Яралы комсомол билеты
статья (8, 9, 10, 11 класс)
Был мәҡәләлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең комсомол билеты тураһында һүҙ бара.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Мостай Кәрим. Яралы комсомол билеты. | 20.01 КБ |
Предварительный просмотр:
Элекке заманда диңгеҙ сәйәхәтселәре йондоҙҙарға ҡарап юл табыр булған. Тормош тигән ажар тулҡынлы диңгеҙҙә лә шулай. Йондоҙҙар юл күрһәтә, йүнәлеш бирә. Ана шундай йондоҙҙарҙың береһе – Мостай йондоҙо. Тормош диңгеҙендә аҙашҡандар юл табыр, ғашиҡтар сер бүлешер, хисһеҙҙәр ҙә илһамланыр сағыу Йондоҙ ул.
Кешеләргә ут килтергән Прометей кеүек, Мостай ағай халыҡҡа рухи ут таратты. Күңелдәрҙә ғорурлыҡ, һоҡланыу уятҡан аҡ күңелле Аҡйегет, Салауат, Прометейҙар йөҙөндә беҙ яҙыусының үҙен дә күрәбеҙ. Бөтә әсәйҙәрҙең иң затлы әхлаҡи сифаттарын үҙендә туплаған Оло Инәй образы күпме кешене шәхес итеп тәрбиәләй, донъяла йәшәү мәғәнәһен, изге йолаларын, әҙәплелек ҡағиҙәләрен башлап күндерә. Башҡортостандың һәр төбәгендә уның йомшаҡ йомшаҡ баҫып үткән эҙе, йылы һүҙе, уйсан ҡарашы һаҡлана.
Беҙҙең гимназиябыҙ менән дә Мостай Кәрим араһында бер ваҡытта ла бәйләнеш өҙөлмәгән. 1940 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтында, хәҙерге БДУла уҡығанда гимназиябыҙға нигеҙ булып торған 9-сы мәктәптә практика үткән. Уның менән яҡындан аралашҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы әйтеүенсә, Мостай Кәрим осрашыуға килгәндә был ваҡиға тураһында үҙе көлөп һөйләгән. Баҡтиһәң, ул дәрескә әҙерләп килгән теманы аңлатып, эштәрҙе эшләтеп, ваҡытты ҡараһа, дәрестең саҡ 25 минуты үткән икән. Ул бер мәлгә аптырап та, ҡаушап та ҡалған, сөнки дәресен тикшерергә уҡытыусыһы Ҡадир Даян килгән булған. Шул саҡ кеҫәһендә ятҡан шиғыр блокнотын хәтеренә төшөргән һәм уҡыусыларға шиғырҙарын уҡый башлаған. Балалар бик яратып тыңлағандар. Дәресте анализлағанда Ҡ.Даян: «Дәресеңә-«3», шиғырҙарың һәм юғалып ҡалмауың өсөн – «5». Дөйөм баһа – «4»», -тигән.
Артабан инде Мостай Кәрим уҡыусыларҙың көтөп алған ҡунағына әйләнә. Бында уҡыған апай-ағайҙар әйтеүенсә, Мостай Кәрим менән осрашыуҙар бик йәнле һәм фәһемле үткән. Тимәк, гимназия-интернатыбыҙҙың бәҫен арттырыуҙа, уҡыусыларҙы рухи яҡтан тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индергән аҡһаҡалыбыҙ. Бер осрашыуҙа: «Һеҙҙең мәктәптә моң һымаҡ башҡорт теле яңғырай. Алыҫтарҙан, сит ерҙәрҙән мин ошо моңдо, ошо көйҙө һағынып ҡайтам», -ти.
1986 йылда директор Ильяс Иштуған улының тәҡдиме менән Мостай ағайға арналған музей-кабинет асыла. Коллекция нигеҙен шағир үҙе тапшырған китаптар, рәсми документтар, шәхси әйберҙәр тәшкил итә. Кабинетты асыу тантанаһында Мостай Кәрим, ҡатыны Рауза апай, ейәне Тимербулат, Рәмил Йәнбәк, Ғайса Хөсәйенов, Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлфиә Юнысова һәм башҡалар ҡатнаша. Был сара ваҡытында Мостай ағай: «Үҙемә күрһәтелгән хөрмәттән мин бик тулҡынланам. Был тантананы мин үҙемдеке генә тип әйтмәҫ инем. Ул мин хеҙмәт иткән башҡорт әҙәбиәтенә, сәнғәтенә, башҡорт халҡының рухына арналған, тип һанайым. Был ҙур ғаилә байрамына оҡшаған. Мин һеҙҙе яратам һәм һеҙҙең яратыуығыҙҙы тоям, был һөйөү минең өсөн ҙур мәғәнәгә эйә», -тигән һүҙҙәрҙе әйтә.
Йылда осрашыуға килгәндә М.Кәрим үҙен үлемдән һаҡлап ҡалған комсомол билетын тапшыра. Ә билет яҙмышы - үҙе оло бер тарих. Белеүебеҙсә, һуғыштың беренчсе көндәренән үк шағир «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» исемле поэтик антын әйтеп, фронтҡа китә. «Еңеү ағасының тамырҙары» тигән мәҡәләһендә ул: «Минең быуын кешеләренең йөрәгенә Еңеүгә булған ышаныс тәүге комсомол анты менән бергә һеңде». Нимә ул комсомол
Комсомол – Коммунистический Союз Молодежи 1938 йылда, һуғыш алдынан, граждандар һуғышы осоронда һәләк булған йәш батырҙың пуля тишкән комсомол билеты хаҡында яҙған шиғырын беләбеҙ.
Комсомолия!
Һиңә бүләк иттек
Күкрәк хистәренең емешен.
Һин аңларһың ошо юлдар аша
Улдарыңдың йөрәк тибешен,- тигән юлдар бар унда.
Ә 1942 йылдың авгусында Мценск эргәһендәге ҡыҙыу һуғышта Мостай Кәримдең күкрәген һәм уның комсомол билетын, уның менән бергә ятҡан шиғыр блокнотын фашист минаһының ярсығы тишеп үтә. Шағир мөғжизә менән иҫән ҡала. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. Оҙаҡ иҫ юғалтыуҙарҙан, ғазаплы һаташыуҙарҙан һуң М.Кәрим тормошҡа ҡайта, йәшәү үлемде еңә. Госпиталгә һалғанға өс-дүрт ай тигәндә ул ҡулына ҡәләм тоторлоҡ хәлгә килә. “Мине, ҡаты яралыны, санбаттан ялан госпителенә килтерҙеләр… Миңә тәүге операция булды,– ти шағир. – Военврач ярамдан алынған ярсыҡты миңә иҫтәлек итеп бирҙе. Мин уны атып бәрҙем.”
Һуғыштан һуң Мостай Кәримдең ике үпкәһендә лә туберкулездың ауыр формаһы асыла. Әҙиптең хирург Лев Константинович Богушҡа яҙған хатына иғтибар итәйек.
Ҡәҙерле Лев Константинович!
Беҙ бәләкәй консилиум йыйыуға өлгәштек. Унда һеҙ ҙә булдығыҙ. Баш врач доклад яһаны. Бөтәһе лә бер һүҙҙән миңә операция яһарға ярамай тигән ҡарарға килделәр, ҡайтып ҡымыҙ менән дауаланырға кәңәш иттеләр. Был инде һуң тигәнде аңлата ине. Һеҙ баштан уҡ өндәшмәй генә ултырҙығыҙ. Ҡапыл торҙоғоҙ ҙа: «Мин уны алам»,- тинегеҙ.
Академик Богуш – билдәле совет хирургы, хирургия мәктәбенә нигеҙ һалыусы. 300 кандидатлыҡ, 60 докторлыҡ диссертацияларына фәнни етәксе була. Күпселек хеҙмәттәре үпкә операцияларына, бигерәк тә үпкә туберкулезы ауырыуҙарын дауалау методтарына бағышланған.
Ике йыл эсендә тәжрибәле табиб өс операция эшләй. Мостай Кәрим был ваҡиға тураһында: «Операция алдынан Лев Константинович миңә: «Һин дә һалдат, мин дә һалдат. Киттек разведкаға. Разведканан күптәр ҡайта алмай. Әйҙәгеҙ, яҙмыш менән бәхәсләшеп ҡарайыҡ», -тине. Миңә дөйөм наркоз эшләргә ярамай ине. Богуш операция барышында алдан ятлап алған минең бик үк шәптән булмаған шиғырҙарымды һөйләне. Һәм мин түҙҙем, ыңғырашманым, сөнки сатай-ботай яҙылған шиғырҙарымдан оялдым»,- тип яҙа.
Улы Илгиз: «Иң ауыр ваҡыттар 1947-49 йылдарҙа булдылар. Яралы атайым ҡан төкөрә ине. Ләкин ул ғаиләбеҙҙе туйҙырыр өсөн күп эшләне, күп осраҡта төндә яҙа ине», - тип хәтерләй.
Тимер ярсыҡ – яра төбөндә.
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә,
Береһе ҡалды сержант Фоминда,
Текә яр ситендә ҡәберҙә,
Икенсеһе минең тәнемдә.
Ун ике йыл әрней шул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Мостай Кәримде үлемдән һаҡлап алып ҡалған комсомол билетының яҙмышы – үҙе бер тарих, тигәйнек. Йылда Мостай кәрим билетты беҙҙең гимназияға тапшырған. Ләкин 1991 йылда музей-кабинетта билеттың юҡҡа сығыуы асыҡлана. Ул саҡтағы директор Марат Мөхәмәтйән улы Хафизовты тыңлайыҡ. Гимназиябыҙ уҡытыусылары ла, шағирҙың ғаиләһе лә был осраҡта түҙемлек, тыныслыҡ һаҡлап, «был экспонаттың бәҫен аңламаған берәй баланың алыуылыр» тип, ҡәҙерле билетты эҙләүен дауам итә һәм ҡасандыр табылырына ышана. «Сабыр иткән – моратына еткән», тигәндәй, был хыял ниһәйәт быйыл тормошҡа ашты – комсомол билеты табылды! Бының турала Әлфиә апай үҙе хәбәр итте. Тапшырыусы үҙенең исемен әйтмәүҙе үтенгән.(телевидение)
Шағир ҡабыҙған уттар кешеләр йөҙөндә йылмайыу булып балҡый. Шул йылмайыу – күңелдәге йондоҙҙар нурының сағылышы өсөн рәхмәт һиңә, Мостай ағай!
Зиниә Хәсәнова, 10-cы класс уҡыусыһы, Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ф. Яруллинның “Яралы язмышлар” әсәре буенча дәрес-конференция план-конспекты,11 класс,татар әдәбияты.Тема. "Һәрбер ятим - җәмгыятьнең күз яше".
укуДәрестә укучыларны күренекле язучы, шагыйрь һәм др аматург Ф. Яруллин иҗаты, балалар йортында тәрбияләнүчеләр язмышы һәм тормышы белән таныштыру; укучыларның әсәргә анализ ясау күнекмәлә...
О ПРИМЕРНЫХ БИЛЕТАХ ДЛЯ СДАЧИ ЭКЗАМЕНА ПО ВЫБОРУ ВЫПУСКНИКАМИ 9 КЛАССОВ О ПРИМЕРНЫХ БИЛЕТАХ ДЛЯ СДАЧИ ЭКЗАМЕНА ПО ВЫБОРУ ВЫПУСКНИКАМИ 9 КЛАССОВ
Материал для учащихся 9 классов...
Д.Бүләков "Яралы китап" презентация
Д.Бүләков "Яралы китап" презентация...
Д.Бүләков "Яралы китап" хикәйәһен өйрәнеү
Д.Бүләков "Яралы китап" хикәйәһен өйрәнеү...
Конспект урока Д.Бүләков (1944-1995). “Яралы китап” хикәйәһе.
Конспект урока Д.Бүләков (1944-1995). “Яралы китап” хикәйәһе....
Яралы комсомол билеты(презентация)
Мостай Кәрим һәм уны һуғышта үлемдән һаҡлап аоып ҡалған комсомол билеты тураһында һүҙ бара....
Динис Бүләков "Яралы китап"
Динис Бүләковтың ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу.Яралы китап хикәйәһе ҡасан, ҡайҙа, ҡайһы ваҡытта барыуын, Бөйөк Ватан һуғышында ауыл халҡы ниндәй батырлыҡтар күрһәткәнен балаларға еткереү. Үткән һә...
- Мне нравится (1)