" 23 февраля - День защитника Отечества"
методическая разработка на тему
Предварительный просмотр:
«23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө»
байрамына арналған тантаналы линейка сараһы.
Маҡсат: : 1. Тыуған илде яратырға, уны һаҡларға өйрәтеү, патриотик тәрбиә биреү.
2. Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ир-егеттәрҙе ҡотлау, уларҙы хөрмәт итергә өйрәтеү.
3. Етеҙлекте, зирәклекте һынау.
Сара барышы:
Зал матур итеп биҙәлгән, талғын ғына музыка яңғырай, ике алып барыусы сыға.
1 ал.б.: Кейҙең өҫтөңә һоро шинелде,
Яҡлар өсөн Тыуған илеңде.
Ил өсөн утҡа керҙең һин,
Ярты дөньяны гиҙҙең һин.
Дан һиңә, дан, Совет һалдаты,
Дан һиңә, дан, Совет һалдаты!
2 ал.б.: Даның яңғырай һинең йыраҡта,
Тын океанда, бейек Карпатта.
Мәғрүр баҫып ил сигендә,
Һакта тораһың һин бөгөн дә.
Дан һиңә, дан, Совет һалдаты,
Дан һиңә, дан, Совет һалдаты!
1 ал.б.: 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, уны Совет Армияһы көнө тип тә йөрөтәләр. Совет Армияһы 1918 йылда барлыҡҡа килгән.
2 ал.б.: Тыуған илде һаҡлаусы! Нисек ғорур яңғырай был һүҙҙәр!
1 ал.б.: Ватанын һаҡлау – һәр бер ир-егеттең төп бурысы. Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ- Дамир Ғамир улы, Сабит Фаррах улы, Йәмил Үлфәт улы, Камил Кәбир улы, Ришат Рафиҡ улы, Раян Хальфетдин улы
2 ал.б. : һәм беҙҙең уҡыусы егеттәребеҙ, илебеҙҙең киләсәк һаҡсылары- барығыҙҙы ла ошо күркәм байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!Һәм беҙҙең тантаналы линейкабыҙға рәхим итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
(Строй менән егеттәр сыға, военрук менән директор алда торалар, старший военрукка , военрук директорға доклад бирә, гимн яңғырай, һүҙ директорға, һуңынан военрукка бирелә, ура яңғырай).
1 ал.б.: Ҡош – һауала, ат – тауҙарҙа,
Егет яуҙа һынала.
2 ал.б.: Бөркөт оса тауҙа, далала,
Һәм уяна бөркөт бик иртә.
Шуға күрә Ватан-әсә лә
Ҡыйыуҙарҙы бөркөт тип йөрөтә.
( Берәй бейеү )
1 ал.б. : . Беҙҙең ил ҡояшы балҡый,
Яҡты булып көн һайын!
Яҡты булһын, яҡты булһын,
Якты булһын көн һайын.
2 ал.б.: Һин дә йырла, батыр егет,
Һин дә йырла, матур кыҙ,
Матур булһын, матур булһын,
Матур булһын был тормош.
( Йыр яңғырай)
1 ал.б.: Илебеҙҙең халыҡтары
Тыныс тормош ҡоралар.
Тыныс булһын, тыныс булһын,
Тыныс булһын донъялар.
( Рузиля Иршат ҡыҙы “ Һаҡлай белергә кәрәк “ шиғырын яттан һөйләй )
“Һаклай белергә кәрәк.”
Ямғыр еҫе, бал еҫе –
Уны миңә ел бирҙе.
Икмәк, бәрәңге, алма –
Уны миңә ер бирҙе.
Ҡояш, ай, зәңгәр йондоҙ –
Уны миңә күк бирҙе.
Ауыл, болон, сәһәрҙәр –
Илем миңә күп бирҙе.
Ә кемдәрҙер һауаға
Ракеталар ҡуймаксы.
Ҡояшты һүндермәксе,
Йондоҙҙарҙы ҡоймаксы.
Аҡ өҙәнгеле атты
Сабыуҙан туҡтатмаҡсы,
Кешене, гөлдө, ҡошто
Мәңгегә йоҡлатмаксы...
Йоҡонан торған гөлдө
Һәр кем күрергә тейеш,
Һәм илен яуыздарҙан
Һаклай белергә тейеш!
1 ал.б.: Эйе, беҙҙең киләсәгебеҙ үҙебеҙҙең ҡулда ғына, ошо гүзәл Тыуған илебеҙҙе һаҡлай белергә тейешбеҙ. Тыуасаҡ көндәребеҙ тыныс,яҡты, күгебеҙ аяҙ, илебеҙ теүәл, матур булһын, мәңге сәскә атһын!
2 ал.б.:Тағы берҙе барығыҙҙы ла байрам менән, егеттәребеҙгә бөгөнгө һынауҙарҙа уңыштар теләйек, бергә еңеп ҡайтһындар. Ә хәҙер инде линейкабыҙҙың иң күркәм мәле: ҡыҙҙар егеттәргә әҙерләгән бүләктәрен тапшыра.
( Бүләк тапшырыу, линейканы ябыу)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
23 февраля- ДЕНЬ ЗАЩИТНИКОВ ОТЕЧЕСТВА
Конкурсная программа для мальчиков 6-А класса 2011- 2012 уч. год...
Сценарий "23 февраля- День защитника Отечества"
Сценарий школьного вечера, посвященный Дню защитника Отечества. Слова поздравления, конкурсы, сценки, армейский юмор, номера художественной самодеятельности....
23 февраля — День Защитника Отечества!
Презентация посвящена истории создания Красной Армии, истории празднования 23 февраля. Материал рекомендуется использовать во внеклассной работе в 5 - 6 классе....
23 февраля - День Защитника Отечества
23 ФЕВРАЛЯ – ДЕНЬ ЗАЩИТНИКА ОТЕЧЕСТВАСценарий праздника для детей старшего дошкольного возраста.Репетун Наталья Ивановна, музыкальный руководитель МБДОУ № 11г.Кольчугино Владимирской области.Зву...
Конспект праздника для детей младшего дошкольного возраста и их родителей "Праздник 23 февраля - День защитника Отечества"
Конспект праздника для детей младшего дошкольного возраста и их родителей...
План-конспект игровой программы посвящённой дню защитника отечества для обучающихся объединения «Творческий калейдоскоп» Тема: «23 февраля – день защитника отечества»
Методическая разработка, посвящённая дню защитника отечества разработана для детей 6-15 лет. Проводиться в форме игры-викторины....