Милли аштар. Ҡ.Даян "Башҡорт ҡымыҙы"
план-конспект урока (6 класс) на тему

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

Предварительный просмотр:

Башҡорт аштары. Башҡорт ҡымыҙы.

Маҡсат:

белем биреү

- уҡыусыларҙы милли башҡорт аштары менән таныштырыу

- яңы һүҙҙәр менән танышыу һәм үҙләштереү;

- «Башҡорт ҡымыҙы» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү;

тәрбиәүи

- үҙ халҡыңдың милли аштарын үҙ итеү, уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу өйрәтеү

телмәр үҫтереү

- төрлө эш алымдарын ҡулланып, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләүен, хәтерен үҫтереү;

- ҡымыҙҙың файҙаһын аңлатыу.

Йыһазландырыу:

- компьютер;

- проектор;

- презентация;

- йырҙың яҙмаһы;

- проект эшен башҡарыу өсөн материалдар;

- интернет селтәре менән бәйләнеш.

- “Башкирская кухня” китабы

- ҡымыҙ

Дәрес барышы.

I. Психологик комфорт тыуҙырыу

Хәйерле көн балалар! Кәйефегеҙ нисек? Минең дә кәйефем бик яҡшы! Бөгөнгө дәрес беҙҙең күңелебеҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡтыртыр һәм һөҙөмтәле булыр тип ышам.

II. Уңыш ситуацияһын булдырыу.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ гүзәл тәбиғәтле ерҙә йәшәгән. Күҙ ҡарашы етмәҫтәй далаларҙа көтөү-көтөү йылҡы сабып йөрөгән. Ҡуйы урмандар ниндәй генә еләк-емештәргә, ниндәй генә ҡырағай йәнлектәргә бай булмаған. Ялтырап ятҡан йылға, күлдәрҙә балыҡтар йөҙөп йөрөгән. Ә ҡырағай бал ҡорттары быҙылдашып, сәскәнән сәскәгә күсеп, бал йыйған. Ниндәй матур беҙҙең тәбиғәт эйеме? Уйлап ҡарағыҙ әле, уҡыусылар, башҡорт халҡы , ошондай тәбиғәт ҡосағында йәшәгәс, нимә менән шөғөлләнгән һуң?

(аусылыҡ, йылҡысылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, ә һуңыраҡ игенселек менән)

Тимәк, уйлап ҡарағыҙ әле, уҡыусылар, уларҙың табынында ниндәй аштар булған һуң?

(ит аштары, һөт аштары, еләк-емеш, ҡамыр аштары)

- Эйе. Шулай булғас, уҡыусылар, бөгөнгө беҙҙең тема нисек атала?

Теманы балалрҙан әйттереү

- Эйе, беҙҙең теманың исеме “Башҡорт халҡының
милли аштары. ҠадирДаян  «Башҡорт ҡымыҙы» шиғыры.

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

- Теманан сығып, бөгөнгө дәрескә маҡсаттар билдәләп китәйек.

(башҡорт халҡының милли аштары менән танышыу; уларҙың файҙалығын асыҡлау)

- Һеҙҙең алдығыҙҙа  ҡағыҙ биттәре ята һәм мин һеҙгә беренсе бағаналағы уҡта, яңы темаға ҡағылышлы үҙегеҙҙең белем кимәлегеҙҙе билдәләп китергә  тәҡдим итәм.

  • Беҙ бөгөн һеҙҙең менән “Башҡорт аштары” тигән бүлекте өйрәнә башлайбыҙ.

IV. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

Милли аштар” тигән белешмә өҫтөндә эш:

а) белешмәне тасуири уҡыу;

  • Уҡыусылар, хәҙер дәреслектәрҙе асабыҙ ҙа “Милли аштар” тигән белешмәнең йөкмәткеһе менән танышабыҙ.

Бер баланан тасуири уҡытыу, ә ҡалғандар ҡарап, тыңлайҙар

б) һүҙлек эше башҡарыу;

тәржемәһе бирелгән һүҙҙәрҙе ҡарау, һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып алыу.

в) белешмәнең һәр абзасына айырым-айырым туҡталып үтеү, унда телгә алынған эсемлек, аш исемдәрен яҙып алыу, уларҙың нисек эшләнеүен балаларҙан белешеү, әгәр ҙә белмәһәләр һөйләп китеү.

Текст буйынса уларҙы ниндәй төркөмдәргә бүлеп ҡарап була?

(ҡамыр аштарына, һөт аҙыҡтарына, үләндән әҙерләнгән ризыҡтарға)

  • Афарин.

- Текстан табып, һөт аштарын әйтегеҙ әле!

- Иттән нимәләр бешергәндәр?

- Иген культураларынан ниндәй ризыҡтар таптығыҙ?

- Еләк- емештәрҙән, үләндәрҙән нимәләр эшләгәндәр?

  • Был ризыҡтарҙың ҡайһылары һеҙгә таныш? Уларҙың ҡайһыларын ашап, бәлки әсәйҙәрегеҙ бешереп ҡарағаны бар?

(бауырһаҡ, ҡатыҡ һ.б.)

Бына ниндәй ризыҡтар менән туҡланған башҡорт халҡы. Ә һеҙ нимә ашарға, нимә эсергә яратаһығыҙ? Аштарығыҙҙы нимә менән тәмләтәһегеҙ? …… чипсы, сухарики… Был ризыҡтар һөйәктәрҙе йомшарта, улар һыныусанға әйләнә, хатта яман шеш сиренә килтереп сығара. Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙарына барлыҡҡа килтерә, кеше яйлап ауырыуға һалыша. Организмға кәрәкле мәтдәләр етешмәй. Ә бына милли аштар ашаһағыҙ, киреһенсә, таҙарырһығыҙ ғына.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән һөт аҙыҡтарына айырым туҡталып китәбеҙ.

а) слайдтан  һөт аҙыҡтарын ҡарап китеү, ҡыҫҡаса ғына әңгәмәләшеп алыу.

Уҡытыусы:

- Һөттө нимәнән алалар? Был ризыҡтар нимә һөтөнән эшләнгән?

(һыйыр һөтөнән).

- Дөрөҫ, был ризыҡтар һыйыр һөтөнән эшләнә.

- Һөт ризыҡтары организмда тиҙ эшкәртелә, тимәк, файҙалы йоғонтоһо ла тиҙ барып етә. Шул уҡ ваҡытта улар ашаған ризыҡтарыбыҙҙы эшкәртергә ярҙам итә.Һөйәкте нығыта, сәс, тырнаҡ, тештәрҙеңторошон яҡшырта. Тән тиреһен ҡартайтмай.

- Ә бына, уҡыусылар, әйтегеҙ әле, Башкортостан нимәләре менән дан тота?

(бал, ҡурай, ҡымыҙ)

- Афарин. Ҡымыҙ ниндәй һөттән эшләнә?

(ат һөтөнән)

- Дөрөҫөрәге бейә һөтөнән эшләнә. Бейә һүҙе рус теленә нисек тәржемә ителә әле?

(кобыло)

- Ҡымыҙ нимәләрҙән файҙалы, кем белә?

Балаларҙың яуабын тыңлап, уны тулыландырыу.

Ҡымыҙ ашҡаҙан, эсәк эшен яҡшырта, булған сирҙәрен дауалай. Апетитты күтәрә, ауыр аштарҙы эшкәртергә булыша, организмдан ағыуҙарҙы сығара, тынысландыра, көс бирә. Туберкулез, пневмония, анемия кеүек ауырыуҙарҙан дауалай.

б) “Башҡорт ҡымыҙы” шиғыры менән танышыу:

  1. йырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы;
  2. һүҙлек эше;
  3. бер нисә уҡыусының йырҙы тасуири уҡыуы;
  4. һорауҙарға яуап алыу:

- ҡымыҙ кешегә нимә бирә?

- ҡымыҙ күңелде ни эшләтә?

- ҡымыҙ нимәне баҫа?

-Шиғырҙың темаһы булып нимә тора?

(ҡымыҙға дан йырлау)

-Идеяһы?

(ҡымыҙ эсергә өндәү)

- Уҡыусылар, беҙҙең дә һөйләшә торғас тамаҡтар кибеп китте. Беҙ ҙә ҡымыҙ эсеп алайыҡ.

Уҡыусыларға ҡымыҙ эсереү

- Тәмлеме?

- Ә хәҙер йырҙы тыңлап, ҡушылып йырлап ҡарайыҡ.

- Бына беҙ йырлап та алдыҡ. Ниндәй күңелле йыр, эйе ме, уҡыусылар? - Дөрөҫ. Ә уны нисек эшләйҙәр? Берәйегеҙҙең күргәне бармы?

Балаларҙың яуабын тыңлау

V. Темаға ҡағылышлы өҫтәлмә материал туплау.

Видеотаҫманан ҡымыҙ бешеүҙе ҡарау.

Һүрәттә төшөрөлгән ҡымыҙ һаҡлау өсөн һауыттарҙы күрһәтеп үтеү.

Кәзә ҡымыҙы, уның файҙаһы тураһында бер нисә һүҙ уҡып, әйтеп үтеү.

Рус яҙыусыларынан Аксаковтың, Пушкиндың, Толстойҙың, Чеховтың ҡымыҙ менән дауаланыуы тураһында әңгәмәләшеү.

VI.Рефлексив анализ, баһалау

- Дәрес башында ниндәй маҡсат ҡуйған инек?

- Ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирешә алдыҡмы?

- Үҙегеҙ өсөн бөгөнгө дәрестән ниндәй яңы мәғлүмәт алдығыҙ?

- Ниндәй ҡыйынлыҡтарға осранығыҙ?

- Ниндәй билдә ҡуйыр инегеҙ үҙегеҙгә бөгөнгө дәрестә?

Уҡытыусы үҙенең баһаһын әйтеп китә.Балалар яуап бирә.


Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Наш отряд "Ырыуҙаштар"

Материалы  для  организации воспитательной  работы с детьми во время летнего отдыха в рамках центра кратковременнего пребывания....

УКЫТУЧЫНЫҢ ШӘХСИ ИҖАДИ ЭШ ТЕМАСЫ: “Милли төбәк материалын дәресләрдә куллану һәм укучыларда милли үзаң тәрбияләү”.

Без соңгы елларда укыту һәм тәрбия процессын фикерләүдә күп очракта халык педагогикасына таянабыз. Халыкның педагогик осталыгы, аның тәрбияви байлыгы галимнәрне генә кызыксындырып калмады, прак...

башҡорт халыҡ аштары

название блюд...

Милли мәгариф - милләт киләчәге

Материалда Татарстан Республикасы Актаныш муниципаль районы татар теле һәм әдәбияты укытучыларының милли мәгариф эшчәнлеге яктыртыла...

Кластан тыш сара. "Башҡорт милли аштары" Внеклассное мероприятие «Башкирская национальная кухня»

Внеклассное мероприятие  «Башкирская национальная кухня» «Башҡорт милли аштары»Цель: Приобщение учащихся к традициям и обычаям наших предков, воспитание толерантного...