Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.
план-конспект урока

Истамғәлин Илгиз Наил улы

Үҫтереүсе уҡытыу системаһы буйынса

беренсе башҡорт класы өсөн

әсә теленән

дәрес планы. Слайд____.

 

Тема: Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

Маҡсат: 1. Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү; ни эшләй? ни эшләне һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе йыйыу; һөйләм схемаһын эшләүҙе камиллаштырыу;

2. Телмәр һәм фекерләү һығылмалығын үҫтереү;

3. Башҡорт теленең байлығын һәм матурлығын күрһәтеү, уға ҡарата һөйөү һәм ихтирам тойғолары тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу: проектор, экран, темаға тәғәйен презентация; «Йәй килә» темаһына сюжетлы картина, предмет һүрәттәр

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hereketen.docx89.23 КБ

Предварительный просмотр:

Үҫтереүсе уҡытыу системаһы буйынса

беренсе башҡорт класы өсөн

әсә теленән

дәрес планы. Слайд____.

Тема: Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

Маҡсат: 1. Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү; ни эшләй? ни эшләне һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе йыйыу; һөйләм схемаһын эшләүҙе камиллаштырыу;

2. Телмәр һәм фекерләү һығылмалығын үҫтереү;

3. Башҡорт теленең байлығын һәм матурлығын күрһәтеү, уға ҡарата һөйөү һәм ихтирам тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: проектор, экран, темаға тәғәйен презентация; «Йәй килә» темаһына сюжетлы картина, предмет һүрәттәр

Дәрес барышы

I. Әҙерлек эше.

  • Сәләмләү (Һаумыһығыҙ!, Хәйерле иртә!, Хәйерле көн!).
  • Уҡыусыларҙы психологик яҡтан әҙерләү.
  • Уҡыусылар, тәҙрәнән тышҡа ҡарағыҙ әле, бөгөн ниндәй матур көн. Ҡояш сағыу, яҡты нурҙарын ергә һибә, мәктәп баҡсаһындағы ҡыуаҡлыҡтар араһында турғайҙар һайраша. Матурмы былар, һеҙгә оҡшаймы?
  • Мин оҡшайҙыр тип уйлайым. Оҡшаһа, әйҙәгеҙ иҫләйек әле, беҙҙең төп эшебеҙ нимә? Мәктәптә беҙ нимә эшләйбеҙ?
  • Төп эшебеҙ — уҡыу. Мәктәптә беҙ белем алабыҙ. Беҙҙә башҡорт теле дәресе. Ә яҡты, матур көн беҙҙең яҡшы белем алыуыбыҙҙы теләй. Ҡояш, беренсе А синыфы уҡыусылары нисек уҡый икән тип, йылмайып ҡарап тора.
  • Шулай булғас, әйҙәгеҙ дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, үҙебеҙҙең нисек яҙыуыбыҙҙы, яҙғы тәбиғәткә күрһәтәйек.
  • Матур яҙыу минуты.

  • Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө көндөң датаһын яҙып ҡуяйыҡ.
  • Артабан, матур яҙыу минуты. Бөгөн дәрестә Һ, һ хәрефтәрен иҫебеҙгә төшөрәйек.
  • Дөрөҫ ултырҙыҡ, арҡаны төҙ тоттоҡ, аяҡтар, ҡулдар үҙ урынында. Дәфтәрҙе ауыш һалабыҙ, таҙа, дөрөҫ, матур итеп яҙа башлайбыҙ.

Уҡыусылар үҙ аллы яҙа, уҡытыусы рәттәр буйлап йөрөп,

индивидуаль ярҙам күрһәтә,төҙәтмәләр индерә.

  • Үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм әкренләп яңы дәрестең маҡсаттарын асыу.

Таҡтала һүҙҙәр яҙылған:

Алма, ағас, йәшел, ҡар, ҡояш, таҙа, матур, яҡшы, ел, ҡыҙыл.

  • Уҡыусылар, таҡтала бирелгән һүҙҙәрҙе ике бағанаға теҙеп яҙыр кәрәк, беренсе бағанаға предметтың атамаһын, икенсе бағанаға предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙе төркөмдәргә бүлеп күсереп алыр кәрәк.

Уҡыусылар үҙ аллы эшләй.

  • Кем беренсе бағанаға яҙған һүҙҙәрен уҡып ишеттерә?
  • Ә икенсе бағанаға яҙған һүҙҙәрен уҡып ишеттерә.
  • Шулай итеп, беренсе бағанаға яҙылған һүҙҙәр нисек атала? (Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр).
  • Икенсе бағанаға яҙылған һүҙҙәр нисек атала? (Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр).
  • Балалар, үткән дәрестәрҙә беҙ һүҙҙәрҙе төркөмдәргә бүлеп ҡарай башланыҡ. Яңы шуларҙы иҫебеҙгә төшөрөп үттек. Бөгөн дәрестә тағы ла бер һүҙҙәрҙең төркөмө менән танышып үтербеҙ.

IV. Уҡыусыларҙың яңы теманы үҙләштереүгә әҙерлек кимәлен тикшереү.

  • «Әлифба» дәрестәрендә беҙ предметтың атамаһын һәм билдәһен белдергән һүҙҙәрҙән тыш тағы ла ниндәй һүҙҙәр менән танышҡан инек? Иҫебеҙгә төшөрәйек?
  • Хәрәкәт һүҙҙәр.
  • Дөрөҫ, хәрәкәт һүҙҙәр. Уҡыусылар, бер нисә хәрәкәт һүҙ әйтәйек.
  • Бейей, йырлай, уҡый, яҙа, тыңлай, йүгерә, бешерә  һ.б.
  • Бөгөнгө көндән, беҙ, хәрәкәт һүҙҙәрҙе бөтөнләй икенселәй атап йөрөтә башлайбыҙ. Предметтың хәрәкәтен Үэшен) белдергән һүҙҙәр. Ошо һөйләмдең һәр бер һүҙен тикшереп ҡарайыҡ.
  • Предмет — слайд __.
  • хәрәкәте йәки эше — слайд __.
  • белдергән, белдереүсе һүҙҙәр — слайд ___.

Физтәнәфес.

Тышҡа сыҡтыҡ, бысҡы алдыҡ,

Утын быстыҡ:

Зынҡ-дынҡ, зынҡ-дынҡ.

Балта алдыҡ, утын ярҙыҡ:

Таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ.

Утын алдыҡ, өйгә ҡайттыҡ.

  • Яңы тема өҫтөндә эш.

1. Китап буйынса эш.

____- сы күнегеү. Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе иғтибар менән уҡы. Ниндәй предмет тураһында һүҙ барғанын асыҡла — слайд __.

  • Яба, һыҙғыра, өрә, иҫә, уйнай (ел).
  • Уйлана, ҡайғырта, борсола, ярата, иркәләй (әсәй).
  • Аға, сылтырай, ялтырай (шишмә).
  • Кешнәй, саба, уйнаҡлай, үрәсей (ҡолон).

2. Телмәр үҫтереү.

___ — се күнегеү. Әкиәтте уҡырға. Дауам итеп һөйләргә. Артабан нимә булған тип уйлайһығыҙ? Слайд __.

___ — сы күнегеү. Предметтың атамаһын, билдәһен һәм хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе теҙеп яҙ.

Өлгө: Тумыртҡа, матур, туҡылдай. Слайд ә,ү.

___ -сө күнегеү. Һөйләмгә тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып күсереп яҙырға.

  • Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең схемаһын иҫебеҙгә төшөрәйек (Слайд ___).

  • Беренсе һөйләмде эшләп ҡарайыҡ. Схема урынына ниндәй һүҙ ҡуйырға мөмкин.
  • Эшләне.
  • Дөрөҫ. «Илнур сыйырсыҡ ояһы эшләне». Артабан шулай эшләйек.
  • Нығытыу өсөн күнегеүҙәр.
  • Уҡыусылар, зинһар өсөн, экранға ҡарағыҙ әле (Слайд __).
  • Экранда нимә күрәһегеҙ?
  • Һүрәттән предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе табырға.
  • Көтә, һаҡлай, ҡарай, аса, ҡайта, йырлай, йәшенә, ҡаса, эҙләй, таба һ.б.

Һығымта яһау:

  • Шулай итеп, һүрәттән беҙ ниндәй һүҙҙәрҙе эҙләнек?
  • Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе эҙләнек.
  • Йомғаҡлау. Баһалау.
  • Уҡыусылар бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
  • Нимә эшләргә өйрәндегеҙ?
  • Нимә айырыуса иҫегеҙҙә ҡалды?
  • Ниндәй эш төрө нығыраҡ оҡшаны?
  • Дәрес оҡшанымы? Нимәһе менән?
  • Баһалау. …....... Афарин!

Дәрес тамам!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема:“Минең яратҡан миҙгелем” . Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр

Тема:“Минең яратҡан миҙгелем” . Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.3-сө класс өсөн дәрес конспекты...

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Класс: 3

3 класта сифат төшөнсәһен өйрәнеү...

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр

Үҫтереүсе уҡытыу системаһы буйынсаберенсе башҡорт класы өсөнбашҡорт теленәндәрес планы Тема. Предметтың  билдәһен  белдергән һүҙҙәр.Маҡсат: 1.Уҡыусыларҙы яңы һүҙ төркөмө, предметтың бил...

Дәрес эшкәртмәсе. Я, я хәрефе һәм аны белдергән авазлар

Дәрес эшкәртмәсе. Я, я хәрефе һәм аны белдергән авазлар...