Башҡорт теле - туған телем
методическая разработка по теме
Урок, посвященный международному дню родного языка
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Урок, посвященное международному дню родного языка | 99 КБ |
mkldr.doc | 364 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле – туған телем
Кластан тыш дәрес
Маҡсат: Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йырҙары, бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу.
Йыһазландырыу: күренекле кешеләрҙең тел тураһында әйткән һүҙҙәре (плакаттар), ребустар, туған телдә сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе.
Үҙенең әсә теленә вайымһыҙ ҡараған кеше – ҡырағай кеше, зарарлы кеше. Сөнки шуның менән ул үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген, битарафлығын күрһәтә. (К.Паустовскийҙан)
Халыҡ теле – иң бай тел.(Л.Толстой)
Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.(Х.Назар)
Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ.(Мәҡәл)
Дәрес уҡытыусының инеш һүҙе менән башлана.
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.
Бөгөнгө дәресебеҙҙе, уҡыусылар, туған телебеҙгә бағышлайбыҙ.
Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.
“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.
Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла.
Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләүендә төп урында тора!” - тип әйткән рус яҙыусыһы К.Ушинский.
Хәҙерге башҡорт теле – һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
Уҡыусыларға һүҙ бирелә. М.Сәлимовтың Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йыры башҡарыла.
Ерем, илем, телем
1. Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
2. Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
3. Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ысынлап та, шағирҙар – улар ысын поэтик һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар.
Телдең халыҡ тарихы, уның мәҙәниәте, рухы һәм донъға ҡарашы, телдең халыҡты халыҡ итеүҙә, кешене шәхес итеп формалаштырыуҙа, уның белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында арҙаҡлы әҙиптәребеҙ М.Аҡмулла, М.Кәрим, З.Биишева, Б.Бикбай, Р.Ғарипов, Х.Ғиләжев, Р.Бикбаев һәм башҡа ҡәләм оҫталары илһамланып ижад иткәндәр.
Уҡыусылар шиғырҙар һөйләй.
1-се уҡыусы.
Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,
“Телһеҙ” башҡорт тип көлдөләр,
Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,
Йөрәгебеҙ булды яралы.
Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,
Ләкин ауыр яза татыныҡ.
Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,
Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.
Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар
Даръяларҙан тәрән, киң ине.
Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,
Ирек таңы тыуыр бер, тинек.
Рус туғаным менән бергәләп
Азат иттек изге еремде
Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ
Минең туған башҡорт телемде.
(Б.Бикбай)
2-се уҡыусы.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Минән ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Бар булмышым нур ғына
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Күңелкәйем йыр ғына…
(Д.Талхина)
3-сө уҡыусы.
“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,
“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.
Берҙән-берем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.
Салауат та ғорур башҡортон
Туған теле менән данлаған.
Киң Уралын – данлы төйәген
Һаҡлар өсөн ерен данлаған.
Эй, туған тел, нәфис телем һин,
Наҙлы моңоң мине һуғарған.
Күңелдәрем һүнмәҫ – һүрелмәҫ
Әсә телкәйенән нур алған.
(К.Кинйәбулатова)
4-се уҡыусы. Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләй.
Уҡытыусы: Башҡорт халҡы – тәбиғәт балаһы, ул йыр-моңға бай, бейеүҙәре генә ни тора. Хәҙер башҡорт милли бейеүен ҡарайыҡ.
Сафина Элина “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен башҡара.
Уҡытыусы: Эй туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин! Гүзәлһең, күркәмһең, йыйнаҡһың; һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.
Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.
А.Игебаев һүҙҙәренә яҙылған “Башҡортостан – илгенәм” йырын башҡарыу
Башҡортостан – илгенәм
1. Сабый саҡтан күкрәгемә
Тамыр йәйгән гөлгенәм,
Һулыш биргән, тормош биргән
Әсәйемдәй бергенәм.
Ҡушымта:
Башҡортостан – илгенәм,илгенәм, илгенәм,
Гөлдәр менән тиңгенәм
Тамыр йәйгән гөлгенәм,
Гөлгенәм, гөлгенәм.
Башҡортостан – илгенәм
2. Һулар һауам йәнгә дауам,
Сыуаҡ, матур көнгенәм,
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән телгенәм.
Ҡушымта:
3. Күп милләтле дәүләтем һин,
Тиңдәр менән тиңгенәм,
Ғүмер иткән, донъя көткән,
Йән ереккән ергенәм!
Ҡушымта:
Уҡыусылар шиғырҙар һөйләй.
Уҡытыусы:
Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел,
Үҙ телем – үҙ әйберем булғаны өсөн ярата күңел.
…Һәр ваҡыт шул тел менән яҙған матур китап уҡыйым,
Һәр ваҡыт шул тел менән тарих уҡыйым, хисап уҡыйым.
(М.Ғафури)
Уҡыусылар, был шиғыр юлдарының авторы Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Ғафури туған телгә булған һөйөүен генә белдереп ҡалмай, һеҙҙе әсә телендә сыҡҡан китаптарҙы уҡырға өндәй. (Балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан китаптарға күҙәтеү яһала).
Һин башҡорт, тип, һин татар, тип,
Әрләшмәйек, туғандар,
Был халыҡтар ғүмер баҡый
Бергә тормош ҡорғандар.
Һин башҡортмо, һин татармы,
Унда түгел мәсьәлә.
Башҡорттан да, татарҙан да
Урыҫ тыуа – үәт бәлә,
Бына ҡайҙа мәсьәлә!
Күреүегеҙсә, шағир башҡортто ла, татарҙы ла үҙ телдәрен һаҡларға саҡыра.
Уҡыусылар, бөгөнгө һөйләшеүҙән беҙ ниндәй ҡарарға килергә тейешбеҙ?
(Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау).
Хор менән:
Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең
Улы булып тыуған көнөм,
Рәхмәт һиңә!
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем, туған телем
Рәхмәт һиңә!
(Г.Нәбиуллин)
Дәресте “Туған телем” (Э.Мөьмининова) тигән йыр менән тамамлау.
1.“Балам!”- тиеп туған телдә
Өндәшә миңә әсәй.
“Әсәй!” – тиеп әсәйемә
Мин туған телдә әйтәм.
Ҡушымта:
Донъяла иң-иң матур ил –
Ул минең Тыуған илем.
Донъяла иң-иң матур тел –
Ул минең туған телем.
2.Туған телемдә һөйләшәм,
Йәшәйем туған илдә.
“Туған ил” тигән һүҙҙе лә
Әйтәм мин туған телдә.
Ҡушымта:
3. Иң изге хистәремде мин
Туған телдә аңлатам.
Шуға күрә Тыуған илде
Хөрмәтләйем, яратам.
Ҡушымта:
Предварительный просмотр:
Тел – белемдең , аҡылдың .
Татлы тел
бейетә.
Әсә теле булыр.
Теле барҙар – халыҡ булған,
Теле юҡтар - булған.
Телен һаҡлаған - һаҡлар.
-ла белгән әсә телен -та ла онотмаҫ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Татар теле – шагыйрьләр теле
Туган тел айлыгында уздырылган кичә...
Укучыларның белем дәрәҗәсен күтәрүдә мөһим чара буларак,татар теле грамматикасын рус теле белән чагыштырып укыту тәҗрибәсеннән.
Бу материал шәһәр мәктәпләрендә эшләүче татар теле укытучылары өчен .Татар һәм рус телләрен чагыштырып укыту укучыга да, укытучыга да зур ярдәм итә.Чөнки безнең дәүләт телләребезнең грамматикасы бик о...
Туган телем-шагыйрьләр теле
"Туган телем-шагыйрьләр теле" исеме астында балачак язучылары иҗаты турында язылган фәнни-гамәли эш. Биредә төп урынны Роберт Миңнуллин, Резеда Вәлиева, Хәкимҗан Халиков, Йолдыз иҗатлыры алып то...
Презентация к уроку в 7 классе по теме "Масса тела.Измерение массы тела с помощью весов"
Открытый урок по теме "Масса тела. Измерение массы тела с помощью весов"...
Масса тела. Измерение массы тела на весах.
Конспект урока и презентация предназначены для проведения урока физики в 7 классе....
Татар теле -шагыйрьләр теле
Татар теле – шагыйрьләр теле(Туган тел айлыгында уздырылган кичә)Максат. Туган телгә мәхәббәт, халкыңа хөрмәт тәрбияләү; татар шагыйрьләренең телгә багышланган шигырьләре белән таныштыру....
Интеграциялы дәрес "Үҙләштерелгән һүҙҙәр" ( рус теле, башҡорт теле, инглиз теле).
Республика кимәлендә уҙғарылған фәнни-практик конференцияла рус теле, инглиз теле уҡытыусылары менән берлектә "Үҙләштерелгән һүҙҙәр" тигән темаға асыҡ дәрес күрһәттек. Был дәрестә уҡыусылар ...