Ата-әсәләргә кәңәштәр
материал
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләргә кәңәштәр
Ата-әсәләргә бер нисә файҙалы кәңәштәр.
1. Бала менән дөрөҫ мөғәлләмә итергә кәрәк. Эш ҡушҡанда асыу, ҡысҡырыу, ярһыу булырға тейеш түгел.Эш үтәлешен тикшереү ҙә мөһим. «Һин эшләй алаһыңмы ни?», «Һинән булмаҫ!» кеүек кәмһетеү ҙәр баланың да баһаһын кәметә, үҙенә ышаныу көсөн юҡҡа сығара.Балағыҙҙың уҡыған китабы, ҡараған кинофильмы, мәктәп тормошо тураһында ҡыҙыҡҙынығыҙ
2. Пунктуаль булырға өйрәтегеҙ. Балағыҙ мәктәптән һуңламаһын, унан ваҡытында ҡайтһын.
3. Балағыҙ алдында бер ҡасан да асыуланышмағыҙ.
4. Насар тәртип өсөн уҡыусыларҙы математикананг ауыр эштәр, рус теленән иншалар яҙырға ҡушмағыҙ.
5. Балаларҙы артыҡ ҡурсаламаҫҡа тырышығыҙ.
6. Ололарҙы ололарға, кеселәрҙе кеселәргә өйрәтегеҙ.. 8.Бала алдында кемделер яманларға ярамай. Сөнки балала шул кешегә ҡарата насар ҡараш тәрбиәләнә.
7.Сәләмәтлекте, һаулыҡты нығытыу мотлаҡ. Бала һау-сәләмәт булһа ғына, уҡыуы ыңғай барасаҡ.
8. Гигиена талаптарын үтәргә өйрәтеү,бөхтә кейенергә, тырнаҡтарын ҡырҡырға, мунса инергә өйрәтеү кәрәк.