Эссе
материал на тему

Сайфуллина Галима Сахиулловна

Эссе "Ғүмерем буйы һөнәремә ғашиҡмын"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse.gumerem_buyyna_honrem_gashikmyn.docx17.18 КБ

Предварительный просмотр:

                      Ғүмерем буйына һөнәремә ғашиҡмын.(эссе)

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа                                                                                                                                                                             Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.                                                                                                              Тәү башлап мәктәп ишеген                                                                                                   Үрелеп асҡан көнөм.                                                                                                (Мостай Кәрим)

Бөйөк әҙиптең ошо шиғыр юлдарына күҙ һалһам, әсәйемдең тәү тапҡыр мәктәпкә оҙатҡаны хәтеремдә. Ҡулымда таң һарыһы менән атайымдың сылтырап аҡҡан шишмә буйынан йыйған сәскә шәлкеме.Тормош юлымдың иң иҫтәлекле минуттары.Ғәзиздәрем -атайым да ,әсәйем дә мине белем доньяһына оҙата.Ғүмеремдең иң изге,бәхетле минуттары итеп күңелем түрендә һаҡлайым. Атайым ҡапҡа төбөндә ҡулдарын болғай. Ә әсәйем мине йомшаҡ йылы ҡулдары менән етәкләй. Бөтә ғаләм бәхетемә һоҡлана төҫлө.

Тәү тапҡыр уҡытыусым менән осрашыу.Тыуған ил,Ер -әсә,тыуған төйәк төшөнсәләрен аңлау...Мин ябай башҡорт ҡыҙы.Тыуған төйәгем-халҡымдың данлы тарихлы Белорет районы.Ошо изге тупраҡтың ҡара икмәген ашап,сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙарының татлы тәмен тойоп,шифалы һауаһын һулап үҫкәнмен. Кешеләргә булған изге тойғолар тыуған ерҙән башлана...Был яҡтарҙа ерен,һыуын,халыҡтың азатлығын һаҡлап көрәшкә күтәрелгән Салауат эҙҙәре һаҡлана.Тарихи ваҡиғалар,легендалар,риүәйәттәр минең рухымды нығытты.Тыуған еремә булған һөйөүемде ,үҙ үҙемә ышанысты  арттырҙы.Тыуған яғымды бер ҡасан да бер нимә лә алыштыра алмай.

Бәләкәйҙән,мәктәптә уҡыған саҡта әле,мин үҙемде уҡытыусы һөнәре,мәктәп менән бәйләрмен ,тип хыяллана инем.Мәктәптән ҡайтҡас,дәрестәремде әҙерләп бөтәм дә дуҫ ҡыҙҙарымды саҡырып керетеп диктанттар яҙҙырам,математиканан миҫалдар сисергә ҡушам һәм яратҡан уҡытыусыма оҡшарға тырышып мамыҡ шәлде арҡама һалам...

Ғүмер аҡҡан һыу кеүек...Ауыл мәкәтәбен тамамлағас,  минең алда ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау торманы. Башта Белорет педагогия училищеһенең,  һуңынан БДПИ-ның ишектәрен асып кереү  тормошомдоң иң бәхетле минуттары булды. Тыуған еремдең матурлығын, изгелеген данлаусы, халҡымдың тарихын, рухын, телен, киләсәген ҡайғыртыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы буласаҡмын.Тәүге уҡытыусым, әсәйем, атайым барыһы ла миңә ышаныс менән баҡты... Һәм мин уларҙың ышанысын аҡланым.  Туғандарымдың, яҡын кешеләремдең үҙ эшен намыҫ менән үтәүен күреп үҫеү, хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте. Тәүге  дәрестәр,ҡыуаныстар...Хәҙер нисә йыл инде ошо һөнәр мине етәкләй                             Балалар күңеленә матурлыҡ орлоҡтары сәсеүсе, киләсәк тормоштарында рухи маяҡтар күрһәтеүсе иң изге һөнәр – уҡытыусы һөнәренә көн дә инанам. Минең һөнәремде дауам итеүсе уҡыусыларым булыуы икеләтә бәхет.

Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш һуң?Заман талаптарына яуап бирә алырлыҡ,телде,милләтте,мәҙәниәтте,балаларҙы яратыусы,илде һаҡлаусы....

Дәрестәремде заман талаптарына яуап бирерлек итеп үткәререгә тырышам. Бөгөнгө дәрестәрем проблемалы һорауҙар ярҙамында, уҡыу мәсьәләләрен үҙҙәре ҡуйыуҙан башлана. Традицион дәрестәрҙән тыш, дәрес-сәйәхәт, уйын-дәрес, презентация-дәрес, ролле уйындар кеүек ижади дәрестәр юғары нәтижәләргә ирешергә ярҙам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар кроссвордтар, ребустарҙы яратып сисәләр, тест һорауҙарына теләп яуап бирәләр.                                                                                            Уҡыусылар дәрестә үҙ аллы фекер йөрөтә белергә тейеш. Шуға күрә күберәк уҡыусыларҙы тыңларға тырышам. Һорауҙарыма тулы яуап биреүҙәрен көтәм. Дәрестәге эштәренә үҙ-үҙҙәренә баһа ҡуйырға ҡушам. Дәрестең йомғаҡлау өлөшөн дә уҡыусыларҙың үҙҙәренә тапшырам.

Заман талабы буйынса, теләһәң, теләмәһәң дә, предметҡа, телгә мөхәббәт уятыу өсөн яңы методик алымдар эҙләргә тура килә. Дәрестәремдә коммуникатив, уйын, аралашыуға өйрәтеү технологияларын ҡулланам, электрон дәреслектәр менән дә эшләйбеҙ.

Хәҙерге мәктәпте информацион технологияларҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Компьютер технологияларын, мультимедиа презентацияларын һәр дәрестә әүҙем ҡулланыу, уҡыусыны һәр яҡлап үҫтерергә ярҙам итә. Мультимедиа технологияһы слайд - иллюстрациялар күрһәтергә, ситтән тороп экскурсия үткәрергә мөмкинлек бирә.                 Киләсәккә өмөт менән йәшәйем һәм эшләйем.Заман менән бергә атлайым тиһәң, ваҡытты дөрөҫ ҡулланырға, һәр минуттың ҡәҙерен белергә,эшеңде яратырға кәрәк.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Структура эссе. Алгоритм написания эссе.

Структура эссе . Алгоритм написания эссе....

Критерии оценивания эссе. Примеры эссе и их анализ .

Критерии оценивания эссе . Примеры эссе и их анализ....

Эссе. Темы эссе

В помощь сдающим ЕГЭ по английскому языку...

Формирование навыков написания эссе с элементами рассуждения (эссе с выражением собственного мнения)

Статья описывает правила и принципы написания эссе по английскому языку с элементами рассуждения (эссе с выражением собственного мнения), а также типичные ошибки при написании эссе такого типа....

Учебно-методическая разработка "Эссе-мнение: как написать эссе за 50 минут"

УМР учитывает принцип визуализации при подаче материала. Может быть использован как раздаточный материал на вводном уроке по написанию эссе-мнения. (Разработка выполнена для получения зачета на курсах...

Учимся писать эссе: Эссе моих учеников на различные темы на немецком языке

Написание эссе - одно из сложнейших заданий ЕГЭ по ИЯ. Научить писать эссе - нелёгкая задача для любого учителя. Начинать писать эссе стоит уже с 7 класса. Данная публикация содержит оригинальные и не...