“Төньяҡ амурҙары”ның данлы яу юлы
методическая разработка на тему

Кириллова Гульшат Раисовна

 

Әҙәби-музыкаль композиция

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tonyak_amurzarynyn_danly_yau_yuly.docx26.46 КБ
Файл tonyak_amurzary_1.pptx2.15 МБ
Файл tonyak_amurzary_2.pptx2.93 МБ
Файл tonyak_amurzary_3.pptx2.64 МБ

Предварительный просмотр:

“Төньяҡ амурҙары”ның данлы яу юлы

Әҙәби-музыкаль композиция

Маҡсат: Рәсәйҙең  хәрби тарихын өйрәнергә; 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың  иҫтәлегенә ихтирам тойғоһо һәм патриотизм һыҙаттары тәрбиәләргә; уҡыусыларҙа Ватанға хеҙмәт итеү, кәрәк саҡта ҡорал тотоп уны яҡларға әҙер тороу идеяһын аңдарына һеңдерергә.

Йыһазландырыу. ”Рустән Рәсәйгә тиклем” күргәҙмәһе, мультимедиа, компьютер, экран, слайдтар.

Сараның барышы.

Уҡытыусы. Быйыл Рәсәй халҡы  1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ике быуат аҙ ғүмер түгел. Күп нәмә онотолған һымаҡ. Әммә геройҙар иҫтәлеге тоноҡланмай. Был беҙҙең ил өсөн оло һынау ине. Һәм Ватанды һөйөүҙең иң бөйөк нөктәһе лә.(Слайд №1)

1-се уҡыусы.

Рәсәйҙең тоғро улдары,

Беҙгәме инде тынырға?

Яуға осабыҙ – ҡылыс, дары –

Яуыз дошманды ҡырырға.

Дуҫтарға, Ватанға, халыҡҡа

Табабыҙ беҙ  дан азатлыҡта.

Яугир шағир офицер Федор Глинка шулай тип яҙҙы.

2-се  уҡыусы. Был һуғышта рус халҡы менән батша Рәсәйенең төрлө халыҡтары: мишәрҙәр, типтәрҙәр, сирмештәр, айырыусы, башҡорттар батырлыҡ күрһәткән.(Слайд №2)

Уҡытыусы. 1812 йылда,Наполеон ғәскәре Рәсәйгә баҫып ингәнен ишеткәс, бөтөн башҡорт кантондарында ла оҙайлы походҡа әҙерлек башлана.  500 яугирҙан торған  28 атлы башҡорт полкы формалаша. Яугирҙар үҙ иҫәбенә ҡорал, поход  кейеме әҙерләргә һәм ике ат алып килергә тейеш булған. (Слайд №3)

3-сө уҡыусы. ”Икенсе әрме” йыры ҡарт яугирҙың егеттәрҙе оҙатҡанда әйткәне наказ булып яңғырай.

Әрмеләргә, китә, һай, башығыҙ,

Буҙ балалар, инде хушығыҙ.

   Һай, илкәйем,

   Илкәйенең батыр иркәйе.

Талир тәнкә кеүек салтырашып,

Иҫән йөрөп, һауҙар ҡайтығыҙ.

   Һай, илкәйем,

   Илкәйенең батыр иркәйе.

Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә.

Кейек ҡоштар осор төнъяҡҡа.

   Һай, илкәйем,

   Илкәйенең батыр иркәйе.

Ҡоштар үтһә, һеҙҙән беҙ көтөрбөҙ,

Сәләм килә тиеп йыраҡтан.

   Һай, илкәйем,

   Илкәйенең батыр иркәйе.

Йомро ғына тояҡ, ай, йылҡының

Юлҡайҙарын киҫер ҙә йәнлек юҡ.

   Һай, илкәйем,

   Илкәйенең батыр иркәйе.

Ир-егеткәй өсөн һай, яуҙарҙа

Күкрәккәйен тишер ҙә йәҙрә юҡ.

   Һай, илкәйем,

   Илкәйенең батыр иркәйе.

Сал бөркөттәй талғын бул сапҡанда,

Дошманыңды ҡыйрат яй белеп.

   Һай, илкәйем,

   Илкәйенең батыр иркәйе.

4-се уҡыусы. Рус армияһы сафында башҡорттар төп алыштарҙың бөтәһендә  лә ҡатнашҡандар. Үҙенсәлекле бүректәрен кейгән, ҡулдарына һөңгө  тотҡан һыбайлылар кинәт килеп сығалар ҙа француздарға уҡ-һаҙаҡ осоралар. (Слайд №4)

Уҡытыусы. “Төньяҡ амурҙары” тигән исем, 1805-1807 йылдарҙа рус-прус-француз һуғышында француздар беренсе тапҡыр башҡорт атлыларын Веллау ҡалаһы янында барған һуғыш яланында осрашҡанда барлыҡҡа килә.  Европа мәҙәниәтендә ул ваҡытта ампир стиле өҫтөнлөк иткән була. Француздар, башҡорттарҙы уҡ-һаҙаҡ менән менән ҡоралланғандары өсөн мөхәббәт аллаһына (уҡ-ян тотҡан ҡанатлы малай рәүешендә һүрәтләнгән) оҡшатҡан. Париж ҡалаһы йәшәүселәре башҡорттарҙы себер амурҙары тип тә йөрөткәндәр. (Слайд №5,6)

5-се уҡыусы. Әҙернә башҡорт һуғыш йәйәһе - һунар йәйәһенән үҙенә генә хас төҙөлөшө менән айырылған. Ул ике ҡаттан торған - ҡайын һәм шыршы ағасын йәбештереп эшләнгән. Эске яғына мөгөҙ пластиналар,ә тышын һыуланмаһын өсөн, туҙ менән ҡаплағандар. Әҙернә бик ҙур булмаған: оҙонлоғо 1 метр, бөгөлөп эшләнгән, ике осо өҫкә ҡаратып бөгөлгән һәм һығылмалы булған. Ә кереше (тетива) ебәк ептән яһалған. Походҡа йөрөгәндә уны һәр саҡ тирегә ырып эшләнгән биҙәкле йә иһә көмөш сүкелгән тимер менән биҙәгән һаҙаҡҡа (налучник) һалып йөрөткәндәр.

6-сы уҡыусы. Башҡорттарҙың яу уҡтары ла үҙенсәлекле булған. Тимер осо киңәйтелгән, ромб формаһында булып, һабы уҡ беркетелгән ерҙә йоҡа тиресә (сухожильная обмотка) менән урап ҡуйылған. Уҡтың керешкә терәй торған аҫҡы өлөшөнә дүрт ҡанат беркетелгән һәм мөгөҙ пластина йәбештерелгән түңәрәк кирткеһе булған. (Слайд №7,8,9)

7-се уҡыусы. Башҡорттарҙың хәрби бурысын намыҫ менән  үтәүҙәре тураһында уларға бирелгән орден-миҙалдар, чиндар һөйләй. Башҡорт халҡы, сәсәндәр, 1812 йылдағы Ватан һуғышын данлаған халыҡ йырҙары, ҡобайыр һәм эпик поэмалар ижад иткән: “Абдрахман батыр”, “Кутузов”, “Ҡаһым түрә”  һәм башҡалар.

 1-се уҡыусы.  “Эскадрон” тип аталған башҡорт халыҡ йырында  дошманға ҡаршы яуға китеүсе яугирҙың күк Урал ташына ҡылыс үткерләгәне  һүрәтләнә. Күк таш – Тыуған ил образы ул. Һәм батыр  һыбайлы, һөйгән ҡыҙы менән хушлашҡанда, былай ти:

Йырҙар яҙҙым Урал ҡаяһына

Иҫтәлектәр булып ҡалһын тип.

Яуға китеп иҫән ҡайта алмаһам,

Урал тауы иҫкә  алһын,тип.

Уҡытыусы. Ирҙәре менән күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яуға барған. Улар батыр яугирҙарҙы ашатҡан-эсергән, яраларын бәйләгән. Ватан һуғышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыу осраҡтары ла билдәле. XIX быуат урыҫ яҙыусыһы В.С. Зефировтың “Рассказы башкирца Джантюри” хикәйәһе тик-юҡтан килеп сыҡмағандыр. Унда Германияның Дрезден ҡалаһы  эргәһендә булған хәл бәйән ителә. Йәнтүрәнең ҡатыны Аҫылбикә һуғышҡа ире  менән бергә бара. Көндәрҙең береһендә улар бер төркөм һыбайлы башҡорттар менән һаҡ күҙәтеүендә йөрөгәндә ҡапыл француздар һөжүм итә.  Башҡорттар аҙ булһалар ҙа ҡаушап ҡалмай, шунда уҡ һөңгөләрен тотоп, һөрән һалып яуыздарға ҡаршы ташлана. Йәнтүрә, сабып барған ыңғайҙа, бер французды һөңгөһө менән үтә сәнсә лә, ҡоралын кире тартып алырға маташҡанда, икенсе береһе арттан килеп ҡылысы менән уның яурынына саба. Яралы Йәнтүрә иҫтән яҙып йығыла. Һушына килгәндә иптәштәренең яртыһы француздар тарафынан һәләк ителгән, ҡалғандарының аяҡ-ҡулдары бәйләнгән, ә Аҫылбикә күренмәй. Уларҙы әсир итеп алып китәләр. Күпмелер юл үткәндән һуң тотҡондарҙы йөҙләгән Дон казактары ҡыуып етеп уратып ала. Унлап ҡына ҡалған француз, ҡурҡыштарынан баштарын эйеп, бирелеүен белдерә. Казактар араһында Аҫылбикә лә йөрөй. Баҡтиһәң, башҡорт егеттәрен әсирлектән ҡурсалау өсөн, ике яҡтың ҡыҙыу алышы ваҡытында ул яҡында урынлашҡан казактарҙы ярҙамға саҡырырға сапҡан булған. (Слайд №10)

2-се  уҡыусы. 1812 йылдағы Ватан һуғышында башҡорттар, Рәсәйҙең башҡа халыҡтары кеүек, иң ҡурҡыныс дошманға ла ҡаршы тора алырлыҡ икәнен, тиҙ ойошоу һәләтен, үҙ-үҙен аямай азатлыҡҡа ынтылышын, сыҙамлы, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ икәнен күрһәткән. Башҡорт атлылыры беренсе булып Данцигҡа, Лейпцигҡа, Веймарға, Шатобрианға, Парижға бәреп инәләр.Сена йылғаһында аттарын эсерәләр. Башҡорттоң саялығын дошман үҙ елкәһендә татый. (Слайд №11,12,13)

Уҡытыусы. Француз генералы де Марбо башҡорттар тураһында: “Юғалтыуҙар уларҙы һыуындырманы, ә киреһенсә, көстәрен арттырҙы.Уларҙы  бер ниндәй юл да ҡурҡытмай, теҙелеп кенә хәрәкәт итмәйҙәр. Ян-яҡтан килеп сығып, беҙҙең ғәскәр тирәләй һағыҙаҡ күселәй өйөрөләләр”, - тип яҙҙы.

     М.И. Кутузов, Ырымбур хәрби губернаторы Г.С. Волконскийға яҙған хатында француздарҙың сигенеүен хәбәр итеп, былай ти: “Ғали йәнәптәре! Һеҙ  сигенеүсе  дошман артынан  ниндәй ҙур ҡыуаныс һәм ләззәт менән алға ынтылған яугирҙарҙың, шул иҫәптән казактарҙың һәм башҡорт полктарының, уларҙы ниндәй ҡыйыулыҡ күрһәтеп ҡыйратыуҙарын күҙ алдына ла килтерә алмаҫ инегеҙ”.(Слайд №14-18)

3-сө уҡыусы. Бик ҡаты алыштан һуң фельдмаршал Кутузов Ҡаһым түрәне саҡырып алған да, һоҡланыуын йәшерә алмайынса:”Любезные вы мои,башкирцы, молодцы!” – тип маҡтай. Ошо һүҙҙәр “Любизар” йырына ингән:

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ,

Парижды ла күрҙек беҙ,

Француздарҙы еңгәндә,

Ер емереп йөрөнөк беҙ.

Любезники, любизар,

Маладис,маладис!

“Любизар” йырын йырлау

4-се уҡыусы.  Полк командиры полковник Ҡасим Мырҙашевты яугирҙар “Ҡаһым түрә”, “Ҡаһым ағай” тип яратып атап йөрөгәндәр. Ул Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Айыусы ауылында  1778  йылда тыуған. Ватан һуғышы башланғанда, уға 33 йәш тулған була. Ул аҡыллы, талантлы, ҡурҡыу белмәҫ командир була һәм йөҙ башынан полк командирына тиклем күтәрелә. Полководецҡа хәрби оҫталығы өсөн “Парижды алған өсөн”, “1812 йылғы һуғыш иҫтәлеге” миҙалдары бирелә. (Слайд №19)

“Ҡаһым түрә”  йырын тыңлау

Уҡытыусы. Әлбиттә, йыр башҡорт полктары тыуған илдәренә ҡайтҡанда, Владимир губернаһында Үтәғол мулланың ошағы арҡаһында Ҡаһым түрә ағыулап үлтерелгәс тыуған.

 

5-се уҡыусы. Башҡорт халҡы батыры иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйҙы. 2006 йылдың 19 авгусында Айыусы ауылының ҡап уртаһында Ҡаһым Мырҙашев иҫтәлегенә стела ҡуйылды.Һәйкәлдең  архитекторы – Д.Р.Хәлиуллина, скульпторы Р.А.Хәсәнов.) 13,5 метр бейеклегендәге мөһабәт стела өҫтөнә бөркөт ҡанаты йәйелгән өс һөңгөнө хәтерләтә. Һәйкәлдең мәсет бинаһы эргәһендә урынлашыуы бер бөтөн архитектура ансамблен тыуҙыра. (Слайд №20,21)

Уҡытыусы. Күптән үткәндең бер өлөшө кеүек кенә күренгән батырҙар ҡасандыр ил яҙмышын хәл иткән. Ябай яугирҙарҙың  фиҙаҡәрлеге булмаһа, Рәсәй тарихы ниндәй боролош алған булыр ине?! Әйтеп булмай. (Слайд №22)


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

“ Төньяҡ амурҙары”ның данлы яу юлы (Әҙәби-музыкаль композиция)

Слайд 3

1812 йылғы Ватан һуғышында урыҫ ғәскәре менән бер үк сафтарҙа 28 башҡорт полкы, шуларҙың 20-һе туранан-тура һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша һәм 9 полк походын Парижда тамамлай.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Данлы Арча- нурлы Арча

Арча ягы күренекле шәхесләргә бик бай. Тәрбия сәгатенең төп максаты укучыларны шушы күренекле шәхесләр белән таныштыру...

Данлы Арча-нурлы Арча презентация

Тәрбия сәгате эшкәртмәсенә презентация...

План-конспект урока по физической культуре для учащихся 5-х классов «Путешествие по берегам Амура»

Работая в школе учителем физической культуры, ежегодно провожу мониторинг физкультурно-спортивной и оздоровительной работы. Он включает в себя анкетирование учащихся, учителей, родителей, тестирование...

река Амур

В презентации рассказывается о реке Амур....

Практическая работа "Описание реки Амур"

Данная презентация является одним из видом выполнения практической работы по географии в 6 классе по теме "Гидросфера"...

Сценарий Слета часовых Поста № 1 Мемориального комплекса "Землякам-комсомольчанам, павшим в боях за Родину в суровые годы Великой Отечественной войны" города Комсомольска-на-Амуре

Ежегодно в сентябре в Городском Дворце творчества детей и молодежи проходит традиционный Слет часовых Поста №1 Мемориального комплекса «Землякам-комсомольчанам, павшим в боях за Родину в суровые годы ...

Кеше хеҙмәте менән данлы

Тикшеренеү эше...