхәт...

Ҡоҙашман ауылы байрамы

Ҡоҙашман ауылы байрамы...