Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләм
план-конспект урока (5 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Тема: Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.
Маҡсат:1) Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр тураһында төшөнсә бирергә, уларҙы телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтергә;
2) уҡыусыларҙа дуҫлыҡҡа ҡарата яҡшы тойғолар уятырға, класта
ойошҡанлыҡ, берҙәмлек тупларға;
3) уҡыусыларҙың фекерләүен үҫтереү.
Йыһазландырыу: слайдтар, компьютер, проектор, карточкалар, смайликтар, аудиояҙма
Дәрес барышы:
I Ойоштороу моменты
II Инеш
Уҡыусыларҙы берәрләп таҡта алдына сығарыу һәм карточкалар таратыу.
- Был карточкаларҙы иғтибар менән ҡарағыҙ һәм нимә эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?
Уҡыусылар уйланалар һәм хәрефтәрен күреп ҡалғас, һүҙ төҙөргә кәрәклеген аңлайҙар. Шулай итеп, төркөмдәр барлыҡҡа килә. Уҡыусылар төркөмләп ултыралар.
- Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән төркөмләп эшләйәсәкбеҙ.
- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
Уҡыусылар килеп сыҡҡан һүҙҙәрен әйтәләр.
Таҡтала беренсе слайд килеп сыға.
ЙЫЙНАҠ ҺӨЙЛӘМ ТАРҠАУ
- Был һүҙҙәрҙең ҡайһыһы таныш ?
- Һөйләм
- Һөйләм тураһында нимәләр беләһегеҙ?
икенсе слайд Нимә ул һөйләм?
Һөйләмде телдең ниндәй бүлеге өйрәнә?
Интонация буйынса һөйләмдәрҙең ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?
Төркөмдәр был һорауҙарға яуап ҡайтаралар.
Беренсе һынауҙы уңышлы үттегеҙ. Хәҙер һеҙҙе икенсе һынау көтә. Таҡтала бирелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға кәрәк. Үҙегеҙ кемдән уҡытырға икәнен хәл итегеҙ.
Өсөнсө слайд.
Дуҫлыҡ йылмайыуҙан башлана.
Дүртенсе слайд.
Кешенең нисә дуҫы булырға тейеш?
Бишенсе слайд.
Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар!
Уҡыусыларҙың уҡыуы. Әҙерәк әңгәмәләшеп китеү яҡшы булыр.
-Һеҙ тәүге һөйләм менән килешәһегеҙме? Ни өсөн?
-Кешенең нисә дуҫы булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ниндәй халыҡ мәҡәле бар?
-Ошо арала ниндәй байрамдар ? Дуҫтарҙы ниндәй байрамдар менән ҡотларға кәрәк?
Алтынсы слайд.
Бик дуҫ улар, бик тапҡырҙар,
Һүҙ әйтерлек түгелдәр.
Шулай бергә йәшәгәнгә
Шат була шул күңелдәр.
Уҡыусылар, минең һеҙгә бәләкәй генә бүләктәрем бар. Ул бүләктәрҙе алыр өсөн миңә өс уҡыусы кәрәк һәр төркөмдән.
Уҡыусылар урындарына ултыралар. Ә хәҙер нимә эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?
Таҡтаға, шунан бүләгегеҙгә ҡарағыҙ.
Уҡыусылыр әҙерләнәләр һәм шиғырҙы төрлө интонация менән уҡыйҙар, смайликтарын иптәштәренә күрһәтәләр.
-Бындай йөкмәткеле шиғыр ҡасан күңелле уҡыла?
күңелһеҙ уҡыла?
асыуланып уҡыла?
Ярай, беҙ һеҙҙең менән һөйләм тураһында үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрҙөк. Ә хәҙер артабан нимә эшләргә тейешбеҙ. Дәрес башында беҙгә ниндәй һүҙҙәр осрағайны?
Йыйнаҡ һәм тарҡау
Уҡыусылар дәфтәргә число менән теманы яҙып ҡуялар. Беҙгә теманы аңлар өсөн нимә кәрәк?
Һөйләмдәр кәрәк
Һеҙҙе дүртенсе һынау көтә. Ул һынау бынау карточкаларҙа. Әйҙәгеҙ, төркөмдәрҙән берәр уҡыусы сығып алығыҙ ҙа ҡушылған эште эшләгеҙ һәм таҡтаға сығып яҙығыҙ.
Уҡыусылар карточкалағы эштәрҙе бергәләп һөйләшеп башҡаралар . кем тамамлаған шулар таҡтаға сығып һөйләмдәрен яҙалар.
-Был һөйләмдәрҙең ниндәй оҡшаш яҡтары бар?
Уҡыусылар һығымта яһайҙар, ҡайһы бер һөйләмдәрҙең ике һүҙҙән генә, ә ҡайһыларының бер нисә һүҙҙән тороуын асыҡлайҙар.
Ә хәҙер иғтибарҙы таҡтаға йүнәлтеү.
Әхирәтем саҡырҙы. Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын.
Дуҫтар килде. Ысын дуҫ бәлә килгәндә һынала.
Беҙ уйнайбыҙ. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.
Һығымта яһайбыҙ.
-Беренсе бағанала ниндәй һөйләмдәр бирелгән? Улар нисә һүҙҙән тора?
-Икенсе бағанала?
Уҡыусыларҙан ҡағиҙә сығартыу , китаптан уҡытыу, дәфтәргә яҙҙырыу. Һәр төркөм миҫалдар килтерә.
Ял минуты.
52-се күнегеү. Бергәләп эшләү. Һөйләмдәрҙе уҡып, уларҙың йыйнаҡ-тарҡау икәнен билдәләп. Баш киҫәктәрен табырға.
Ә хәҙер һеҙҙе бишенсе һынау көтә. Карточкала яҙылған эште башҡарабыҙ. Кем бөттө?
Дуҫтарым бар. Донъя дуҫтар менән күңелле.
Улар килде. Кеше дуҫһыҙ йәшә алмай.
Һабаҡташым осраны. Ағайым ҡаланан иптәштәрен
алып ҡайтты.
Бергәләп тикшереү.
Дидактик материалдан 44-cе эште башҡарыу.
Йомғаҡлау
Таблицаны тултырыу
Ҡағиҙәне яҙ | Миҫал килтер | |
Йыйнаҡ һөйләм | ||
Тарҡау һөйләм |
Төркөмдәр бер-береһен тикшерә һәм баһалай
Өйгә эш биреү
Һайлап эшләргә мөмкин
1)“Минең дуҫтарым” темаһына хикәйә яҙырға
2) «Дуҫтар менән күңелле» темаһына һүрәт төшөрөргә
3) Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙырға
Иҫәнғол 2-cе һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Асыҡ дәрес өлгөһө
5-се класта “Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр” темаһын өйрәнеү
(4 октябрь үткәрелде)
Башҡарыусыһы: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәғитова Ә.М.
Иҫәнғол, 2013 йыл