Письменная работа для учащихся 10 класса по башкирскому языку
тест (10 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Яҙма эш.
- Башҡорт теле ниндәй төркөмгә ҡарай?
- Башҡорт теле рус теленән нимәһе менән айырыла?
- Башҡорт телендә нисә диалект бар?
- Бирелгән өҙөктәрҙең ниндәй стилдә икәнен билдәләгеҙ:
- Һин ҡайҙа бараһың?
- Баҙарға.
- Нимә алаһың?
- Емеш-еләк, йәшелсәләр кәрәк.
- Ниңә магазиндан алмайһың?
- Баҙарҙа улар осһоҙораҡ. Әйҙә бергәләп барайыҡ.
- Юҡ, бара алмайым. Эшем күп.
Нәҫер – тәртип, ҡылыҡ, әҙәп-әхлаҡ тураһында өйрәткән кескәй жанр. Уларҙың сәсмә (проза) һәм теҙмә (шиғыр) ысул менән яҙылыуы ла ғәжәп түгел. Жанр тәбиғәте менән нәҫер лирик-патетик жанр.
Ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн, һуған, һарымһаҡты бөтәү көйө ашарға ла мөмкин. Шулай уҡ ҡырғыста ҡырып, ҡайнар һыуға бутап, 10-15 минут буйы быуын еҫкәп ултырыу ҙа файҙалы. Был процедураны көнөнә ике тапҡыр 10-15 тәүлек буйы ҡабатлағыҙ. (“Йәшлек” гәзитенән).
- Һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:
а) “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән йәнлектәргә һунар итергә ярамай.
б) Башҡортостанда нисә ҡала бар?
в) Лев Толстой йәй айҙарында башҡорттар араһына ҡымыҙ эсергә килә торған булған.
- Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙән, авторы кем?
Ҡунаҡ ҡапыл боролдо ла
Сығыр яҡҡа атлап китте,
Иҙәндәге лысма еүеш
Ҡара шәлен тапап китте.
- Был юлдар ниндәй әҫәрҙән овторы кем?
… Әммә, аңла,
Беҙ шиктәрҙән азат. Беҙ һуҡырҙар,
Күҙебеҙ күрә, күңелебеҙ күрмәй.
Һуҡыр көйө ҡалдыр күңелебеҙҙе!
- Пушкин, Лермонтов, Гейне, Рудаки, Хәйәм, Блок, Есенин, Ғамзатов, Абай әҫәрҙәрен ниндәй шағир башҡортсаға тәржемә иткән?
- Р.Ғариповтың “Аманат” поэмаһында ниндәй проблема күтәрелә? Поэманың төп идеяһы нимәлә?
- Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙән, авторы кем? Әҫәрҙең идеяһы нимәлә?
Был вәхшәтте Тарих онотмаһын,
Онотмаһын тыуыр быуындар,
Ерҙә тағы берәй алла тыуһа,
Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мастер класс по башкирскому языку
Мастер класс проводился на конкурсе "Учитель года башкирского языка - 2011 года"...
Рабочая программа для 4 класса по башкирскому языку (государственный)
Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....
Нормы письменных работ в старших классах по русскому языку и литературе
В данном материале представлены нормы письменных работ по русскому языку и литературе в старших классах. Изменеия внесены в соответствии с Федеральным компонентом госстандарт...
Стратегии работы по формированию навыков письма и письменной речи у учащихся на уроках иностранного языка на средней ступени обучения.
Уже несколько лет учащиеся школ проходят итоговую аттестацию в форме письменного экзамена. Поэтому обучение письму как виду речевой деятельности на уроках иностранного языка на современном этапе...
Выступление на тему Воспитание интереса у учащихся к урокам башкирского языка
Воспитание интереса у учащихся к урокам башкирского языка...
КТП для 2 класса по башкирскому языку на русском языке.
Ктп для 2 класса по башкирскому языку на русском языке...
«Использование современных образовательных технологий для развития творческих способностей учащихся на уроках башкирского языка и литературы в рамках реализации ФГОС».
Использование современных образовательных технологий для развития творческих способностей учащихся на уроках башкирского языка и литературы в рамках реализации ФГОС....