Уйындар. Ял минуттары.
учебно-методический материал на тему
Предварительный просмотр:
Йәшелсәләр
Балалар араһынан «баҡсасы», «йәшелсә алыусы» билдәләнеп ҡуйыла. Балалар бер тирәгә йыйылыбыраҡ ултыралар, һәм «баҡсасы» уларҙың ҡолағына йәшелсә исемдәре әйтеп сыға. Шул ваҡыт «һатып алыусы» килеп ишек ҡаға һәм ике арала шундай һөйләшеү була:
— Туҡ-туҡ!
— Кем бар?
— Мин.
— Һин кем?
— Кеше.
— Нимәгә килдең?
— Йәшелсә алырға.
— Ниндәй?
— Шалҡан (теләгәнен әйтә).
Әгәр йәшелсәләр араһында «шалҡан» булһа, ул тороп йүгерә һәм билдәләнгән урынды урап килә . Әгәр «һатып алыусы» ул арала уны ҡыуып тота алмаһа, «шалҡан» үҙ урынына килеп ултыра, һәм, уға яңы исем ҡушылып, уйын дауам итә. Әгәр бала тотолһа, ул уйындан сыға. Уйын «йәшелсәләр» тотолоп бөткәнсе дауам итә.
Ҡоштар һәм ситлек
Был уйын балаларҙы тәүәккәл һәм түҙемле булырға өйрәтә. Ә уйындың ҡағиҙәһе былай.
Уйында ҡатнашыусыларҙың яртыһы (8—12 кеше), ҡулға-ҡул тотоношоп, «ситлек»яһайҙар. Ҡалғандары «ҡоштар» була. Улар төрлө яҡта «осоп йөрөйҙәр». Уйынды алып барыусы хәбәр биргәс, «ситлек» асыла — балалар ҡулдарын юғары күтәрәләр. «Ҡоштар» ситлеккә инеп-сығып йөрөйҙәр.
Алып барыусы яңынан хәбәр һалғас, «ситлек» ябыла — балалар, сүкәйеп ҡулдарын төшөрәләр. Түңәрәктән сыға алмай ҡалған «ҡоштар» тотолған тип иҫәпләнә. Улар ҙа, ҡулга-ҡул тотоношоп, «ситлек» яһаусылар эргәһенә баҫалар.
«Ситлек» иркенәйә. «Ситлек» 3—4 ҡат асылып-ябылғас, уйынға йомғаҡ яһала. Һуңынан уйынсылар урындарын алмашалар.
Беҙ ҙә
Иң беренсе уйынды алып барыусы билдәләнеп ҡуйыла . Ул һалмаҡ ҡына берәр ваҡиға һөйләй. Әгәр уның хикәйәһендә балалар башҡара ала торған хәрәкәт телгә алынһа, уйынсылар хор менән: «Беҙ ҙә!» — тип ҡысҡыралар. Уларҙың хәленән килмәй торған эштәр тураһында һөйләнелһә, өндәшмәй ҡалырға тейештәр. Кем дә кем булдыра алмаҫ хәрәкәт тураһында һүҙ барғанда,яңылыш: «Беҙ ҙә!» — ти икән, ул бала уйындан сығарыла.
Мәҫәлән, уйынды алып барыусы шундай хикәйә һөйләй:
— Мин урманға киттем (уйынсылар: «Беҙ ҙә!» — тиҙәр).
Урманда мин еләк йыя башланым («беҙ ҙә!»).
Бына көслө ел сыҡты (өндәшмәйҙәр).
Ямғыр яуа башланы, күк күкрәне (өндәшмәйҙәр).
Мин бесән ҡыуышы аҫтына инеп ултырҙым («беҙ ҙә!») һ. б.
Уйын яуап биреүселәрҙең береһе генә ҡалғансы дауам итә һәм ул еңеүсе булып һанала. Икенсе уйында ул бала уйынды алып барыусы була.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ял минуттары
Ял минуттары...
Уйындар. Ял минуттары.
Йәшелсәләр.Ҡоштар һәм ситлек.Беҙ ҙә....
Ял минуттары
Ял минуттары....
Электрон уйындар.
Электрон уйындар....
Сценарий "Ҡышҡы ғаилә уйындары"
Асыҡ һауала үткәрелгән саралар....
Башҡорт теле дәрестәрендә ял минуттары
ял минуттары...
флэш-карталы уйындар
флэш-карталы уйындар...