Фәрзәнә Аҡбулатованың "Атай икмәге" хикәйәһе
план-конспект урока (5 класс) на тему
Һуғыш ваҡытындағы балаларҙың аяныслы тормошо.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
frzn_akbulatova_atay_ikmge_dresen_materialdar.docx | 23.88 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Фәрзәнә Аҡбулатова. “Атай икмәге” хикәйәһе.
Маҡсат: 1) “Атай икмәге” хикәйәһенең йөкмәткеһен тулыһынса үҙләштереү;
2) Бөйөк Ватан һуғышының алып килгән бәхетһеҙлектәрен, фажиғаларын, балаларға ла булған зыянын аңлатыу;
3) Икмәк ҡәҙерен белергә, хөрмәт итергә өйрәтеү.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ ҡунаҡтарға боролоп, уларҙы ла йылмайып сәләмләйек.
Ултырығыҙ.
Маҡсат менән таныштырыу:
Бөгөн, балалар, беҙ дәрестә Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” исемле әҫәре буйынса һөйләшәбеҙ. Дәрестең эпиграфы итеп ошо һүҙҙәрҙе алыуым да осраҡлы түгел:
Һаман һыҙлай әле һуғыш һалған
Тәрән яра тыуған тупраҡта.
Балаларҙың илау тауыштары
Һаман яңғырай әле ҡолаҡта.
2.Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе алығыҙ.
Число, теманы, һәм эпиграфты яҙып ҡуйығыҙ.
Уҡыусылар, шулай уҡ бөгөн дәрестә, төп геройҙарҙың ауыр тормошо, аяныслы яҙмышы үрнәгендә һеҙҙең бала сағығыҙ ниндәй ҙә матур, тыныс, бәхетле икәнлеген аңларһығыҙ, һәм төп ризығыбыҙ икмәк, уны хөрмәт итергә кәрәклегенә инанырһығыҙ тип уйлайым.
Хөснуллин Надимға һүҙ: (ятлай)
“Иген”, “Икмәк”- иң оло һүҙ
Ҡитғаларҙың телендә.
Аңлашыла бөтәһенә ,
Ябай ул һәр телемдәй.
Был ике һүҙ бәхет ише
Ҡәҙерле һәм татлы һүҙ:
Ерҙә иң ҙур мәғәнәле,
Телдә иң-иң затлы һүҙ.
Игендең ҡәҙере, уның тормош нигеҙе икәнен халыҡ бик күптән үк белгән.
3. Сығыштар: Ҡыҙҙарға һүҙ.
Ә бит ҡасандыр бер телем икмәк өсөн һуғышҡандар, бер телем икмәк өсөн үлгәндәр. Бер телем икмәк өсөн көн-төн байға бил бөккәндәр, тир түккәндәр, ләкин туйғансы ашай алмағандар. 19 быуатта Рәсәйҙе 40 тапҡыр аслыҡ дер һелкеткән. Граждандар һуғышы йылдарында Мәскәү эшселәре 50 грамм икмәк алғандар, ошо йылдар иҫтәлеге итеп Революция музейында ҡара сохари киҫәктәре һаҡлана.
Совет иле тыныс тормошҡа баҫып, күпләп иген үҫтерә башлай. Хәҙер инде аслыҡ ҡурҡыныс түгел ине. Ләкин фашистик Германия тағы илгә аслыҡ, ҙур һынау алып килде. бөйөк Ватан һуғышы тарихында Ленинград блокадаһы ҙур урын алып тора. Дошман ҡаланы ут һәм аслыҡ менән үлтерергә тырышты. Ленинградта Тарих музейында блокада йылдарының икмәге һаҡлана. Тәүлегенә бирелгән 125 грамм ҡара икмәк. Ошо тиклем аурлыҡтар кисереп, совет халҡы еңеп сыҡҡан.
Уҡыусылар! 900 тәүлек оҙонлоғондағы был блокаданан азат ителеүҙән бик күп ғүмер үтеп тә киткән. 2014 йылдың ғинуарында- 70 йыл була!
Бөгөн беҙҙең өҫтәлебеҙҙә икмәк етерлек. (Уҡыусылар күп төрлө ҡамыр аштары әҙерләп килтергән: сәк-сәк, ваҡ бәлеш, ҡоймаҡ, йәймә һәм, әлбиттә, ҡара икмәк) Бына өҫтәлгә ҡарағыҙ! Күпме теләйһең, шул тиклем аша. Икмәк - ул тормош. Бер ус бойҙайҙың һин күпме тороуын беләһеңме??? Белергә тырышма- яңылышырһың!!! Һин уны өлкәндәрҙән һора. Улар һиңә икмәктең хаҡын билдәләп булмауы тураһында әйтерҙәр. Бер ус бойҙай- алтын киҫәгенән дә ҡиммәтерәк, сөнки ул- йәшәү нигеҙе!!!
Уҡытыусы һүҙҙәре:
4. Икмәктең ҡәҙере тураһында күпме мәҡәлдәр, әйтемдәр ижад ителгән.
Икмәк тураһында мәҡәлдәрҙе дауам ит.
Яртыһын уҡыйым, аҙағын балалар әйтә.
(Дәреслектән ятлап киләләр.)
5. Әлбиттә яҙыусылар ҙа икмәк ҡәҙере тураһында хикәйәләр, романдар ижад итә.
Миҫал итеп З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”, М. Кәримдең “Оҙон оҙаҡ бала саҡ “ әҫәрҙәрен килтереп китергә кәрәктер. Уларҙы беҙ өлкәнерәк класта уҡыясаҡбыҙ.
Бына бөгөн һеҙҙең менән ошо темаға яҙылған Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” тигән хикәйәһе буйынса дәресебеҙ ҡоролған.
Иң алда авторҙың биографияһын иҫкә төшөрөп китәйек. Бәләкәй генә тест аша белемегеҙҙе тикшерәйек.
6. Тест эшләйҙәр. Таратам.
1. Фәрзәнә Аҡбулатова ҡасан тыуған?
А. 1960 йылдың 1 февралендә
Б. 1941 йылдың 22 июнендә
В. 1950 йылдың 8 мартында
2. Фәрзәнә Аҡбулатова ҡайҙа тыуған?
А. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында
Б. Хайбулла районы Үрнәк ауылында
В. Әбйәлил районы Ишҡол ауылында
3.Ҡайҙа белем алған?
А. Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт университетында
Б. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында
В. Стәрлетамаҡ педагогия институтында
4. “Атай икмәге” исемле китабы нисәнсе йылда баҫылып сыға?
А. 1993
Б. 1980
В. 2000
5. “Атай икмәге” әҫәре өсөн нидәй премия бирелә?
А. Салауат Юлаев исемендәге премия
Б. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия
В. Шәйехзада Бабич исемендәге премия.
Үҙ-ара тикшереү. Күршеһе менән алмашалар. Ҡәләм менән баһалайҙар. Йыйып алам.
7. Хәҙер дәресебеҙҙең төп өлөшөнә- әңгәмәгә күсәйек.
Һорауҙар күрһәтелә.
1. Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһендә ваҡиғалар ҡайһы осорҙа бара?
2. Әҫәр нимә менән башланып китә? (Аудиозапись)
Ни өсөн яҙ миҙгеле менән башлай тип уйлайһығыҙ.
3. Хикәйәнең геройҙарын һанап сығығыҙ.
4. Мотаһар менән Миҙхәт кемдәр ул?
5. Малайҙар көндәрен нисек үткәрә? ( ролләп уҡыу- Ике малай һәм автор)
6. Мотаһар менән Миҙхәт нимә тураһында хыяллана?
Ял минуты. Кусарина Алина.
-Күрһәт әле, дуҫҡайым.
Нисек икмәк сәсәләр?
-Бына шулай, бына шулай
Шулай икмәк сәсәләр.
-Күрһәт әле дуҫҡайым,
Нисек яуа ямғырҙар
Бына шулай, бына шулай
Шулай яуа ямғырҙар.
Күрһәт әле, дуҫҡайым,
Нисек үҫә игендәр?
Бына шулай, бына шулай
Шулай үҫә игендәр.
Күрһәт әле, дуҫҡайым,
Нисек ураҡ уралар?
Бына шулай, бына шулай
Шулай ураҡ уралар?
Күрһәт әле, дуҫҡайым,
Нисек ондо иләйҙәр?
Бына шулай,бына шулай
Шулай ондо иләйҙәр.
Күрһәт әле, дуҫҡайым
Нисек ҡамыр баҫалар?
Бына шулай, бына шулай
Шулай ҡамыр баҫалар.
(Хор менән)
Һәр кемгә икмәк кәрәк
Һәр көндө икмәк кәрәк.
Шуға күрә был ризыҡты
Хөрмәт итергә кәрәк!!!
7. Мотаһарҙың иҙәнгә картуф һүрәтен төшөрөү эпизодын һөйләгеҙ. ( һөйләтеү)
8. (Артабанғы һорауға яуап бирер алдынан 16.38 - 18.35 21.54- 23. 40Аудиозапись тыңлап китәйек).
Мотаһар ни сәбәпле үлә тип уйлайһығыҙ?
9. Һуғыш тамамланыу хәбәре ауылда нисек тарала? Һөйләп китегеҙ.
10. Миҙхәттең атаһы иҫән-һау әйләнеп ҡайта, ул нимә алып ҡайтҡан була?
11. Хикәйә ни өсөн “Атай икмәге” тип атала?
10. Йомғаҡлау:
– Эйе, балар. Хикәйәлә һуғыш осорондағы балалар яҙмышы һүрәтләнгән. Унда туғандарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәте, бер телем ризыҡты ла бүлешә белеүе, ҡыйын саҡта ярҙам итешеүе, өлкәнерәгенең кесеһенә терәк-таяныс булыуы кеүек изге төшөнсәләр тетрәндергес ваҡиғалар аша асып бирелгән. Автор шул рәүешле бөгөнгө тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә.
11. Бөгөн дәрестә ҡатнашҡандарға баһалар.
12. Өйгә эш :
1. Йөкмәткеһен бөтәгеҙ ҙә үҙләштергәнһегеҙ, ҡатнаштығыҙ, эш дәфтәренә ике малайға сифаттар яҙып килегеҙ
Характеристика шаблонын таратам.
2.Ә әҫәр тулыһынса һеҙгә оҡшанымы?
Ни өсөн. Нимәгә өйрәтә?
Дәфтәргә ошо һөйләмде дауам итеп яҙып ҡуйығыҙ.
Бөгөнгө дәрестә мин шуны аңланым-------------
.
13Хөсөйева Гүзәл яттан һөйләй.
ҠАРА ИКМӘК. ( Әнғәм Атнабаев)
Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп,
Имеҙлеккә һалып биргән дә
Үҙе киткән икмәк урырға.
Илағанмын, ләкин сыҙағанмын-
Икмәк менән була торорға.
Ҡара икмәк бәләкәйҙән таныш,
Беләм уның ҡиммәт икәнен.
Бер телеме өсөн кешеләрҙең
Таңға тиклем сират көткәнен.
Ҡара икмәк ҙур мәсьәлә булған:
Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,
Ҡош телендәй шул грамдар өсөн
Һуғышҡандар, хатта үлгәндәр…
Шул саҡтарҙы онотабыҙ, буғай,
Әйтерһең дә күктән төшкәнбеҙ.
Беребеҙ ҙә күктән төшмәгәнбеҙ,
Ҡара икмәк ашап үҫкәнбеҙ.
Ул ваҡыттар мәңге кире ҡайтмаҫ,
Беҙ ашайбыҙ хәҙер ҡаласын,
Тик ҡаластың тәмен белер өсөн
Онотмайыҡ уның ҡараһын.
Онотмайыҡ йәйге селләләрҙә
Ең һыҙғанып кемдәр иккәнен,
Онотмайыҡ бәрәкәтле ерҙең,
Ҡара ерҙең ҡара икмәген!
Шуның дәресебеҙ тамам, һау булығыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Фәрзәнә Аҡбулатованың " Атай икмәге" хикәйәһе буйынса дәрес-әңгәмә
Хикәйәнең идея-тематик асылын тулыһынса күҙ алдына баҫтырыу уҡытыуысының һөйләү анализы аша тормошҡа ашырыла...