Юғары кластарҙа башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуға бер ҡараш
статья (11 класс)
Башҡорт әҙәбиәте уҡытыуға бер ҡараш
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
mktpt_zbit_ukytyuga_ber_karash._mkl.docx | 22.72 КБ |
Предварительный просмотр:
УДК
Баязитова Р.Р.
Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Юғары кластарҙа башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуға бер ҡараш
Һуңғы йылдарҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре кәмеү өҫтөндә. Юғары кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә бөтәһе 2 сәғәт бирелә, уның берәүһе башҡорт теленә, икенсеһе әҙәбиәт дәрестәренә алына. Мәктәп программаһындағы бүленгән бер генә сәғәт менән уҡыусыға туған телгә һөйөү, милли үҙаң тәрбиәләү, баланың шәхесен төрлө яҡлап үҫтереү, ижади һәләттәрен асыу мөмкинме һуң? Был һорау бик күп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын борсойҙор. (Әммә бар яҡлап яйын таба хәҙерге заман уҡытыусыһы.)
Башҡорт әҙәбиәтен аҙнаға 3 сәғәт менән уҡыған ваҡытта, мәҫәлән, 10 класта Рәшит Ниғмәти ижадына 7 сәғәт бүленде. Ошо 7 сәғәт эсендә Р.Ниғмәти ижадын төрлө яҡлап өйрәнергә мөмкин ине. Мәҫәлән, дәрестәр түбәндәгесә алынды:
- Шағирҙың тормошо һәм башланғыс ижады.
- 30-сы йылдар ижады.
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады.
- Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Р.Ниғмәти ижадының артабанғы үҫеүе.
- “Һаҡмар” поэмаһы.
- “Осҡондан ялҡын”
- Р.Ниғмәти поэзияһының халыҡсанлығы.
Бөгөнгө көндә аҙнаға 1 сәғәт менән уҡыу сәбәпле, Р.Ниғмәти ижадына 2 сәғәт кенә бүләбеҙ. Ошо ике сәғәт эсендә яҙыусының биографияһын һәм ижадын, поэмаларын уҡып һәм анализ яһап өлгөрөргә кәрәк. Мәҫәлән, 11 класта М.Кәрим ижадына элек 8 сәғәт, ә хәҙер 3 сәғәт бүленә, ошо сәғәттәр эсенә яҙыусының биографияһы, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы, “Ҡара һыуҙар” поэмаһы, “Ай тотолған төндө”, “Ташлама утты, Прометей”, “Салауат” трагедиялары индерелә. Был ваҡыт аралығына нисектер һыйып балаларға белем биреү юлдарын эҙләргә мәжбүр бөгөнгө тел уҡытыусыһы. Был осраҡта белемде дөйөмләштереп биреү отошло. “Дәрес-лекция”, “Дәрес-диспут”, “Дәрес-проект” кеүек дәрестәргә өҫтөнлөк бирелә. Дәрестәргә төрлө презентациялар ярҙамға килә. Күп эштәр уҡыусыға өйҙә эшләргә бирелә, мәҫәлән, ижади иншалар, хаттар, интервьюлар, рефераттар, тикшеренеү эштәре.
Уҡыусыларҙың мәктәптә бер дәрестә генә ҙур күләмле әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып сығыу мөмкинлектәре юҡ. Уларға әҙәби әҫәр менән танышыуҙы өйгә биреп ҡайтарған хәлдә лә уларҙың күптәре уҡымай. Китапхананан барып китап алырға телмәгән уҡыусылар ҙа бар. Был осраҡта интернет селтәрендә ҡайһы бер әҙәби әҫәрҙәрҙең электрон форматта булыуы ярҙамға килә. Хәҙерге быуын уҡыусыһы әҙәби әҫәрҙе интернет биттәренән уҡыуҙы ла хуп күрә. Уҡыусыларҙа китапҡа иғтибар, һөйөү уятыу маҡсатында төрлө кластан тыш саралар үткәрелә, мәҫәлән, “Китап уҡыусылар конференцияһы”, “Иң күп китап уҡыусы” һ.б.
Айырым дәрестәрҙә уҡылған әҫәр буйынса инша яҙырға әҙерлек алып барырға ла кәрәк. Уҡыусыларға әҫәр буйынса инша яҙыу йылдан –йыл ауырлаша бара. Беренсенән, бөтә уҡыусы ла әҫәрҙең йөкмәһенен уҡымай, икенсенән, 1 сәғәт эсендә һәр тема буйынса инша яҙыу серҙәрен ентекләп өйрәтеп өлгөрөп булмай. Бөгөнгө информацион технологиялар юғары үҫештә булған быуатта тыуған әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу, нәфис әҙәбиәтте уҡыуға ынтылыш тәрбиәләү уҡытыусыларҙың алдында торған иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Уҡыусылар араһында нәфис әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу көндән-көн кәмей бара. Нәфис әҙәбиәт уҡымаған баланың телмәре бик ярлы, фекерләү кимәле түбән була, шунлыҡтан йылдан-йыл уҡыусыларҙың инша яҙыу һәләттәре лә түбәнәйә бара. Был осраҡта ниндәй эш алымдары алыу отошло була һуң?
Хәҙерге көндә заман талаптарына ярашлы уҡытыу һәм тәрбиә эшендә яңы технологиялар ҡулланыу киң таралыу тапты. Мин үҙемдең эш тәжрибәмдән алып, юғары кластарҙа белемде проектлау технологияһын ҡулланыу отошло тип уйлайым. Яҙыусының тормош юлын, ижадын, әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштергәндән һуң, уҡыусыларҙан төрлө темаларға проекттар төҙөтәм. Уҡыусыларҙың белеме төрлө кимәлдә булғанлыҡтан һәр береһенә айырым темалар бүлеп бирелә, бирелгән темалар өҫтөндә уҡыусылар бик теләп эҙләнеү эштәре алып баралар.
Юғары кластарҙа тексҡа комплекслы анализ яһау ваҡытында уҡыусының телмәре, фекерләү ҡеүәһе үҫә, һүҙ байлығы артта. Әҫәргә анализ барышында фәнни-тикшеренеү эшенә нигеҙ һалына бара. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү маҡсатында, мәктәптә әҙәби түңәрәктәр ойошторолған, “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәге оҙаҡ йылдар эшләп килә. Түңәрәк эшендә йыл һайын бер уҡыусының шиғырҙар китабын сығарабыҙ. Ҡаһарманова Лилиәнең “Бүләк”, Буранғолов Айгиздең “Тәүге тамсы”, Буранбаева Зилиәнең “Күңелем тауышы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Мәктәптә уҡыусылар көсө менән “Ҡаурый ҡәләм” гәзите сыға. Мәктәпте тамалаусы сығарылыш класы уҡыусылары араһында бик күптәре республикабыҙҙағы юғары уҡыу йорттарының филология бүлектәрен һайлайҙар. Ошо түңәрәктәрҙә ойошторолған эштәр уҡыусыларҙың әҙәбиәткә булған һөйөүен арттыра, киләсәккә һөнәр һайлауҙа ярҙам итә.
Уҡыусыларҙы фәнни-эҙләнеү эшенә йәлеп итеү маҡсатында күп уҡыусылар менән төрлө яҙыусылар ижады буйынса эҙләнеү эштәре алып барабыҙ. Мәҫәлән, “Ғ.Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” романында ҡушма һүҙҙәр”, “Таңһылыу Ҡарамышева шиғриәтендә ҡабатлауға ҡоролған стилистик фигуралар һәм уларҙың бирелеше”, “Ф. Туғыҙбаева шиғырҙарында рифма һәм уларҙың төрҙәре” һ.б. темаларға эштәр алып барҙыҡ. Уҡыусыларҙың эҙләнеү һәм тикшеренеү эшенә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүләм, йыл һайын фәнни-практик конференцияларҙа ҡатнашабыҙ. Әйтелгәндәрҙең һөҙөмтәһе булып, Көйәргәҙе районында үткән Рәшит Солтангәрәев ижадына арналған фәнни-ғәмәли конференцияла, Белорет ҡалаһы һәм Яныбай Хамматов исемендәге гимназия интернаты ойошторған “Я.Хамматов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында еңеүҙәргә өлгәшеүебеҙ миҫал булып тора.
Бөгөнгө заман талаптарына ярашлы, үҙ фәнен яратҡан, ижади эшләгән, эшенә бирелгән һәм уның оҫтаһы булған уҡытыусы ғына бала ла үҙ теленә ғорурлыҡ, һөйөү хисе уята ала. Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙҙар, тип ышанам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Араша 4-класс әдебиеттік оқу
ашық сабақ...
Ризаэддин Фәхреддин мирасын дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда куллану.
Ризаэддин Фәхреддин мирасын дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда куллану....
Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.
Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу алымдары...
Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»
Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной комп...
Дәрестә һәм дәрестән тыш эшчәнлектә проект эшчәнлеген куллану тәҗрибәсеннән чыгыш
Сез дә ФДББС сыйныфларында эшлисезме? Проектлар эшләү сезнең өчен дә әһәмиятлеме? Дәрестә һәм дәрестән тыш эшчәнлектә проект эшчәнлеген куллану тәҗрибәсеннән чыгышымны тәкъдим итәм....
Асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре исемлеге
Минең тарафтан 2014 уҡыу йылынан башлап үткәрелгән асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәренең исемлеге...
Дистанцион уҡытыу шарттарында башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу.
2019 йыл - кешелек донъяһы өсөн һынау йылы булды. Короновирус ауырыуының таралыуы арҡаһында тыуған эпидемия бер кешене лә урап үтмәне. Беҙҙең республикала апрель-май айҙарында ...