Батыр яуҙа һынала.
методическая разработка
1941-1945 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашҡан геройҙарыбыҙ тураһында.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
insha_boyok_vatan_hugyshynda_eneuzen.doc | 180 КБ |
Предварительный просмотр:
Бойөк Ватан Һуғышында еңеүҙең
75 - йыллығына арналған
иншалар конкурсы.
“Батыр яуҙа һынала.”
Яҙҙы: Әхмәтйәнова Нәзилә Илнур ҡыҙы, 6 синыф.
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ИЛЕШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН ХАКИМИЯТЕ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ИЛЕШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ АҠКҮҘ АУЫЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
Уҡытыусы: Әхмәтйәнова Изалия Хәнәфи ҡыҙы.
Батыр яуҙа һынала.
Нимә ул батырлыҡ? Ул үҙ-үҙеңде аямайса, йәнең-тәнең менән Ватанды яратып, уның ирке өсөн ғумерен биреү. Бындай ысын батырҙар минең тыуған ауылым Ҡыпсаҡта ла байтаҡ. “Батыр яуҙа һынала”,- ти халыҡ мәҡәле. Бөйөк Ватан һуғышы кешелек өсөн ҙур һынау булды. Һуғыштың беренсе көнөнән үк ауылымда йәше-ҡарты һуғышҡа, дошмандан илемде азат итеүгә ашыға. Кескенә Ҡыпсаҡ ауылынан 37 ир-егет, салдат шинелен кейеп фронтка китә. Өләсәйемдең хәтирәләрен тыңлаһаң, улар гармун тартып, күтәренке күңел рухы менән хушлашалар, тик йырҙары ғына моңһоу һәм билдәһеҙлек юрай ине:
- Герман ере ҡара үлән,
Әллә ҡайтам, әллә үләм.
Һуғышҡа оҙатылған ауылдаштарым араһында ун һигеҙ йәше яңа ғына тулған егеттәр ҙә булған: Йыһаншин Ш., Илалов М., Хәйертдинов Фәүзи.
“Ир – аттар һуғышҡа китеп бөттө”,- тип хәтерләй ине өләсәйем Шәймурзина Гөлйәннәт. “Ауылда ҡатын-ҡыҙ, балалар ғына ҡалды. Бар хужалыҡ эштәрен, ер эшкәртеү, иген игеү нәҙек ҡатын – ҡыҙ иңдәренә төштө. Улар һәр эштә дәррәү ҡатнашты”. Өләсәйем трактор менән ер эшкәрткән, 1.5 – 2 норма үтәгән. Көндө төнгә ялғап еңеү өсөн тырышҡан. Фронтты кәрәк-яраҡтар менән тәъмин итеүҙә Ҡыпсаҡ ауыл халҡы күмәк ҡатнашҡан. 1942 йылдың ғыйнуарына ауылдан 8 ат, 45 тире, 15 кг. йон , 50 шәр пар ойоҡбаш һәм бейәләй оҙатылған.
Һуғыштың илемдең ҡайһы урындарында, ниндәй званиеларҙа ғына ҡатнашмаған ауылдаштарым. Шакуров Долкирам – зенитчик, Камалтдинов Мирзаһит - снайпер, Шәрипов М.- сапер.
Хәйретдинов Фәүзи башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. 1942 йылдың Сталинград янында ҡаты һуғышта ҡатнашып, Башҡорт атлы дивизияһы сафында еңеү менән меңәрләгән саҡрым юл үткән. Яугир Украина, Белорусия ерҙәрен, күп ҡалаларҙы дошмандан азат иткән, юғары дәүләт ҡотлауына лайыҡ булған.
Һуғышсыларҙың күптәре яу ҡырында ятып ҡалған, ауылыма һағыш һәм мәңгелек яра булып уларҙың үлеү ҡәғәҙе генә ҡайтҡан. Гилфанов Г., Гилфанов Г.Г., Камалтдинов М.М., Камалтдинов М.Ш. һәм башҡалар, улар ғәйлә эсендә бер нисә тыуған тәшкил итә, Рәсәйемдең төрлө төбәктәрендә батырҙарса һәләк булған. Исән ҡайтҡандарының күптәре ҡаты яралар менән ҡайтҡан. Илалов Морси, мәҫәлән, Курск һуғышында аяҡһыҙ ҡалған. Миңнекәйев Ғатиф Украина һуғышында контузия алған, Шәкуров Дөлкирам күҙенә осколок тейеп , ҡаты яраланған. Шәйхетдинов Гилмигаян иңсәһендә төҙәлмәҫ яра менән ҡайтҡан.
Бына нисек һыналған яуҙа батырҙар. Тимәк, үҙ-үҙен аямайса Тыуған ил өсөн һәләк булған 17 ауылдашым, ҡаты яралар менән ҡайтҡан 19 ветеран, тыл күкрәгендә бар көсөн еңеүгә туплап көрәшкән өләсәйем һәм тағы 50 ләп ҡатын – ҡыҙ батыр түгел мени? Әлбиттә, ысын батыр. Сөнки ошо айырым батырлыҡ дәррәү ҡушылып, Рәсәйҙе азат итеүсе оло Еңеү көсөнә әүерелгән. Тимәк, минең ауылдаш яугирҙар ысын батырҙар. Беҙҙең бурыс батырлыҡты хәтерҙә юғалтмай быуындан – быуынға ҙур мирас итеп күсереү, һаҡлау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Геннадий Айхи – тĕнче çынни.
Геннадий Айхи - чă ваш халă х поэчĕ . л л 1934 çулхи çурлан 21-мĕ шĕ нче Чăваш Енĕн Патăрьел районĕнчи Çĕньялта çуралнă. ...
Исследовательская работа - презентация "Вехи Памяти" к уроку тат.литературы в 7 классе "Батыр егет-ил курке"
Исследовательская работа - презентация " Вехи Памяти"к уроку татарской литературы в 7 классе "Смелый джигит - радость страны" Использование местного материала об участниках Великой Отечественной войны...
Батыр үлә, үлмәс ат алып, Батырлыклар белән макталып, Исмең калсын, үзең үлсәң дә, Тарихларда укып ятларлык. М.Җәлилгэ багышланган кичә
БуранКүз ачкысыз каты буран чыкты,Юл табалмый атлар туктады.Кар пәрдәсе аша күренеп калаЕрак түгел авыл утлары....
Язучы да Алиш, батыр да.
Абдулла Алишның тормышы һәм иҗаты турында...
"Ĕç çынна илем кÿрет"
А. Галкинăн "Икĕ сăнлă пурнăç" хайлавĕ тăрăх ирттернĕ урокăн планĕ...
«Чăваш çынни хастар та паттăр!» презентация
Анатолий Смолин поэт Чăваш енри паллă çынсене халалланă сăвă йĕркисемпе хатĕрленĕ литературăпа музыка композициĕ....
Урок теми: «Туслǎх çынна вǎй парать » (Л.Сачковăн «Ӑмсану» калав тăрăх.)
‒ Людмила Сачкова пултаруллă журналистка, ҫывравҫă, драматург.Чăваш университечĕн чăваш чĕлхипе литератури уйрăмне пĕтернĕ. Шкулта ĕçленĕ. «Коммунизм ялавĕ», «Хыпар» хаçа...