Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Шарафисламова Залифа Муратовна

 

1. Башҡортостан тәбиғәте тураһында белемдәрҙе байытыу;ҡылым темаһын үҙләштереү.

2. уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу;

3. Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын күрә, һоҡлана белеү һәм уны һаҡлай белеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tema.docx_urok_ufa111.docx26.62 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым.

Маҡсат:

1. Башҡортостан тәбиғәте тураһында белемдәрҙе байытыу;ҡылым темаһын үҙләштереү.

2. уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу;

3. Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын күрә, һоҡлана белеү һәм уны һаҡлай белеү.

Йыһазландырыу: дәрес ҡунаҡтары – бал ҡорттары, умарта, кроссворд, һүрәт-картиналар, карточкалар, күргәҙмәлек, эмблема, дәреслек.

Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты:

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

(Шиғыр юлдары менән дәресте асып ебәреү. Психологик момент.)

Һаумы, ҡояш!

Һаумы,зәңгәр һауа!

Һаумы, ғәзиз ерем!

Һаумы, тыуған илем!

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

( Уҡытыусы шиғыр юлдры менән дресте башлап ебәрә.ҡурай музыкаһы уйнай):

Минең илемдә

Йылғалар күлдәр,

Матур баҡсалар,

Хуш еҫле гөлдәр.

Минең илемдә

Сикһеҙ урмандар,

Алтын, көмөшлө

Бик күп ҙур тауҙар

-  Дәресебеҙҙең маҡсаты: Башҡортостан тәбиғәте тураһында белемдәрҙе байытыу; ҡылым һүҙ төркөмөн үҙләштереү; һөйләү телмәрен үҫтереү һәм  һүҙлек запасын байытыу.

-Бөгөн беҙгә дәрескә ҡунаҡҡа – Баллыбикә үҙенең тылсымлы бал ҡорттары менән килде. Тылсымлы бал ҡорттары беҙгә төрлө эш төрҙәре алып килгән.

1-се бал ҡорто беҙгә бер һүрәт алып килгән - ҡәҙерле уҡыусылар мин таҡтаға ошо һүрәтте эләм, беҙ дәрес аҙағында уның нимә аңлатҡанын белербеҙ.

2-се бал ҡорто беҙгә “Артикуляцион күнегеү” алып килгән, әйҙәгеҙ бергәләп слайдҡа ҡарайыҡ:

Егерме беренсе февраль.

Кесаҙна.

Класс эше.

Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым.

Башҡортостан, һин беҙҙең

Тыуған – үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк, өй биргән,

Һыуын эскән еребеҙ.

                               ( Ғ. Ғүмәр)

  •  Уҡытыусының уҡыуы;
  • Хор менән уҡыу;
  • Тәржемә итеү;
  • 2-3 уҡыусының уҡыуы.
  • Дәфтәрҙәргә числоны, теманы һәм шиғырҙы яҙыу.

Яңы тема:

3-сө бал ҡорто: “ Кроссворд” алып килгән.  Беҙ кроссворд сисеп бөгөнгө теманы беләбеҙ. (таҡтала кроссворд, уҡыусы таҡтаға сығып яуаптарын яҙалар, ә һорауҙары слайдта)

  1. Башҡорт халҡының татлы ризығы нимә ул?  (бал)
  2. Башҡортостандың төп халҡы? ( башҡорт)
  3. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы? (ҡубыҙ)
  4. Башҡортостандағы иң ҙур тау? ( Ямантау)
  5. Башҡортостандағы иң ҙур күл? ( Асылыкүл)
  6. Башҡортостандың милли батыры? ( Салауат Юлаев)
  7.  Башҡортостандағы иң ҙур йылға? ( Ағиҙел)
  8. Башҡортостандың ҡара алтыны нимә?  ( нефть)
  9.  Бөгөн беҙ нимә тураһында нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ. ( Башҡортостан).
  • Бөгөн беҙ Башҡортостан тәбиғәте буйлап сәйәхәт итәсәкбеҙ.

 

4-се бал ҡорто “ Башҡортостан тәбиғәте”. (уҡытыусының һөйләүе).

Башҡортостан картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына.

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Башҡортостандың физик картаһына ҡарағыҙ әле, балалар! (слайд).

Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес бик матур. Унда бейек-бейек тауҙар, зәңгәр һыулы йылға – күлдәр ҙә, иркен яландар ҙа, ҡуйы урмандар ҙа бар. Башҡортостан башҡорт балы, тәбиғәте, файҙалы  ҡаҙылмалары, күп милләтле татыу халҡы менән дан тота.

   5-сы бал ҡорто “Дәреслек менән эш”:

238 – се күнегеү. ( 93-сө бит)

  • Тексты уҡытыусы уҡый
  • Һүҙлек эше:

иҫ киткес

удивительный

яландар

степи

сүп-сар

мусор

юҡҡа түгелдер

не зря

ҡағыҙ

бумага

сыҙай

зд. : сохраняется

  • Сылбырлап уҡыу
  • Тәржемә итеү
  • Һорау-яуаптар:
  • Башҡортостанды нисек тип атайҙар?
  • Башҡортостандың тәбиғәте ниндәй?
  • Тәбиғәтте нисек һаҡларға кәрәк?
  • Һин ҡайҙа йәшәйһең?
  • Ә мин Ҡалтасы районында йәшәйем. Ҡалтасы районының тәбиғәте бик матур….

6-сы бал ҡорто “Ҡылым” грамматик теманы алып килгән.

  • Нимә ул ҡылым?
  • Ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап бирә? (слайдта схемалар)

(рус теле менән сағыштырыу)

Ҡылым

Ни эшләргә?

уҡырға

һаҡларға

белергә

йәшәргә

 яҙырға

тыңларға

7-се бал ҡорто “Һөйләмдәр төҙө”. (дәфтәрҙәргә 3 һөйләм яҙыу)

  • Беҙ бай тәбиғәтле Башҡортостанда йәшәйбеҙ.
  • Башҡортостан тәбиғәтен һаҡлағыҙ!
  • Урмандарҙа ағастарҙы киҫеү тыйыла.
  • Бәшмәктәрҙе тибеп китмә!
  • Ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырырға ярамай!
  • Урманда көслө музыка тыңларға ярамай!
  • Урманда сүп-сар, быяла ташларға ярамай!

8-се бал ҡорто “Ял минуты”.

Беҙҙең Башҡортостанда ошондай бейек тауҙар,

Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай шаулай урмандар,

Ошондай тәрән күлдәр,

Ошолай үҫә гөлдәр.

9-сы бал ҡорто “ Башҡортостандың ете мөғжизәһе”

  • “Урал батыр” батыр
  • Салауат Юлаев һәйкәле
  • Шүлгәнташ
  • Башҡорт балы
  • Ҡурай
  • Красноусол
  • Янғантау
  • Былар бөтәһе лә  Башҡортсотандың ете мөғжизәһенә  инәләр. (слайд)

10 –сы бал ҡорто “Сканворд”

 - Башҡортостан нимә менән дан тота? ( слайдта сканвордтан һүҙҙәр табып яҙыу)

Йомғаҡлау. Баһалау.

12-се бал ҡорто “Өйгә эш” : Башҡортостандың ете мөғжизәһе тураһында мәғлүмәт йыйып килергә.

  • Бөгөн беҙ дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?
  • Дәрестә беҙ нимәләр эшләнек?
  • Ҡояш нурҙары ярҙамында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ.

13-сө бал ҡорто “Ҡояш нурҙары”.

( таҡтала ҡояш нурҙары төҙөү: Башҡортостан тәбиғәтен нисек һаҡларға?)

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ғылыми жұмыс «Төрт түлігім- ырысым»

Мазмұны                 I.           Аннотация....

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

Уртаҡ ҡылым

Был дәрес программа буйынса алтынсы класта үтелә....

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Ҡылым. Унын зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Ҡабатлау дәресе.

4 класс өсөн ҡылым темаһын ҡабатлау дәресе конспекты...

Ҡылым. Ҡабатлау дәресенә слайдлар.

Ҡылым. Унын зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ формаларында килеүе. Ҡабатлау темаһына слайдлар...

Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.

Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....