Ғабдулла Туҡай "Шүрәле"
план-конспект урока (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
5 –се класс, башҡорт теле дәресе
Авторы : Абдуллина Айгөл Халитовна, Учалы районы
Сәфәр урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Тема : Ғ.Туҡай “ Шүрәле”.
Маҡсат. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереү; уҡыусыларҙа тыуған тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, аҡыллы булырға өндәү.
Күргәҙмәлелек . Ғ.Туҡайҙың портреты, тема буйынса һүрәттәр, слайдтар, мәҡәлдәр яҙылған плакат.
Дәрес барышы.
- Ойоштороу.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
- Һаумыһығыҙ !
-Уҡыусылар, беҙгә ҡунаҡтар ҙа килгән, әйҙәгеҙ, улар менән дә һаулыҡ һорашайыҡ.
-Һаумыһығыҙ!
-Һаумыһығыҙ!
II.Психологик атмосфера тыуҙырыу.
-Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ҡарап, йылмайып алайыҡ.
Бер-беребеҙгә хәйерле көн теләйек һәм дәресте башлап ебәрәйек. Был ваҡытта нимә тип әйтәләр?
-Хәйерле сәғәттә !
III.Фонетик күнегеүҙәр.
Тиҙәйткесте ҡабатлау.
“Бишле” билдә, “бишле” билдә,
“Бишле” билдә бик шәп шул
“Биш”кә уҡып, тырышып,
“Биш”ле генә алам шул.
-Ошо тиҙәйткес бөгөнгө дәресебеҙҙең девизы булыр. Бөтәбеҙ ҙә «биш” билдәһен алырға тырышайыҡ, балалар.
IV.Актуалләштереү.Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.
-Уҡыусылар, ошо кроссвордты сисһәк,
бөгөнгө дәрестең темаһы килеп сығыр.
( Таҡтала –плакатҡа яҙылған кроссворд.)
-Ҡырлай урманында нимәләр үҫә? Шул үҫемлектәрҙе,
ағастарҙы тапһағыҙ, кроссвордта дәрестең темаһын килеп сығыр.
ш | |||||||||
ү | |||||||||
н | |||||||||
с | |||||||||
г | |||||||||
е |
- Шулай итеп, Ҡырлай урманында нимәләр үҫә инде
-Ә бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?
-Шүрәле.
-Дөрөҫ. Бөгөн беҙ, балалар, Ғабдулла Туҡайҙың “Шүрәле”әҫәре менән танышыуҙы дауам итербеҙ.
-Хәҙер дәфтәрҙәрҙе асабыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы
яҙып ҡуябыҙ.
V.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
а) Уҡыусылар, мин һеҙҙе Ҡырлай урманына сәйәхәткә саҡырам.
-Ҡырлай урманы ниндәй?
-Матур, ҡуйы, хозур.
-Нимәләр үҫә урманда?
-Ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса.
-Дөрөҫ. Ҡырлай урманы бик матур.
б) Бер заман урманға егет килгән һәм кемде осратҡан?
-Шүрәлене.
( Уҡытыусы әҫәрҙең бер нисә юлын уҡып ишеттерә.)
.Шүрәленең портретын һүрәтләгеҙ әле.
( Уҡыусылар текстан Ш.характеристикаһын табып, уҡыйҙар.)
- Уҡыусылар, автор Шүрәлене нисек итеп һүрәтләгән? Нимәләр ярҙамында?
-Сағыштырыуҙар ярҙамында.
-Нимә ул сағыштырыу?
-Бер әйберҙе икенсеһенә оҡшатып әйтеү. 24-се бит
Һымаҡ, кеүек, төҫлө, шикелле һүҙҙәре менән килә. 24-се бит
- Сағыштырыуҙар табып, дәфтәргә яҙығыҙ.
Мороно…
Ҡулдар-аяҡтар …
Үҙе …
( Уҡытыусы таҡтаға Шүрәле һүрәтен йәбештереп ҡуя.
Уҡыусылар дәфтәрҙән Шүрәленең портретын уҡып ишеттерә.)
в) Егет менән Шүрәленең әңгәмәһен ролдәргә бүлеп уҡығыҙ.
-Егеттең хәйләһе нимәнән ғибәрәт ? Шүрәле ни өсөн еңелә?
-Сөнки ул ахмаҡ, тиле, тупаҫ һ.б.
- Ә егет ниндәй?
-Аҡыллы, хәйләкәр, зирәк.
Ял минуты.
Балалар.
Һин уртала, беҙ ҡырыйҙа,
Әйләнәбеҙ, Шүрәле.
Һин ни эшләйһең, ни ҡылаһың,
Шулай эшләрбеҙ әле.
Шүрәле.
Менә былай, менә былай,
Әйҙә, эшләгеҙ шулай.
( Шүрәле бейеү хәрәкәттәрен күрһәтә, балалар ҡабатлай.)
-Жанры буйынса был әҫәр ниндәй?(Ниндәй жанрға оҡшаған?)
-Әкиәткә.
- Нимә ул әкиәт?
( Халыҡ ижадының бер төрө. Ул сәсмә телдә ижад ителә.Йыш ҡына тылсымлы, ысынбарлыҡта булмаҫтай хәл-ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала.60-сы бит
Әкиәттәрҙең бөтәһендә лә ыңғай һәм кире геройҙар бер-береһенә ҡаршы ҡуйыла. Ыңғай геройҙар хәҡиҡәт өсөн көрәшә һәм маҡсаттарына мотлаҡ ирешә.61-се бит )
-Тимәк, был әҫәр –әкиәт тиһегеҙ инде. Кем риза түгел?
-Әкиәттең авторы буламы?
-Юҡ!
Уҡыусылар, Ғ.Туҡай был әҫәрҙе, ысынлап та, халыҡ ижады нигеҙендә ижад иткән. Шуға күрә был әҫәр әҙәби әкиәт тип атала.
-Әкиәткә оҡшаш ниндәй билдәләре бар был әҫәрҙең?
( Ш. образы, егет Ш. төп башына ултырта, яҡшылыҡ яманлыҡты еңә һ.б.)
VI.Моделләштереү.
а) Образдарға характеристика.
Егет Шүрәле
Аҡыллы Ахмаҡ
Зирәк Алйот
Хәйләкәр Йүләр
Ҡыйыу Тиле
б) Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.
Таҡтала, слайдта –мәҡәлдәр.
-Нимә ул мәҡәлдәр?
-Халыҡ ижадының бер төрө. Улар ҡыҫҡа, ләкин тәрән мәғәнәле була.
Уҡыусылар сылбырлап уҡый һәм мәғәнәһен аңлата.
- Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, ҡайһы мәҡәл егеткә, ә ҡайһыһы Ш. тап килә?
( Уҡыусылар таба һәм дәфтәргә яҙа. Уҡып күрһәтәләр.)
-Аҡыл төбө-һары алтын.
-Аҡыллы аҙ һөйләр.
-Аҡылһыҙ көс менән еңер.
Һығымта.
-Уҡыусылар, тимәк ниндәй кеше булһаҡ яҡшыраҡ?
-Аҡыллы.
Дөрөҫ. Аҡыллы кешене яраталар һәм хөрмәт итәләр. Һеҙҙең арала аҡыллы кешеләр бармы икән? “Кем аҡыллы?” тигән кроссворд сисәйек.
( Кроссворд сисеү.)
СЛАЙДТАРҘА
-Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
-Аҡыл.
-Һеҙ, балалар, бөтәгеҙ ҙә аҡыллы , әҙәпле, тыңлаусан.Һеҙҙең менән эшләүе бик рәхәт.
-Дәрес оҡшанымы?
-Нимәләр белдегеҙ?
-Тормошта ниндәй кеше булырға тырышырға кәрәк?
- Ғ.Туҡай ошо әҫәрен шундай матур һүҙҙәр, сағыштырыуҙар менән яҙған һәм беҙгә бик фәһемле тарих һөйләне, беҙҙе аҡыл һәм аҡылһыҙлыҡ тураһында уйланырға мәжбүр итте.
- Әйҙәгеҙ, дәресте Ғ.Туҡайҙың йыры менән тамамлайыҡ.
(« И туған тел, и матур тел” йыры яңғырай.)
VII.Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.
VIII.Өйгә эш: үҙегеҙгә оҡшаған аҡыл тураһындағы мәҡәл буйынса хикәйә яҙып килергә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Cценарий сказки "Чукмар белән Тукмар" по сюжету сказки Абдуллы Алиша
Сценарий сказки "Чукмар белән Тукмар" был составлен по сюжету сказки татарского писателя Абдуллы Алиша "Чукмар белән Тукмар". Сценарий составленв стихотворной форме для внеклассных мероприятий. Предна...
Абдулла Алиш әкиятләре буенча тест биремнәре.
Абдулла Алишның тормыш юлы һәм аның әкиятләре буенча тест биремнәре....
Абдулла Алиш
Материал к уроку. Жизнь и творчество писателя....
Абдулла Алишның ”Ялкаулык – хурлык, тырышлык – зурлык” әкияте.
Абдулла Алишның "Ялкаулык - хурлык, тырышлык - зурлык" әкияте рус мәктәбенең 6нчы сыйныфында укучы татар балалары өчен. Укучыларда хезмәткә карата уңай караш тәрбияләү....
Абдулла Алиш әкиятләре
5 нче класста сыйныфтан тыш уку дәресе....
Абдулла Алиш
Презентация...
Абдулла Алиш
Презентация...