тестовые задания
олимпиадные задания

Тестовые задания предназначены для контроля, систематизации знаний по отдельным темам и по творчеству  поэтов, писателей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл test_horauzary.rar362.66 КБ

Предварительный просмотр:

«Исем», «Алмаш» темалары буйынса

тест һорауҙары

I вариант

1. Бирелгән әйтемдәрҙә төшөм килештәге исем ҡайһы рәттә?

1) Тыуған илеңде һаҡлау - ата-әсәңде яҡлау.

2) Ас балыҡ ҡармаҡҡа тиҙ ҡаба.

3) Иң татлы емеш - хеҙмәт емеше.

2. Балам һүҙендә ниндәй ялғау бар?

1) күплек ялғауы;         3) килеш ялғауы;

2) хәбәрлек ялғауы;      4) эйәлек заты ялғауы.

3. Сәрбиямал, ни өсөндөр, бөтә иғтибарын... Емешкә йүнәлтте (З. Биишева). Билдәләнгән һүҙҙең килешен билдәләгеҙ.

1) эйәлек килеш;          3) төшөм килеш;

2) төбәү килеш;            4) сығанаҡ килеш.

4. Исемгә хас булмаған грамматик категорияны билдәләгеҙ.

1) һан;                           3) эйәлек;

2) килеш;                      4) дәрәжә.        

5. Әсәһемен һүҙендә ниндәй ялғауҙар бар?

1) күплек һәм эйәлек заты ялғауы;

2) эйәлек һәм хәбәрлек заты ялғауы;        

3) килеш һәм эйәлек заты ялғауы;

4) хәбәрлек заты ялғауы ғына.                                                        -

6. Игенселек, йәшелсәселек, ҡортсолоҡ һүҙҙәренең ниндәй үҙенсәлеге бар?

1) тик берлектә ҡулланылалар;

2) килеш ялғауҙарын ҡабул итмәйҙәр;

3) тик күплектә ҡулланылалар;

4) эйәлек заты ялғауын ҡушып булмай.

7. Бындай, шундай, һәр кем һүҙҙәре ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

1) сифат;                   3) алмаш;      

2) исем;                     4) рәүеш.

8. Бирелгән һөйләмдә алмашты табып, уның төркөмсәһен билдәләгеҙ: Бөтә ер дерелдәй.(Ғ.Әмири)

1) зат алмашы;

2) билдәләү алмашы;

3) күрһәтеү алмашы;

4) билдәһеҙлек алмашы.

9. Ҡайһығыҙҙың тәүәкәллеге етер икән был эшкә? Һорау алмашы ниндәй ялғауҙар ҡабул иткән.

1) күплек һәм килеш ялғауы;

2) эйәлек килеш ялғауы һәм хәбәрлек заты ялғауы;

3) хәбәрлек заты ялғауы һәм сығанаҡ килеш ялғауы;

4) эйәлек заты ялғауы һәм эйәлек килеш ялғауы.

10. Билдәһеҙлек алмаштарын күрһәтегеҙ.

1) әллә кем, нимәлер, ҡайһы бер;

2) был, ошо, шул;

3) үҙем, теләһә ниндәй;

4) бер кем, үҙебеҙ, нимә.

II вариант

1. Бирелгән әйтемдәрҙә урын-ваҡыт килештәге исем ҡайһы рәттә?

1) Иленә таянған - биленә таяныр.

2) Мәҡәлдә хикмәт булыр.

3) Ғәҙел кеше ҡәҙергә лайыҡ.

2. Кешемен һүҙендә ниндәй ялғау бар?

1) күплек ялғауы;         3) килеш ялғауы;

2) хәбәрлек ялғауы;      4) эйәлек заты ялғауы.

3. Емеш хатта әлеге урын-ер йыйылған һандыҡтың артына уҡ инеп тын да алмай шымып торҙо (3. Биишева). Билдәләнгән һүҙҙең килешен билдәләгеҙ.

1) эйәлек килеш;          3) төшөм килеш;

2) төбәү килеш;            4) сығанаҡ килеш.

4. Исемгә хас булған грамматик категорияны билдәләгеҙ.

1) дәрәжә;                     3) һөйкәлеш;

2) килеш;                      4) заман.

5. Әсәйемде һүҙендә ниндәй ялғауҙар бар?

1) эйәлек һәм хәбәрлек заты ялғауы;

2) күплек һәм килеш ялғауы;

3) килеш һәм эйәлек заты ялғауы;

4) эйәлек заты ялғауы һәм килеш ялғауы.

6. Ҡәрҙәшлек, матурлыҡ, кешелек һүҙҙәре ниндәй үҙенсәлеккә эйә?

1) тик күплектә ҡулланыла

2) эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул итмәйҙәр    

3) күплек ялғауы йәбешмәй

4) килеш ялғауҙарын ҡушып булмай

7. Барлыҡ, теге, нисектер һүҙҙәре ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

1) сифат;                     3) алмаш;

2) исем;                       4) рәүеш.        

8. Бирелгән һөйләмдә алмашты табып, уның төркөмсәһен билдәләгеҙ:

Әйтерһең, кемдер балсыҡты аҙлап ҡына матурлап өйөп ҡуйған. (А. Карнай)

1) юҡлыҡ алмашы;              3) билдәләү алмашы;

2) күрһәтеү алмашы;           4) билдәһеҙлек алмашы.

9.   Ҡайһығыҙға ҡушырҙар иңде ул яуаплы эште? Һорау алмашын табып, уның аффикстарын билдәләгеҙ.

1) хәбәрлек заты ялғауы һәм төшөм килеш ялғауы;

2) эйәлек заты ялғауы һәм төбәү килеш ялғауы;

3) эйәлек килеш ялғауы һәм күплек ялғауы;

4) күплек ялғауы һәм урын-ваҡыт килеш ялғауы.

10. Юҡлыҡ алмаштарын күрһәтегеҙ.

1) һис ниндәй, нимәлер, уның;

2) әллә кем, ҡайһы бер, бер ни;

3) бер кем, һис бер, бер ҙә;

4) ни ҡәҙәр, һис ҡайҙа, һәр бер.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тестовые задания по русскому языку для 7, 8 класса. Тестовые материалы по литературе 6 класс по учебнику "Год после детства" авторов Р.Н Бунеева и Е.В Бунеевой. Набор предложений для синтаксического разбора 5 класс.

Тестовые задания по русскому языку для 7, 8 класса. Тестовые материалы по литературе 6 класс по учебнику "Год после детства" авторов Р.Н Бунеева и Е.В Бунеевой. Набор предложений для синтаксического р...

Практические работы, творческие задания, викторины, контрольные задания, тестовые задания для занятий в объединении "КОМП"

Практические работы, творческие задания, викторины, контрольные задания, тестовые задания для проверки навыков работы в старндартных прогаммах...

Подготовка к ОГЭ по русскому языку. Часть 2. Задание 5 с ответами по тексту Куприна А.И., тестовые задания по теме "Деепричастие"

Тестовые задания на тему "Правописание суффиксов" призваны отработать умение находить слова с орфограммами на правописание суффиксов разных частей речи. В пособиях представлены задания на отработку пр...

тренировочные задания для подготовки в ОГЭ по химии 15 тестовых заданий

тестовые задания направлены повторение материала и проверку знаний части А в ОГЭ по химии...

Тестовые задания для подготовки к ЕГЭ. Задание 6. Морфологические нормы.

Файл содержит тест в двух вариантах по теме "Морфологические нормы" ( задание 6 ЕГЭ) с ответами и блок заданий для работы на уроке....

Разработка тестовых заданий для диагностики качества образования на основе тестовых оболочек

Для любой образовательной системы оценка знаний учащихся является одной из основных задач. Сегодня тестирование, как метод оценки знаний учащихся, приобретает всё большую популярность. Составлени...