Танышыу
план-конспект урока на тему
Предварительный просмотр:
ФИО: | Солтанова Әлфиә Владик ҡыҙы |
Предмет: | Дәүләт башҡорт теле |
Класс: | 2 класс |
Дәрес төрө: | Яңы тема өйрәнеү |
Тема: | Танышыу. Һинең исемең нисек? |
Дәрес маҡсаттары: | Белем биреү: башҡортса танышырға өйрәнеүҙе дауам итеү, Исемең нисек? Һорауына яуап бирергә өйрәтеү. Башҡорт теленең (ң) өнөн үҙләштереү. Үҫтереү: диалогик телмәрҙе үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Тәрбийәләү: бер-береһенә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт тәрбийәләү. |
Көтөлгән һөҙөмтәләр: | Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: Һинең исемең нисек? Һорауына яуап биреү. Шул уҡ һорауҙы иптәшеңә бирергә. (ң) тергә өйрәнергә , хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәнеү. Метопредмет УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып белеү: балалар әҙәбиәте менән танышыу; в) коммуникатив: һөйләмдә төҙөү, диалогта ҡатнашыу, үҙ-ара аралашыу. Шәхес булараҡ формалаштырыуУУЭ һөҙөмтәләре: уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәттә булыу, ҡыҙыҡһына белеү, белем алыуға ынтылыш. |
Йыһаҙландырыу: | “Башҡорт теле” дәреслеге, слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, башҡорт хәрефтәре, 2-класс өсөн электрон дәреслек, артикуляцион күнегеүҙәр, уйысыҡ айыу. |
Дәрес этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусылыр эшмәкәрлеге | Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу) |
| - Һаумыһығыҙ балалар! Хәйерле иртә. Башланып китте дәрес , Беҙ матур ултырабыҙ. Дүртле, бишле билдәләрен, Көн һайын арттырабыҙ. - Матур итеп ултырҙыҡ, бөгөнгө дәресте башлайыҡ. 1. Өйгә эште тикшереү. Эш дәфтәренең 3-4 күнегеүҙәрҙе ҡарап үтеү. Әә, Һһ хәрефтәрен ҡабатлау. Был хәрефтәргә белгән һүҙҙәрҙе әйтеү. 2.Әңгәмә ойоштороу. Ниндәй һорау бирергә өйрәндек? (Һин кем?, Һеҙ кем?) -Һаумыһығыҙ. Мин уҡытыусы -Һаумыһығыҙ. Мин ҡыҙ. Мин уҡыусы. -Һаумыһығыҙ. Мин малай. Мин уҡыусы. 3. Алмаштарҙы ҡабатлау. МИН.ҺИН, УЛ. 4. Аудирование. | Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар. Уөвусылар таҡтаға яҙылған шиғырҙы уҡытыусы артыннан ҡабатлайҙар. Уҡыусылар уҡытыусы биргән һорауҙарға яуап бирәләр.Әңғәмәлә ҡатнашалар. Бергә ултырған иптәштәре менән диалог ҡорала. Тексты тыңлап, һорауһарға яуаптар бирәләр. | Р.: үҙҙәренәң уҡыу эшмәкәрлеген ойошторорға ойрәнәләр. Ш.: белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ыңғайҡараш формалаша. |
2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. | - Беҙгә бөгөн ҡунаҡҡа бер айыу килгән. Уның менән башҡортса иҙәнләшәйек әле. Уның менән танышырға кәрәк балалар. Ә бының өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? ( Исемен һорарға) Башҡортса иҫәнләшә беләһегеҙме? (эйе) Ә таныша беләһегеҙме? (Юҡ) - Тимәк беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы | Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирә, үҙҙәре дәрестең темаһын әйтә. | Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең иаҡсаттарын билдәләргә өйрәнәләр. Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһанусанлыҡ формалаша. |
3. Яңа материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | 1. Диалог төҙөү. Айыу менән диалогка инеү. -Минең исемем Айыуҡай. Һинең исемең нисек? -Минең исемем … - Уның исеме нисек? - Уның исеме Света. 2. Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Минең – мой, моя, моё, мои; Һинең – твой, твоя, твоё, твои; Уның- его,её их; 3.Таҡта алдында “Таныш булайыҡ” диалогын төҙөү.( 7 бит, 2 күнегеү) 4. Әңғәмә ойоштороу. Бөгөн өйрәнгән һүҙҙең аҙағында ниндәй өн-хәреф ишетәһегеҙ? ң хәрефен күрһәтеү. Был хәреф ниндәй хәрефкә оҡшаған? Ә ни өсөн был хәреф янында ҙур хәрефе юҡ? (уҡыусылар үҙҙәре әйтә) 5. Эш дәфтәренә ң хәрефен яҙыу. | Диалог ҡоралар. Уҡытыусы уҡып сыҡҡанан һуң, бергә уҡыйҙар. Һорауҙарға яуап бирәләр. Алфавиттың ң хәрефен табалар. Эш дәфтәрендә эшләйҙәр. | К.: диалогка инеү, һорауҙарға яуап биреү, башҡаларҙы тыңлау, әңғәмәгә ҡушылыу. |
4. Ял минуты. | Ял минуты өсөн шиғырҙы ҡабатлап уны башҡарыу. Ҡоштар кеүек йөҙәбеҙ, ҡаҙҙар кеүек осабыҙ, ҡуян кеүек һикерәбеҙ, айыу кеүек атлайбыҙ, атта кеүек елкенәбеҙ, бесәй кеүек һуҙылабыҙ һәм урынға ултырабыҙ. | Уҡытыусы артыннан хор менән ҡабатлайҙар, хәрәкәттәр яһайҙар. | Ш.: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. |
5. Белемде нығытыу . | 1.Төркөмдәрҙә эш. 8 бит, 5 күнегеү. Әкиәт геройҙары менән танышыу. Ниндәй әкиәттән икәнен әйтеү. - Был кем? -Был Буратино. -Был нимә? -Был бесәй. 2. 3 күнегеүҙе 9 биттәге Һүҙҙәрҙе дөрөс итеп уҡыу , уларҙы сағыштырыу. | Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирәләр, диалогҡа инәләр. Дәреслектәге күнегеүҙәрҙе эшләйҙәр. Һүҙҙәрҙе уҡыйҙар, сағыштыралар. Эш дәфтәрендәге эште башҡаралар. | Р.:уҡыу мәсьәләһен аңлай, ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыра , ҡуйылған һорауғы яуап бирергә өйрәнәләр. К.: диалог төҙөй, һорауҙарға яуап бирә, башҡаларҙы тыңлай, әңғәмәгә ҡушылыу |
6. Өйгә эш. | 1. Эш дәфтәренең 8 битендәге 3 күнегеүҙе эшләргә. 2. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға. 3. Әкиәт геройҙары исеменән диалог төҙөргә. | Көндәлеккә өйгә эште яҙалар. | Р.: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу формалаша. К.: диалог, һөйләмдәр төҙөргә өйрәгәләр. |
7. Дәресте йомғаҡлау. | - Бөгөн дәрестә нимәләргә өйрәндегеҙ? -Ниндәй өн-хәреф менән таныштығыҙ? Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай. Уҡыусыларҙы уҡытыусы баһалай. | Уҡыусылар яуаптар бирәләр. | Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша. Ш.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһалау күнекмәһе үҫешә. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
2 класс өсөн дәрес "Танышыу. Һинең исемең нисек?"
икенсе класс өсөн дәрес өлгөһө...
«Әминбәк» әкиәте менән танышыу.
laquo;Әминбәк» әкиәте менән танышыу дәресенә план-конспект тәҡдим ителә....