Мустай Карим "Дан кэпэс тугел"
план-конспект урока (5 класс) на тему

Шамсетдинова Фаузия Фарисовна

Урок в 5 классе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mustay_karim_dan_kepes_tugel_tehn._karta.docx39.48 КБ
Office presentation icon m.karim_dan_kepes_tugel.ppt851.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Краснокама районы Мәғариф бүлеге

Мостай Кәрим. “Дан кәпәс түгел”.

(5-се класта башҡорт теле дәресе)

(Конкурс методических разработок

 “Формирование лингвокультурологических компетенций

на уроках родного языка и литературы)

                                                                                           Үткәрҙе: Сауыҙбаш төп дөйөм белем

                                                                                          биреү мәктәбенеӊ башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәмсетдинова Ф.Ф.

2016 йыл

Дәрестең технологик картаһы

Дәрес темаһы

Мостай Кәрим. “Дан кәпәс түгел”.

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты:  Мостай Кәримдең ижады тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү, “Дан кәпәс түгел” әҫәрен анализлау;

Үҫтереүсе:  иғтибар, хәтерҙәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

һүҙ байлыҡтарын   тулыландырыу;

Тәрбиәүи:  уҡыусыларҙа илебеҙҙең тарихына  ҡыҙыҡһыныу,  Тыуған илгә һөйөү,  һуғыш ветерандарына  хөрмәт  тәрбиәләү, бер-береңә ихтирам, иғтибар уятыу. 

Көтөлгән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

һөҙөмтәләре:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы  бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

1.шәхси- Мостай Кәрим ижадына, Тыуған илгә,уның теленә,мәҙәниәтенә,тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

2.регулятив-дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белергә;

3. танып-белеү-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белергә,фекерләй белергә;

4.коммуникатив-үҙ фекереңде нигеҙләй һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә белергә, һорауҙар бирергә өйрәтеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, туғандарына, дуҫтарына, класташтарына иғтибарлы, ихтирамлы булыу,  һуғыш ветерандарына  хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу

  Дәреслек, М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, слайдтар.

Предмет-ара бәйләнеш

 Тормош һабаҡтары, биология, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

 I.- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Хәйерле көн!

- Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?

- Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышайыҡ.

- Бөгөн беҙҙең дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ уларҙы ла сәләмләйек:

- Тел асҡысы иман биргән

  Һөйөклө туған телем.

  Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

  Әссәләмәғәләйкүм!

II.Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.

- Телебеҙҙе шымартып алайыҡ.  Шиғырҙы  уҡыйыҡ әле.

       Яуға барып,  яуҙы  еңгәс,

       Ир башҡайы  менән  ат  ҡайтыр.

       Ир башҡайы  менән  ат   ҡайтмаһа,

       Мәңге  һүнмәй  торған  дан  ҡайтыр…

Уҡыусыларҙың яуаптары

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Хор менән ҡунаҡтарҙы сәләмләйҙәр.

 

 

 

 

Уҡыусылар уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

– Бик яҡшы, балалар, бына ошо шиғыр юлдары беҙҙең дәрестең эпиграфы (девизы) булыр.

-Ә нимә ул дан?

-Һеҙгә өйҙә “Дан кәпәс түгел” әҫәрен үҙләштереп килергә ине.

-Уҡынығыҙмы?

 

Уҡыусылар яуап бирә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте ишетеп аңлау

Коммуникатив:тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-   Шулай итеп, беҙ бөгөн

дәрестә нимә тураһында

һөйләшәсәкбеҙ?

(Дәресебеҙҙең темаһы  М.Кәримдең «Дан кәпәс түгел» әҫәре.)

- Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат

ҡуябыҙ?

( Беҙ дәрестә тексты нығытырбыҙ, геройҙарға характеристика бирербеҙ. Һорауҙарға яуаптар табырбыҙ.)

(Число, тема дәфтәргә яҙыла)

  М.Кәримдең «Дан кәпәс түгел» әҫәре тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

 

Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив:уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV.Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.

1) -Балалар, ә кем ул Мостай Кәрим? (М.Кәрим- башҡорт халыҡ шағиры. Ул                                     Аҡһаҡал.)

Әйҙәгеҙ әле  парлап эшләп алайыҡ. Мин һеҙгә схема тәҡдим итәм, һеҙ ошо схемаға таянып, Мостай Кәрим тураһында нимә әйтерһегеҙ?

2)Схема буйынса тест һорауҙарына яуап биреү.

Тесты тикшереү.

(слайдта яуаптар: а, в, а, б, в)

3) - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡһаҡалыбыҙ бөгөн

беҙҙең арала юҡ.  Әммә уның рухы беҙҙең арала, уның яҙған әҫәрҙәре ҡалды.

(Китаптар күргәҙмәһен ҡарау)

4) - Әйтегеҙ әле, ул һуғышта ҡатнашҡанмы?    

(Эйе, ул Бөйөк Ватан                                                                                         һуғышында                                                                     ҡатнашҡан. Уның орден-                                                                                       миҙалдары бик күп.)

5)-Әҫәрҙе анализлай башлағансы  Һүҙлек эше үткәрәйек (таҡтала):

Дан-слава

Миҙал-медаль

Лайыҡлы –достойный

Мираҫ-  ҡомартҡы, наследие

Кәпәс  - баш кейеме, бүрек- головной убор, шапка

 

 

Парлап эшләйҙәр.

 

Уҡыусылар уҡытыусының һорауына яуап бирәләр һәм әңгәмәлә ҡатнаша.

 

Тест эшләү.

Һүҙлек эшен башҡаралар.

Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.

Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр

Коммуникатив:монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

Шәхси: шағир тураһында белемдәрҙе нығытыу.

 

V. Ял минуты

 

Йырлы бейеү “Һалдатта булған, тиҙәр”

 Уҡыусылар йырлап, уҡытыусы артынан хәрәкәттәр ҡабатлайҙар. 

Шәхси: йырҙа ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI.Белемде нығытыу

(Яңы

белемде практикала ҡулланыу)

  1. Әҫәргә  анализ:

(Һорауға яуап:

- Төп геройҙар кем? ( Ғабдулла,  Айҙар,  Нәғимә                                                                                        инәй)

- Кем ул Ғабдулла?                                       (Ул ауыл малайы, Нәғимә                                                                                        инәйҙең ейәне).

- Ул ҡайҙа барырға йыйына ине?                (Улар Айҙар менән Ҡылыс тауына йыйыналар ине)      

(текстан табып уҡыу)                                  

- Нәғимә инәйҙең ни өсөн йөҙө үҙгәреп китте? (Сөнки ул ейәненең түшендә                                                                   миҙал  күрҙе)

- Өләсәй малай менән нисек һөйләшә?      (Тыныс, сабыр ғына)

- Ғабдулла кемдең миҙалын тағып алған?   (Ул яуҙа һәләк булған атаһының ми-                                                                                     ҙалын тағып алған.

- Кеше әйберен рөхсәтһеҙ тағырға яраймы? (Юҡ)

- Балалар, Нәғимә инәйҙең ошо һүҙҙәрен нисек аңлайһығыҙ?

  (- Улай булғас...)                                   (Бергәләп тәржемә итәбеҙ).

-Когда надо, дети берут в руки оружие отца, Если в наследство от отца

остаются инструменты рукоделия, то

дети могут ими пользоваться. Они и могут носить одежду, головной убор.

Но славу отца дети не могут носить,

это не шапка. Если ты как отец,

совершишь героизм, тогда  и тебе дадут медаль.

- Аңлашылдымы инде? Ғабдуллаға өләсәһе әкрен генә,

тауышын күтәрмәй генә аңлатып бирә, шулай бит.

2) - Белеүебеҙсә, әҫәр геройы Ғабдулла атаһының миҙалын тағып урамға сыҡмаҡсы була, әммә өләсәһе матур һүҙҙәр менән кеше миҙалын тағып йөрөп булмай, тип ейәненә аңлата, шулай бит? Тимәк, балалар, әйтегеҙ әле, кемдәргә миҙал бирелә?

                                                                   (Батырлыҡ күрһәткәндәргә)

3) (Карточкала төркөмләп эш)

 -    Дәресте дауам итәбеҙ. Һеҙ батырлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Һеҙгә мәҡәлдеӊ дауамын табып, тура килтерергә кәрәк.

- Батыр бер, ҡурҡаҡ 40 үлә.

- Батыр үлһә лә, даны ҡалыр.  

- Батыр егет - ил күрке.  

(Тикшереү, дәфтәргә яҙыу)

(Знаки отличия) (Дан билдәләрен күрһәтәм):

-    Шулай, уҡыусылар.  Батырлыҡ күрһәткәндәргә Рәсәйҙә бына ошондай  орден-миҙалдар бирелә.   (слайдтар)

-  Башҡортостанда ла дәүләт наградалары булдырылған. Һәр йыл һайын Бөйөк Еңеү уңайынан ветерандарға юбилей миҙалдары тапшырыла. 2015 йылда беҙ Еӊеүҙеӊ 70 йыллығын ҡаршыланыҡ. Ә яӊы 2016 йыл ниндәй тип иғлан ителде? (Кино йылы ла беҙҙеӊ өсөн билдәле даталарға бай булыр)

- Әгәр матур итеп уҡып,    илебеҙгә лайыҡлы кешеләр булып үҫһәгеҙ, хеҙмәт итһәгеҙ, ҡыйыу,батыр булһағыҙ, һеҙ ҙә бына ошондай наградаларға лайыҡ булырһығыҙ.

 

 

 

 

Һорауҙарға яуаптар бирәләр.

 

 

 

 

 

 

Әңгәмәлә ҡатнашалар.

 

Төркөмдәрҙә эш.

Слайд буйынса танышалар.

Шәхси: әңгәмәлә ҡатнашыуға  ҡыҙыҡһыныу уятыу.

 

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен  (биремен) аңлау, ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

 

 

Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша.

 

 

 

 

 

 

Танып белеү:анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү.

 

VII. Өйгә эш

 

1)  Һеҙ бөгөн дан билдәләрен күрҙегеҙ,

бәлки кемдеңдер өйөндә атай-олатайының орден-миҙалдары барҙыр. Рөхсәт итһәләр, дәрескә алып килеп , күрһәтеп һөйләй алаһығыҙ.

2)  Ниндәй ҙә булһа миҙалдың һүрәтен төшөрөп килегеҙ.

3) Әҫәрҙеӊ йөкмәткеһен һөйләргә.

Көндәлеккә өй эшен яҙалар.

Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

Коммуникатив: шиғыр ятлау

VIII.Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

- Афарин, балалар, дәрескә йомғаҡ яһар өсөн эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ әле.  (Хор менән уҡыйбыҙ.)

А) .Шиғырҙы хор менән уҡыу.

Б). Һорауҙарға яуап.

- Тимәк, кеше даны менән данлыҡлы булып буламы?        ҡ)

-  Нисек уйлайһығыҙ, Ғабдулла ни өсөн ул миҙалды тағып алған?

(маҡтаныр өсөн  -покрасоваться)

- Атай-олатайҙарҙың миҙалдарын нисек һаҡларға тейешбеҙ?

( Ҡәҙерләп, ҡомартҡы итеп һаҡларға тейешбеҙ.)

Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?

Үҙегеҙгә  баһа ҡуйығыҙ.

- Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?

- Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Унан ниндәй кәйеф алдығыҙ?

(Күрһәтеү)

  Уҡыусыларҙы баһалау.

- Дәрес өсөн, уҡыусылар Һеҙгә ҙур рәхмәт.

- Аҡыллы, илебеҙгә кәрәкле,батыр кешеләр булып үҫегеҙ.

 Данды тағып булмай түшкә,  

Кейеп булмай башҡа ла.        

Изге рухы батырҙарҙың        

Күңелдәрҙә һаҡлана.

Егетлек  бүрек  кейеүҙә  түгел,  ә батырлыҡта, намыҫлы  хеҙмәттә икән – шуны онотмағыҙ. Һау булығыҙ!

             

 

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, үҙҙәренә баһалар ҡуялар.

 

Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, баһалау.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Тел асҡысы иман биргән Һөйөклө туған телем. Үҙ телемдә һеҙгә сәләм: Әссәләмәғәләйкүм!

Слайд 2

Яуға барып, яуҙы еңгәс, Ир башҡайы менән ат ҡайтыр. Ир башҡайы менән ат ҡайтмаһа, Мәңге һүнмәй торған дан ҡайтыр…

Слайд 3

Яуаптар: 1. а 2. в 3. а 4. б 5. в

Слайд 4

1. Билен ҡыҫып быуған, тиҙәр, Бигерәк уӊған, тиҙәр. Әллә ҡаян күренеп тора – Һалдатта булған, тиҙәр. 2. Кешеләрҙе кеше итер, Олоно ҙурлар, тиҙәр. Әллә ҡаян күренеп тора – Һалдатта булған, тиҙәр.

Слайд 5

Ватан һуғышы ордены

Слайд 6

Дан ордены

Слайд 7

Еӊеү ордены

Слайд 8

Ҡыҙыл йондоҙ ордены

Слайд 9

Өйгә эш: 1) Орден-миҙалдар алып килеп , күрһәтеп һөйләргә. 2) Ниндәй ҙә булһа миҙалдың һүрәтен төшөрөп килергә. 3) Әҫәрҙеӊ йөкмәткеһен һөйләргә.

Слайд 10

Яуға барып, яуҙы еңгәс, Ир башҡайы менән ат ҡайтыр. Ир башҡайы менән ат ҡайтмаһа, Мәңге һүнмәй торған дан ҡайтыр…


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация "Труженики тыла колхоза "Мустай" Сернурского района Марийской республики в годы Великой Отечественной войны

Материал собран о жизни и людей в тылу, их взаимоотношениях, непосильном труде во имя Победы. Основой исследования являются уникальные письменные источники: книги с записями протоколов общего собрания...

Стихотворение Мустая Карима "В городе далеком".Презентация к стихотворению.

Стихотворение, подготовленный на конкурс ко Дню Республики Башкортостан " Пою мою Республику". Чтение - это радость, удовольствие, счастье познания и творчества....

Язмышлар бит без дигэнчэ тугел

Хщсщн Туфан иҗаты буенча интеллектуаль уен...

Мустай Карим

Биография Мустая Карима...

Мустай Карим

Мустай Карим стихотворение...

Лучший знаток творчества Мустая Карима (внеклассное мероприятие)

В данном конспекте мероприятия содержится материал, посвященный жизни и творчеству башкирского народного поэта  Мустая Карима....

Мустай Карим

Уҡытыусы: Дәүләтшина Мөнирә Сарим ҡыҙы2 синыф башҡорт теле, авторҙары Х.А. Толомбаев, М.М.Набиуллина,...