Ғаилә кешеләренең шөғөлдәре, һөнәрҙәре. Исем. 4 класс
план-конспект урока на тему
Ғаилә ағзаларының атамаларын, ғаиләләге мөнәсәбәт, исем һүҙ төркөмө тураһында төшөнсә биреү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Конспект урока | 17.04 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема. Ғаилә кешеләренең шөғөлдәре, һөнәрҙәре. Исем. Маҡсат. Ғаилә, һөнәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрөү, яңыларын үҙләштереү; исем һүҙ төркөмөн үҙләштереү; телмәр үҫтереү; һүҙ байлығын арттырыу; башҡортса кеше исемдәренең мәғәнәһе менән танышыу; үҙ исемеңә ҡарата ғорурлыҡ хисе, төрлө хеҙмәт кешеләренә ҡарата хөрмәт, республикабыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Йыһазландырыу. Шәжәрә ағасы, слайд. Дәрес барышы. I. Психологик инеш. -Әйҙәгеҙ балалар, бөгөнгө дәресте Р.Шәкүров яҙған "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры менән башлайыҡ. Башҡорт телендә һөйләшәм, Башҡорт телендә. Минең йәшәү тамырҙарым Башҡорт ерендә. - Эйе уҡыусылар , һеҙ - Башҡортостан балалары, ошонда тыуғанһығыҙ, йәшәйһегеҙ, тамырҙарығыҙҙа ошо ерҙә. Иртәгә беҙҙең оло байрам. Был байрам нисек атала? ( Республика көнө). Бөтәгеҙҙе лә ошо байрам менән ҡотлайым. Башҡортостаныбыҙҙың лайыҡлы граждандары булып үҫегеҙ! II. Уңыш ситуацияһы булдырыу. Өй эшен тикшереү. -Өйҙә, һеҙгә үткән йылғы һүҙлек дәфтәрен ҡарап, һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрөп килергә ҡушылғайны. III. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. - Хәҙер интератив таҡтала өйҙә ҡабатлап килгән һүҙҙәрҙе яҙырбыҙ.(Слайдта эшләү).
ғайлә әсәй атай атай өлә-сәй ағай мин ола-тай а тай тай апай - Уҡыусылар, беҙҙең килеп сыҡҡан модель нимәғә оҡшаған? (Ҡурай сәскәһенә). - Ете тажлы ҡурай сәскәһе нимәнең аңлата? (Яуаптар). Ете таж боронғо башҡорт ырыуҙары. Улар бер ғаилә кеүек йәшәгәндәр. Беҙҙә бергә берҙәм бер ғаилә кеүек булайыҡ. Берҙәм халыҡ ҡына көслө, ныҡ була. - Ҡурай сәскәһенең тажтарын нимә тоташтыра? (Ғаилә). - Ошо ҡурайға яҙылған һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйығыҙ. (Кем? Нимә?) Атай, әсәй, олатай, өләсәй, ағай, апай, мин - кем? һорауына, ғаилә - нимә? һорауына яуап бирә. - Тимәк, теманың исемен асыҡланыҡ (Ғаилә. Исем). Дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. Һүҙлек эше: мәғәнә, ғилем, сабырлыҡ, балдыҙ, еҙнә, ейән, ейәнсәр игенсе, осоусы. IV. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. 1. 37-се күнегеү. "Исемдәр" тексты уҡыу, тәржемә итеү. - Һеҙҙең исемдәр ниндәй мәғәнә аңлата? (Яуаптар) - Текстан кеше исемдәрен табығыҙ. Ниндәй һорауға яуап бирәләр? (Кем?) - Шулай итеп, башҡорт телендә кешеләргә генә кем? һорауы бирәбеҙ. Исем һүҙ төркөмөнә ҡараған башҡа һүҙҙәр нимә? һорауына яуап булалар. 2. 35-се күнегеүҙәге һорауҙарға яуаптар яҙыу. - Яуаптарығыҙға һорауҙар ҡуйығыҙ. Хәҙер яҙылышына иғтибар итегеҙ. Улар ниндәй хәрефтәр менән яҙылған? (Баш хәрефтәр) Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Һығымта яһау. Кеше, ҡала, географик атамалар баш хәреф менән яҙыла. Кем? Нимә? һорауҙарына яуап бирәләр. Бындай һүҙҙәр яңғыҙлыҡ исемдәр тип атала. Ял минуты. Сәп-сәп сәпәкәй , Минең ҡустым бәләкәй. Тап- топ атлаған була ла Үҙе шатланған була. Сәп- сәп- сәпәкәй, Минең ҡустым бәләкәй. Ҡулын күтәрғән була ла Сәпәкәй иткән була. 3. 40-сы күнегеүҙе уҡыу. - Текстан һөнәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ (Уҡытыусы, игенсе, ашнаҡсы, эшсе, врач, тегеүсе һ. б.) - Хәҙер һорауҙарға яуап бирәбеҙ. - Атай- әсәйҙәрегеҙ кем булып эшләй? - Һеҙгә ниндәй һөнәрҙәр оҡшай? - Үҫкәс кем булыр инең? Ни өсөн? - Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Ҡайһы ғына һөнәрҙе алма, бөтәһе лә бик кәрәк, файҙалы. 4. 38-се күнегеүҙәге схеманы тултырыу. - Олатайҙарығыҙҙың, өләсәйҙәрегеҙҙең исемдәрен хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. - Эшегеҙҙе артабан өйҙә айырым ҡағыҙҙа дауам итәрһегеҙ. Бына ошондайыраҡ ағас килеп сығасаҡ(слайдта шәжәрә ағасы). Был "шәжәрә" ағасы тип атала. Һәр кеше үҙенең шәжәрәһен белергә тейеш. Шәжәрәлә ир кешеләрҙең исемдәре яҙыла. Һеҙ ҙә олатайҙарығыҙҙан һорашып белегеҙ. V. Рефлексив анализ. - Һеҙ үҙегеҙгә дәрестә ниндәй кәрәкле мәғлүмәт алдығыҙ? -Үҙегеҙҙе нисек баһалар инегеҙ? VI. Баһалау. VII. Өй эше. 29-сы бит, 38-се күнегеү. Схеманы эшләп бөтөрөү. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Исем темасын кабатлау-гомумиләштерү.
рус мәктәпләренең татар төркемендә 3нче сыйныфта татар теле дәресенең эшкәртмәсе...
План - конспект урока "Исем" в 4 классе
Конспект урока татарского языка в 4 классе(татарская группа) Тема:Исем...
Исем. Тест 6 класс.
6 нчы класс өчен исем сүз төркеме буенча тест....
“Исем” темаһын йомғаҡлау. 4 класс
4 класста исем һүҙ төркөмөнә йомғаҡлау дәресе...
Исим 6 класс
Урок по крымскотатарскому языку 6 класс...
Тема: Исем. Ялгызлык һәм уртаклык исемнәр. 6 класс
Тема: Исем. Ялгызлык һәм уртаклык исемнәр.6 класс...
исем, 2 класс
исем һүҙ төркөмө...