Башҡорт әҙәбиәте буйынса тест. 9-сы класс.
тест (9 класс) на тему

Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы

9-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән  1-се сиреккә тест һорауҙары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 9-sy_kl.bash_._z._test_1-se_sirek.docx14.57 КБ

Предварительный просмотр:

9-сы класс   Башҡорт әҙәбиәтенән 1-се сирек өсөн тест һорауҙары.

  1. Кино, телевидение, театр, һынлы сәнғәт, архитектура, художестволы әҙәбиәт ниндәй ижади хеҙмәт төрөнә ҡарай?

А. Сәнғәт.           Б. Фән.                В. Мәғариф.            Г. Мәғрифәт.

2. Художестволы хеҙмәтте кем тормош дәреслеге тип билдәләгән?

А. М.Горький   б. Н.Чернышевский    в. Л.Толстой      г. А.Пушкин

3. Йәнле картиналар аша тормошто һүрәтләүсе сәнғәт  төрө нимә тип атала?

А. Художестволы әҙәбиәт       б. Фән

4. Ниндәй сәнғәт төрө һүҙ сәнғәтенә инә?

А. Һынлы сәнғәт   б. Бейеү сәнғәте    в. Художестволы әҙәбиәт        Г. Йыр сәнғәте.

5. Халыҡтың быуаттар буйына телдән телгә күсеп килгән һүҙ сәнғәте нисек аталып йөрөтөлә?

А. Художестволы әҙәбиәт      б. Халыҡ ижады.

6. Авторы билдәле булған һүҙ сәнғәте төрө нисек атала?

А. Халыҡ ижады                     б. Яҙма әҙәбиәт

7. Быуындан быуынға, телдән телгә күскән, йылдар үтеү менән авторы онотолған һүҙ сәнғәте нисек атала?

А. Халыҡ ижады.        Б. Яҙма әҙәбиәт.

8. Йыр, таҡмаҡ, бәйет кеүек халыҡ ижады әҫәрҙәре ниндәй төргә ҡарай?

А. Йола поэзияһы.   Б. Халыҡ ижадының сәсмә төрҙәре.  В. Афористик жанрҙар. Г. Героик эпос.

9.”Урал батыр “ эпосы ниндәй юл менән ижад ителгән?

А. Ҡобайыр алымы м-н     б. Ҡобайыр һәм сәсмә алымдар сиратлашып  в. Сәсмә юл м-н.

10. “Ай Уралым, Уралым” әҫәре ниндәй төр ҡобайырға ҡарай?

А. Тыуған ил тураһында.    Б. Батырҙар тураһында. В. Тормош-көнкүреш тураһында.

11.Туҡтамыш хан, Аҡһаҡ тимер кеүек тарихи шәхестәр ҡайһы ҡобайыр геройҙары?

А. “Урал батыр    б. “Аҡбуҙат.   В. “Иҙеүкәй менән Мораҙым”    г. “Аҡһаҡ ҡола”  

12. “Урал батыр” эпосын Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәрҙән кем яҙып алған?

А. Әхнәф Харисов     б. М.Буранғолов.

13. “Урал батыр” эпосында Урал менән Шүлгән ни өсөн ил гиҙеп сығып китәләр?

А. Ер-һыу күрер өсөн. Б. Тереһыу шишмәһен табып үлемде еңер өсөн. В. Бар донъяны яулап алыр өсөн.    Г. Кәләш алыр өсөн.

14. Эпостағы төлкөләр һәм тауыҡтар дуҫ булған батшалыҡ.

А. Ҡатил        б. Самрау.

15. Ҡыҙын һыуға, егетен утҡа һалдырған батшалыҡ.

А. Ҡатил      б. Самрау.

16. Иң тәүҙә Урал батыр ҡайҙа юлыға?

А. Ҡатил батша иленә    б. Самрау батша иленә.

17. Донъяла мәңге ҡалыр эш,    ул да булһа  - ....

А. Мәңгелек     б. Яҡшылыҡ        в. Изгелек

18. “Урал батыр “ эпосы нисә юлдан тора?

А. 3500      б. 7000-дән ашыу       в. 4500

19. Һабрау йырау ҡайһы ҡобайыр геройы?

А. “Урал батыр”     б. “Аҡбуҙат      в.”Иҙеүкәй менән Мораҙым”  г. “Ҡуңыр буға”

20. “Диуану лөғәт әт-төрк” һүҙлегенең авторы

А. Мәхмүт Ҡашғари. Б. Сәйф Сараи     в. Йософ Баласағунлы.

21. Ҡайһы әҫәрҙә герой скрипка яһай?

А. “Ҡорҡот-Ата”     б. “Уғыҙнамә”       в. “Ҡотадғу белек”

22. Ҡайһы боронғо ҡулъяҙма әҫәрҙә әҙәби герой Мысыр иленең батшаһы булып китә?

А. “Буҙйегет”       б. “Йософ китабы”      в. “Таһир менән Зөһрә”.

23. “Йософ ҡиссаһы” әҫәре ҡайһы осор әҙәбиәте өлгөһө?

А. Боронғо дөйөм төрки әҙәбиәт     б. Болғар осоро әҙәбиәте    в. Урта быуаттар әҙәбиәте.

24. Ҡайһы әҫәрҙә өсмөйөшлө мөхәббәт тарихы һүрәтләнә?

А. “Йософ ҡиссаһы”        б. “Мөхәббәтнамә”      в. “Хөсрәү вә Ширин”

25. Ырыу тарихы һәм быуындар сылбыры тураһындағы ҡулъяҙма нисек атала?

А. Ҡобайыр.      Б. Шәжәрә.    В. Эпос.   Г. Иртәк


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тесты по русскому языку, итоговый тест для 5 класса, тест "Выразительные средства", уроки по произведениям Воронковой и Чивилихина

Тренировочные тесты для подготовки к ЕГЭ. Можно использовать в качестве контрольной работыТест для отработки знаний задания В8Итоговый тест для 5 классаМетодические разработки уроков по произведениям ...

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....

"Ҡылым" темаһы буйынса тест

"Ҡылым темаһын өйрәнә башлағанда бирелгән тесты ҡулланырҡа мөмкин....

М.Кәримдең ижады буйынса тест һорауҙары

М.Кәримдең ижадына баҡышланған сарала уткәрелгән тест һорауҙары....

"Карлсон өрәк булып уйнай"әкиәте буйынса тест

quot;Карлсон өрәк булып уйнай" әкиәте буйынса тест...

"Итексе бесәй" Ш.Перро әкиәте буйынса тест

quot;Итексе бесәй" Ш.Перро әкиәте  буйынса тест...

Ш.Перро "Көлһылыу" әкиәте буйынса тест

Ш.Перро "Көлһылыу" әкиәте буйынса тест...