Киләсәккә өмөттәребеҙ яҡты!
творческая работа учащихся (11 класс) на тему

Рәхмәтуллина Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы

Тыуған төбәк, тыуған ауыл, тыуған тәбиғәт, тыуған өй – ни тиклем күңелгә яҡын төшөнсәләр! Улар кеше аң белә башлағас күңелдең иң түренән урын алалар ҙа, башҡа бер ҡасан да күңелдән сыҡмайҙыр ул. “ Кеше Тыуған илендә генә бәхетле” йәки “ Эт ояһында, кеше Тыуған илендә көслө” тигән әйтемдәр бар. Минеңсә, был һүҙҙәр бик дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр. Сөнки беҙ тыуған тупраҡтан көс алып йәшәйбеҙ. Яныбыҙҙа атай-әсәйебеҙ, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ. Тыуған еребеҙҙә  тормош көтөүебеҙ менән беҙ үҙебеҙҙе бик бәхетле һанай алабыҙ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл insha_kilesekke.docx43.14 КБ

Предварительный просмотр:

                     Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя  общеобразовательная школа№8

муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһы  Мәләүез районы муниципаль районының

8-се урта  дөйөм  белем биреү мәктәбе

бюджет учреждениеһы

                                                                                                                   

                                                                                                                                                                                                                                                         

         Киләсәккә өмөттәребеҙ яҡты!

          ( Республика көнөнә бағышланған иншалар конкурсына)

                                                                            Башҡарҙы: Ҡотлоғужина Айгизә,

                                                                                   11- се класс уҡыусыһы.

                                                                                 Етәксе:  Рәхмәтуллина Г.Р,

                                                                                   башҡорт теле һәм әҙәбиәте            

                                                                                              уҡытыусыһы

Мәләүез – 2015

Тыуған төбәк, тыуған ауыл, тыуған тәбиғәт, тыуған өй – ни тиклем күңелгә яҡын төшөнсәләр! Улар кеше аң белә башлағас күңелдең иң түренән урын алалар ҙа, башҡа бер ҡасан да күңелдән сыҡмайҙыр ул. “ Кеше Тыуған илендә генә бәхетле” йәки “ Эт ояһында, кеше Тыуған илендә көслө” тигән әйтемдәр бар. Минеңсә, был һүҙҙәр бик дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр. Сөнки беҙ тыуған тупраҡтан көс алып йәшәйбеҙ. Яныбыҙҙа атай-әсәйебеҙ, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ. Тыуған еребеҙҙә  тормош көтөүебеҙ менән беҙ үҙебеҙҙе бик бәхетле һанай алабыҙ.

Тик, Тыуған ерҙәрен бер генә тапҡыр булһа ла күрергә теләп зар интизар булып йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә булған бит.

Йүгереп кенә мендем тау башына

                                 Гөрләп тә генә килә  машина.

                                 Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма,

                                 Тарих яҙыр инем ташына.

Сеүү! Ниндәй моң был?!

Был халҡыбыҙҙың иң моңло, йөрәккә үтеп инеп, күңел ҡылдарын берәм-берәм тибрәтә алырлыҡ йырҙарының береһе “Илсе Ғайса” бит! Әрнеү ҡатыш һағышлы кемдең ауазы һуң? Кемдең һағышлы күңеле хатта таштарына тарих яҙыр өсөн Урал тауҡайҙарына тартыла?  Кем һуң башҡорт йырҙарын йәш түгеп йырлай-йырлай ҡайғыларын баҫырға, хәсрәт тулы күңел юшҡындарын йыуырға тырыша?

 Сеүү! Был бит Зәки рухы!  Тыуған ерен, тыуған халҡын, Башҡортостанын һағынып моңлана бөйөк шәхесебеҙҙең рухы!

 Бөйөктәр  быуатҡа бер тыуа  тигән һүҙ бар халыҡта.  Хаҡ һүҙҙәр: милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған араһында быуаттан артығыраҡ ара ята. Уларҙың икеһе лә тыуған халҡының, тыуған еренең азатлығы өсөн көрәшә һәм ғүмеренең күп өлөшөн сит яҡтарҙа үткәрергә мәжбүр була.

 Азатлыҡҡа, милли үҙаллылыҡҡа ынтылыу халыҡтың алҡымынан алһа, ойоштороусоларын үлем йәки тыуған илдәренән һөрөлөү янай.  Күңелендә халҡы йәшәгән Вәлиди быларҙың бөтәһен дә яҡшы аңлай, шулай ҙа ул ғүмерен үҙ аллы республика төҙөүгә бағышлай. Әхмәтзәки Вәлиди Туған Октябрь революцияһы осоронда беренсе республика төҙөү эштәрен башлап ебәрә. Тик Коммунистар биргән тәғлимәт менән йәшәмәгән өсөн ҡулға алынырға тейеш булған Вәлиди Төркиәгә сығып китеп, шунда төпләнергә мәжбүр була.

Башҡортостанын һағынған саҡтарында ул Урал тауҙарына оҡшаған Болу тауҙарына барыр булған.  Күңелдәре тулғансы ҡурайында уйнар булған. Уның күңеленән бер ваҡытта ла башҡорт халҡы, башҡорт моңо китмәгән. Бына ҡайҙа ул тыуған ереңә, туған халҡыңа бирелгәнлек! Тыуған еренә ҡайтырға мөмкинселек булһа, ул дәүләт башлығы булырға түгел, ә үҙ тыуған ауылында йәшәп балалар уҡытырға хыялланған.

Әммә тыуған илен ҡабат күрә алмайынса Әхмәтзәки Вәлиди Туған һикһәненсе йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.

 Быйыл XX быуат башындағы башҡорт азатлыҡ хәрәкәтенең иң абруйлы лидеры, яңы хөкүмәтебеҙҙең башлығы, башҡорт ғәскәренең баш командующийы, заманының милли революцион рухлы демократы, йәмәғәт эшмәкәре, филолог, тарихсы, ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тула.

 Ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем туған халҡын, тыуған ерен һағынып йәшәүсе бөйөк шәхесебеҙҙең рухы халыҡ күңелендә йәшәй.  Тыуған Уралына ҡайтып таштарына тарих яҙырға насип булмаһа ла, туған халҡы күңелендә   һуҙылыр тарих яҙып ҡалдырҙы.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан республикаһы Рәсәй Федерацияһы эсендә суверенлы дәүләт статусы алып йәшәй, киләсәккә ышаныслы ҡарай.  Инде үҙаллылыҡ өсөн тырышҡан, хыялланған Вәлидиҙең теләктәре ысынға ашты.  Ни өсөн һағышлы һуң Зәки рухы?!

  • Халҡыбыҙҙың бик күп өлөшө Башҡортостандан ситтә йәшәй.  Милли телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ яҡлауға мохтаж. Халыҡтың ¼ өлөшө үҙ туған телен белмәй. Башҡортостандың ерле халҡы һаналһаҡ та, бөгөн тик 29 процент ҡына тәшкил итәбеҙ.
  • Башҡорт халҡы сабыр, берҙәм халыҡ ул. Көйәләнергә урын булһа ла, ҡайһы берҙә ысын көрәш юлына баҫырға кәрәк булһа ла  тормошобоҙ алға бара. Республикабыҙҙа үҙ етәксебеҙ бар, ҡанундарыбыҙ бар. Халҡыбыҙ иманға ҡайта. Телебеҙ дәүләт статусы алған. Ни генә булһа ла киләсәккә өмөттәребеҙ яҡты!

Бөйөктәр быуатҡа бер тыуа. Тыуған ерен, туған телен һаҡлар, тыуған Башҡортостанын яҡлар батырҙар тыуыр әле!

                                             Инша

     Һыу буйында баҫып торам. Йәшәү ниндәй рәхәт, донъя шундай матур! Миңә бәхет тулы ошо донъяны бүләк иткән кешеләремә мең рәхмәтлемен!

     Һыу тауышы. Тулҡындар ярға бәрелә. Минең дә уйҙарым, ана шул тулҡындар кеүек, күңел яраларына бәрелеп, хәтирәләр уята. Үткәндәрҙең ғүмер йомғағын һүтәм.

      "Ил яҙмышы – беҙҙең яҙмыш. Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек”,- тип йыш әйтә торған Фатыйма ҡартыйым. Минең өләсәйем кескәй саҡта ҡартыйы Фатыйма тәрбиәһендә үҫкән. Аҡты ҡаранан, яманды яҡшынан айырырға өйрәткән,ғәҙеллектең һәр саҡ өҫтөн булыуына инандырып, туғандар менән дуҫ булып йәшәргә, нәҫел ептәрен өҙөргә ярамағанлығын аңлатып үҫтергән. Фатыйма ҡартыйым Вәлимөхәммәт хәҙрәттең алты малайҙан һуң көттөрөп тыуған ҡыҙы була. Атаһы уны иркәләп, һөйөп кенә үҫтерә. Тәрбиәһен дә, белемен дә бирә. Эшһөйәр ҙә, сибәр ҙә булып үҫә ҡыҙҙары.

Мөлдөрәмә күнәктәре

Фатыйма ҡайта һыуҙан.

Ташып тора бәхеткәйе

Өҙҙөрөп атлай юлдан.

Ғорур баҫып атлағанда

Толомдары сайҡала.

Хайран ҡалып матурлыҡҡа

Һандуғастар тын ҡала…

      Бер бите ай, икенсеһе ҡояш кеүек булған, ҡыйғас ҡашлы, бешкән сейә кеүек тулышып торған иренле, аҡ ҡайындарға тиңдәрҙәй зифа буйлы, оҙон ҡара толомло, сулпылар сыңлауы аҫтында бер баҫаһын биш баҫҡан ҡыҙға тирә-яҡтағы бай муллаларҙан ҙур-ҙур ҡалымдар вәғдә итеп, яусылар килеп кенә торған. Вәлимөхәммәт хәҙрәт ҡыҙын бик ныҡ яратҡанлыҡтан, уның теләгенә ҡаршы төшмәгән. "Үҙе кемде ярата, шуға сығыр. Бәхет байлыҡтан ғына тормай”,- тип яусыларҙы кире бора торған. Ҡыҙының күҙе Фәтҡылбаянға төшә. Ул – йәштәй етем ҡалған, әлле-хөллө генә тормошта йәшәп, тормош йөгөн үҙ елкәһендә тартып, ҡустыларын аяҡҡа баҫтырырға ынтылған ғәҙи ауыл егете. Уңған, бер эштән дә ҡурҡмаған алтын ҡуллы Фатҡылбаяны менән үҙ ара аңлашып, иңгә иң терәшеп йәшәп ятҡанда граждандар һуғышы башлана. Бер улы аҡтарҙа, икенсеһе ҡыҙылдарҙа булып, халыҡ донъяны нисек аңларға ла белмәгән боталсыҡ йылдар… Тормоштоң ҡайҙа таба тәгәрәгәнен аңлап, иленең киләсәгенә ышанып, Фатҡылбаян ҡыҙылдар рәтенә баҫа. Бер нисә тапҡыр үлем менән күҙгә күҙ осраша, ләкин иҫән ҡала. Ауылына, һөйгән ҡатыны менән ҡыҙы янына, иҫән-имен ҡайта. Илебеҙҙе эске дошмандарҙан ҡурсалап крәҫтиән игене игеп, мал-тыуарын ҡарап, донъя мәшәҡәттәре менән мәш килгәндә илебеҙгә рәхимһеҙ аслыҡ килә. Сәскән ашлыҡ баш та ебәрергә өлгөрмәй ҡорой, кибә. Бөтә булмышын ер менән бәйләгән крәҫтиән өсөн ошонан да аяныс хәлдең булыуы мөмкинме һуң?! Яҡындарының аслыҡтан шешенеп, күҙгә ҡарап үлеп китеүҙәре ни тиклем әсе яра булып торҙо! Алабута, кеҫерткән, картуф кәлжемәһе, балтырған, ҡаҡы кеүек үләндәрҙе ашап, оло аслыҡ йылдарын үткәреп ебәрә алғандар. Аслыҡтан иҫән ҡалып, мал-тыуарын яңынан тергеҙеп, орлоҡ юнәйтеп, ат булмағас, ат урынына үҙҙәре егелеп ерҙе эшкәртәләр , ҡул менән сәсеп, урып, хәлһеҙ көйө ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында барлы-юҡлы ризыҡтар менән туҡланып, тормошто яңынан торғоҙалар. Ҡайрылып уңған игенде көнө-төнө баҫыуҙан ҡайтмай иҫән-имен йыйып һатҡандан һуң ат, ә һуңыраҡ боҙау алып һыйыр итеп үҫтергәс хәлдәр яҡшырып китә. Илебеҙҙә колхозлашыу йылдары башлана.Зирәк аҡыллы Фатҡылбаян күмәк көс менән эшләһәң генә игенде ваҡытында сәсеп, эшкәртеп, йыйып алып буласағын аңлап, беренселәрҙән булып күмәк хужалыҡҡа атын, сабанын һәм сәсеү орлоғон биреп колхозға керә. Колхозға беренсе тракторҙар, сәскестәр, ашлыҡ һуғыу машиналары ҡайта башлай, ындыр табаҡтары гөрләп тора. Эй, ул саҡтағы күңелле көндәр! Көнө-төнө баҫыуҙа үҙ ара ярышып эшләй халыҡ. Күмәк көс менән эшләгәс,эш тә ырымлы бара. Эш ауыр, ләкин аҙ ғына шатлыҡҡа ла һөйөнөп үҙ ара күңел күтәреп йәшәй белә был быуын кешеләре. Ашлыҡты арбаларға төйәп , ҡыҙыл олау менән, ҙур байрам яһап, йырлап-бейеп хөкүмәткә тапшыралар.

        Инде донъялар яйға һалынып, эштәр гөрләп ятҡан саҡта илгә тағы аяһыҙ бер һынау үтәргә тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Иңгә-иң терәшеп, береһенән береһе матур биш баланы ҡарап үҫтереп,тормошҡа һөйөнөпйәшап ятырға ғына ине лә бит… Фатҡылбаян һуғышҡа китә. Фатыйма береһенән береһе кесерәк итәк тулы бала менән бер үҙе ҡала. Нимә эшләргә?!

 Нимә булды шат күҙҙәргә?

Осҡондары юғалды?

Һуғыш тигән ауыр ҡайғы

Бәхеттәргә ҡул һалды.

Ас, яланғас,һыуыҡ тормош

Йөрәктәрҙе ашаны.

Хәлһеҙлектән йығылмайса

Биш баланы һаҡланы.

Көнө-төнө эшләне ул

Бөйөк еңеү хаҡына.

Ауырлыҡтар ныҡ төштө шул

Фатыйманың башына.

Йөрәген ҡандар һауһа ла

Йәш ҡатын түҙә белде.

Тешен ҡыҫып ауырлыҡтан

Еңеүҙе алып килде.

          Ысынлап та ул түҙҙе. Ире үлеү тураһында хәбәр алғас та ул түҙҙе. ”Түҙәргә, нисек тә түҙәргә! Балаларға күҙ йәштәрен күрһәтергә ярамай! Ошо һуғыш арҡаһында күп михнәттәр күргән кескәй йөрәктәрен яраламаҫҡа! Түҙәргә!”,- тип үҙенә бойороҡ бирҙе. Ә эсенән йән асыуы менән был ҡәһәрле яҙмышты ҡарғай-ҡаргай, йөрәгенән ҡан һырҡауына түҙә алмайынса, ҡулындағы ҙур ғына ағас ботағын сәйнәлеп бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул барыбер түҙҙе, ауырлыҡтарға бирешмәне, һынманы, балаларын аяҡҡа баҫтырҙы.

         Ҡартыйым үҙенең бик оҙон, ил тарихы менән бәйле ғүмер юлының һуңғы көндәренә тиклем һәр беребеҙгә, киләсәк быуындарға Хоҙайҙан таҙалыҡ, именлек һораны. "Донъялар тыныс булһын, балаларға беҙ күргәнде күрергә яҙмаһын!” Тормоштоң әсеһен дә сөсөһөн дә татыған кеше теләктәре ине был. Ил өҫтөнә килгән ҡайғы-хәсрәттәрҙе маңлайына һырҙар итеп түгел, йөрәгенә, яҙмышына тәрән яралар итеп һыҙған, тар ғына иңдәрендә ил йөгөн тартып, рух ныҡлығын, киләсәккә булған аҡ өмөттәрен бер ҡасан да юғалтмаған ил әсәһе, сал сәсле ҡартинәм алдында баш эйәм.      

        Эйе, ил яҙмышы- беҙҙең яҙмыш. Ил хәстәре менән йәшәгәндәр маҡтауға лайыҡ. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, зәңгәр күктә аҡ болоттар йөҙһөн, яралы яҙмыштар булмаһын, ер йөҙөн балалар ҡөлөүе ҡаплаһын !!!

Инша

Мин тыуған еремдең тәбиғәтен, халҡын, яҙыусыларын яратам.Бөйөк яҙыусы М.Кәрим миңә бик тә яҡын.Ул һәммәбеҙгә лә етерлек яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеп ҡалдырҙы.Был орлоҡтар уның һәр бер әҫәрендә ята,шуларҙы уҡыу менән шытып,беҙҙең йөрәктәрҙә тамыр ебәрә һәм уңыш бирә. Мин каникул ваҡытында төрлө китаптар уҡып ҡалырға тырышам,бигерәк тә Кәрим ағайҙың әҫәрҙәрен, сөнки улар классикаға ингәндәр.”Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен уҡыным.Уның Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған әҫәрендә Украинанан Башҡортостанға ваҡытлыса күсереп килтерелгән ғаиләләр тураһында бара.Украина ҡыҙы Оксана башҡорт ауылдарынын береһенә урынлаштырыла.Башҡорт малайы Жәлил Оксана менән бергә уйнап, ваҡыттарын бергә үткәрәләр.Улар икеһе ике милләттән булһалар ҙа,татыу, дуҫ булып бергә аралашып йәшәйҙәр.Жәлилден әсәһе, туғандары быға бик тә шатланалар.Миңә улар араһындағы булған дуҫлыҡ ептәре ныҡ булыуы оҡшай.Уларҙың ярҙамсылығын,ҡыйынлыҡтар килгәндә еңә белергә кәрәклеген үрнәк итеп алдым. Яҙыусының саҡ ҡына хыялыйыраҡ, ғәжәйеп эскерһеҙ геройҙары бер-беребеҙгә ҡарата аяулыраҡ, мөрхәмәтлерәк булырға саҡырғандай.Кешеләрҙе яратыу уларҙы рәнйетеүҙән тыйылыу бит улМин шуны аңланым.Яҡшы әҙәм икенсеһенең күңелен яңылыш ҡына ла йәрәхәтләмәй.Мостай ағай тормошта ла бер ҡасан да үҙенең дә, бүтәндәрҙең дә бәҫен төшөрмәгән.Уның уҡыусыларына асыҡтан асыҡ кәңәштәре лә бар: Яҡты донъя бер ҡарайһа, Бер ағарыр. Бөтөн күңел бер кителһә, Бер ямалыр. Тик ҡараны ағартам тип, Яфа сикмә. Туң күңелде иретәм тип, Өмөт итмә. Форсатың бар, балам, аҡҡа Ҡара яҡма. Нескә күңел йыуаш була,- Шуны яҡла. Шуны ҡаҡма. Шуны яҡла. Бөйөк әҙип был һүҙҙәрҙе йөрәге аша үткәреп яҙғанға оҡшаған,ул үҙенең хаталарын ,ялғышыуҙарын яҙып,беҙгә нисек дөрөҫ йәшәү юлын күрһәткән. Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен дә яратып уҡыным.Спектаклен дә ҡараным.Был әҫәрҙә Оло инәй иҫә шәфҡәтлелек символы.Һәр үҙенең сифаты аша кешеләрҙе шәфҡәтле булырға өндәй кеүек.Үҙендә яҡшылыҡ яҡты нур булып бөркөлә. Икенсе уңай герой-Кендек.Ул кесе йәштән үк тырыш,ярҙамсыл.Кендек образында Мостай Кәрим үҙенең ауыр балалыҡ йылдарын, аслыҡ, яланғаслыҡта ла бөгөлмәүен, сығылмауын тасуирлаған.Мин уның әҫәрен уҡығас, уның кеүек тормоштоң, яҙмыштың ниндәй сынауҙарында ла ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, ныҡ булырға кәрәк икәнлеген аңланым.Ауыр саҡтарымда тағы бер таяныс был әҫәрҙә- ул Әсғәт-шиғри күңелле кеше.Ул да ауырлыҡтар алдында баш әймәйенсә,хатта аслыҡты адаштырыу юлдарын да эҙләй. Минең уйлауымса, был уйлап сығарылған ғына образдар түгелдер тип,сөнки өләсәйем дә шулай уҡ миңә үҙенең тормошо тураһында һөйләй ине.Уның ауырлыҡтарға бирешмәүе, биш баланы етем ҡалған килеш тәрбиәләп үҫтереүе,уларҙы аслыҡ заманында иҫән –имин алып ҡалыуы- минеңсә үҙе бер батырлыҡ. Мин был образдарҙы ғүмерем буйына исемдә тотоп, тыуған илемде, туғандарымды тағы ла нығыраҡ яратырмын.Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмам,ныҡ булырмын.Үҙем тыуған,йәшәгән Башҡортостанымды киләсәктә үҙемдең тырыш хеҙмәтем менән биҙәрмен тип уйлайым.Бары тик күгебеҙ,еребеҙ тыныс,донъялар имин булһын!

                                                    инша

"Быуындарға ялғап быуындарҙы илде тотҡан телем, һүҙем бар."

 Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән…

Тел – тере шишмә - үлмәгән,

Бөгөнгә еткән !

Тел – һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы, "халыҡтың иң боронғо тарихи көҙгөһө”.Тел юҡ икән – халыҡ та, милләт тә юҡ. Милләттең эске тәбиғәтен,матурлығын, байлығын күрһәткән билгеләрҙән тел иң беренсе урында тора. Кешелек аҡылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһындағы иң даһи асыш, бер мөғжизә ул тел. Тел халҡы менән бергә үҫә. Шуның өсөн ул халыҡтың бөтә яҙмышын, бөтә булмышын сағылдыра. Шуның өсөн милләтте теле буйынса атап йөрөтәләр ҙә тип уйлайым. Халыҡ үҙе лә бит тыуған еренә, мәҙәниәтенә ҡарағанда ла телен алға ҡуя. Тел уның рухи донъяһын, милли тойғо менән милли ғорурлығын, ата-бабаһы менән балалары алдындағы тарихи бурысын үҙ эсенә ала. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып кемдәр генә тыумаған да, кемдәр генә фани донъя менән хушлашмаған.Ә тел, боронғолар ҡалдырған тел, һаман йәшәй. Төрлө үҙгәрештәр кисерә, әммә йәшәй. һәр милләттең үҙ туған теле йәшәй. Туған телен юғалтҡан милләт йәшәүҙән туҡтай. Милләттәрҙең төрлө булыуы күңелдәргә илһам биреп, күңел иркәләп ултырған береһенән береһе матур сәскәләр яланы һымаҡ. Һары бәпембә генә үҫеп ултырған болонға оҙаҡ – оҙаҡ һоҡланып ҡарап булмай : күҙ тала, күңел арый. Ә күҙ яуын алып торған төрлө-төрлө сәскәләргә күмелгән болон ҡарашты иркәләй, күңелгә майҙай яғыла. Их, ниндәй рәхәт, ниндәй матур, ниндәй күңелле ! Милләттәр ҙә шулай. Уларҙың тел моңонан, йыр моңонан күҙгә күренмәгән меңләгән нурҙар тарала Йыһанға. Ошо бихисап нурҙарҙың ғәжәп кеүәте кешеләргә йәшәү көсө өҫтәй. Тәбиғәттән күскән күркәмлек, күңелдәрҙә матур тойғолар уятып, илһам ҡабыҙа. Шуға ла халыҡтың күңел донъяһы, ғилеме-белеме, фәлсәфәһе, уй-фекере, күҙәтеүсәнлеге тел аша уның ижадында сағыла килә. Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән… Тел – тере шишмә - үлмәгән, Бөгөнгә еткән ! Шул тел менән тыуҙым, үҫтем, Торам бөгөн дә. Аңлай мине ғәзиз халҡым Туған телендә. Минең телем – тыуған ерем, Әсәм тауышы, Халҡымдың бай хазинаһы, Таҙа намыҫы ! Ерҙә халыҡ йәшәй икән,- Теле лә йәшәй ! Телен асҡанда, һәр бала Әйтәсәк «Әсәй !». Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен Халҡымдың телен, Ә кем уны һаңға һуҡмай, Хурлай тик үҙен !.. Баязит Бикбайҙың ошо шиғри юлдары бик ныҡ тәрән мәғәнәгә эйә. Мин дә уның һүҙҙәре аҫтына үҙемдең ҡулымды ҡуям. Үҙ телен һаңға һуҡмаған кеше үҙенең тамырын үҙе ҡоротҡан кеше була ул ! Тамырһыҙ үҫемлек йәшәй алмаған кеүек, милләт тә тамырһыҙ ҡорой. Тамыры тәрәнгә китмәгән үҫемлек ер һутын ала алмай, тиҙ ҡорой, йәки ҡамғаҡ һымаҡ ел өргән яҡҡа тәгәрәп китә, юғала. Һәр быуын кәмендә ете быуын тамырынан һут алырға тейеш. Күҙгә күренмәгән был бәйләнеш – беҙҙең өсөн рухи көс тә, илһам сығанағы ла, арҡа һөйәге лә, таяныс та. Халыҡ тигән төшөнсә шул була ла инде. Халыҡ – ул бөгөнгө көндә тереклек иткән милләттәштәр генә түгел, халыҡ – ул үткән быуындан ҡалған, бөгөнгө көндө йәшәгән, киләсәккә нигеҙ булған рух та. Ошо рухты тел йәшәтә ! Ә телдең киләсәге кеше ҡулында ! Һинең менән минең ҡулымда !!!

Интернет-викторина һорауҙарына яуаптар

  1.  Мифтахетдин Аҡмулла беренсе версия буйынса, 1831 елның 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһы, Күл иле меңле волосте Дүсәи исемле татар ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы) тыуған.

Икенсе версия буйынса, Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһы (1865 йылдан  Уфа губернаһы) Бәләбәй өйәҙе Күл иле меңле волосте (хәҙерге Башҡоростан республикаһы Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған.

  1.  Мифтахетдиндың үҙ атаһы Мөхәммәдйәр, ул бала тыуғансы үлеп китә, әсәһе, малайы тыуып ҡырҡ көн үтеүгә, Камалетдин Ишмөхәммәт улына кейәүгә сыға. Йәш баланы Камалетдин мулла метрика дәфтәренә үҙ улы итеп, Мифтахетдин Камалетдин улы тип яҙҙыра. Дәлиле итеп Акмуллаға Миәс зияратында ҡуйылған ҡәбер ташындағы яҙыуҙы килтерәләр. Был ташҡа болай тип яҙылган: «Шәһидтарса үлтерелгән, 1313 йылда, … Аҡмулла исеме менән билгеле Мифтахетдин, нәҫел буйынса атаһы Мөхәммәдйәр хәлфә, тәрбиә буйынса атаһы мулла Камалетдин…»
  2.  Иң башлап белемде Туҡһанбайҙа ала. Унан һуң күрше Әнәс һәм Мәнәүезтамаҡ ауылдары мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар урталарында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Троицкиға килеп уҡый.
  3.  Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.
  4.  Мифтахетдин Аҡмулланың сығышы тураһында ике төрлө версия йәшәп килә. 1) Мифтахетдиндың атаһы Мөхәммәдйәр, ҡаҙаҡ кешеһе, татар һәм башҡорттар араһында йәшәгән, татар мәҙрәсәһендә белем алған,  хәлфә булған. Әсәһе татар, Бибигөлсөм Сәлим ҡыҙы. Ошо ғаиләлә Мифтахетдин тыуған. Баланың атаһы бала тыуғансы үлеп китә, әсәһе Бибигөлсөм, малайы тыуып ҡырҡ көн үтеүгә, шул уҡ волостенең Бәләбәй өйәҙе Туҡһанбай ауылыннан килгән Камалетдин Ишмөхәммәт улына кейәүгә сыға. Йәш баланы Камалетдин мулла метрика дәфтәренә үҙ улы итеп, Мифтахетдин Камалетдин улы тип яҙҙыра. Әлеге версиянең дәлиле итеп Акмуллаға Миәс зияратында ҡуйылған ҡәбер ташындағы яҙыуҙы килтерәләр. Был ташҡа болай тип яҙылган: «Шәһидтарса үлтерелгән, 1313 йылда, … Аҡмулла исеме менән билгеле Мифтахетдин, нәҫел буйынса атаһы Мөхәммәдйәр хәлфә, тәрбиә буйынса атаһы мулла Камалетдин…2) Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһы (1865 йылдан  Уфа губернаһы) Бәләбәй өйәҙе Күл иле меңле волосте (хәҙерге Башҡоростан республикаһы Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла Камалетдин Ишкужа улы менән Бибиөммөгөл (сөм) Сәлимйән ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Р. Фәхретдинов шагыйрьнең үз сүзләренә таянып, ата-әсәһенең береһе — «халис башҡорт», икенсеһе «Ҡазан кешеһе» булғанлығы тураһында яҙа.
  5.  М.Аҡмулла тыуған яҡтарына ҡайтып килгәндә, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан ауылы араһында бер тирмән янында “…Иҫәнгилде старшинаның дуҫы, башҡорт старшинаһы Буранғолдоң ҡушыуы буйынса… Ғиффәт һәм Дәүли исемле кешеләр тарафынан үлтерелә”. 1895 йыл 8 октябрь
  6.   Аҡмулланың беренсе китабы Ҡазанда 1892 йылда баҫылып сыҡҡан. Ул “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тип атала.
  7.  Совет осоронда М.Аҡмулланың шығырҙар йыйынтығы Алма-Атала  1935 йылда сығарыла Ул “Улендер жийнагы”тип атала. 
  8.  1981 йылда, шағирҙың юбилеена Башҡорт китап нәшриәте менән М.Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорт телендә сығарыла. 1981 йыл,  “Аҡмулла. Шиғырҙар” тип атала.
  9.   “Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе” – Аҡмулланың иң ҙур күләмле әҫәре. Ул  бөйөк ғалим Шиһабетдин Мәржәнигә бағышланған.
  10.  “Нәсихәттәр”
  11.  Беренсе  драма әҫәре  “Аҡмулла” тип атала, авторы Айҙар Хөсәйенов.
  12.  М. Аҡмулланың Ҡазанда татар телендә һәм Алма-Атала  ҡаҙаҡ телендә китаптары баҫылып сыҡҡан. 1981 йылда иң тулы йыйынтығы “Аҡмулла. Шиғырҙар” тип атала, Өфөлә башҡорт телендә баҫыла.
  13.  М. Ғафуров, Д. Даминов, Г. Шафиҡова Аҡмулланың шиғырҙарын тәржемә итәләр.
  14.  “Аҡмулла” повесын С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Ғәзим  Ғәзиз улы Шафиҡов ижад иткән.
  15.  Аҡмулла образы әҙәбиәттә  роман,  повесть, драма, шиғыр жанрҙарында сағыла.
  16.  Скульптура, картиналар, фильм.
  17.  “Аҡмулла” операһының авторы — Заһир Исмәғилев.
  18.  Аҡмулла” операһының либреттоһын И. Дилмөхәмәтов яҙған.
  19.  Миәкә районы халыҡ депутаттары советы менән сәнғәт һәм әҙәбиәт әҫәрҙәре өлкәһендә 1980 йылда “Акмулла” исемендәге премия булдырылған.
  20.  “Акмулла” исемендәге премия лауреаттары: Р. Шәкүр (1989), Ә. Вилданов (1990), З.Басыров (1992), Р. Солтангәрева (1991), Р. Сахаүетдинова (1993), Р.Абдуллин (1994), Ғ. Шәфиков (1995) , З.Исмәғилев (1996), А.Магазов (1997), Н.Ирсаева (1998), Х.Зарипов (1999), Г.Юнысова (2000), Я Хамматов (2001), Р.Шәгәлиев (2002), Н.Ғәетбаев (2003), Я.Әбделманов (2004), Ф.Мурзакаев (2005), Р.Имашев (2006), - С.Сурина (2007),  Г.Туляк (2008), Ә.Сөләйманов һәм Н.Хәббетдинова-Сөләйманова (2009),  Ф.Янышев (2010). А. Салихов (2011), И. Фазлутдинов (2011) Ш. Кучуков (2011). Г.Кульсарина (2011)
  21.  М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, М. Аҡмулла исемендәге  Башҡорт  әҙәби ойошма филиалы, Магнитогрорск ҡалаһы, «Аҡмулла төйәге» Башҡортостандың Миәкә районы гәзите, “Аҡмулла” исемендәге сатирик журнал, Өфө ҡалаһы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында сквер.
  22.  Халыҡ-ара уҡыуҙар 2006 йылдан башлап өфөлә йыл һайын Аҡмулла көндәре үткәрелендә була
  23.  Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 1967 йылда Тимирязев исемендәге, дәүләт педагогия институты урынына барлыҡҡа килгән,  2000 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына үҙгәртелгән, унан М. Акмулла исеме бирелгән.  Ул төрлө фән  уҡытыусылар сығара.
  24.  Нөргөш аҡын
  25.    Ҡазаҡ шәкерте Дусмаил Ҡасҡынбаев, Аҡмулла үлгәс, уның эҙҙәренән йөрөп уның тураһында материал йыйған. Ул Аҡмулла тураһында  Аҡмулла үҙен фарсы телен яҡшы белә тип һанаған, үҙе менән «Маслях аль-Муттакин», «Мурад аль-Гарэфин», «Субат апь-Гажизин» суфия Аллаяра китаптарын йөрөткөн, уларҙы йыш уҡыған тип яҙған.
  26.  Башҡорт Дәүләт опера театры 69-сы сезонын, 1996 йылдың сентябрендә "Акмулла" операһы премьераһы менән асты. Режиссеры Иркин Габитов (режиссер-постановщик, Мариинский театр, Санкт-Петербург)
  27.  М.Аҡмулланың һәйкәле Өфөлә Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда урынлашҡан, 2008 йылдың 8 октябрендә асылған.
  28.  Илдар Ибраһим улы Юнысов. 
  29.  Аҡмулланың йорт-музейы бар Башҡоростан республикаһы Миәкә районы Туҡһанбай ауылында   урынлашҡан.                                                                                                                                                                                      


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Творческие работы ребят

Эти модели девочки разработали и изготовили к очередному публичному показу  моделей. Мальчишки разработали свою модель, из дисков....

Творческие работы ребят.

Эти модели девочки разработали и изготовили для очередного публичного показа. Мальчишки разработали свой творческий проект из непригодных для использования дисков CD/...

"Для друзей и для ребят зеленей наш зимний сад."

Цель: -экологическое воспитание и образование, формирование экологической культуры гимназистов в интересах человека, общества и государства;-обеспечение необходимых условий для личностного развит...

Сценарий праздника"День рождения ребят - декабрят"

В санаторной школе - интернат есть хорошая традиция - каждый месяц поздравлять учеников школы с днём рождения в обстановке общешкольного праздника.На этом празднике были поздравлены ребята, родившиеся...

Конспект музыкально-спортивного развлечения для детей дошкольного возраста «Айболит в гостях у ребят»

Конспект музыкально-спортивного развлечения для детей дошкольного возраста «Айболит в гостях у ребят»...

Вот задача для ребят - кто же в этом виноват?

Именно в школе должны решаться задачи формирования ответственного отношения к своему здоровью в совокупности процессов обучения, воспитания и развития личности. И самая трудная, важная задача педагога...