Хәл төрҙәре (карточкалар)
учебно-методический материал (7 класс) на тему

Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы

7-се класта хёл төрҙәре буйынса карточкалар. Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһарға һәм хәл төрҙәрен билдәләргә

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kartochka._hl_torzre.docx12.05 КБ

Предварительный просмотр:

Һөйләмдәргә синтаксик анализ эшләргә, хәлдәрҙең төрҙәрен атарға.

Иртәгәһен үҫмер мәктәпкә дәртләнеп, бөтөнләй яңы кеше булып барҙы.

Туғайлыҡта бик күп күлдәр ялтырап ята.

Ә унда ниндәйҙер бер егет йүгереп йөрөй.

Әхәт күптән инде рәхәтләнеп йоҡлай.

Көҙ көнө Сәлмән баҡсанан быйма башындай эре-эре уңыш йыйып алды, ти.

Улар силәкте ҡоҙоҡҡа тағы төшөргәндәр.

Ошо ваҡытта алыҫ түгел ерҙән бер ҙур каруан үтеп бара икән.

Был ҡалала ла Әминбәк иртән бер йорттоң ҡапҡа төбөнә сығып ултырған.

Әсләм бөгөн кескәй баҡсаға инде.

Ҡотлобулат бабайҙы Йәтимәктә бик ныҡ ихтирам итәләр.

Иртәнге сәйҙе эсәләр ҙә, ҡыҙы менән кейәүе – эшкә, Фәниә мәктәпкә йүгерә.

Мотаһар тиҙерәк йүнәлһә,  ҡуҙғалаҡҡа йөрөр ине.

Улар тракторҙарын көскә ҡабыҙалар ҙа китәләр күрше урам яғына.

Уҡырға инһә лә, кәйефе шәп түгел ине.

Данир асыуынан сертләтеп төкөрөп ебәрҙе.

Ҡалған икәү байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо.

Тап шул ваҡытта уның йәлпәк танауына серәкәй килеп ҡунды.

Түбәтәй ботаҡ һелкенеүҙән генә килеп төштө.

Тәүге таш выжлап осоп китте.

Малайҙар бөгөн үк таллыҡҡа мурҙа үрергә киттеләр.

Дуҫына ҡаты бәрелгәне өсөн, Ғабдулла  әле үкенеп ҡуйҙы.

Балыҡсылар бер нисә тапҡыр икенсе урынға күсеп ҡаранылар.

Ике кәмә ауыл яғына ҡарай йөҙөп китте.

Бына әле лә уның матур тауышы күл өҫтөнә һибелә лә ярҙарға килеп бәрелә.

Таң атҡансы эште өлгөртһәк, бергәләп ҡайтып китербеҙ беҙ.

Тоҙ юлы үҙенең әселе-сөсөлө михнәттәре менән артта ҡалды.

Ҡурҡыуынан бөтә кәүҙәһе ҡатты ла ҡуйҙы.

Турғай бындай юғарылыҡта бындай нәмәне беренсе тапҡыр күрә ине.

Ул шатлығынан бер ни ҙә әйтә алманы.

Мин һарайҙың эсенә индем һәм шунда уҡ ҡыштырлаған тауыш ишеттем.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Физика буенча карточкалар

10,11 класслар өчен мөстәкыйль эшләр...

Бәйлекләр(карточкалар)

Ю.к.не таләп итүче бәйлекләрне өйрәнгәндә куллану өчен карточкалар...

инд. карточкалар

инд.карточкалар...

Кушма җөмлә буенча карточкалар.

8нче сыйныф укучылары өчен "Иярченле кушма җөмлә" темасы буенча карточкалар. Индивидуаль эшләр барысы да Муса Җәлилнең тормыш юлы һәм иҗаты белән бәйләнешле рәвештә төзелде....

Дәрестә куллану өчен карточкалар.

Индивидуаль эшне оештыру өчен карточкалар....