Башҡортостан-Республикам
материал
Предварительный просмотр:
Башҡортостан-Республикам
1 слайд
Альфиә Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар!Беҙ бөгөн “Йөрәк һүҙе”тип аталған шиғриәт бәйгеһенә йыйылдыҡ.
2 слайд.
Фәйрүзә Хәйерле көн , дуҫтар! Был бәйге Республикабыҙҙа йылдан йыл үткәрелә башланы. Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Бында балалар баҡсаһында йөрөгән балаларҙан алып, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, өләсәй –олатайҙар, төрлө һөнәр кешеләре ҡатнаша.
Әльфиә Һеҙҙе бөгөн алтын көҙҙөң матур көнөндә һау-сәләмәт, яҡшы кәйефтә күреүебеҙгә бик шатбыҙ.Бәйгебеҙ оло байрам алдынан үтә.
Фәйрүзә Ә хәҙер һорау.11 октябрҙә беҙҙең Республикала ниндәй байрам?
3 слайд
Әлфиә Бынан 29 йыл элек, Башҡортостан республикаһының дәүләт суверенететы тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйылды. Шиғриәт бәйгеһен ошо байрамға бәйләйбеҙ.Республика тураһында һорауҙар бирербеҙ, беҙгә актив уҡыусылар килгәнде беләбеҙ. Әүҙем ҡатнашып ултырығыҙ.
Фәйрүзә киләһе һорау. Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты кем?
4 слайд
1)Мортаза Рахимов
2)Рөстәм Хәмитов
3)Хәҙерге Республика башлығы Радий Хәбиров
5 слайд
Әльфиә 2-се мәктәптән Мифтахитдинов Батыръян уның 6 йәшлек һеңлеһе Йәмиля, әсәләре Оксана Нургали ҡыҙы менән Башҡортостандың халыҡ шағире Рәми Гариповтың “Башҡортостан”, “Кеше” шиғырҙарын уҡып ишеттерә.
6 слайд
Земфира Акбутинаның «Тыуған илем» шиғыры
7 слайд
Фәйрүзә Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Ислам Моратовтың БАШ ҠАЛА ШУНДАЙ МАТУР! Шиғырын 12-се мәктәптән 5 е уҡыксылары һөйләп ишеттерер
Радионан һәр көн иртән
Сәләмләй беҙҙе Өфө,
Өфө – туған баш ҡалабыҙ,
Тыуған йортобоҙ төҫлө.
Телевизорҙан ҡарайбыҙ,
Өфөбөҙ – шундай матур,
Тау башында суйын һәйкәл,
Ул бит – Салауат батыр!
Республика йорто балҡый
Алыҫта тау башында,
Әйтерһең дә, бөтәбеҙҙе
Ул ҡунаҡҡа саҡыра.
Уҡырға саҡыра беҙҙе
Бик күп уҡыу йорттары.
Баш ҡалабыҙ шундай матур,
Яҡты яна уттары.
8 слайд
Хәҙер һүҙҙе ҡунаҡтарға бирәбеҙ 4 се мәктәптән 2 се- класс уҡыусыһы Харрасов Ролан менән әсәһе Земфира Мостай Кәримдең Кайын япрагы тураһында шиғырын ятлап ишеттерә.
9 слайд
Ролан шиғырҙар ҙа яҙа икән, уҡытыусы апайҙары беҙгә береһен ебәргәйне, слайдҡа ҡарағыҙ әле, был уның шиғыры.
Таныш булайыҡ – мин Ролан.
Белоретта мин тыуҙым.
Кескәй ҡустым Аслан менән
Башҡорт телен өйрәнәм.
Пар ҡанатлы ғаиләлә
Үҫәбеҙ ел дә теймәй.
Атай һәм әсәй беҙгә
Тәүфиҡ һәм бәхет теләй.
Беҙ ғашиҡбыҙ тәбиғәткә,
Һоҡланабыҙ тыуған ергә.
Беҙ ғашиҡбыҙ кешеләргә,
Тоғробоҙ туған телгә.
10 слайд
Республиҡала үткән Йөрәк һүҙе конкурсында һеҙҙең кеүек малайҙар һәм
ҡыҙҙар финалға сығып бөтә Республиҡаға билдәле булдылар. Бер сығышты ҡарап алайыҡ әле.
11,12 слайд
Әльфиә меңдә туғыҙ йөҙ туҡһан өсөнсө йылдың ун икенсе октябрендә Башҡортостан Республикаһының Гимны һәм Гербы ҡабул ителде. Гимн- илдең суверенлығын, уның халыҡтары берҙәмлеген һәм дуҫлығын кәүҙәләндереүсе символ.
Фәйрүзә Герб- хоҡуҡи дәүләтселек билдәһе. Ул закон нигеҙендә ҡабул ителә. Ә Башҡортостан Республикаһының әлеге гербында башҡорт халҡының быуаттар буйына һаҡланған тарихи йолалары сағылдырылған.
Гербтың авторы- Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов.
һорау ; Башҡортостан гимнының авторы кем? (Фәрит Идрисов)
13 слайд
Гимн башҡарыла. Барыһы ла баҫа.
Ни өсөн гимн тыңлағанда баҫтыҡ?
Ул Дәүләт символы
Ул өс символдың береһе, икенсеһе нимә? булды өсөнсөһө нимә?
14 слайд Флаг
Фәйрүзә 12- се мәктәптең 5 г класс уҡыусылары һеҙгә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның Башҡортостан флагы исемле шиғрын һөйләп ишеттерергә теләй.
Башҡортостаным Флагы
тора өс төрлө төҫтән:
күк, аҡ, йәшел, ә уртаға
ҡурай сәскәһе төшкән.
зәңгәр төҫө- ул халҡымдың
уй-ниәте, сафлығы,
аҡ төҫ- ул именлек төҫө,
хеҙмәттәшлек, паклығы.
ә йәшеле- ул азатлыҡ,
мәңгелек йәшәү төҫө.
суверенлы илдә генә
халҡым булмышы, көсө.
ҡурай сәскәһе ете таж,
нигеҙе- ете ырыу;
бар милләттәр менән бергә
бәхетле тормош ҡороу.
Фәйрүзә Борон-борондан халҡыбыҙҙың әләме лә булған. Улар үҙгәреп торған. Тәүге башҡорт хөкүмәте тарафынан меңдә туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе йылда ҡабул ителгән флаг зәңгәр, йәшел, аҡ һыҙатлы тура мөйөшлө туҡыманан торған.
Әльфиә меңдә туғыҙ йөҙ туҡһан икенсе йылдың егерме бишенсе февралендә раҫланған яңы флагыбыҙҙа ла ошо төҫтәр ҡабатлана. Тик уларҙың урынлашыуы икенсе төрлөрәк.
Фәйрүзә Флагтың авторҙары- Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина
Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа Булат менән уҡытыусыһы Билалова Миләүшә Миңлебай ҡыҙы М.Кәримдең. Тыуған ерҙә шиғырын бергәләп һөйләйҙәр.
16 слайд
Булатҡа 11 йәш. Волейбол түңәрәгенә йөрөй. Башҡорт теле, биология, тарих дәрестәрен ярата. Булатҡа һорау бирәйек әле. Шиғыр ятлауы ауыр булдымы?Нисә көн ятланың? Кем ярҙам итте?
Әлфиә Киләһе ҡунаҡтарыбыҙ 1- се гимназиянан. Ағалалы-ҡустылы Фазлыевтар Әсҡәт менән Ансар, Әсҡәт 5 класта, Ансар 10-сы уҡый Рәмил Йәнбәковтың. Мәңге балҡы, Башҡортостан шиғырын ятлап күрһәтә
17 слайд
Фәйрүзә Байрам уңайынан 12 се мәктәптең 5 класс уҡыусылары музыкаль бүләк әҙерләне . Рәхим итеп, ҡабул итегеҙ!
Йыр . Беҙҙең ил
18-24 слайдтар
Әлфиә Ә хәҙер һорау: Беҙҙең республика халҡының һаны:
-1 миллионға яҡын
-4миллиондан ашыу
-10 миллионға яғын
.Республика конкурсынан тағы бер күстәнәс ҡарап алайыҡ.
25 слайд
Фәйрүзә Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға 12-се мәктәптән Гулиева Алина 5 е класс уҡыусыһы башҡарыуында Башҡортостан – тыуған ерем исемле шиғыры
Башҡортостан – тыуған ерем.
Башҡортостан – минең тыуған илем,
Һине һөйә минең йөрәгем.
Үҫеп етеп, алыҫ китһәм дә
Онотмамын ғәзиз төйәгем...
Башҡортостан – минең тыуған ерем,
Ҡурай, бал – һинең дандарың.
Мин бәхетле һиндә генә илем,
Ҡаршылауға алһыу таңдарың.
Хәзиәхмәтова Айһылыу
Әлфиә Һеҙҙе Республикабыҙ көнө менән ҡотлап 12-се мәктәп уҡыусылары апайлы һеңлеле Гәбидуллина Вилена менән Гәбидуллина Элина йыр йырлап ишеттерер.
(йыр туған яҡ)
Фәйрүзә Асҡар башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы. Үҙенең тырышлығы, тыныслығы менән класташтары араһында айырыла. Математика һәм спортты яҡын күрә. “Балаяндар” башҡорт КВН командаһында ла һынатмай уйнай. Сәйәхәтселәр тураһында китаптар уҡырға ярата. Бөгөн ул беҙгә Рәми Ғәриповтың “Урал йөрәге” тигән шиғырын һөйләп үтә.
Әлфиә Беҙҙең Башҡортостан Республикаһы һоҡланып туйғыһыҙ матур, бай. Ошо матур тәбиғәтле илебеҙҙә төрлө милләт кешеләре йәшәй. Улар төрлө телдәрҙә һөйләшһә лә, татыу, дуҫ йәшәй.
һорау: Башҡортостан территорияһында йәшәй:
-100 милләт;
-50 -гә яҡын милләт;
-80 дән ашыу милләт кешеһе
Фәйрүзә Башҡортостан- башҡорт иле тигән һүҙ. Халҡыбыҙ борон- борондан Урал тауҙары, йылғалары буйында йәшәгән. Ошондағы матур тәбиғәткә һоҡланып, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар ижад иткән.
-Ә хәҙер һорау: беҙҙең башҡорт ерендә алты йөҙҙән ашыу йылға аға . Был йылға иң ҙуры. Ул Волга Рәсәй йылғаһы өсөн иң һылыу булған кеүек, Башҡортостан өсөн иң һылыуы. Ул ниндәй йылға? (Ағиҙел)
-Урал һүҙе нимәне аңлата?(билбау-пояс)
Әлфиә Тыуған яғыбыҙың матурлығын данлап кескәй дуҫтарыбыҙ шиғырҙар һөйләйҙәр.
Һеҙҙең алтығыҙҙа Бәхет көсө тигән музыкаль бүләк яңғыраясаҡ.
Фәйрүзә Суверенлы республика булғас, милли мәктәптәр асылды., үҙ телебеҙҙә белем алырға мөмкинселектәр тыуҙы.
12- се мәктәп уҡыусыһы Тел тураһында Галлямова Самира һеҙгә шиғыр һөйләп ишеттергә теләй. Ҡабул итеп тыңлағыҙ
Туған телем. Ирек Кинйәбулатов.
Тел илертә, тел тилертә,
телдән көслө сара юҡ.
Тел аңлатмаҫ мөғжизә юҡ,
телдәр үтмәҫ ара юҡ.
Шундай телем- башҡорт теле-
тиңгә тиң- дәүләт теле.
Халҡым менән бергә тыуған
меңләгән йылдар элек.
Тел тамыры- ил тамыры,
телем тамыры тәрән,
гүйә нескә гөл тамыры,
уны белеү ҙә кәрәк.
Яҙмышыбыҙ- тел яҙмышы,
беләм уның хаҡында.
Әгәр телем йәшәй икән,
йәшәйәсәк халҡым да.
(Йыр. Туған тел)
Әлфиә Ә хәҙер һорау :Башҡортостанда ғәжәп бер тау бар. Ул тау Башҡортостандың иң бейек тауы һәм был тау кешеләрҙе һауыҡтырыу көсөнә эйә. Ниндәй тау ул? (Янғантау)
Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа 14 се мәктәптән Влада бөтә мәктәп эштәрендә лә актив ҡатнашыусы, уҡыу алдынғыһы. Айырып тормай бөтә предметтарҙан да яҡшы уҡый. Хәҙер Рәүил Бикбаевтың Уралыма шиғыр уҡып үтәсәк
Фәйрүзә Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға 12-се мәктәптән Назаров Амир башҡарыуында Башҡортостан- Беҙҙең Ватан шиғыры.
Тыуған илем- беҙҙең урам,
тыуған яғым- ҡуйы урман,
тыуған ерем- бешкән балан,
гөл сәскәле йәшел ялан.
Үҙ еремдә-үҙ йортобоҙ,
мине һөйгән әсәм-атам,
мәктәбебеҙ, уҡытыусым,
Башҡортостан- беҙҙең Ватан.
12-се мәктәптән Мамедова Азалия Фәрзия апай менән сығыш яһайҙар.Рәхим итегеҙ.
Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина 1959 йылдың 2 мартында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай. 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә.
Бер үк ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә (хәҙер Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте) эш башлай. Тәүҙә корректор була. 1992 йылдан алып балалар әҙәбиәте мөхәррире. 2005 йылдан балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире.
Шағирә «Күбәләк күлдәк ҡотлата, «Ҡояшҡа таж кейҙерәм», «Һанашмаҡтар», «Зоопарк килде беҙгә», «Һәр бер һөнәр кәрәкле», «Ысыҡлы ҡояш», «Хыял осошо» исемле балалар һәм өлкәндәр өсөн китаптар авторы
Мәктәп йылдары – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим.
Үҙенең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе Азалия Мамадеева тик ана шундайҙарҙан. 5 д класс уҡыусыһы, 4,5 билдәләренә генә уҡый. Яратҡан шөгөлө – һүрәт төшөрөү,беүеү.Ул бөгөн әсәһе Фәриә апай менән килгән. Уларҙың ғаиләлә ике ҡыҙҙары бар. Әлиә Өфөлә уҡып йөрөй,1-се курс студенты, һәм мин ти Азалия. Әсәйемде бик яратам.Мин мәктәптән ҡайтыуға тәмле мис аштары бешерә,бәйләм бәйләй,өй эштәрен бергә эшләйбеҙ.
Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй
Ә хәҙер ул һеҙгә әсәй тигән шиғыр уҡып ишеттерә.
ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк. Әсәйҙәр бешергән Аштар ҙа тәмлерәк. Әсәйҙәр яратҡас, | Шат беҙҙең йөҙөбөҙ. Әсәйҙәр булғанға Бәхетле көнөбөҙ. Әсәйҙәр бер генә – Ҡәҙерен беләйек. Йөрәктәр йылыһын Уларға бирәйек(Ә.Әсәҙуллина) |
Әльфиә
ОО | ФИ об-ся, при участии учителей, родителей, просьба указать их ФИО полностью | Название выступления (указать автора и название стиха или отрывка) | ФИО учителя, подготовившего участника мероприятия |
МОАУ СОШ №7 | Исламова Рузанна. Беҙҙең мәктәптең, тик «5» билдәләренә генә өлгәшкән, уҡыу алдынғыһы, 5 класс уҡыусыһы! Ул һәр эштә лә өлгөр, үткәрелгән конкурстарҙан, байрам-кисәләрҙән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай, һәр ваҡыт актив ҡатнаша. Исламова Ильза Ишан ҡыҙы (Рузаннаның өләсәһе) – Тәтешле районында Ачы (Әсе) йылға ауылында 1941 йылдың 12 декабрендә тыуған. 35 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Әлеге ваҡытта Нефтекама ҡалаһында йәшәй. | Мостай Кәрим «Ҡайын япрағы тураһында» | Нигамаева Кадрия Гульфатовна |
Мин – Фәзлиәхмәтова Рената, 9-сы урта мәктәбенең 7 б класында белем алам. Бөтә предметтарҙан мин бары тик 5 билдәләренә генә уҡыйым. Минең яратҡан шөғөлөм – бейеү. Был өлкәлә лә мин ҙур уңыштарға ирешәм, беҙҙең коллектив һәр ваҡыт призлы урындар ала. Шулай мин ҙур ҡыуаныс менән туған телемде өйрәнәм , башҡорт телендә шиғырҙар уҡырға һәм һөйләргә яратам. Бөгөн мин һеҙгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең Уралыбыҙ тураһында шиғырын тәҡдим итәм. |
Фәйрүзә Хөрмәтле,ҡунаҡтар! Йәмле кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙгә киләсәктә ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!!
Әльфиә Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен! Һау булығыҙ! Һаулыҡта тағы ла осрашыуҙар теләп, хушлашабыҙ, һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡортостан республикаһының картаһы
Башҡортостан республикаһының картаһы...
https://irorb.ru/files/2017/mr_bashkirsk.PDF 2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр
2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр I. Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле...