Крылатые друзья.
план-конспект урока (5 класс) по теме

ХУЗИНА НАФИСА ИЛЬГИЗОВНА

Урок по башкирскому языку о птицах обитающих в наших краях.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kanatly_dustar.doc45 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министырлығы.

Бәләбәй районы муниципаль хакимиәте мәғариф бүлеге.

Ҡанатлы дуҫтар

                                              Башҡарҙы 16-сы һанлы

                                              дөйөм белем биреү мәк-    

                                              тәбенең башҡорт теле

                                 уҡытыусыһы Хузина

                                   Нәфисә Илгиз ҡыҙы.

2012 йыл.

Тема: Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ.

Һан төркөмөн ҡабатлау.  

Маҡсат: 1) уҡыусыларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү,уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү, һан төркөмөн ҡабатлау,алған белемдәрен хәтерҙә нығытыу, дөйөмләштереү; 

2) уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен, логик хәтерләүҙе, фонетик ишетеүҙе үҫтереү;

3)ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тыуған тәбиғәткә ҡарата һөйөү уятыу, ғаиләгә ҡарата хөрмәт, ихтирам тәрбиәләү.

Йыһаҙлау:ҡоштарҙың һүрәте, тауыштар яҙылған шонояҙма, һүҙлектәр, проектор,уҡыусылар төшөргән һүрәттәр.

Һүҙлек: гөрләүек, сыйырсыҡ, өкө,оляпка,алсыҡ,ҡарлуғас,

                                          Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәлә.

-Һаумыһығыҙ, балалар!

әйефтәрегеҙ нисек?

-Ҡояшлы иртә кеүек.

Башҡорт телен, илен

Өйрәнергә тип килдек.

ҡыусылар, бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар килгән. Беҙ уларға башҡорт теленән белемдәребеҙҙе күрһәтербеҙ.

2.Орфоэпик күнегеү.

Көндәр йылы. Боҙ китһә,

Ҡыҙыҡ ташҡын ҡарауыл.

Апрель бөткәс ишеттем

Һандуғастар һайрауын.

ҡытыусы уҡый:

-үҙ-аллы уҡыйҙар:

-1-2 уҡыусы уҡый:

-тауышты үҙгәртеп уҡыу.

(Шиғыр буйынса исем, ҡылымды табыу, ҡабатлау)

                                              Яңы тема.

1.Инеш әңгәмә.

ҡыусылар, мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм һеҙ яуаптарын әйтеп бөгөнгө дәрестең темаһын белерһегеҙ.

Йомаҡтар.

1.Йыраҡтан килгән ҡунағыбыҙ.

Тәҙрә артында тора. (Ҡарлуғас.)

2.Ҡолға башында йорто,

Эсендә тора йырсы. (Сыйырсыҡ.)

3.Бар белгәне “ҡар” ҙа “ҡар”,

Йәй буйына ҡар даулар. (Ҡарға.)

4.Көндөҙ -йоҡланым,

Төнлә иланым.(Өкө.)

5.”Ҡыж-ҡыж “ тиеп тауыш бирә,

Мороно,-гүйә, көрәк.

Йылы яҡтан яҙын ҡайта,

Ниндәй ҡош тиһең? (Өйрәк.)

6. Әсәй көтә был ҡоштарҙы,

Улар тоя һөйөү, наҙ.

Бәпкәләрен сығарғанда,

Шатлығынан бейей…(Ҡаҙ.)

7. Аяҡтары уның оҙон,

Әйт, ниндәй ҡош, улап торма,

Яҙын ҡайтҡас, ниңә көҙөн китә,

“Тор-райыҡ” тиһә лә…(Торна.)

Төп өлөш.

1.Дәрестең темаһын һәм маҡсатын әйтәм.

ҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән ҡоштар тураһында һөйләшербеҙ һәм үткән һан төркөмөнөң темаһын ҡабатлап үтербеҙ.

2. Һүрәттәргә ҡарап ҡоштарҙын атамаларынбилдәләү.

3. Ҡоштар тураһында шиғырҙар һөйләү.

-Бәлки берәрегеҙ ҡоштар тураһында шиғырҙар ҙа беләҙер әле.

                                                     1.Болоттар ҙа йөҙә етеҙерәк,

Күк тә тойолғандай бейегерәк.

Турғайҙарға ем табыуы еңелерәк,

Шуңа улар сырҡылдайҙар күңеллерәк.

2. Һайрағыҙсы, һайра, ҡошҡайҙарым,

Яҙҙарыбыҙ нурлы, ләйсәнле

Ғорур башы зәңгәр күккә ашҡан

Урал таулы илем, эй, йәмле!

4.Дәреслек менән эш.

 305-се күнегеү ;

ҡыусылар уҡый;

Һорауҙарға яуапты  текстан табыу.

-Ҡрңоштарҙы нимәләр тиләр һәм ни өсөн?

-Ҡарғалар ҡасан ҡайта?

-25, 28 –ниндәй һандар

-6- ниндәй һан?

-Нимә ул һан? Ниндәй һорауға яуап  бирә?

Кем    тексты һөйләп күрһәтә? (бер уҡыусы һөйләй.)  

 Ял минуты.

Диңгеҙ кеүек тулҡынып,

Иген үҫә яланда,

Көмөш кеүек йылтырап,

Балыҡ уйнай һыуҙарҙа,

Сут-сут-сут-сут

Коштар һайрай урманда.

5. Ҡоштар тураһында әңгәмә үткәреү.

(Карточкалар менән эш.)

Диалог ҡороу.

 

6.Ҡоштар тауышын тыңлау.

(Ҡоштар билдәләү.)

7 Күсмә һәм ҡышлаусы ҡоштарҙы билдәләп дәфтәргә яҙыу.

Күсмә.                        Ҡышлаусы.

        Ҡара ҡарға                   Турғай

                                       Сыйырсыҡ                       Күгәрсен

                                                Кәкүк

8. Карточкалар менән эшләү.

-Бирелгән һүҙҙәрһә ниндәй хәрефтәр төшөп ҡалған.

Сыйрс…ҡ, кәк…к, тур…ай, күгәр…ен,   һанду…ас, ҡарл…ғас, бөрк..т.

(2 һөйләм төҙөгөҙ һан ҡулланып ошо һүҙҙәрҙән.)

9.Уҡыусылар, мин һеҙгә һорау уйлап килегеҙ тигән инем ҡош тураһында.

Ҡоштар тураһында нимә беләһең” викторина үткәреү.

 ( Уҡыусылар бер-береһенә һорауҙар бирәләр.)

 1) Беҙҙең яҡтарҙа иң ҙур тиҙлек менән осҡан ҡош.( Сапсан ыласыны)

2) Ниндәй һайраусы ҡош һыуға сумып, һыу төбөндә йүгереп, Үҙеңә аҙыҡ эҙләй? (Һыу турғайы-оляпка.)

3) Ниндәй ҡош мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып тора? (Аҡҡош.)

4) Беҙҙең урмандарҙа йәшәгән иң ҙур ҡошто әйтегеҙ. (Һуйыр.)

5)Ниндәй ҡош эт кеүек өрә? (Ағуна.)

10.”Рәсам ни онотҡан?” (уҡыусылар бәрелешләп таҡта янына сығып, эшләп бөтөлмәгән һүрәттәрҙе эшләйҙәр.)

а)ҡайҙа ниндәй ҡоштоң томшоғо?

б)ҡайҙа ниндәй ҡоштоң аяға?

11.Ҡоштарға ем, оя яһауҙы күрһәтеү.

Атайҙар, туғандар булыша.

(Ғаилә йылы тураһында уҡытыусы иғал итә.)

Ял минуты.

”Нимә артыҡ” уйыны.

12.Экология өсөн көрәшәйек.

ҡыусылар берәм- берәм проекторҙан уҡыйҙар.)

13.Йомғаҡлау.

”Кем күпме ҡош иҫендә ҡалдырған?” конкурсы.

( баҫалар аҙым яһап ҡош исемен әйтәләр.)

14.Өйҙә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Программа элективного курса по русскому языку в 8 классе «Русские языковые афоризмы (пословицы, поговорки и крылатые выражения)»

Знание особенностей происхождения русских пословиц, поговорок и крылатых выражений, внимание к их стилистическим оттенкам поможет учащимся не только правильно употреблять эту категорию языковых ...

Урок - путешествие в страну Крылатых выражений

Урок "Путешествие в страну Крылатых выражений" является заключительным в изучении раздела русского языка "Фразеология", 6 класс. нетрадиционная форма проведения урока позволяет открыть учащимся ново...

КВН "Наши крылатые друзья!"

Данное мероприятие проводилось в рамках экологической акции "Птичья столовая" и в рамках недели биологии...

КВН «Без друзей меня чуть-чуть, а с друзьями — много»

развитие коммуникативных качеств подростков;развитие общеразвивающих компетенций обучающихся, смекалки, чувства юмора и сообразительности; воспитание чувства ответственности и сплочение классного колл...

Занятие "Я люблю своих друзей - мои друзья любят меня"

Занятие направлено на формирование умения принимать самого себя и других людей, при  этом адекватно воспринимая сви и чужие достоинства и недостатки;  развитие ЭВС....

Тема: «Друзья, прекрасен наш союз!» (лицейские друзья и роль дружбы в жизни А. С. Пушкина).

Содержит инфо о лицейских друзьяз и роли дружбы в жизни А. С. Пушкина...