Моңло ҡурай, серле ҡурай (дәрес өлгөһө)
план-конспект урока

Билалова Миләүшә Миңлебай ҡыҙы

Моңло ҡурай, серле ҡурай (дәрес өлгөһө)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_uroka_kuray.docx23.72 КБ

Предварительный просмотр:

  1. Ойоштороу (организационный момент).
  • Уҡыусылар! Һыуыҡ ҡыш булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дәрескә мин ҡояш алып килдем. Ә ҡояш ул йылылыҡ билдәһе. Мин һеҙгә ошо ҡояштың нурҙарын таратҡым килә. Бына, уҡыусылар, тотоп ҡарағыҙ әле, улар шундай йомшаҡ, йылы һәм матурҙар. Әйҙәгеҙ әле ошо йылылыҡты, дуҫлыҡты һеҙҙең менән дәрес аҙағынаса һаҡлайыҡ.  Ултырығыҙ!
  • Хәйерле иртә, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар! Бөгөн мин һеҙҙең менән әҙәби уҡыу дәресе үткәрәсәкмен. Һеҙҙе күреүемә мин бик шатмын!

  1. Фонетик күнегеү.
  • Дәрестә яҡшы, дөрөҫ итеп уҡыу, һөйләшеү өсөн телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ. Мин уҡыйым, ә һеҙ минең арттан күҙәтеп барығыҙ.

Йәм-йәшел иген баҫыуы,

Муйыл, еләк- шау сәскә.

Зәңгәр күк. Ҡурай тажындай

Ҡояш нурҙарын сәсә.

  1. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, бергәләп уҡыйыҡ. Афарин!
  2. Уҡыусылар, башҡорт хәрефтәре генә булған һүҙҙәрҙе табығыҙ әле. Минең артымдан ҡабатлағыҙ.
  3.  Әңгәмә
  • Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (Ҡурай, ҡояш)
  • Ҡояш нимә эшләй? (нурҙарын сәсә)
  • Ә ни өсөн Г.Ситдиҡова ҡурай менән ҡояшты сағыштырған ?

Ҡояштан нур сәселһә, ҡурайҙан нимә һибелә?

Һығымта: Эйе, ҡояштан нур, ә ҡурайҙан моң һибелә.

  • Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Ҡурай!!!!
  • Эйе,афарин,беҙҙең дәрестең темаһы  МОҢЛО ҠУРАЙ ,СЕРЛЕ ҠУРАЙ тип атала. Дәрестә ҡурайҙың моңло ла , серле лә булыуын асыҡларбыҙ.
  • Дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнгө көндө һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

1)Тарих

-Моңло ҡурай тинек, ҡурайҙан моң һибелә тинек. Ә моң һибелһен өсөн ни эшләргә кәрәк? (уйнарға кәрәк). Ә уйнар өсөн, уҡыусылар, ҡурайҙы эшләр кәрәк. Видеояҙма ҡарап үтәйек. Тимәк, ҡурай моңо башҡорт халҡының элек-электән  айырылмаҫ юлдашы һәм моңдашы булған. Һеҙ ҡурай тарихын ҡаранығыҙ.

 2) Халыҡ ижады

-Беҙ һеҙҙең менән дәрес башында шиғыр уҡыныҡ. Бәлки һеҙ үҙегеҙ  ҡурай тураһында шиғыр, йомаҡ, мәҡәлдәр беләһегеҙҙер? (әйтәләр)

Афарин!

-Һеҙҙең алдығыҙҙа серле конверттар ята. Унда йомаҡтар йәшеренгән. Ә йомаҡтарҙы сисер өсөн, һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырырға кәрәк.

 Баһалау!

  1. Әкиәттә ҡунаҡта

-Ҡурай тураһында, уҡыусылар, әкиәттәр ҙә бар икән. Шуларҙың береһе менән беҙ бөгөн танышырбыҙ. Әйткәндәй, әкиәттәр ҙә халыҡ ижадының бер төрө.

1) әкиәтте уҡыр алдынан киләһе һүҙҙәр менән танышып китәйек:

донъяға килгән- родился

көн күргән- существовали

баштарын һалғандар- погибли

ғүмер иткәндәр- жили

а) мин уҡыйым, һеҙ күҙәтеп барығыҙ

б)үҙ аллы уҡып сығығыҙ

в) бергәләп уҡыйбыҙ

г) мин русса әйтәм, һеҙ башҡортса яуап бирегеҙ

һығымта: был һүҙбәйләнештәр күсмә мәғәнәлә бирелгән. Улар тураһында тел дәресендә тәрәнерәк танышырһығыҙ

2) Йөкмәткеһе менән танышыу

- мин уҡый башлайым, әкиәтте аудиояҙма дауам итер, артабан һеҙ уҡып бөтөрөрһөгөҙ.

Мин,аудиояҙма, уҡыусылар

3) Текст өҫтөндә эш

1.Уҡыусылар, беҙ нимә тураһында уҡыныҡ?(ҡурай һүрәте)

2. Ҡурайҙы кем уйнаған? (егет)

3. Кемдең улы? (әбей менән бабайҙың улы)

4. Улар нисек көн күргән? Әкиттән табырға) һунарға йөрөгәндәр

5. Илгә нимә килгән?( бәлә)

6. Һуғышҡа китер алдынан егеткә атаһы нимә биргән? (Ҡурай)

7. Ҡурай моңон ишеткән дошман ғәскәре  ни эшләгән? ( туҡтап ҡалған)

8. Һуғыш тамамланғас, халыҡ ни эшләгән? ( Һөйөнгән)

Һығымта: Шулай итеп, уҡыусылар, ҡурайҙың сере нимәлә? Ҡурай моңоноң көсө нимәлә? ( Ул һуғышты туҡтатҡан)

-Эйе, был әкиәтте уҡып, ҡурайҙың ысынлап та, көслө , серле булыуына төшөндөк

  1. Сәнғәт
  • Уҡыусылар, ә бөгөнгө көндә ҡурай йәшәйме? Бармы?  Ҡайҙа күргәнегеҙ бар? Ҡурайсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? Эйе, афарин!

Мин һеҙҙең яуаптарығыҙға өҫтәп,тағы ла Йомабай Иҫәнбаев, Азат Айытҡолов,  Роберт Юлдашев, Азат Биксурин һ.б. әйтеп үтәһем килә.

-Беҙҙең ҡалала ла ҡурайсылар бар. Шуларҙың береһе БДФилармонияһы йырсыһы Иршат Ҡарасурин. Ул бик оҫта итеп ҡурайҙа уйнай. Иршат Заһир улы бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Рәхим ит!

-Иршат ағай көй уйнағанда беҙ ял итеп алайыҡ Баҫығыҙ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.

ФИЗМИНУТКА         

-Иршат Заһир улы беҙгә буш ҡул менән килмәгән. Ҡурайҙар алып килгән. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ҡурайсылар булып алайыҡ. Моң сығарып ҡарағыҙ.

-Ҡурай тартыу тын юлдарын киңәйтә, үпкәне кислород менән байыта.

Рәхмәт, Иршат,һеҙҙе тағы ла ҡунаҡҡа көтөп ҡалабыҙ.

 Һығымта: Тимәк, ҡурай бөгөнгө көндә лә йәшәй

  1. Факттар
  • Ә бына Й. Иҫәнбаев ҡурайҙы бөтә донъяға танытҡан ҡурайсы. Ул Париж сәхнәһен бер иткән. Парижға үҙе менән үҫеп ултырған ҡурайҙы алып бара. Сәхнәгә алып сығып, уйымдар эшләп, шунда уҡ уйнап та ебәрә. Шул саҡ сәхнәгә бер ханым килеп сыға ла, ҡулындағы алтын балдағын бүләк итә. Шунан алып ҡурай бөтә донъяға танылыу ала. Әйткәндәй, Й. Иҫәнбаев минең райондашым. Ул Хәйбулла районында тыуған.
  • Башҡортостан тиеү менән ҡурай күҙ алдына килә. Шуның өсөн дә ҡурай Башҡортостандың 7 мөғжизәһенә индерелгән. Ҡарап китегеҙ.
  • Ә Баймаҡ районында ҡурайға хатта һәйкәл дә ҡуйылған.

Был факттар булды. Алып барып ҡуям.

  1. Символика
  • Һеҙ ҡурай  рәсемен тағы ла ҡайҙа күргәнегеҙ бар? (гербта, флагта)

Эйе, ҡурай тажы беҙҙең гербта ла, флагта ла айырым урын алып тора.

Бында төшөрөлгән ҡурай сәскәһенең 7 тажы бар.

  1. Ырыу
  • Бик боронғо замандарҙа, дошмандарға ҡаршы бергәләп көрәшеү өсөн башҡорт ырыуҙары берләшкәндәр. Тимәк, ҡурай сәскәһенең 7 тажы 7 ырыу берҙәмлеген дә символлаштыра.
  • Ә һеҙ ошо ырыуҙарҙың атамаларын беләһегеҙме? Эйе, афарин.

Уҡыусылар, таҡтаға иғтибар итегеҙ әле, ниндәй һүрәт килеп сыҡты?( ҡурай таждары, сәскәһе)

  • Эйе, ҡарағыҙ әле, һеҙ бөгөн төркөмдәрҙә нисәшәр ултыраһығыҙ?Был тиккә түгел. Эйе, 7-шәр, хәс тә 7 ырыу вәкилдәре кеүек.

  • Бөгөн дәрестә һин, һин бик яҡшы эшләнегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйҙығыҙ? яуаптар
  •  Өй эше: һүрәттәр буйынса әкиәттең йөкмәткеһен һөйләргә,

ҡурай тураһында әҙер мәғлүмәт алып килергә, ҡалғандарға өй эше булып әкиәтте тағы ла уҡып сығырға.

Йомғаҡлау

  • Шуның менән дәрес тамам. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Һыуыҡ ҡышҡы көндәрҙә  лә йөрәктәрегеҙҙә ҡояш булһын, ә күңелдәрегеҙ ҡурай моңона тулһын.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Открытый урок в 8 классе по теме "Природные уникумы Урала. Экологические проблемы Урала"

Открытый урок проводился по географии в 8 классе, с целью обобщения темы "Урал"...

Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"

Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"....

Музыкально-поэтическая композиция "Поэты Южного Урала о городах Южного Урала"

Музыкально-поэтическая композиция "Поэты Южного Урала о городах Южного Урала" . Стихи и песни о городах Южного Урала....

Виртуальная экскурсия «Урал, Урал! Тело каменно, сердце пламенно...» (уральские пейзажи в рассказах Д.Н.Мамина-Сибиряка)

Материал данной экскурсии может быть использован на уроках внеклассного чтения, а также во внеурочной деятельности по предмету....

Р. Шәкүрҙең “Урал батыр иле - сал Урал” шиғырын өйрәнеү.

Р. Шәкүрҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, Уралдың матурлығын күрһәтеү, тасуири уҡырға өйрәтеү,  уҡыусыларға тыуған ер төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, ...