Сценарии
план-конспект
Предварительный просмотр:
Ай, бормалы, бормалы ла
Бормалы һыу буйҙары,
Бормалы һыу буйҙары.
Бормалы һыу буйҙарында
Үҫкән зифа буйҙары.
Еңгә.
Киленкәйем, ҡара әле, бында нисек матур! Бына ошо һуҡмаҡтан таң һыуына төшөрһөң.
Килен. Ысынлап та, иҫ киткес бында! Еңгә, таң һыуы эскән ҡыҙҙар һылыу була, имеш. Шатлығы ла, бәхете лә тулы бул ти. Ҡаяле…(һыуға тәңкә һала)
Мине йотма, тәңкәне йот. Сир-сырхауымды йот.(ҡул-битен йыуып, һыу эсә)
Еңгә. Ниндәй тәмле!
Килен. Ниндәй һалҡын, тешеңде һындырырлыҡ.
(һыу алып ҡайтырға сығалар)
Сайпалыр ҙа, түгелер ҙә –
Күнәктәрем мөлдөрәмә.
Һеҙ ғәйепләп ҡарамағыҙ
Һыуҙарым түгелгәндә.
Еңгә. Киленкәйем етеҙ атла!
Күнәктәрең сайпалмаһын,
Бәхеттәрең түгелмәһен.
Күрһәтеп уңғанлығыңды
Алып ҡайт һин һыуыңды.
_____________________________________________________________________
Йырлай-йырлай, гөрләй-гөрләй,
Өмәләрҙә күңел асабыҙ.
Ай-һай, дуҫтарым,
Дуҫтарым, дуҫ-иштәрем.
Аңламайһыҙ күңлем тәҙрәләрен
Кемдәр килеп сирткәнен.
А. Ҡыҙҙар, нисек арытҡан! Ҡарағыҙсы, беҙҙе әллә ҡайҙан танып ШИШМӘБЕҘ сылтыр-сылтыр саф һыуҙарын сәсеп: “Мине йыл һайын сүп-сарҙан, ҡом-таштан арындырып тороусы йәш дуҫтарым, килегеҙсе, туйғансы тәмле һыуымды эсеп, ял итеп китегеҙ,”- ти, ишетәһегеҙме?
Б. Эй, хыялый ҙа инде һин Гүзәл…
А. Ә ниңә? Бына минең өләсәйем һәр ваҡыт: “Был донъяла әҙәм өсөн иң ҡәҙерлеһе уның тыуған ере һәм дә шул ерҙең йәне булған шишмәләр,”- ти, белгең килһә.
Б. Шаяртам ғына инде. Беҙ бит барыбыҙҙа шишмәбеҙҙең һыуын эсеп тәндәребеҙгә дәрт, йәндәребеҙгә сихәт алып үҫтек. Шуға ошо ШИШМӘНЕ тергеҙеүебеҙгә ауыл халҡы ҡыуанып бөтә алмай.
А. Молодец та инде Миләүшә апай. Һүҙендә торҙо бит, ауылдаштары алдында биргән вәғәҙәһен үтәне. Бәй, Миңлегөл инәй, һине күрмәй ҙә торам…Һаумы, инәй, ни эш бөтөрөп йөрөйһөң?
Әбей. Аллаға шөкөр, балаҡайҙар. Бына мәтрүшкә йыйып алдым да бер аҙ ял итәйем тип ултырғайным әле. Ирекһеҙҙән һеҙҙең һөйләшеүегеҙҙең шаһиты булдым бит әле. Дөрөҫ әйттең, ҡыҙым, шишмәләр, кескенә булһалар ҙа, тәбиғәткә йән керетеүселәр, йылға, диңгеҙҙәргә тормош биреүселәр. Беҙҙе атай-әсәйҙәр бәләкәйҙән эсер һыуҙы һаҡларға өйрәтеп үҫтерҙе. Уйлап ҡараһаң, ябай затмы һин, ғали затмы – барыбер, һыуһауыңды баҫырға тип кенә киләһең дә, шишмә ҡаршына эйелеп теҙләнәһең. Борон-боронғодан шулай: хандарҙы ла, батшаларҙы ла теҙләндерә белгән ул шишмә. Һыу урғылышына һоҡланып, бер миҙгелгә онотолоп, Аҡыл эйәһенә әүереләһең.
ВВ. Күңелең паҡланған һайын, шишмә һыуы ла сафлана.
Хистәрең тәрәнәйгән һайын, шишмә һыуы ла йомшара.
Күңелең асылған һайын, шишмә күҙе лә асыла, - эйе бит , инәй.
Әбей. Шулай шул, улым. Бына был шишмәгә лә кемдәр генә серҙәрен асмаған: батыр егеттәр, һылыу ҡыҙҙар, ирҙәрен, улдарын яу ҡырына оҙатып уларҙы кире көтөп ала алмаған тол ҡатындар, әсәйҙәр; минең кеүек инәйҙәр… (уйсанланып)
Б. Инәй, һәр шишмәнең үҙ тарихы булыусан. Беҙҙең КИҘЛӘҮ шишмәһенең дә тарихы барҙыр ул, эйеме?
Әбей. Нисек булмаһын, бар, әлбиттә. Әммә мин һеҙгә икенсе бер шишмә тураһында һөйләһем килә – ИБРАЙ шишмәһе тураһында.(пауза) Һуғыш башланған йылдың эҫе йәйе ине. Күп кенә яҡташтарыбыҙ һуғышҡа алынды, ауылда ҡалғандар бесәнгә төштө. Көн эҫе, һыу эске килеп кенә тора, ә шишмәгә алыҫ, шуға Ибраһим исемле минең бер тиҫтеремде әленән-әле һалҡын һыуға йүгертәләр. Бахырың, шулай йүгергәләй торғас бик алйығандыр инде: бер көндө береһенә лә әйтмәй-нитмәй баҫыуға яҡын бер түбән урында ерҙе соҡоп шишмә эҙләп ҡарарға булған. Ни хикмәт, тапҡан бит! Әсәһе янына ҡайтып, табышы тураһында һөйләп һөйөнгән. Ә икенсе көндө инде колхозсылар был шишмәнең һыуын эсеп “Эх, тәмле лә һуң Ибрай шишмәһенең һыуы,”- тип ҡыуанышҡан.
Күп тә үтмәй Ибраһимды һуғышҡа алдылар. Әсәһенә бары ике генә хаты килде. Ул унда: “Шишмәмде ҡарап, таҙартып тороғоҙ,” – тип яҙа.
Колхоздар иҫән саҡта Ибрай шишмәһен дә башҡа шишмәләрҙе лә таҙартып торҙолар, аллаға шөкөр. Тик бына һуңға таба был эш туҡталып китте шул. Ибрай шишмәһе лә юғалып ҡалды…
Егет. Миңлегөл апай, һин был шишмәнең урынын хәтерләйһеңдер бит. Күрһәт һин беҙгә уның урынын. Шишмәне яңыртып ҡуя алһаҡ, һуғышта ятып ҡалған ауылдашыбыҙ иҫтәлегенә бер хөрмәт булыр.
Әбей. Әлләсе инде. Ауырһынмаһағыҙ, бигерәк изге эш атҡарған булыр инегеҙ. Ошо ерҙән үткәндәрҙең рухы һөйөнөр ине.(һөйләнә-һәйләнә сығып китәләр) Эй, ҡаян осранығыҙ әле, ҡаян һеҙгә һөйләргә булдым…
Егеттәр әбей менән сығып китә.
Ҡыҙ. Бигрәк ҡыҙғаныс булды бит әле. Күпме халыҡтың йәнен ҡыйған был һуғыш.
пауза
1.Тау аҫтында шишмәбеҙ,
Һыу алырға төшәбеҙ.
Татлы һыуын беҙ уның
Бик яратып эсәбеҙ. (тынлыҡ)
Ҡыҙ. Ҡара әле,ҡыҙҙар, бөтөнләй бойоғоп киттек. Әйҙәгеҙ бөгөн кис, һыу алырға булған кеүек, шишмә буйына төшәйек. Әүәл замандағы кеүек киске уйын эшләйек.
Нимә тиһеҙ быға?
3. нисек инде төшмәҫкә.
Ниңә күңел асмаҫҡа?
4. эйе, эйе, мин дә төшәм, башҡаларға ла әйтәм.төрлө уйындар уйнарбыҙ.
1.Гөлшатты ла саҡырайыҡ, гармунын алып төшһөн. Егеттәргә лә әйтербеҙ.
__________________________________________________________________________
Кыҙ. Алмалы көйәнтәләрем
Еләкле күнәктәрем.
Сайпалырһың,түгелерһең.
Ут янһа йөрәктәрең.
Ҡыҙ. Ай, күнәктәрем мөлдөрәмә
Һыуым ергә түгелә.
Күңелдәрем мөлдәрәмә
Һыуҙар булып түгелә.
- 1. Ниндәй матур ҡоштар һайрауы! Тик берәү ҙә күренмәй.
- 2. Беләһеңме, өләсәй һөйләй ине: ошо шишмә төбөнә тәңкә һалһаң, бәхетең арта, имеш. Әйҙәгеҙ тәңкә һалайыҡ.
- (әйҙәгеҙ)егеттәр күнәктәрҙе йәшерә.
- Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле, күнәктәр юҡҡа сыҡҡан.
- 2. Әллә шишмә тылсымлы микән?
Егеттәр.ВВ.
Шишмә төшкән һуҡмаҡтың
Ситтәре үлән генә.
Һағыныуымды баҫа ала
Тик шишмә һыуы ғына. Ҡыҙҙарыбыҙ ник тынған?
Ҡыҙ. Шишмәгә һалдыҡ тәңкәләр, юҡҡа сыҡты күнәктәр.
Егет. Беләһегеҙме, шишмәнең үҙенән һорайыҡ.
Тау аҫтында һалҡын шишмә
Сылтыр-сылтыр ағалыр
Әйтсе, шишмә, ҡыҙҙарҙың күнәктәре ҡаялыр?
ЕГЕТТӘР
Ҡыуаҡ араһына ҡасып,
төштөм шишмә буйына.
Төштөм мин шишмә буйына
Ғашиҡ зифа буйыңа.
Эх, Мөккә-Мөккәрәмә,
Мәҙинә- Мөнәүәрә
Эсеңдәге серҙәреңде
Һөйләмә берәүгә лә!
Ҡыҙҙар. Ана килә автомобиль
Төйәгәндәр әтәстәр.
Беҙҙең ауыл егеттәре
Бешмәгән бәрәмәстәр.
Егеттәр. (күнәктәрҙе биреп)
Булды, булды еңдегеҙ
Бына күнәктәрегеҙ бер уйын тәҡдим итәм “Мин башлайым – һин дауам ит”
Барый – тәҙрәнән ҡарай
Ишми – мейес башынан төшмәй, нисек тәне бешмәй?
Исхаҡ – ҡурҡаҡ, барабан ҡорһаҡ , ағас аяҡ, таш ҡурсаҡ.
Насип – тауыҡтарға ярма һип, унда һипмә, бында һип.
Илаҡ – йыртыҡ ҡолаҡ.
Ҡыҙҙар – һауалағы йондоҙҙар
Малайҙар – сүплектәге ҡалайҙар.
Егеттәр. ҡалай булмай торайыҡ әле. (Табаҡтар менән бейеү)
Яулыҡ мени, шәлмени,
Яулыҡ мени, шәлмени,
Яулыҡ мени, шәлмени
Мин уртаға сыҡҡас ҡына
Бер йырығыҙ йәл мени.
Әннә ги, геннә ги
Аяғымда сандали.
Сандали түгел быйма
Йәш күңелемде тыйма.
Аҡлы ситса күлдәгемдең
Итәген сырлатҡансы
Үҙем сығып бейейем әле
Кешенән бейеткәнсе.
Ҡыҙ. Ай, ҡыҙҙар,ҡояш байығансы күнәктәребеҙҙе тултырып ҡайтырға кәрәк. Өйҙә әрләрҙәр бит. (һыу ала)
Шишмәләрең йөҙөк ҡашы,
Ярҙарынан һыуы ташыр.
Һәр көн һайын һине һағынып,
Килермен мин Киҙләү.
2 ҡыҙ.(һыу ала)
Йөрөй-йөрөй күңле тупаҫланһа,
Туҙан ҡунһа йәшлек хисенә.
Бер сафланып килер өсөн тағын
Тыуған яғы кәрәк кешегә.
3ҡыҙ.(һыу ала)
Йәшәр өсөн бөтмәҫ көс алырға
Мөхәббәтле, йәмле саф шишмәле
Тыуған яғы кәрәк кешегә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"
интересный тематический сценарий последнего звонка....
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...
разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"
Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...
сценарий Юбилея школы Сценарий юбилея школы "Наше продолжение" Автор сценария и ведущая - учитель музыки АОУ школы №9 г. Долгопрудный ТЕПЛЫХ ТАТЬЯНА НИКОЛАЕВНА
В концерте участвуют учителя, выпускники и учащиеся. Это совместное творчество....
Сценарий спектакля на английском языке "The magic gift". Сценарий спектакля "Волшебный дар"
Сценарий подходит для проведения предметных недель на тему Хеллоуин, Рождество, День Святого Валентина.Мы поставили спектакль силами учащихся 7, 2, 3 классов. Выступили перед начальной школой на...
Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ» (сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)
Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ»(сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)Щербак Е.В., МКОУ СОШ № 42013-2014 уч.год...
Сценарий праздничного концерта, посвященного международному женскому дню 8 марта «Песни весны в кругу семьи» методическая разработка мероприятия (сценарий).
Данная методическая разработка является сценарием праздничного концерта, посвящённого международному женскому дню 8 марта. В разработке представлен полный сценарий со стихами, авторами и названиями пе...