Олимпиада эштәре. 11 кл.
олимпиадные задания (11 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең XI класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
Башҡорт теленән һорауҙар
- Тел, һүҙ тураһында 4 мәҡәл яҙығыҙ. (2 б.)
- Һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:
а) Хыялымдың йылғыр ҡанаттары ауылыма ҡайтып етте.
б) Беҙҙе йыуаттылар.(2 б.)
3. Эйәртеүле бәйләнешкә миҫалдар табығыҙ, уларҙың төрҙәрен әйтегеҙ: ҡояшлы көн, кино ҡарау, әсәй менән атай, ят тауыш, уҡыр өсөн килгән, тау йылғаһы, өйҙөң ҡыйығы, малайҙар һәм ҡыҙҙар, бейеклеккә һикереү, ярыш башлана, һеҙҙең атығыҙ. (2 б.)
4.Элек әсәһе эшләй торған эштәрҙе хәҙер инде ул үҙе шәп башҡара һөйләмендә рәүештәрҙе табығыҙ. Билдәләнгән һүҙгә морфологик анализ яһағыҙ. (2 б.)
5.Нимә ул фразеологик берәмек? ”Төп башына ултыртыу” фразеологик берәмеге ниндәй мәғәнәне белдерә? (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар
1. Хәҙерге башҡорт романдарын ниндәй типтарға бүлеп ҡарарға була? Ниндәй тарихи романдарҙы беләһегеҙ? Авторын һәм исемен яҙығыҙ. (2 б.)
2. М.Кәрим ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһында ниндәй мәсьәләләр сағылдырыла? (2 б.)
3. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сығығыҙ. (2 б.)
4. Р.Ғарипов тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ, уның әҫәрҙәрен һанағыҙ. (2 б.)
5 Был геройҙар ҡайһы әҫәрҙәрҙән алынған, уларҙың авторҙары кем:
Емеш, Йәнеш, Бибеш –…
Урал менән Шүлгән –…
Тәңкәбикә менән Диуана –…
Кендек менән Оло инәй- … (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Анализ өсөн текстар
ӘСӘ ЙЫРЫ
(1) Беҙҙең яҡта кешенең кешелеген уның ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләйҙәр. (2) Мин дә шулай уйлайым:
(3)– Илдең бөйөклөгөн, ундағы прогресты ҡатын-ҡыҙҙың хәленә ҡарап билдәләргә кәрәк. (4)Ҡатын-ҡыҙ күҙ йәше аҡҡан ерҙә тормош шәп түгел, ә ҡатын-ҡыҙ йырлаған ер – бәхетле ер, – тип әйтер инем.
(5)Минең донъяла иң тәү күргән, иң тойған нәмәм – ул әсәйемдең йөҙө, уның йыры.
(6)Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. (7)Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. (8)Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, бүтән йырҙар ҙа тыумаҫ ине. (9)Ул ваҡыт, бәлки, донъяла бәхет, шатлыҡ әлегенән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыр ине. (10)Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йыл үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ.
(11)Тау халҡы йүнһеҙ кеше тураһында: «Сәңгелдәктә ятҡанда, әсәһе, моғайын, уға йыр йырламағандыр»,– ти. (12) Валентина Терешкова, ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе космонавт, йыһандан әйләнеп ҡайтҡас, сит ил хәбәрсеһе тарафынан бирелгән: «Яратҡан кешегеҙҙең исеме нисек?»– тигән һорауға: «Әсәй»,– тип яуап биргән. (143 һүҙ). (Р. Ғамзатовтан).
1. Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)
2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)
3. Әҫәрҙең төп идеяһы? (1 б.)
4. Текстан һүрәтләү сараларын табып, ниндәй һүрәтләү сараһы икәнен яҙығыҙ.(1 б.)
5. Тормошобоҙҙоң һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)
6. 10-сы Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)
7. 12-се һөйләмдәге тура телмәрҙең схемаһын төҙөгөҙ.(1 б.)
8. Донъялағы һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)
9. Прогрес һүҙенә лексик анализ яһағыҙ. (1 б.)
10. 1-3 абзацтарҙан билдәһеҙ эйәле һөйләмде табып яҙығыҙ. (1 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Инша темалары:
- Ғүмер бер генә.
- Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә мине рухландырған образ.
- Белем алыу – бәхет ул.
- Нисә быуын үҫте моңһоу булып, үҙ теленән үҙе ғәрләнеп.
- Илдә барған оло яу осоронда ( М.Кәримдең “Башҡорт халҡына яуап хат” әҫәре һәм яугирлыҡ, патриотизм тураһында уйланыуҙар).
Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл
Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл
Бөтәһе: 40 балл - 100%
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Классный час «Встречаем Олимпиаду. От Олимпиады – 80 к Олимпиаде -2014»
Олимпийские игры – важнейшее событие в международной спортивной жизни. Они привлекают к себе пристальное внимание миллионов людей нашей планеты. Классный час помогает учащимся проследить развитие ол...
ОЛИМПИАДНЫЕ ЗАДАНИЯ для внутришкольной олимпиады ПО МАТЕМАТИКЕ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ 7 классов ОЛИМПИАДНЫЕ ЗАДАНИЯ для внутришкольной олимпиады ПО МАТЕМАТИКЕ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ 7 классов Олимпиада по математике 7 класс
ОЛИМПИАДНЫЕ ЗАДАНИЯ для школьного этапа олимпиады ПО МАТЕМАТИКЕ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ 7 классов....
Олимпиада по МХК. школьный этап всероссийской олимпиады школьников.
материалы к Олимпиаде...
Материал для проведения олимпиад школьного тура Всероссийской олимпиады школьников
Задания олимпиад предназначены для проведения школьного тура Всероссийских олимпиад, также можно использовать как дополнительный материал на уроках английского языка, а также при подготовке к ди...
Олимпиада 10 класса. Олимпиада 8 класс.
Подготовка к олимпиаде....
Справка о проведённых школьных олимпиадах по предметам естественно – математического цикла 2013 – 2014 учебного года. Олимпиады проведены с 10 октября по 23 октября 2013 года среди учащихся 5 – 11 классов.
Справкао проведённых школьных олимпиадах по предметаместественно – математического цикла2013 – 2014 учебного года.Олимпиады проведеныс 10 октября по 23 октября 2013 годасреди учащихся 5 – ...
"От олимпиады к олимпиаде"
Экскурсия расскажет об Олимпийских Играх, познакомит с легендами древних греков, символикой Игр...