Семинар. Дәрес. Мастер-класс
материал на тему

Галиуллина Таслия Инсафовна

Мастер-класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл seminar.urok_.master-klass.docx17.46 КБ

Предварительный просмотр:

Семинар. Дәрес. Мастер-класс

Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законына ярашлы район мәктәптәрендә дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе өйрәнеү дауам итә.

         Милли белем биреүҙең үҫеше, туған телдәрҙең абруйын күтәреү, уҡытыуҙың сифатына, республиканың яңы гражданинын тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.

          XXI быуат  - уҡытыуҙа яңы технологиялар, төрлө эш алымдарын уйлап табыуҙың иң үҫешкән осоро. Хәҙерге заман мәктәпкә, уҡытыусыға юғары талап ҡуя. Уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланыуға ҙур иғтибар бирелә. Шуға ла төрлө интерактив методтар өйрәнелә, әммә традицион методтар ҙа онотолмай. Ижади эшләүсе уҡытыусы әҙер методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренән сығып, тел өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ яңы алымдар эҙләргә, уҡыусыларҙың үҙҙәрен эҙләнеүгә йүнәлеш биреүсе булырға кәрәк.

         Районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең тәжрибәһе менән һәр саҡ үҙ-ара уртаҡлашып тора. Ошондай семинар 18 ноябрҙә Иҫке Ҡуян төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҙғарылды. Мәктәп семинарға йыйылыусыларҙы ихлас күңелдән ҡаршы алды. Мәктәп директоры Нуриев Наил Фәнис улы мәктәп менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Мәктәптә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, юғары категориялы, Мәғариф алдынғыһы, Фәнзәлиә Камил ҡыҙы Закирова балаларҙы башҡорт теленең серҙәренә өйрәтә.

         Фәнзәлиә Камил ҡыҙы Закирова  5-cе класта  «Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ» темаһына асыҡ дәрес күрһәтте. Ф.Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” хикәйәһе өҫтөндә эшләнеләр. Дәрестә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелде. Уҡытыусы дәрестә төрлө

алымдар ҡулланды: тар һәм киң һорауҙар, алты эшләпә алымы, йомаҡ яҙыу алымы һ.б. Шулай уҡ күп төрлө ижади эш төрҙәре башҡарылды:

планды хикәйәләге хәл-ваҡиға үҫешенә тура килтереп үҙгәртеү, мәҡәлдәрҙең яртыһын эҙләп табыу, кластер төҙөү өҫтөндә уҡыусылар әүҙем эшләнеләр. Илеңә, халҡыңа кәрәкле  шәхес булыу, тормошҡа әҙерләнеү өсөн үҙеңдә ниндәй сифаттар тәрбиәләр инең? тигән һорауға  етди яуаптар ишетелде.

          Дәрестә халыҡ ауыҙ-тел ижадына ҙур иғтибар бирелде, дәрестең һәр этабында мәҡәл-әйтемдәр урынлы ҡулланыла.  “Урал батыр” эпосынан өҙөк өҫтөндә эшләү балаларҙың үҙҙәренең ниндәй яҡшы эштәр эшләүе менән бәйләнештә булды.

          Дәрескә маҡсатты, проблемалы һорауҙы уҡыусылар үҙҙәре ҡуйҙылар, эштәргә үҙ баһа булды, уҡыусылар үҙҙәренең эш һөҙөмтәләренә тәнҡит күҙлегенән ҡарайҙар, дәрестә ерле материалға ҙур иғтибар бирелә, исемдәрен яҡшы эштәр менән данлаған кешеләргә баҫым яһалды, әҙәби китап уҡыуға теләктәрен әүҙемләштерә.

          Ижади дәрестәр ойоштороу, ә бындай дәрестәр уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныу, белем алырға теләктәрен һәм дәрес һөҙөмтәһен күтәреүҙә әһәмиәтле сара.

         *Уҡыусылар менән дөрөҫ аралаша белеү һәләте, уҡыусыларға ҡарата ихлас, эскерһеҙ мөнәсәбәт, тормош ситуацияларын даими анализлау, уҡыусының шәхси тәжрибәһенә, ҡыҙыҡһыныуҙарына мөрәжәғәт итеү –эшемдең төп маҡсаты*- ти Фәнзәлиә Камил ҡыҙы.

Фәнзәлиә Камил ҡыҙы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2007” республика һәм регионара конкурсында ҡатнашты һәм “Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе” номинацияһында еңеүсе булды.

        Фәнзәлиә Камил ҡыҙының уҡыусылары йыл һайын олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр, *Һаумы, һаумы, әкиәт!*, *Урал батыр эпосын яттан һөйләүселәр* конкурсында призлы урындарҙы яулайҙар.

         Хәҙерге шарттарҙа балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү  өсөн компьютер – иң кәрәкле техник сара. Яңы технологияның өҫтөнлөктәрен Закирова Фәнзәлиә Камил ҡыҙы бик оҫта файҙалана. Интерактив таҡта, мультимедиа проектор уның эшендә әүҙем ҡулланыла. Бының шулай икәнен беҙ бөгөнгө дәрестә күреп инандыҡ.

   Семинарҙың икенсе өлөшөндә Фәнзәлиә Камил ҡыҙы коллегаларына Оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Дәрестең темаһы: Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы. Бындай уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙы уҡытыусыһыҙ уҡытыу булып тора. Һәм был дәрес уҡытыусының ни тиклем тырыш, тынғыһыҙ, үҙ өҫтөндө армай-талмай эшләүен тағы бер ҡат иҫбатланы. Йәш уҡытыусыларға ғына түгел, инде шаҡтай тәжрибә туплаған коллегаларға ла ҙур ярҙам булды. Беҙгә таныш *Инсерт*, *Кластер*, *Синквейн*, *Кәрзин* алымдарынан тыш тағы ла бернисә заманса алымдарға туҡталып үтте.

*Фишбоун* алымы әҫәрҙең проблемаһын, сәбәптәрен факттар, аргументтар ярҙамында сисергә һәм дөрөҫ һығымта яһарға өйрәтһә, *Алты эшләпә* иһә төп ваҡиғаларҙы асыҡларға, кире һәм ыңғай яҡтарын дөрөҫ итеп билдәләүгә этәргес бирә. *Йомаҡ яҙам* - бында бөгөн үткәндәрҙе  генә түгел, ә башланғыс кластарҙа уҡ үткән әҫәрҙәрҙе лә иҫкә төшөрөргә һәм миҫал итеп бирергә ярҙам итә. *Зум ин* алымы иғтибарлы булырға һәм теүәл яуап бирергә өйрәтә, сөнки дәрестә  тексты уҡыу туҡтатыла һәм темаға ҡарата үҫтерелешле һорауҙар бирелә. *Раунд Робин* алымының уңышлы яғы шунда: бында бер бала ла ситтә ҡалмай, һәр уҡыусы әүҙем ҡатнаша, сөнки эш сылбыр буйынса башҡарыла.

     Бына шундай алымдарҙы үҙ эшендә даими ҡулланып, балаларҙы яратып, һәр дәрестә үҙ фекерҙәрен асыҡ һәм аңлайышлы итеп еткерә белеүсе, иптәштәре йәки зур аудитория алдында иркен сығыш яһаусы, эҙләнеүсән, тыуған еренә, туған халҡына, теленә иғтибарлы, ихтирамлы, тәрән белемле йәштәр әҙерләүгә ҙур өлөш индереп йәшәй бөгөн беҙҙең коллегабыҙ.

                                               РМБ етәксеһе: /  Г әлиуллина Т.И./


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер – класс «Проведение обучающего семинара по изучению нормативных документов».

Добрый день, уважаемые коллеги!Представляю вашему вниманию мастер – класс,  тема которого «Проведение обучающего семинара по изучению нормативных документов»....

Мастер-класс на областном семинаре: «Организация научно- исследовательской деятельности как средство оптимизации учебно-воспитательного процесса по теме "Я выбираю жизнь""»

Эпиграфом служат слова китайской пословицы: «Скажи мне – и я забуду, Покажи мне – и я запомню, Дай сделать – и я пойму». (китайская по...

Семинар для учителей. Организационные условия преподавания учебного курса ОРКСЭ. Мастер-класс "Использование приемов технологии критического мышления"

Методическая разработка проведения семинара для учителей ОРКСЭ по теме "Организационные условия преподавания учебного курса ОРКСЭ.План семинара:1.     Нормативно-правовые основы ра...

План проведения открытого мастер-класса по баскетболу с учащимися 10 класса в рамках проведения городского семинара учителей физической культуры г. Саратова "Внедрение Комплекса ГТО в общеобразовательных учреждениях", декабрь 2014 г.

Развитие скоростно-силовых, координационных качеств, общей и скоростной выносливости на базовом виде спорта (баскетбол).Мастер-Класс[[{"type":"media","view_mode":"media_large","fid":"8019316","attribu...

Всероссийский семинар для учителей естественно-научного цикла участников и победителей Всероссийского конкурса «Мой лучший урок». Мастер – класс учителя географии ГБОУ СОШ № 2006 по теме: «Апробирование учебно-исследовательских работ в формате взаимо

Успех в современном мире во многом определяется способностью человека организовать свою жизнь как проект: определить дальнюю и ближнею перспективу, найти и привлечь необходимые ресурсы, наметить план ...

Мастер-класс на гродском теоретико-практическом семинаре 2014 год.

Примерное электронное портфолио учителя предметника....

Мастер – класс «Учим английский играючи» в рамках районного семинара учителей начальных классов образовательных учреждений на тему: «Формирование УУД и самооценки обучающихся, как одно из ключевых направлений реализации ФГОС».

Мастер - класс "Учим английский играючи" в рамках районного семинара учителей начальных классов образовательных учреждений на тему: «Формирование УУД и самооценки обучающихся, как ...