7 класс Туған әҙәбиәт Тема: Р. Ишбулатов «Буйһонмаҫ ихтыяр» картинаһы буйынса инша яҙыу
план-конспект урока (7 класс) по теме

Зарипова Гюзель Маулитовна

Тема: Р. Ишбулатов «Буйһонмаҫ ихтыяр» картинаһы буйынса инша яҙыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 7_klass_tugan_zbit_dres_plany.docx23.09 КБ

Предварительный просмотр:

7 класс Туған әҙәбиәт

Тема: Р. Ишбулатов «Буйһонмаҫ ихтыяр» картинаһы буйынса инша яҙыу

Маҡсат. Уҡыусыларҙы республикабыҙҙың тарихи әһәмиәткә эйә булған географик урындары менән таныштырыу; тарихи шәхестәр менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу; уларға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү; тыуған ер тарихына, тәбиғәткә һөйөү уятыу; С.Юлаев образы аша туған телде, илде ҡәҙерләгәй белгән, уның киләсәген ҡайғыртыусы, аңлы, белемле, илен, ерен, халҡын яҡларҙай йәш быуын тәрбиәләү; алынған мәғлүмәтте анализлау һәләтен үҫтереү, фәнни эш алымдарын өйрәнеү.

Йыһазлау. Башҡортостан картаһы, күргәҙмә (С.Юлаев тураһында материалдар), эпиграф, “Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй” плакаты, Салауат районында төшкән фотоларҙан фотоальбом, раскладушка, Р.Ишбулатовтың “Буйһонмаҫ ихтыяр”, А.П.Лежневтың “Салауатты тотоу”, А.А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картиналары, проектор.

Картина буйынса эш планы

1. Картинаны ижад иткән рәссам тураһында мәғлүмәттәр менән танышығыҙ.

2. Картинаның исеменә иғтибар итегеҙ. Йөкмәткеһе менән бәйләнешен асыҡлағыҙ.

3. Картинаны иғтибар менән ҡарағыҙ. Нимәләр төшөрөлөүен, ниндәй ваҡиғалар һүрәтләнеүен асыҡлағыҙ.

4. Иншаның темаһын билдәләгеҙ һәм уға исем бирегеҙ.

5. Иншанын планын төҙөгөҙ.

6. Эш барышында төрлө һүрәтләү сараларын ҡулланығыҙ, төҫтәргә төрлө деталдәргә иғтибар бирегеҙ.

7. Эшегеҙҙе башта ҡараламала яҙығыҙ, хаталарын төҙәткәндән һуң дәфтәргә күсерегеҙ.

Салауат ере республикабыҙға, илебеҙгә әллә күпме бихисап бөйөк шәхестәр биргән. Ошо райондан сыҡҡан күренекле шәхестәрҙе атап үтегеҙ әле.(С.Юлаев,Ю.Аҙналин,Р.Ғарипов,Байыҡ сәсән, С.әлибай, Агиш Ғирфанов, сәнғәт эшмәкәрҙәре, билдәле артистар Мәжит Алкин, Хәбир Ғәлимов, Вәкил Шөғәйепов, Хәмиҙулла Яруллин, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосопов, башҡорт этнографы, фольклор, әҙәбиәт белгесе, телсе Фазлый Вилданов һ.б. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була).

 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының Салауат районына ҡағылышлы осоро тураһында нимәләр беләһегеҙ? (Крәҫтиәндәр һуғышы 3 этаптан тора: 1 этабы – С.Юлаев үҙ ғәсҡәрен 1773 йылдың 10 ноябрендә Пугачев ғәсҡәренә Биҡҡол ауылы эргәһендә килтереп ҡуша. Һуғыштың 2 этабында үткән юлы – Салауат ғәсҡәре менән Йүрүҙән йылғаһы буйлап түбән төшөп, Елдәк крепосына йүнәлә. Был йылға Абдулла ауылы эргәһенән үтә.

 Р.У.Ишбулатовтың “Буйһонмаҫ ихтыяр” (“Непокоренная волна”) картинаһын ҡарау.

Уҡытыусы 6 кластың дәреслегенән Сабир Шариповтың “Яҙмыш менән алыш” әҫәренән өҙөк уҡый.

 

 - “Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй”.-тибеҙ. Салауат образын халыҡ нисек мәңгелләштерергә теләгән? ( С.Ю. ис. премия; ҡала, район, совхоз, колхоз, теплоход, урамдар, кинотеатр, һәйкәлдәр, хоккей командаһы; музей, Әлкә ауыл –филиалы, Палдискиҙа бюсы, музейы, урамы, гимназиялар бар; гербта)

- Герб- башҡорт хөкүмәтенең тамғаһы. Башҡорт икәнен беләләр.Символика, билдәһе. Тимәк, гербта күрһәтелеүе уны тағы ла юғары күтәрә, исемен мәңгелләштерә.

Ер-һыу атамаларына килгәндә, беҙҙең күрше Белорет районында “Пугачев һәм Салауат ташы” бар. Имеш, ҡасандыр шул урынға баҫып Пугачев менән Салауат үҙ ғәскәренә юл һайлап торған. Учалы р-ң Науырыҙ ауылы эргәһендә Пугачев тауы бар.

 - Ул үҙенең быуынын, замандаштарын нимәһе менән уҙҙырған? (Аҡылы менән; ул йондоҙ, ҡараңғы күк йөҙөндә яҡты йондоҙ. Хатта эстондар ҙа Салауатҡа һоҡланғандар, хөрмәт менән ҡарайҙар, сөнки уларҙа ысын булған ғорурланырлыҡ ундай батырҙары юҡ)

 Йомғаҡлау  Эйе, ул батырҙар – һеҙ, Яңы Башҡортостандың яңы граждандары, Салауат Юлаевтың эшен, юлын дауам итеүселәр. Һеҙгә мөрәжәғәт итеп, тәүге президентыбыҙ Мортаза Рәхимов “Яңы Башҡортостандың яңы гражданы” тигән сығышында былай тигәйне:  “… Яңы Башҡортостандың яңы гражданы… батырыбыҙға, тарихыбыҙға битараф булырға тейеш түгел”.

    Һәр милләттең алға әйҙәп торған идеалы булырға тейеш. Уның йөҙөн билдәләүсе идеалы. Шундай шәхес булып тора Салауат. Әһәмиәтле дошманды башҡорт яңғыҙы ғына еңә алмай, ә рус һәм башҡа туғандаш халыҡтар менән еңеүгә ирешеп була икәнлеген, берҙәмлекте аңлаған Салауат. Шуға символ булып тора.

          Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим әйткән бит: “Ә бит асылда һәр башҡорт:”Мин милләттең ҡеүәтен, абруйын һаҡлайым. Мин уның ышанысы һәм таянысы. Мин – суверенлы Башҡортостандың ышанысы һәм таянысы…”- тип үҙен раҫларға тейеш”. Ошо һүҙҙәр һәр кем өсөн йәшәү мәғәнәһенә әйләнһә ине. Шуға мин һәр берегеҙ өсөн был һүҙҙәрҙең тормошта маяҡ, ориентир булып тороуын теләйем.

Крәҫтиәндәр һуғышының 3 этабында Салауат дүрт иптәше: Раҡай Ғәлиев, уның бер туғаны писарь Әбдрәшит Ғәлиев, Юртым Адылов, Зәйнәш Сөләймәновтар менән бергә Миндеш ауылы эргәһендә тотола.

7 июлдә 1998 йылда “Башҡортостан” гәзитендә С.Таймасов үҙенең мәҡәләһендә уларҙың тотолоу урындарын конкретлаштырыбыраҡ бирә: “Был яуҙаштарҙың тотолоу урыны Ҡаратаулы ауылы эргәһендә Ҡаратау урманында булырға тейеш. Сөнки уларҙы тотҡас, яп-яҡын ауылға алып баралар. Был Ҡалмаҡлар ауылы була. Ә Миндеш ауылына тиклем 30 саҡрымлап ара була әле. Шулай булғас, тотолған урындарын Миндеш түгел, бәлки Ҡаратаулы ауылы тип йөрөтөргә кәрәктер”,-ти.

Өйгә эш: инша яҙырға


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

разработка урока русского языка по теме: "Подготовка к сочиненю - описанию по картине А.Н. Комарова «Заяц на дереве»." 5 класс

Тема: Р/р Подготовка к сочиненю - описанию по картине  А.Н. Комарова «Заяц на дереве».Цели:Обучающая: научить учащихся особенностям построения рассказа на   основе картины.Развивающая: ...

Урок по русскому языку на тему "Подготовка к сочинению-рассказу по картине Ф.П.Решетникова "Опять двойка!" 5 класс

Урок прводится в 5 классе. Учащиеся знакомятся с особенностями построения рассказа, работают над его составлением, анализируют жанровую картину. Урок носит интегрированный характер....

Комбинированная контрольная работа по информатике 7 класс УМК Семакин И.Г. Тема "Информационная картина мира"

Комбинированная контрольная  работа для контроля знаний и умений, учащихся по теме «Информационная картина мира»  содержит 18  заданий и имеет одной из целей постепенную подготовк...

Презентация на тему: "Подготовка к написанию сочинения по картине А.В. Чикачева" 7 класс.

На презентации представлена краткая биография художника А.В. Чикачева и его картины, с которыми учащиеся должны сопоставить к каждому жанру живописи. Также отображается итог совместного поиска учащихс...

Использование системно-деятельностного подхода на уроке русского языка в 5 классе по теме «ПОДГОТОВКА К СОЧИНЕНИЮ-ОПИСАНИЮ ПО КАРТИНЕ» (И.Э. Грабарь, «Февральская лазурь») Программа по русскому языку под редакцией В.В. Бабайцевой

Данная методическая разработка рассчитана для проведения урока русского языка в 5 классе и направлена на развитие речи учащихся. Это первый урок из двух по календарно-тематическому планированию. Преду...

Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.

Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек. 8-се класта башҡорт теле дәресе....