Һүҙ составы
план-конспект урока на тему
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһының
Мәғариф министрлығы
Краснокама районы Муниципаль районы
“Яңы Нуғай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе”
муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы
Асыҡ дәрес
Һүҙ составы
(V синыф)
Үткәрҙе: Яңы Нуғай урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Зарипова
Инзилә Шәйғәли ҡыҙы
Яңы Нуғай – 2007.
Маҡсат:
- Уҡыусыларҙы тамыр һүҙ, нигеҙ һүҙ, ялғауҙар төшөнсәләре тамырҙаш һүҙҙәр менән таныштырыу, Р. Ғарипов ижады буйынса мәғлүмәт биреү;
- Уҡыусыларҙы һүҙҙе һүҙ составы буйынса тикшереү күнекмәләрен үҫтереү, уй-фекер йөрөтөү күнекмәләрен нығытыу, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш;
- Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, хәстәрлелек тәрбиәләү.
Йыһазлау: һүҙ составы таблицаһы, ҡош һүрәттәре, магнитофон, кассета, Р. Ғариповтың тормошон һәм ижадын сағылдырған стенд, Ел-ағас һүрәте, яһалма һүҙҙәр яҙылған таблица, тамырҙаш һүҙҙәр яҙылған карточкалар, ялғауҙар карточкалары, башватҡыстар, таҡтала юл маршруты яһалып ҡуйылған.
Дәрес барышы.
I Ойоштороу моменты
Дәрес темаһын, маҡсатын әйтеү
Бөгөн беҙ һүҙ составы иленә сәйәхәткә сығабыҙ. Тамыр һүҙ, нигеҙ һүҙ, төрлө ялғауҙар һүҙ составын тәшкил итә. Беҙ ошо маршрут буйынса сәйәхәт итәсәкбеҙ. Һәр туҡталышта һеҙҙе бер ҡош көтәсәк.
1 туҡталыш (тиҙәйткес)
Әйҙәгеҙ әле, башҡортса таҙа һөйләшкәнде күрһәтәйек. Ошо тиҙәйткесте уҡыйбыҙ. Тәүҙә мин үҙем уҡып күрһәтәм.
Ҡалын ҡарҙа ҡара ҡарға,
Ҡарҡылдап китеп бара.
- Нимә тураһында был тиҙәйткес?
- Ҡарға ниндәй ҡош ул?
- Ҡарға был туҡталышта йәшәй. Әйҙәгеҙ уға тиҙәйткесте уҡып күрһәтәйек.
а) хор менән уҡыу;
б) “сылбырлап” уҡыу;
в) уҡыусылар уҡыуы;
II туҡталыш (тамыр)
- Нимә йәшәй икән бында? Йомаҡ: үҙенән ҡойроғо оҙон?
- Һайыҫҡан ниндәй ҡош ул?
- Әйҙәгеҙ, уға үҙе тураһында текст уҡып күрһәтәйек.
Файҙалы ҡош.
Һайыҫҡан зарарлы бөжәктәрҙе ашай. Ул хатта сысҡан тота. Был ҡош иген ҡандалаһын күпләп ҡыра. Шулай итеп ул уңышты һаҡлаша.
- Был туҡталыш нисек итеп атала?(тамыр)
- Мәғәнәләре яғынан бер-береһенә яҡын һүҙҙәрҙең бөтәһе өсөн дә уртаҡ киҫәк тамыр тип атала.
- Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең тамырын табыу. Хәҙер дәреслектән 109-сы күнегеүҙе эшләп алайыҡ әле. *Һүҙҙәрҙең тамырын билдәләү.
III туҡталыш (ялғау)
Йомаҡ: Урман ярып ухылданы,
Төшкәс тә эңер,
Ике күҙе шәмдәй яна,
Таң атҡас һүнер.
- Өкө тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? (уҡыусыларҙың яуаптары)
Бына Өкө һеҙгә ялғауҙар тураһында таблица әҙерләп ҡуйған. Ялғауҙар ике төргә бүленә: һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар.
а) һүҙгә ҡушылып, унан яңы һүҙ яһаусы ялғау һүҙ яһаусы ялғау тип атала.
Таблица буйынса эш.
- яһаусы ялғауҙар менән һүҙҙәр уйлау.
Ял минуты
Ҡоштар остолар – остолар,
Ял итергә ултырҙылар.
Ашанылар, эстеләр.
Тағы осоп киттеләр.
Остолар – остолар
Парталарға ҡундылар.
- ҡоштар тураһында башватҡыстар сисеү.
ы ҡ а һ й н ҫ а ы р ҡ ы с й с ы
у р ғ а й т а ы т ҡ у м т р
б) Һүҙгә ҡушылып, ул һүҙҙең икенсе һүҙгә бәйләнешен күрһәтеүсе ялғау һүҙ үҙгәртеүсе ялғау тип атала.
Өкөнөң көндөҙ күҙе күрмәй, әйҙәгеҙ уға булышайыҡ. Бында нөктәләр урынына тамыр һүҙҙәр өҫтәп әйтергә кәрәк.
Карточкалар менән эш.
*** ҙар *** дың
*** да *** те
*** ның *** ға
в) Бирелгән һүҙҙәргә мөмкин тиклем күберәк ялғауҙар өҫтәү.
Тормош, уҡы, бөҙрә, өй, һөт.
IV туҡталыш (тамырҙаш һүҙҙәр)
- Был туҡталышта нимә йәшәгәнен белер өсөн әйҙәгеҙ аудиояҙманан шиғыр тыңлап үтәйек. (Р. Ғариповтың “Сыйырсыҡ” тигән шиғырын тыңлау)
- Нимә тураһында был шиғыр?
- Сыйырсыҡ ниндәй ҡош ул?
- Ә кем яҙған был шиғырҙы?
- Кем ул Р. Ғарипов?
- Шағир тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү.
Был туҡталыш Тамырҙаш һүҙҙәр тип атала. Бына сыйырсыҡ һеҙгә әкиәт әҙерләгән. Тыңлағыҙ һәм ни өсөн был әкиәт Елле ел тип атала тигән һорауға яуап бирергә әҙерләнегеҙ. Борон-борон заманда булған, ти бер Ел. Ул ҡайҙа барып һуғылырға белмәйенсә йөрөгән, ти, унда-бында сабып. Кешеләрҙең әле береһенә, әле икенсеһенә ҡағылып, уларҙы тамам аптыратып бөтөргән, ти, был.
Шунан уны бер аҡыллы ҡарт тотоп алды ла: “Был Ел, елгә елеп, әрәм булып йөрөмәһен әле”, - тип бер орлоҡҡа әүерелдерҙе лә ташланы, ти, тегене. “Исмаһам, - тип уйланы ти, аҡыллы ҡарт, - һинән берәй файҙалы нәмә үҫеп сыҡһын”.
Берҙән-бер көндө был Ел-орлоҡ шытып сыға башланы, ти. Күп тә тормай, ул тармаҡ-тармаҡ булып бер ағас шикелле үҫеп китте, ти. Һәр тармағы һайын бер һүҙ икән бының.
Кешеләр, ғәжәпләнеп, һәр һүҙҙе тотоп-тотоп ҡарайҙар икән, ә бөтә һүҙҙәр ҙә бер үк тамырҙан үҫеп сыҡҡандар, ти.
Шунан алып кешеләр мәғәнәләре яғынан бер-береһенә яҡын һүҙҙәрҙең бөтәһе өсөн дә уртаҡ өлөшөн тамыр, ә бындай һүҙҙәрҙе тамырҙаш һүҙҙәр тип атап йөрөтә башлағандар, ти.
Шулай итеп, ҡоронан – ҡороға елгә елеп йөрөгән елғыуар Ел кешеләргә елле генә бер файҙа килтереп ҡуйған, ти.
- Ни өсөн елле ел тип йөрөткәндәр инде?
- Ҡарт ниндәй файҙалы эш эшләгән?
- Ни өсөн һүҙҙәр бөтәһе лә бер тамырҙан ғына яһалды ул? (сөнки улар бер тамырҙан үҫеп сыҡты)
- Ел-ағас һүрәтен ҡарау, тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлау
- Ҡар, ҡыш, саңғы, әкиәт һүҙҙәренә тамырҙаш һүҙҙәр табыу.
- “Өсөнсө артыҡ” уйыны
- тамырҙаш булмаған һүҙҙәрҙе әйтеү.
Ашамлыҡ Бысратыу Алтынсы
Ашҡыныу Бысыу Алты
Ашау Бысҡы Алтын
V туҡталыш (өй эше)
- Беҙгә өй эшен ниндәй ҡош бирә икән?
Йомаҡ: Ағастағы бөжәктәрҙе
Аямай ҡыра бирә.
“Туҡ-туҡ” иткән тауышына
Күмелә эргә-тирә
Ул бигерәк әүәҫ икән
Ҡый ағастағы ҡортҡа
Шуға көн дә иртә таңдан
“Туҡ-туҡ” килә … (тумыртҡа)
Өй эше: “Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар” тигән тема буйынса хикәйә төҙөү, 10 һүҙҙе составы буйынса тикшереү.
Йомғаҡлау. Баһа ҡуйыу. Беҙ бөгөн, уҡыусылар, ҡайҙа барҙыҡ? Нимәләр осраттыҡ? Ниндәй яңы мәғлүмәттәр белдегеҙ? Дәрестә бөтәгеҙ ҙә әүҙем ҡатнашып ултырҙығыҙ, афарин, уҡыусылар!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Как составить рабочую программу.
Требования к составлению рабочей программы. Источник Интернет....
Как составить рабочую программу по предмету.
Презентация, составленная Купряшовой Т.А.. учителем МОУ "Михайловская средняя общеобразовательная школа №1" города Михайлова Рязанской области, поможет учителям составить рабочую программу....
Открытый урок по русскому языку в 11 классе ""Источники расширения словарного состава современного русского языка. Заимствования"
Данный урок имеет своей целью: дать представление учащимся об источниках расширения словарного запаса современного русского языка; развивать способности к самостоятельному размышлению над поставле...
Компетентностный подход к преподаванию русского языка в классах с полиэтническим составом
.В докладе говорится о ,что в языковом образовании выявляется ряд проблем.Сейчас в России мы столкнулись с процессом внутренней и внешней миграции, с появлеием целой волны детей"новых сооте...
Тема «Виды простейших малярных отделок» урок «Технология окраски панели и колошника стен водно-дисперсионными составами»
Конспект урока...
Тема «Виды простейших малярных отделок» урок «Технология окраски панели и колошника стен водно-дисперсионными составами»
Конспект урока...
Учебно-методическое пособие "Составь слова"
Учебно-методическое пособие "Составь слова" предназначено для отработки звукобуквенного анализа и синтеза.Задание: Соединяя буквы в любом направлении по линиям, составьте не менее 20 слов....